Лилиә Биктимерова Фәдис Ғәниев менән нисек танышҡан? Был турала Лилиә бер тапшырыу барышында һөйләгән.
– 2000 йылда училище тамамлағандан һуң, эшкә урынлашырға тип, филармонияға килдем. Фәдис Ғәниевҡа уның төркөмөндә йырлау теләген белдерҙем. Ул: «Минең төркөмдә йырсылар әлегә етәрлек», – тип, мине кире ҡаҡты. Уҡытыусым Фәрзәнә ханым, Фәдис янына барып: «Лилиә бит һинең төркөмдә генә йырлайым тип әйтә. Ул да һинең кеүек ҡалын тауышлы, һинең яҡтарҙан», – тигәс кенә, мине төркөмгә алдылар. Һуңынан уның менән яҡындан танышып китеп, осраша башланыҡ. 2003 йылдан бергә йәшәйбеҙ.
ЗАГСҡа барыу бик ҡызыҡ килеп сыҡты. Президент беҙгә фатир бирергә тип ҡул ҡуйҙы. Ә ул ваҡытта беҙҙең никахыбыҙ законлы рәүештә теркәлмәгән ине. Шуның өсөн барыһы ла ашығыс булды. Өҫтөбөҙҙә джинса кейем, Мендельсон маршы уйнай һәм беҙ ЗАГС залына көлә-көлә керәбеҙ…
Фәдис менән 20 йыл ғүмер итәбеҙ. Тормош юлдашым итеп уны һайлағаныма бер ҙә үкенмәнем. Ә бына ул бәлки үкенгәндер ҙә. Мин бит өйҙәгеләргә бер ҙә тынғылыҡ бирмәйем: кәрәк икән – иртәнге алтыла уятам. Йоҡоһо туйғанмы-юҡмы, һорап тормайым. Гөлназ ҡыҙым миңә: «Әни, һинең менән йәшәгән ир-атҡа Аллаһ ярҙам бирһен», – ти ине.
Фәдис – идеаль әти. Балалар өсөн үлеп тора. Уның янында үҙемде бик бәхетле хис итәм!