-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!

Башҡалар өсөн яҡты нур булыу – кеше ирешә алырлыҡ иң ҙур бәхет. (Феликс Дзержинский). Әлеге ҡанатлы һүҙҙәр буш урында барлыҡҡа килмәгән. Тормошобоҙҙа быға дәлилдәр бихисап. Үҙенең көнкүрешенән, йәшәйешенән ҡәнәғәт булып, бәхетен башҡалар менән бүлешә белеү – кешенең үҙ тормош юлында юғары нөктәгә күтәрелеүе. Әлеге нөктәлә генә һин бәхеттең нимә икәнен тойоп, бүтән кешеләр өсөн дә бәхет өләшә башлайһың. Әгәр ҙә һинең һүҙҙәрең, ғәмәлдәрең, хатта бер йылмайыуың башҡа берәүгә файҙа килтерһә, һин иң бәхетле кеше. Нәҡ әлеге юлдар мәҡәләнең төп геройы, Өфө «Нур» татар дәүләт актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Резида Зарипованы тасуирлай. Яратҡан тамашасылары өсөн яҡты нур булыу уның өсөн ғүмерендә иң ҙур бәхеттәрҙең береһе икән.

Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!
Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!

Резида Зарипова күҙ яуын алырҙай гүзәл тәбиғәтле Ҡариҙел районының Һөйөндөк ауылы ҡыҙы. Ғаиләлә ул бишенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе, туғандары ижад кешеләре түгел. Киреһенсә, уның әсәһе артист һөнәренә икеләнеп ҡарай. Яп-ябай ауыл ҡыҙы нисек итеп республикабыҙ баш ҡалаһының ҙур сәхнәләрендә сығыш яһап, меңләгән тамашасының йөрәген яулаған халыҡ артисы булып китә алған? Бының барыһына ла яҙмыш «ғәйепле» ти ул үҙе. Эйе, актрисаның ғаилә ептәре сәнғәт менән бәйле булмаһа ла, уның алдағы тормош юлына ижад орлоҡтары барыбер бала саҡта уҡ һалына. Ауылдағы, райондағы бер генә сара ла кескәй Резидаһыҙ үтмәй. Ул унда йырлай ҙа, бейей ҙә, тасуири итеп шиғырҙар уҡый, ҡайһы ваҡыт сараларҙы үҙе лә алып бара. Кесе йәштән үк ул шулай итеп сәхнә тормошона үҙе лә һиҙмәҫтән әсир ителә. Әсәһе Рәйсә апай менән атаһы Фидай ағай йыр-моңға оҫта булалар. «Атайымдың көр тауышы менән татар көйҙәрен һуҙып тыуған ауылым урамдарын әйләнеүе әле һаман да ҡолаҡ төбөндә яңғырай», – тип белдерә Резида ханым.

Буласаҡ актрисаның ижади күңелен, характерын формалаштырыусылар араһында шулай уҡ башҡа шәхестәр ҙә була. Улар араһында халҡыбыҙҙың киң танылған йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Нажия Аллаярова, Ғүмәр Әбделмәнов, Шамил Хәмәҙинуров, Нурия Ирсаева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Фидан Ғафаров, Ләлә Муллабаева һәм, әлбиттә, легендар актриса, 90 йәшендә «Нур» театры сәхнәһендә әле лә хеҙмәт итеүсе Сәүиә Сираева.

Беренсе ҡарашҡа, Резида Фидай ҡыҙының тормош юлы бала саҡтан уҡ юралған кеүек тойола. Әммә барыһы ла улай еңел булып сыҡмай шул. Яҙмыш, артистка булам, тип янған ҡыҙҙы бихисап һынауҙар аша үтергә мәжбүр итә. Ғүмер баҫҡысының иң башында уҡ уға хыялынан бер ситкә тайпылырға тура килә. Ул Өфө техникумының «Механизация учета» бүлегенә уҡырға ҡабул ителә. Бер нисә көн үтеү менән уның алдында йәнә бер һынау тыуа: яңы ғына мәктәп тупһаһын атлап сыҡҡан ҡыҙ үҙенең иң яҡын кешеһен – әсәһен юғалта. Бындай ҙур юғалтыу тормош сатында баҫып торған ҡыҙҙың көкүрешен тамам өҫтөн аҫҡа әйләндерә. Техникумда уҡыу мәсьәләһе шунда уҡ юҡҡа сыға, ул ҡабат ауылына ҡайтып, мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эш башлай. Ләкин күп ваҡыт үтмәй, ун һигеҙ йәшлек Резида тормош дилбегәһен үҙенә тартып, күңеле ҡушҡан юлға баҫа. 1991 йылда «Нур» театры тарафынан иғлан ителгән беренсе махсус татар курсына эләгә. Уҡырға инеү миҙгелен дә иһә ул үҙе яҙмыш ҡушыуы буйынса ти. «Өфөгә мин, ғөмүмән алғанда, уҡытыусы, һатыусы йәки башҡа берәй һөнәр эйәһе булырға тип барҙым. Ижад юлын һайлауға бер ҙә етди ҡарамай инем. Бер мәл бер туған ағайым гәзит тотоп алдыма килеп баҫты ла, бер иғлан күрһәтте. Сәнғәт институты студенттар саҡыра ине. Шунда барып индек, тик беҙҙе татар театрына ебәрҙеләр. Байрас Нәҙим улы менән күрешеп, һөйләшеп, мине әлеге курсҡа уҡырға алдылар. Шуны ла әйтергә кәрәк, мин ун бишенсе уҡыусы булып ҡабул ителдем, бары тик бер урын ҡалған ине», – тип матур иҫтәлектәре менән бүлешә Резида Зарипова.

Әлеге курсҡа республиканың ун биш районынан студенттар йыйыла. Һәр студент үҙенә күрә үҙенсәлекле, йырға-моңға һәләтле, ҙур сәхнә хыялы менән янып торған була. Танылған актер, театр режиссеры Фәрдүнә Ҡасимова һәм «Нур» театрының баш режиссеры Байрас Ибраһимов етәкселеге аҫтында буласаҡ сәхнә оҫталары, бер ҙә ситкә тайпылмайса уҡып, ун бише лә ысын артист булып формалашалар. Итәғәтле, шәфҡәтле, абруйлы уҡытыусылар сәнғәт институты студенттарын профессиональ һөнәр эйәһе итеп кенә түгел, иң элек, тәртипле, кешелекле, татыу бер ғаилә, матурлыҡты һәм яҡтылыҡты күрә белгән шәхестәр итеп тәрбиәләйҙәр. Әлеге курс үҙенсәлекле эксперимент булараҡ тыуа, сөнки ул ваҡытта республикала быға тиклем татар телендә актерҙар бер ҡайҙа ла махсус әҙерләнмәй. Алға китеп әйтһәк, был эксперимент бик уңышлы килеп сыға – сәнғәт институтының «беренсе ҡарлуғастары» әлеге көндә «Нур» театры труппаһының нигеҙен тәшкил итә.

Беренсе ҡарлуғастарҙың ҙур сәхнәгә аҙымдары бик йәшләй һалына. Институтта уҡыуҙың беренсе-икенсе йылдарында уҡ уларҙы күмәк сәхнәләргә ала башлайҙар. Резида Зарипованың беренсе төп роле иһә 1993 йылда Узеир Ғаджибәковтың «Аршин мал алан» спектаклендә Асия образы була. Бер-бер артлы теҙелеп киткән спектаклдәр араһында актриса шулай уҡ Туфан Миңнуллиндың «Ҡулъяулыҡ» спектаклен бик яҡшы хәтерләй. Күренекле яҙыусы был пьесаны махсус ошо курс өсөн айырым ролдәр менән яҙған. Унда Резида Фидай ҡыҙы «Кәпәнә» Диләрә образын кәүҙәләндерә. Нисә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, актриса һаман да ул ролде йөрәк түрендә йөрөтә, сөнки нәҡ ошонда ул әҙәбиәт китаптарында уҡып үҫкән кумиры, яратҡан артисы Сәүиә Сираева менән бер сәхнәлә уйнай. Әйткәндәй, Сәүиә апайҙың «Нур» театрындағы беренсе роле лә нәҡ әлеге спектаклдә була. Легендар актриса әлеге көндә лә тамашасыларҙы яңы ролдәре менән шатландырып, хеҙмәттәштәренә ҙур үрнәк, уҡытыусы булып тора.

30 йылға яҡын бергә иңгә-иң терәп ижад донъяһында ҡайнаған студенттар мәңге өҙөлмәҫ ептәр менән бәйләнгән төҫлө. Һанап бөткөһөҙ репетицияләр, спектаклдәр, гастролдәр, байрамдар, төрлө еңеүҙәр ҙә, ауыр саҡтар ҙа бергә үтелгән. Кисәге төрлө райондарҙан йыйылған курсташтар бөгөн иһә татыу бер ғаиләгә әүерелгән. Әлеге көндә сәнғәт институтын тамамлаған ун биш кешенең алтыһы «Нур» театрында хеҙмәт итә. Улар – Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артистары Рушат Мөҙәрисов, Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллина, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Эльмир Ғәзизуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лияна Хәйертдинова, Айһылыу Ғүмәрова һәм, әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Резида Зарипова.

Резида Зарипова бөгөнгө көндә «Нур» театрының алдынғы артисткаларының береһе, меңләгән тамашасының яратҡан актрисаһы, сәхнәләштәренә хөрмәтле коллега, тормош иптәшенең һөйөклө юлдашы һәм балаларының яғымлы әсәһе. Шәхси тормошона килгәндә, ул үҙенең туғандарына, дуҫтарына, ғаиләһенә бик рәхмәтле. Хәләл ефете Рәсим менән бергә утыҙ йыл ғүмер кисереп, улдары Алмаз һәм ҡыҙҙары Азалияны тәрбиәләйҙәр. Нәҡ ғаилә усағында актриса ҙур таяныс, көс һәм энергия туплай, бында уны һәр саҡ аңлайҙар, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙалар тип ғорурлана. «Өйҙә мине  эштән көтөп тороуҙарына, уй-кисерештәремде уртаҡлашыуҙарына, хәлдәремде белешеп тороуҙарына ни етә?» – тип ҡыуана Резида ханым. Актрисаның ҡыҙы ла әсәһе кеүек ижад юлын һайлаған. Азалияға ун ике генә йәш булһа ла, ул үҙен йырҙа ла, бейеүҙә лә, сәхнә оҫталығында ла һынап ҡараған. Бәләкәй саҡта «Нур» спектаклдәрендә лә тәжрибә туплаған. Мәҫәлән, Ш.Хөсәйеновтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге» драмаһында ул әсәһе башҡарған ролдең ҡыҙын, ә Сәүиә Сираеваның ейәнсәрен уйнай. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул Сәүиә апай менән уртаҡ тел табып, бик матур итеп уйнап, тамашасыларҙың йөрәген яулап өлгөргән дә инде.

Ә инде Резида Зарипованың үҙенең ролдәренә килгәндә, уны тамашасы күберәк шуҡ, шаян, күңелле комедия артисткаһы итеп белә. Уның һәр башҡарған роле лә үҙенә бик тап килә: игелекле һәм бик яғымлы, яҙғы ҡояш кеүек һәр саҡ йылмайып ҡына тора. Юҡҡа ғына тыуған көнө лә йәмле апрель айында түгел шул! Комедия жанрына килгәндә, актриса үҙе былай ти: «Көлкөнө лә халыҡ күңеленә еткереү еңел түгел. Комедияны махсус комедия итеп уйнайым тиһәң, бер ҡасан да уңышлы килеп сыҡмай, сөнки был кешенең бар булмышынан тора. Һинең үҙеңдә юмор хисе булырға тейеш, быны махсус рәүештә тыуҙыра алмайһың. Ә юмор инде ул тормошта бик ярҙам итә. Ҡайһы саҡта ситуациянан көлөп сыға белеү үҙе бер талант».

Ғөмүмән, артистка һәр тыуҙырған образына оло ихтирам, иғтибар менән ҡарай. Актер өсөн һәр яңы роль йөрәк аша үтә, ул уны үҙ балаһылай үҫтерә, нығыта. Ролде оҡшай, оҡшамай тип әйтеүе ҡыйын ти артистка. Бында, әлбиттә, режиссерҙың йоғонтоһо, уның тәжрибәһе бик мөһим. Резида Зарипова ла ижад юлында төрлө режиссерҙар менән эшләп ҡарай. Әммә күңелдә уйылып ҡалған ролдәр кеүек, үҙ иткән режиссерҙар ҙа була. Резида ханымдың сәнғәт баҫҡысында иһә үҙе хеҙмәт иткән театрҙың режиссеры Илдар Вәлиевты айырып әйтергә кәрәк. «Уның менән эшләүе бер үк ваҡытта еңел дә, ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та. Уның спектаклдәрендә уйнау минең өсөн бәхет», – тип ҡыуана актриса. Илдар Иршат улы менән ул үҙен сәхнә оҫтаһы булараҡ ҡына түгел, ҡәләм тибрәтеүсе булараҡ та һынай икән. Сөнки нәҡ ул ҡуйған спектаклдәрҙең береһендә Резида Зарипованың яҙыусылыҡ һәләте асыҡлана. Үҙе инде ул быны күптән белә, ләкин башҡаларға әйтмәй – күңеле ҡушҡанса ғына уй-фекерҙәрен, хис-кисерештәрен ҡағыҙға күсерә. Был һәләте уны тормошта ла ҡотҡармай ҡалмай: студент саҡта әҙәбиәт дәрестәрендә булған буш урындарҙы ул рифма менән ҡаплай, спектаклдә йырҙың йәки шиғырҙың онотолған урындарын тиҙ генә үҙе матурлап ебәрә. Һәм бына бер репетиция барышында,  Илдар Иршат улы ҡушыуынса, өс-дүрт минут эсендә шиғыр тыуҙырып, барыһын да шаҡ ҡатыра. Шул миҙгелдән башлап, күп кенә спектаклдәрҙә уның шиғырҙары, улар өсөн Урал Иҙелбаев тарафынан яҙылған көйҙәр, йырҙар ҡулланыла. Әлеге көндә шундай спектаклдәр һаны репертуарҙа унға яҡын. Ш.Камалдың «Хажи әфәнде өйләнә» музыкаль комедияһында Резида Зарипова шиғырҙарына хатта ун һигеҙ йыр йырлана.

«Нур» театрында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Резида Фидай ҡыҙы дүрт тиҫтәнән артыҡ роль башҡара. Уларҙың барыһы ла тиерлек комедия жанрында ҡуйылған. Киләсәктә ул трагедия спектаклендә тамашасыларҙың йөрәгенә үтерлек берәй образ кәүҙәләндереү тураһында хыяллана. Һәм уның актерлыҡ оҫталығынан сығып ҡараһаҡ, бында ла бер кем дә битараф ҡалмаясаҡ. Үҙ эшен һөйгән, театрға ғашиҡ булған актриса тамашасыны иң ҙур ярҙамсы, алға этәреүсе һәм иң ҡәтғи баһалаусы тип һанай. Яҙ ҡояшылай балҡып, йылмайып торған актриса тормоштан йәм табып, уның яҡтылығын күрә белергә әйҙәй. «Сөнки һәр кеше был донъяға матурлыҡ өсөн, бәхетле булыр өсөн һәм башҡаларҙы ла бәхетле итер өсөн яратылған!» – ти Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы Резида Зарипова.

 

Алина Сабитова

"Тамаша", 3-2024

Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!
Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!
Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!
Матурлыҡ эҙләргә кәрәк был донъяла!
Автор:
Читайте нас: