+9 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Августа 2024, 06:01

Ижадында илһөйәрлек рухы

Тыуған ил һәм ер өсөн йөрәгендә йылы хистәр йөрөтөүсе ижадсыларҙың береһе лә Украиналағы махсус хәрби операцияға битараф ҡала алмай. Сөнки унда ил менән бергә беҙҙең дә, киләсәк быуындың да яҙмышы хәл ителә. Ир-егеттәр ҡулдарына ҡорал алып ил һаҡларға, медицина хеҙмәткәрҙәре яралы һалдаттарҙың ғүмере өсөн көрәшергә юлланһа, талантлы шәхестәребеҙ уларҙың батырлығын мәңгеләштергән әҫәрҙәр ижад итеп, уларҙы алға – еңеүгә әйҙәй. Күптән һыналған күренеш – иң бөйөк әйберҙәр шундай һынылыш осоронда тыуған. Май айында «Торатау» Конгресс-холында Рәсәй рәссамдарының ижади берекмәһе махсус хәрби операция темаһына арналған күргәҙмә ойошторҙо. Унда төрлө төбәктә йәшәп ижад итеүселәрҙең эштәре тәҡдим ителгәйне. Картиналарҙа һынландырылған батырлыҡтарға, геройҙарға ҡарап, күңел түрендә ғорурлыҡ һәм киләсәккә ышаныс уяна – еңеү мотлаҡ киләсәк! Йөҙәрләгән картиналар араһында үҙебеҙҙең башҡорт рәссамдарының эшен күреү ҡыуаныслы. Бигерәк тә күптәнге танышыбыҙ – Өфө егете, Ҡала мәҙәниәт һарайының баш рәссамы Альберт ЕНИКЕЕВ картиналары һайлап алынғанын белгәс. Уның булмышына ла, ижадына ла илһөйәрлек, ихласлыҡ һәм милли колорит һеңгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ижадында илһөйәрлек рухыИжадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы

Альберт Рәүеф улы менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында ойошторолған «Һоҡландырғыс тыуған яҡ риүәйәттәре» шәхси күргәҙмәһендә танышҡайныҡ. Рәссамдың унда башҡорт әкиәттәре, риүәйәттәре сюжетына ҡоролған эштәре тәҡдим ителде һәм сәнғәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Легендаларға, тарихҡа бай төбәктәргә арналған – «Бөрйән», «Торатау», «Янғантау», әкиәт батыры Алпамышаны һүрәтләгән картиналарына, ағас һырлап һынландырған мифик йән эйәһе Шүрәле образына һәм «Минең Өфөм» триптихына (баш ҡаланың билдәле урындары силуэттары) битараф ҡалып булмай ине. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: милли тема уның өсөн быға тиклем дә ят булмаған. 2021 йылда Ҡала мәҙәниәт йортонда үткән тәүге шәхси күргәҙмәһен дә Альберт Еникеев Башҡорт теле көнөнә арнаған.

Альберт Өфөлә тыуып үҫһә лә, тамырҙары менән тарихи һәм талантлы башҡорттар нәҫеленә барып тоташа. Атаһы Рәүеф ағай боронғо дворяндар нәҫеленән, ата-бабалары Благовар районында йәшәгән. Ғүмере буйы автокрансы булып эшләһә лә, ул берҙән-бер улына лайыҡлы тәрбиә, белем бирергә тырышҡан. Әсәһе Зөһрә Ғүмәр ҡыҙы – һөнәре буйынса инженер, Рәсәйҙең почетлы йылылыҡ-энергетика комплексы хеҙмәткәре. 30 йылдан артыҡ «Газ-сервис» ойошмаһында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ул Әлшәй районының Аҡҡолай ауылында тыуып үҫкән, таланттарға бай Шәриповтар араһынан. Данлыҡлы академик, Башҡортостан нефть-газ сәнәғәте предприятиеларын һәм ҡоролмаларын проектлау институтының элекке директоры Әмир Усман улы Шәриповтың һәм Әлшәй районының район башҡарма комитетын ун йыл етәкләүсе Солтангәрәй Кирәевтың ике туған һеңлеһе ул. Альберт бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыға, балалар студияһының художество бүлегендә шөғөлләнә, мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Әмир Шәриповтың улы Эдуард та ошо юлды һайлап, дан ҡаҙанған шәхес. Бөгөнгө көндә ул Псков ҡалаһында йәшәп ижад итә, Рәсәй ҡалалары буйлап, шул иҫәптән тыуған яғында ла шәхси күргәҙмәләрен ойоштора. Солтангәрәй Кирәевтың ейәнсәре – данлыҡлы спортсы, художестволы гимнастика буйынса донъя чемпионы Ләйсән Үтәшева. Бына шундай рухлы, тырыш һәм илһөйәр нәҫелдән был мәҡәлә геройыбыҙ.

Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Альберт алдында юғары белемде ҡайҙа алырға, тигән һорау тыуа. Эдуард ағаһы уға үҙе белем алған Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетына барырға тәҡдим итә.

– Һәләтем тәбиғәт тарафынан бирелеп, студияла, сәнғәт училищеһында белем алһам да, улар ниндәйҙер башланғыс база ғына булып торҙо. Әлбиттә, баштан һалынған нигеҙ мөһим роль уйнай, шулай ҙа минән тап университет рәссам яһаны, тип ышаныслы әйтә алам. Бында мин беҙҙең факультетҡа нигеҙ һалыусы рәссам, педагог, Халыҡ мәғарифы отличнигы Рөстәм Мөғин улы Фәтҡуллинда һәм Тюлькин, Бурзянцев, Домашников кеүек бөйөк рәссамдар менән аралашҡан Эвелина Павловна Фенинала белем алдым. Уларҙың остаз булараҡ биргән белеме лә, оҫталығы ла бөгөнгө көнгә тиклем күңелемдә йәшәй. Ә кеше булараҡ биргән кәңәштәре тормош мәктәбенә тиң булғандыр. Рөстәм Мөғин улы талапсан, ғәҙел кеше ине. Уның өндәүе буйынса ағас һырлау оҫталығын үҙләштергәйнем, бөгөн был йүнәлештә ярайһы ғына уңышҡа өлгәштем. Шуға ла мин һәр ваҡыт уға рәхмәтлемен, рухы шат булһын, тип теләйем. Тыуған республика, халҡым тарихы, мәҙәниәте менән ныҡлы ҡыҙыҡһыныу ҙа студент йылдарында барлыҡҡа килде. Рәссамдар өсөн пленэр (асыҡ һауала, тәбиғи яҡтылыҡта тәбиғәт күренештәрен төшөрөү техникаһы) ойошторола ине. Беҙ күмәкләшеп Башҡортостан райондарына барып, пейзаждар төшөрөп ҡайта торғайныҡ. Тәүге тапҡыр Белорет, Бөрйән яҡтарын күреп ҡайтҡас, ундағы иҫ киткес тәбиғәткә, саф һыулы йылғаларға, ҡара урмандарға ғашиҡ булдым. Бигерәк тә бейек тауҙар минең куңелемде яуланы һәм уларҙың тарихын өйрәнә башланым. Халыҡ ижадында уларға арналған бик күп риүәйәттәр, әкиәттәр, эпостар, йырҙар барлығын белеп, тағы ла хайран ҡалдым. «Урал батыр» эпосы минең өҫтәл китабыма әүерелде. Матур тәбиғәт күренештәре менән риүәйәттәр хыялдарымда бергә ҡушылып, айырым картина булып күҙ алдына килә башланы, – ти Альберт Рәүеф улы.

Диплом алғас, йәш рәссам һөнәре буйынса «Проспект» күңел асыу комплексына эшкә урынлаша һәм заман технологиялары менән эшләү мөмкинлегенә, сәхнә биҙәү серҙәренә ныҡлап өйрәнә. Тағы ла бында ул үҙенең яҙмышын, һөйгән йәрен осрата. Бухгалтер булып эшләгән Өфө ҡыҙы Светлана менән танышып, ғаилә ҡоралар. Бөгөн уларҙың улдары Тимур үҫеп килә, Светлана инде мәшғүллек үҙәгенең әйҙәүсе белгесе. 2014 йылда Альберт Рәүеф улына ла Ҡала мәҙәниәт һарайында баш рәссам вазифаһын тәҡдим итәләр. Сценограф булараҡ ул ҡала һәм республика кимәлендә үткән күп кенә фестиваль, конкурстар, байрамдарҙа сәхнә биҙәлеше өсөн яуап бирә. Айырыуса, тамашасыларға мөғжизә бүләк иткән Яңы йыл тамашалары уның күңеленә яҡын. Ҡала мәҙәниәт һарайында көн һайын ниндәйҙер сара үтеп тора, хатта көнөнә ике тапҡыр үткән осраҡтар ҙа була. Рәссамдарҙың эше һанап бөткөһөҙ: декорация, афиша, билет, саҡырыу ҡағыҙы, реквизит, яҡтылыҡ биҙәлеше, видеоконтент. Һәр тамаша алдынан режиссер, сценарий авторы менән аралашыу, репетицияларҙа ултырыу, материалдар туплау һәм күҙаллаған биҙәлештең бер нисә вариантын ҡағыҙға төшөрөү – үҙ эшенә яуаплы ҡараған Альберт өсөн был ҡағиҙәләр мотлаҡ. Бер генә эште лә ул еңелсә генә итеп үткәреп ебәрмәй. Рәссамдың фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан да лайыҡлы баһаланып тора. Ул БР Мәҙәниәт министрлығының, Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Үткән йыл егет республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамларға өлгөргән.

Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: Альбер Еникеевтың һәр шәхси күргәҙмәһе илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Атамалары ғына ни тора – «Рус донъяһы геройҙары», «Боронғо риүәйәттәр»! Ҡала мәҙәниәт һарайы етәкселеге лә төрлө сараларҙа үҙ рәссамының эштәрен тамашасыларға еткерергә форсат таба. Ватанды һаҡлаусылар көнө, Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан шәхси күргәҙмәләр ойошторолған. Граждандар форумы, Рустар соборының 6-сы съезы уңайынан үткәрелгән байрамдарҙа ла Альберттың бер нисә эшен күрһәткәндәр. Рәссамлыҡтың бер төрө – ағас һырлау оҫтаһы булараҡ уны даими рәүештә һөнәрселәр күргәҙмәһендә лә ҡатнашырға саҡырып торалар.

Театр музейында үткән күргәҙмәһендә Альберттың махсус хәрби операцияға арналған тәүге эше менән дә танышырға тура килгәйне. «Герой эҙҙәре буйлап» картинаһында Миңлеғәли Шайморатов прототибы заман яугирҙары менән уратып алынған. Килгән тамашасылар уның менән булған сәйер ҙә, серле лә хәлде күреп, хайран ҡалғанын хәтерләйем. Киптерелгән, һырлау өсөн әҙерләнгән таҡтаға герой һындарын төшөргәс, музей хеҙмәткәре уны театрҙың фронтовик артистарына арналған стенды янына ҡуя. Бер аҙҙан таҡта киҫәге күҙ йәштәрен түккән ҡатын кеүек, сайыр ағыҙа башлай.

Хәҙер инде авторҙың был темаға арналған эштәренән тотош серия барлыҡҡа килгән. Был илһамдың, ынтылыштың тамырҙары тәрәндә:

– Бала саҡтан ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр Сәлих улы Шәриповтың яу юлы хәтирәләрен тыңлап үҫтем. Тыл хеҙмәткәре булған Хәтирә өләсәйемдең күргән михнәттәре лә аҙ булмаған. Улар фашизмды еңеү өсөн көс-ҡеүәтен, һаулығын йәлләмәгән. Был – уларҙың батырлығы, ҡаһарманлығы. Бөгөн дә арабыҙҙа уларҙың вариҫтары – яугир рухлы батырҙар йәшәй. Ике туған ағайҙарым араһында төрлө йылдарҙа «ҡыҙыу нөктәләрҙә» хеҙмәт итеп ҡайтып, аҙаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр бар. Ул йылдар тураһында бик һөйләп бармайҙар, әммә өҙә-йолҡа ғына ишеткәндәремдән дә уларға еңелдән булмағанын аңлайым. Бөгөн дә ил тыныслығын һаҡлап, ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алды. Беҙҙең бурыс – Рәсәй яҙмышын, һалдаттар батырлығын күрһәтеү, яу ҡырында һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү. Тәү сиратта мине Тәтешле батыры Фәнис Хөсәйеновтың ҡаһарманлығы тетрәндерҙе. Гәзит материалдары буйынса уның тормошон өйрәндем. Ҡыйыу характеры тураһында уйланып йөрөй торғас, «Фәнис» портретына образ барлыҡҡа килде. Рәсәй һалдатының танк менән туғыҙ дошман техникаһын юҡ иткәненән һуң «Танк Алеша» эшен яҙҙым. Артабан «Ҡаһармандар эҙҙәре буйлап», «Һауаға юл Ка-52», «Рус донъяһы геройҙары», «Т- 90», «Донбасс улдары» һәм башҡа картиналарҙы ижад иттем. Рәсәй рәссамдарының ижади берекмәһе был тема буйынса күргәҙмә ойошторғанын белгәс, эштәремде тәҡдим итеп ҡараным. Һәм улар ике картинаны һайлап алды. Ил кимәлендәге сарала ҡатнашыу рәссам өсөн ҙур ҡаҙаныш.

Махсус хәрби операцияға арналған был күсмә күргәҙмә Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәтен әле дауам итәсәк. Тимәк, Башҡортостан ерендә Альберт Еникеев исемле рәссам барлығын, ижады менән ил яҙмышына битараф ҡалмаған ҡаһармандарҙы данлауын башҡа төбәктәрҙә лә беләсәктәр. Тик шуныһы ҡыҙғаныс – күргәҙмә сәбәбе һуғыш тигән оло һынау.

Илебеҙҙә тиҙерәк тыныс таңдар атып, Альберт Рәүеф улы ҡулына ҡыл ҡәләм алыр ҙа ҡабат халҡыбыҙ мираҫы булған эпостарға, риүәйәттәргә мөрәжәғәт итер, тигән ышаныс менән ҡалабыҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

"Тамаша" журналы, 3-2024 й.

Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Ижадында илһөйәрлек рухы
Автор:
Читайте нас