-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ

Ҡомло анимация, йәки инглиз телендәге атамаһы sand art – графика, яҡтылыҡ һәм живопистың үҙенсәлекле рәүештә үрелеп, яңы һүрәт төшөрөү алымы. Рәссам быяла өҫтәлгә ҡом һибеп, төрлө рәсемдәр эшләй, еңел генә етеҙ хәрәкәттәр менән шул һүрәттәрҙе үҙгәртә һәм шул рәсемдәр аша тамашасыға тарих һөйләй. Ҡомло анимацияны сығышы менән Канада-Америка режиссер-мультипликаторы Кэролайн Лиф уйлап сығарған. 1969 йылда ул тамашасыға “Ҡом йәки Питер һәм бүре” сюжетын тәҡдим итә. Беҙҙең илгә бындай үҙенсәлекле тамаша күптән түгел генә килеп етте. Ул, ғәҙәттә, музыкаль композициялар менән байытыла.

ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ
ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ

Журнал уҡыусыларҙы мөғжизәле һүрәт төшөрөү серҙәре маһиры, Өфө ҡыҙы Екатерина Король менән таныштырып үтергә булдыҡ. Беҙ һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Екатерина, рәссамлыҡ һәләтегеҙ, тәүге һүрәттәрегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.

– Үҙемде иҫләгәндән алып ҡулымдан ҡәләм төшкәне юҡ. Нимә күрәм, шуны гел ҡағыҙға төшөрөп ҡалырға тырыша торғайным. Хәйер, ҡағыҙ ғына түгел, ҡул аҫтында нимә бар, шуның менән, хатта автобустың боҙло тәҙрәләренә, ҡомло ярҙа таяҡ менән рәсемдәр ҡалдыра инем. Һәләтемде күреп, ата-әсәйем һынлы сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирҙе. Аҙаҡ юғары уҡыу йортонда уҡыуымды дауам иттем.

– Ә ни өсөн ҡомло анимация техникаһын һайланығыҙ?

– Ҡомло анимация – ул минең бөтә хыялдарымды тормошҡа ашыра торған сәнғәт төрө. Сөнки бәләкәй саҡтан уҡ төрлө ваҡиғалар тураһында комикстар төшөрөргә яраттым. Йәнһүрәттәр төшөрөү хыял булып ҡына ҡала әлегә. Уның ҡарауы, ҡомло анимация техникаһы ярҙамында тамашасыға төрлө тарих “һөйләй” алам. Үҙем – автор, үҙем – режиссер, шәп бит! Тағы ла мәктәптә уҡыған саҡта уҡ сәхнәне үҙ иттем. Спектаклдәрҙә, төрлө мәҙәни сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша торғайным. Әле лә сәхнәгә сығам, тик һүрәттәрем аша тарих һөйләр өсөн. Сәхнә йәшәү дәрте, ҡомар бирә. Ә тамашасыларҙың илһамланып янған ҡараштары минең өсөн – иң ҙур комплимент. Шуны ла әйтеп китеү урынлылыр, ҡом – ул ер, йәшәү сығанағын символлаштырған элемент. Уны ҡулға алыу менән, ер, кешелек, тәбиғәт тураһында уйҙар, яңы идеялар тыуа.

– Һеҙ, ғәҙәттә, сәхнәлә музыкаға ҡушылып ижад итәһегеҙ. Ә үҙегеҙ ниндәй музыкаға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Тыныс көйҙәрҙе үҙ итәм йәки бүлмәлә бөтөнләй тыныслыҡ булыуын хуп күрәм. Бер ниндәй тауыш булмағанда, фантазиялар ҙа сағыуыраҡ, баҙығыраҡ. Уйҙар ҙа таҙараҡ, тип әйтәйемме икән...

– Тамашасылар һеҙҙең ижадығыҙҙы нисек ҡабул итә?

– Был һорауҙы уларҙың үҙҙәренә биреү дөрөҫөрәктер.

– Киләсәккә пландарығыҙ ҙа барҙыр?

– Алға ҡуйған маҡсаттар ҙур, тик ваҡыт етмәй. Тәүлектә 25 сәғәт булған хәлдә лә, өлгөрөү мөмкин түгел. Артабан да тере музыка һәм ҡомло анимацияға ҡоролған концерттар әҙерләйбеҙ. Балалар һәм өлкәндәрҙе ҡом менән һүрәт төшөрөүгә өйрәтеүсе уҡытыу системаһын эшләргә планлаштырғанмын. Тағы ла тамашасыларҙы ижадым менән ҡанатландырып, ҡыуандырып “Ҡомло фантазия” проектын дауам итергә уйлайым.

Эйе, ысынлап та, был мөғжизәле проект йәшәргә тейеш. Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ғәжәпләндереп, һоҡландырып ижад иткән рәссамдарыбыҙ бар. Һынлы сәнғәттең был төрө киләсәктә бик популяр булмаҡсы. Екатеринаға ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен, яңынан-яңы уңышлы проекттар теләйбеҙ.

Миләүшә Уразова

“Тамаша” журналы 2-2017

ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ
ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ
ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ
Автор:
Читайте нас: