-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Сентябрь , 10:08

Йәшлекте бер иҫкә алып...

Үҙенсәлекле, ғәжәйеп исемле йәшлек әхирәтем Хима Йәнбирҙина хаҡында был яҙмам. Есеме лә исеме кеүек үк матур бит уның. Хима – һинд телендә «ҡояш нуры», ғәрәпсә «яҡтылыҡ, сафлыҡ, таҙалыҡ», грекса «хазина», төрөксә «серле» тигән мәғәнәләрҙе аңлата, һәм улар барыһы ла Химаның булмышына тура килә.

Йәшлекте бер иҫкә алып...
Йәшлекте бер иҫкә алып...

1982 йылдың июль айы...

Сәнғәт юлын һайлап, йырсы булабыҙ тип, Башҡортостандың төрлө төбәгенән егет-ҡыҙҙар баш ҡалаға юл алдыҡ. Имтихан көнө, сәнғәт училищеһы абитуриенттар менән шығырым тулған... Уҡыу йорто шау-гөр килә, ҡайҙа фортепиано, скрипка, баян, торба, виолончель тауышы... баш әйләнгес...

Йыр бүлеге урынлашҡан ҡатҡа күтәрелдем. Имтихан ҡабул иткән актовый зал эргәһендә кемдер распевка эшләй, кемелер йырлай, тауышын көйләй...

Өҫ башымды үҙ заманыбыҙға тура килтереп матур кейенгәнмен: йәшел сәскәле крепдешин күлдәктәмен, сәсемә ромашкалы заколка ҡуйғанмын, бәләкәй генә сумочка һәм үксәле туфли...

Конкурс бик ҙур, 1 урынға 15 кеше тигән хәбәр тәнемде эҫеле-һыуыҡлы итте... шул саҡ нескә генә билле, зәңгәр сәскәле күлдәктәге ҡара ғына ҡыҫҡа сәсле бер ҡыҙ миңә өндәшә: «Апай, минең йырлауымды тыңлап ҡына ҡарағыҙ әле, дөрөҫ йырлайым микән? Мине уҡырға алырҙар микән?»

Нишләп уны минән һорай икән тип бөтөнләй юғалып ҡалдым. Бына йырлап ебәрҙе бит әй! Моңло, сағыу, үҙенсәлекле, тәбиғи матууур тауыыыыш!!!

Хәҙер мин хафалана башланым... Ошондай матур йырсылар араһынан конкурстан үтә алмаҫмын ул... 150 кеше араһынан унауҙы ғына һайлап алырға тейештәр бит!!!

Бер-бер артлы имтихан тапшырып сыҡтыҡ, тулҡынланып жюри ағзаларының баһаһын көтәбеҙ.

Имтиханда бер йырымды гармунда уйнап йырлағайным, ваҡыт тиҙерәк үтһен тип, йәнә ҡулға гармун алдым. Күмәкләшеп йырлап ебәрҙек:

«Иҫеңдәме, иркәм, танышҡайныҡ икәү, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда...»

Исемлекте сығарып элделәр. Үҙебеҙҙең фамилиябыҙҙы күргәс – түбәбеҙ күккә тейә генә яҙҙы!

Теге нескә билле ҡыҙҙың исеме Хима икән. – Һине, прическаңа ҡарап, уҡытыусы апай тип уйланым, шуға мөрәжәғәт иттем бит, – ти был. Көләбеҙ...

Шулай бергә уҡый башланыҡ, бер бүлмәлә йәшәнек. Икенсе курста уҡығанда, композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Рәғиҙә Янбулатова шиғырына яҙған «Яугир ҡыҙҙар» тигән йырын Хима менән миңә ике тауышҡа дуэт итеп йырларға тәҡдим итте. Патриотик рухтағы был йыр радио-телевидениела һәр саҡ яңғырап тора.

Уҡыуҙы тамамлағас Хима Йәнбирҙина Башҡорт дәүләт филармониянда Ғәли Хәмзин етәкселегендәге «Йәдкәр» эстрада фольклор төркөмөндә эш башланы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йыр бәйгеһендә, «Йәш тауыштар» радио конкурсында беренсе дәрәжә лауреаты булды.

Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә Роберт Тимербаев яҙған «Һанама, кәкүк» йыры менән тамашасыларҙы әсир итте. Хима Йәнбирҙина башҡарған тик ошо йырҙы тыңлар өсөн халыҡ концерттарға ихлас килеп, алҡыштарға күмә ине. Унан һуң һәр тыңлаусының күңеленә үтеп инер йыр – Нәжиб Асанбаев һүҙҙәренә Салауат Низаметдиновтың «Бәхетем булһа» йыры донъяға тыуҙы!

Тағы ла Илшат Хәлиловтың бик күп йырҙарын башҡарып халыҡ һөйөүен яуланы. Башҡорт йыр сәнғәтенә бик күп хеҙмәт итеп тә, ижады баһаланмайса ситтә тороп ҡалған һабаҡташым өсөн күңелем әрней! Уға тейешле иғтибар күрһәтелер ул тип һаман өмөт итәм!

Эээх... йәшлек... Студент йылдары... Һағындыра!.. Йәшлектең гүзәл бер хәтирәһе бит ул!

Учалы районы Балбыҡ ауылының ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән әхирәтем Хима Йәнбирҙина бөгөнгө көндә ҡыҙы һәм улының һөйөклө әсәһе, ейән-ейәнсәренең яратҡан өләсәһе!

Әле лә концерттар, сығыштар, яңынан-яңы ижади табыштар эҙләп, туҡтамай хеҙмәт итә ул.

Резида ӘМИНЕВА

Йәшлекте бер иҫкә алып...
Йәшлекте бер иҫкә алып...
Йәшлекте бер иҫкә алып...
Автор:
Читайте нас: