+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»

Туфан Миңнуллиндың «Һөйәркә»һендә – Хәлил, «Диуана»һында – Нурғәзиз, Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Дәүләтбай, Айгөл Әхмәтғәлиеваның «Ул бит кисә ине» комедияһында – Зөлфәт, Аяз Ғиләжевтең «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә»һендә – Әбүзәр, Арыҫлан Мөбәрәковтың «Бисәкәй»ендә – Ҡылысбай, Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиәһендә – Ғәббәс, Баныу Ҡаһарманованың «Шахтер»ында – Сан-Саныч, Дауыт Юлтыйҙың «Әлимәнең алты йыры»нда – Мостаҡ, Талха Ғиниәтуллиндың «Тау артында ниҙәр бар»ында – Шәйшәрип һәм башҡа әллә күпме онотолғоһоҙ һәм бер-береһен ҡабатламаҫ сағыу образдар тыуҙырған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Вәлиев бар ижади ғүмерен «Сулпан» балалар һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрҙарына бағышлаған.

«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»
«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»

– Әйҙәгеҙ әле, һүҙебеҙҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ. Бәләкәйҙән сәнғәтте яраттығыҙмы?

– Мәктәп йылдарында сәхнәнән төшмәнем, тигәндә лә була. Ҡурай уйнаным, төрлө кисәләрҙе алып барыусы булдым, әммә бер ваҡытта ла, театрҙы һайлармын, артист булырмын, тигән уй булманы. Ҡурай бүлегенә уҡырға инергә хыяллана инем, ҡумыҙҙа ла бик оҫта уйнайым. Ғаиләбеҙҙә лә сәнғәт юлынан китеүселәр юҡ. Әле булһа физика уҡытыусыһы Фәрит Хәйеровҡа рәхмәтем ифрат ҙур. Тап уның кәңәше һәм ярҙамы менән 1997 йылда Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем. «Салауат, һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең. Дауай, артислыҡҡа уҡырға бар. Үҙем Өфөгә алып барам, документтарыңды тапшырып ҡайтырһың», – тигәс, әсәйем менән кәңәшләшеп, Өфөнө яуларға киттек.

– Шунан, яулап булдымы?

– Булды, әлбиттә (йылмая – авт.). Фәрит Барваз улы менән документтарҙы тапшырҙыҡ та Өфө урамдарында йөрөйбөҙ. Ысынлап та, миңә ошо урамдарҙан йөрөргә, тәү ҡарашҡа бик мөһабәт күренгән сәнғәт академияһы бинаһында уҡырға, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында спектаклдәр ҡарарға мөмкин булыр ине, тип эстән генә уйлайым. Ул ваҡытта ошо уйҙар тормошҡа ашмаҫлыҡ кеүек күренгәндер, күрәһең. Аллаға шөкөр, бөтә һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, Фәрдүнә Ҡасимованың төркөмөнә эләгеп, театр бүлегендә уҡый башланым.

– Студент йылдарына килгәндә...

– Улар бик тиҙ үтте һәм ғүмеремдең иң матур осоро булып иҫтә ҡалды. Әле лә бик һағындыра ул йылдар... Курстың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасимова шундай хәстәрлекле, оло йөрәкле, һәр беребеҙгә ярҙам итергә әҙер торған етәксе булды. Уға ысын күңелдән рәхмәт! Ә инде күренекле артистар, уҡытыусыларыбыҙ – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Ләлә Муллабаева кеүек абруйлы шәхестәрҙән һабаҡ алыу үҙе ни тора!

Бергә уҡыған һабаҡташтарымдан да бик уңдым, әле булһа аралашып, бер-беребеҙҙең ижадын күҙәтеп, үҙ баһабыҙҙы, фекеребеҙҙе әйтеп барабыҙ. Өфөлә осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, яйы сыҡҡанда улар уйнаған спектаклдәрҙе ҡарарға тырышам. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рафиҡ Хәсәнов, Резеда Әмәкәсова, Аида Әхмәтова, Сибайҙағы дуҫтарым – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин, Илгиз Әбдрәшитов һәм Вадим Ғилманов менән бергә уҡыныҡ, әле бергә ижад итәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең төркөм Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры өсөн махсус тупланған курс булды.

– Тимәк, хеҙмәт юлығыҙҙы «Сулпан» балалар театрынан башлағанһығыҙ?

– Эйе, 2001 йылда беҙ, бер төркөм йәштәр, ҡулыбыҙға диплом алып, Сибайға килеп төштөк. Һабаҡташтарҙың барыһы ла ошо яҡтан, мин генә алыҫ Салауат районы Лағыр ауылынан. Бер ниндәй туған түгел, хатта таныш кеше лә юҡ. Тәүҙәрәк шул тиклем ҡыйын булды, тыуған яҡтарымды һағындым, һөйләшеүҙәре лә нисектер ҡатыраҡ тойолдо, кешеләре лә икенсерәк кеүек (йылмая – авт.). Аҡрынлап эш башланды, тәүге ролдәр өҫтөндә эшләү, уның һүҙҙәрен ятлау һәм балалар алдына сығыу бар шик-шөбһәне «һә» тигәнсә алып ырғытты. Әле уйлайым да, балалар өсөн уйнау айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап иткән, сөнки улар бар күңелеңде һалмай ғына роль башҡарғаныңды шунда уҡ һиҙеп ҡала, образыңды килештереп уйнамағанды тоя. Уны ҡабул итмәүҙәре лә бар. Йәш тамашасы алдында әҙерлекһеҙ сәхнәгә сығыу дәресен әҙерләмәй килгән уҡыусы менән бер. Шуныһына ҙур рәхмәт: беҙҙе, йәштәрҙе, «Сулпан» балалар театры артистары йылы ҡабул итте: тәжрибәле коллегаларым күңелде төшөрмәй генә кәңәштәрен, режиссерҙар яңы образдар тыуҙырыу мөмкинлеген бирҙе. Үҙем дә тырыш, сәмле булдым: һәр ролем өҫтөндә тәрән уйланып, етди эшләнем.

Репетицияларҙа был образды нисек сығарһам, йәш тамашасы күңе­ленә барып етер икән, тигән уй-борсолоуҙар тынғы бирмәй, геройҙар өҫтөндә лә даими эшләргә тырыштым.

Күп тә үтмәй, Урал менән Вадим Сибай драма театрына күсте. Мине саҡырһалар ҙа, һаман «Сулпан»да эшләүемде дауам иттем. Һәм 2008 йылдан бөгөнгә тиклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында төрлө образдар тыуҙырам, яратҡан эшемдә йөҙөп йөрөп эшләйем.

– Сибай театрына эшкә күскәс, уйнаған тәүге ролегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?

– Әлбиттә! Беренсе эшем әле һаман күңелемдә һаҡлана. Арыҫлан Мөбәрәковтың «Бисәкәй» спектаклендәге Ҡылысбай роле ине ул. Мин тәмәке тартмайым, ә образым гел төрөпкәгә махорка тултырып, сәхнәлә тәмәкеһен төтәтеп йөрөргә тейеш. Репетицияларҙа уйнай торғас, шул тәмәкегә өйрәнеп киттем, ташлап ҡына булһасы... Оҙаҡ ыҙалай торғас, саҡ ташланым.

Ҙур театрҙа эш башлауы ауыр булыр, тигән ниндәйҙер шик тә тыуғайны. Әммә уның абруйлы, талантлы, халыҡсан артистарының кәңәш-ярҙамдары миңә ижад итергә этәргес көс бирҙе. Ул артистар миңә остаз булып әле һаман сәхнә түренән төшмәй, ижад итә. Оҙаҡ йылдар театрҙың художество етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, талантлы режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов, Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары һәм ижадташ дуҫтарым Венер Сөнәғәтов, Урал Зәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, Резеда Сәйфуллина, Вадим Ғилманов менән оҙаҡ йылдар уңышлы ижад итәбеҙ, тамашасыларға рухи байлыҡ өләшәбеҙ.

– Һеҙ уйнаған ролдәрегеҙҙе оҡшаған йә оҡшамаған, ҙур һәм бәләкәй, ыңғай һәм кире образдарға бүләһегеҙме?

– Юҡ! Бер ваҡытта ла ролдәрҙе ҙур һәм бәләкәйгә бүлгәнем юҡ. Артист һәр образды күңеле аша үткәреп, уның кисерештәре менән йәшәп, сабый «тыуҙырған» кеүек тамашасыға сығара, шуға күрә һәр образым миңә ҡәҙерле, яҡын. Сәхнәлә комик йә иһә драматик образды тамашасыға еткерәмме, барыһына ла минең көсөм һалынған, тәжрибәм һәм талантым өҫтәлгән, был геройҙар – тырышлығымдың емеше, хыялымдың бер кескәй өлөшө, тигәндә лә була.

– Хыял тигәндән, хыялланып та әле уйналмаған образдар бармы?

– Әлбиттә. Актер үҙе теләп роль һайлай алмай. Элегерәк сит ил классик әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнарға әлегә йәшерәкмен, тәжрибә самалыраҡ, тип уйланылһа, хәҙер үҙемде бар яҡлап өлгөргән артист тип әйтә алам. Донъя классик драматургияһынан «Дон Жуан»ды, башҡорт драматургияһынан Салауатты уйнау – һәр артистың иң ҙур хыялылыр ул. Икенсеһе бигерәк тә, сөнки үҙем башҡорт халҡының милли батыры Салауат тыуып үҫкән төбәктән. Бала саҡтан рухы күңелемдә йәшәй, исемемде лә уның кеүек батыр һәм ғорур булһын тип ҡушҡандар. Кем белә, бәлки, киләсәктә был образдарҙы ла уйнау бәхете эләгер.

– Салауат, белеүебеҙсә, һеҙ бик матур йырлайһығыҙ ҙа бит әле?

–.Эйе, мин бәләкәйҙән йырларға яратам. Күптән түгел беҙҙең театрҙа«Аҡ кистәр – аҡ хистәр» тип аталған тамаша булды, унда йырлаған һәм бейергә яратҡан артистар тарафынан иҫ киткес концерт үтте, халыҡ йылы ҡабул итте. Минең дә йырлауымды күптәр яңы күреп, үҙҙәре өсөн асыш яһаны шикелле. Мин йырлап ҡына ҡалмайым, үҙем йырҙар ҙа яҙам. Артист кеше бар яҡлап та талантлы булырға, йырларға ла, бейергә тейеш, тигән фекерҙәмен

– Үҙегеҙҙең ғүмерлек тормош йәрегеҙҙе лә Сибайҙа осратҡан­һығыҙ һәм бер театрҙа эшләйһегеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...

– Ысынлап та, Баймаҡ ҡыҙы Ләйсән Хәлим ҡыҙын Сибай ҡалаһында осраттым һәм бер күреүҙән ғашиҡ булдым. 2003 йылда ғаилә ҡорҙоҡ, әле ул бухгалтерияла эшләй. Ике бала үҫтерәбеҙ. Наҙгөл ҡыҙыбыҙ – унынсы, улыбыҙ Айсар туғыҙынсы класта уҡый. Ҡатынымдың мине аңлай белеүе, һәр саҡ ярҙам итеүе, уң ҡулым булыуы ҡыуандыра. Һәр саҡ бергәбеҙ: эштә лә, өйҙә лә.

– Сибайҙан китеү йә булмаһа баш ҡаланы яулау теләге тыуманымы?

– Юҡ, мин Сибай ҡалаһын шул тиклем яраттым. Ошондағы тамашасыларымды яратам, театрым икенсе тыуған йортом кеүек миңә, коллегаларым күптән инде туғандарыма, дуҫтарыма әйләнде. Ҡатыным менән һәр көн Сибай театрына ашҡынып эшкә киләбеҙ, дәртләнеп ҡайтабыҙ. Ошонан да ҙурыраҡ бәхетте ташлап ҡайҙа китергә?! Юҡ, мин Сибайға хыянат итмәйем.

Ғаиләгеҙ менән ҡайҙа булырға яратаһығыҙ?

– Каникул һәм отпуск ваҡытында мотлаҡ тыуған яғыма – йәмле Салауат районына ҡайтырға тырышабыҙ, Йүрүҙәндә һыу инеп, тыуған яғымдың хозурлығына таң ҡалып, илһам һәм дәрт алып киләм. Ғаилә менән бергәләп кино һәм театрға йөрөйбөҙ, сәләмәт тормош алып барабыҙ. Балалар менән коньки шыуыу, саф һауала саңғыла йөрөү күптән инде беҙҙең ғәҙәткә ингән. Ял көнө ҡатыным беҙҙе тәмле аштары менән һыйларға ярата. Шулай уҡ тәбиғәткә сығыу, республикабыҙҙың хозур һәм иҫтәлекле урындарында булыу ҙа беҙҙең ғаилә өсөн хас күренеш.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Ижади эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Кәримә УСМАНОВА

Сибай ҡалаһы.

Фотолар Салауат Вәлиевтың шәхси архивынан алынды

"Тамаша", 1-2023

«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»
«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»
«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»
«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»
«Һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең...»
Автор:
Читайте нас: