-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу оҡшай

Бөгөн йырсылар күп. Әммә халыҡтың күңеленә ҡабатланғыһыҙ моңдары, үҙенсәлекле тауыштары менән үтеп ингәндәре, ихтирам яулағандары һирәк. Шундайҙарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йыр-моң конкурстары лауреаты Рәмил Париж улы Туйсин. Эйе, уны күптәр йырсы итеп таный. Ысынында ул юғары белемле музыкант, педагог, ҡурайсы. Ауылдашы булараҡ, мин Рәмил Париж улының сәсән телле, тәрән фекерле шәхес икәнен дә беләм. Бындай ҡырҡ ҡырлы, күп яҡлы һәләт бөтә кешегә лә бирелмәй, тип әйтер инем. Бөгөнгө әңгәмәм тап уның менән.

Үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу оҡшай
Үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу оҡшай

– Рәмил Париж улы, сәнғәт донъяһына нисек килеп юлыҡтығыҙ?

– Сәнғәт юлын үҙем һайламаным, ул нәҫелдән, башҡорт халҡының сәсәнлегенән, уның тарихын белеүҙән – бик төптән килә. 6-сы класҡа Өфөләге урта махсус музыка мәктәбенә уҡырға алдылар. Элек райондарға сығып, махсус рәүештә һәләтле балаларҙы баш ҡала мәктәбенә йыя торғайнылар. Йырлатып ҡаранылар. «Илсе Ғайса» йырын ишеттерҙем. Ул йырҙы ла аңлы рәүештә өйрәнмәгәнмен, халыҡтың сәсәнлеге ҡандан күсәлер, күрәһең, сөнки, туҡта, ошо йырҙы өйрәнәйем, тип, тыңлап ултырмағанмын бит инде. 8-се класҡа тиклем тынлы ҡоралдар бүлегендә уҡыным. Тромбон класы буйынса уҡытыусым икенсе эшкә күсеү сәбәпле, уҡытыусыһыҙ тороп ҡалдым. Беҙҙе сәнғәт институтына әҙерләйҙәр ине. Ҡалған ике йылда яңы инструментҡа ултырып өлгөрә алмаҫымды белдем һәм Баймаҡ интернат-мәктәбенә ҡайтырға мәжбүр булдым. Бында иһә музыка мәктәбен параллель уҡып бөттөм. Уҡытыусым булманы, сөнки баш ҡаланан әҙер ҡайтҡайным. Өфөлә лә ҡурай өҫтәмә дәрес һанала ине, әммә Юлай Ғәйнетдинов милли музыка ҡоралыбыҙ буйынса түңәрәк тә алып барҙы. Ҡурайҙы, ҡурай сәнғәтенең төп өлөшөн өйрәнеп, «Һорнай» тип аталған балалар ҡурай ансамбле менән төрлө сараларҙа ҡатнашып, республика телевидениеһы аша сығыш яһағандай кимәлгә еткәйнек. Роберт Юлдашев, мәҫәлән, шул мәктәп ҡурайсыларының береһе. Музыка мәктәбенә тиклем ҡурайҙа уйнай белмәнем, әммә уның сихри моңона ғашиҡ инем, радио аша тыңлап, ҡурайҙы сихри мөғжизә һымаҡ ҡабул итә инем. Уйнарға өйрәнеп ҡараным, әлбиттә, үлән ҡурайҙың башын ашап бөттөм дә, өйрәтеүсе остаз юҡлыҡтан туҡтаттым. Өфөгә барғас, математика уҡытыусыһы – Юлай Ишбулды улы остазыма әйләнде, буласаҡ һөнәрем буйынса тынлы инструменттар класында уҡыу менән бер рәттән ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм.

– Шуға күрә лә шикләнмәйенсә, артабан сәнғәт юлынан киттегеҙме?

– Һөнәр һайлау буйынса шулай ҙа икеләнеүҙәр булып алды, сөнки башҡорт әҙәбиәтенә лә һөйөү көслө булды (әле лә һүрелмәгән ул тойғо!), шиғырҙар яҙа инем. Уҡытыусым башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһына алып барҙы. Баймаҡта ла, республика буйынса ла беренсе урын алдым. Бәйгенең шарты буйынса БДУ-ның филология факультетына имтиханһыҙ алырға тейештәр ине. Ҡайһы йүнәлеште һайларға: сәнғәтме, әҙәбиәтме? Яҙмыш үҙенсә хәл итте: унды бөткәс тә әрме хеҙмәтенә алдылар. Өс йыл Төньяҡ флотында һыу аҫты кәмәләре гарнизонында хеҙмәт иттем. Латвияның Лиепая ҡалаһында учебкала саҡта оркестрҙа уйнаным, һуңынан утрауҙағы гарнизонға килгәс, музыка ситкә күсте, матрос хеҙмәте беренсе урынға сыҡты. Учебкала саҡта һыу аҫты кәмәһенең юғары баҫымға тәғәйенләнгән май үткәргес торбаһын ҡырҡып алып, ҡурай эшләп уйнап йөрөнөм. Был да ана шул тарихты белеүҙән килә: китаптарға яҙылмаһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Сарбаевтарҙың күктән бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының еҙ көпшәһенән ҡурай эшләп уйнап йөрөгәндәрен ишетеп беләбеҙ бит, үҙемсә шул тарихты ҡабатланым. Армиянан ҡайтыуым Бөрйән ырыуы йыйындары башланған мәлгә тура килде, улар тәүҙә Баймаҡ районында булды, шунан Бөрйәндә дауам итте. Сәхнәгә сығып, ҡурай уйнап, «Урал»ды йырлап ебәргәйнем, сығышымдан һуң эргәмә бер ағай килде: «Мин Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы вәкиле булам. Быйыл беҙҙә музыка белгестәре әҙерләүсе бүлек асыла, һине шунда саҡырам», – тине. Аҙаҡ белдем, Вәкил Исмәғил улы Хажин булып сыҡты ул кеше. Ысынлап та, һүҙендә торҙо, имтихандарға килгәйнем, сентябрҙә уҡырға килерһең, тип ҡайтарып ебәрҙе. Шулай итеп музыка бүлегендә уҡый башланым. Ике юғары белемем бар: музыка уҡытыусыһы һәм ҡурай класы буйынса белгес.

– Вокал буйынса ла Айнур Әминевтың, Азат Исҡужиндың концерттарын ойошторҙоғоҙ. Башҡортостандың 100 йыллығына «Башҡорт халҡының 100 йыры» дискыһын әҙерләнегеҙ. Бының өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булдығыҙ. Һеҙ идеялы кеше. Моғайын, тағы изге ниәттәрегеҙ барҙыр?

– Эйе, идеялар бар. Уҙған йыл «Йырлы тарих» тигән экспедиция башланым. Башҡорт халыҡ йырҙары ижад ителгән, ошо йырҙарҙы йырлаған шәхестәр йәшәгән урындарға барып, йырсылар менән йырҙы, тарихты өйрәнеп, халыҡҡа еткереү теләгем ҙур.

– Күптән түгел Сибайҙа ир-егеттәр ансамбле ойоштороп ебәреүсе лә һеҙ бит әле?

– Ҡала етәкселеге мөрәжәғәте менән ансамбль тупланым. Иғлан да биреп торманым, таныштарым араһынан иң рухлы егеттәрҙе йыйҙым. Үҙҙәренең, бәлки, музыкаль белеме лә юҡтыр, әммә уларҙан рух, энергетика бөркөлөп торорға тейеш. Тәү маҡсат – махсус операциялағы егеттәргә рухи аҙыҡ булдырыу, уларҙы күтәрмәләү йәһәтенән илһөйәрлек тойғоһо һалынған йырҙарҙы башҡарыу. Филармонияла эшләгән саҡта уҡ йырсыларҙы төрлө тауышҡа һалып йырлатыу йүнәлешен алғайным. Ошо юҫыҡта эшләргә уй бар. Әлегә ансамблдең атамаһы юҡ. Тәүҙә эш күрһәтергә, үҫешергә кәрәк. Исем генә биҙәргә тейеш түгел ансамблде.

Һеҙ ЗАГС-та туй тантаналарын биҙәүсе лә?

– Эйе. ЗАГС-тың әлеге бинаһы булдырылғас, йәғни 1994 йылдарҙа, унда яңыса никах теркәргә булып киттеләр. Шул мәлдән алып бер сценарий буйынса эшләп киләм. Кешегә оҡшай, ялҡытмай ҙа. Өҫтәлмә эш итеп кенә башлағайным, ниндәйҙер кимәлдә вазифаға әйләнде лә китте. Мин – ЗАГС-һыҙ, ул минһеҙ йәшәй ҙә алмай шикелле. Әйткәндәй, хәҙер тамадалар күп, хатта иң беренсе мин башланым тип бәхәсләшәләр. Ә мин 90-сы йылдар башында уҡ баян ҡосаҡлап туй мәжлестәренә бара инем. Ул ваҡытта тамадамын тигән кеше лә осрамай торғайны. Ҡайҙан килеп сыҡтымы? Бер дуҫым Үзбәкстандан ҡайтты ла шул тарафтарҙа музыканттарҙың байрам сараларын биҙәүен әйтте, үҙе русса сығыш яһай ине. Шунда мәжлестәрҙе башҡортса алып барыу идеяһы килеп сыҡты миндә. Ул ваҡытта компьютер юҡ, ауырыраҡ ине. Әйткәндәй, тамадалар шул тиклем күбәйҙе, ҡайһы берәүҙәренең сифаты аҡһай. Тамада ла үҙенә күрә һөнәр ул. 5-6 сәғәт халыҡтың «көй»өн тота белергә, уларға ярарға кәрәк, бының өсөн һин уларҙан бер башҡа юғарыраҡ профессиональ булыуың шарт. Халыҡты ялҡытмау, уларҙың йәшенә тура килеү, менталитетын тойоу, сама белеү, һиҙемләү һәм бәйләнеш тотоу бик мөһим. Тағы шуны әйтер инем: халыҡ араһында таланттар күп. Уларҙан бик күпте өйрәнәм, алам, камиллаштырам һәм сәхнәгә сығарам.

Ижадығыҙға, башҡарған йырҙарығыҙға ҡарағанда һеҙ төплө фекерле, етди кеше. Тормошта шаян, мәрәкәсел әңгәмәсе. Ә ысынында һеҙ ниндәй? Үҙегеҙгә ниндәй ҡылыҡһырламабирер инегеҙ?

– Ҡайҙалыр уҡығайным, хәҙер теүәл генә иҫләп тә етмәйемдер инде. Мәғәнәһе ошолайыраҡ: иң етди кеше – ул күңелендә юмор йөрөтөүсе. Юмор тигәс тә, сейле-бешле, мәғәнәһеҙ булһа, ҡыҙығы юҡ уның. Шаяртыуҙың да «тоҙо» булырға тейеш. Юморға байлыҡ та нәҫелдән килә миңә. Атайыбыҙ шундай ине. Шуғалыр тел «ҡысый» ҙа тора инде.

– Тормошта ҡыҙыҡ хәлдәргә йыш тарыйһығыҙмы, әллә күңелһеҙҙәренәме?

– Аныҡ ҡына әйтә алмайым. Башы мажаранан сыҡмаған кешеләр була, улар бер айырым сорт бит ул.

– Иң бошондорғаны, күңелегеҙҙе ҡырғаны нимә?

– Минең уйлауымса, һәр өлкәлә, һәр тармаҡта үҙ профессияһын яҡшы белгән, үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр эшләргә тейеш. Осраҡлы килеп эләккән, эш рәтен белмәгән кешеләр минең маҙама тейә.

– Үкенестәрегеҙ бармы? Яңынан тормошто башлау мөмкинлеге бирһәләр, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

– Юҡ, үҙгәртмәҫ инем. Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙ юлын үҙе һала һәм уны нисек бар шулай ҡабул итергә кәрәктер. Шулай ҙа йәш саҡта, мөмкинлек булғанда күберәк ғилем алмағанмын икән, тип уйлап ҡуям. Әле миңә музыка мәктәбендә алған белемем ныҡ ярҙам итә. Әгәр шунан һуң нығыраҡ ошо донъяға сумһам, белем эстәһәм һәм камиллашһам, кем белә, бәлки, симфониялар, ҙурыраҡ әҫәрҙәр ҙә яҙыр инем. Әле дәрт бар, әммә ғилем етеңкерәмәй. Шуға йәштәргә әйтер теләгем шул: ғилем алығыҙ, йәш саҡта хәтер ҙә яҡшыраҡ, дәрт тә күп, мөмкинлек тә бар.

– Күңелегеҙгә ял биргән берәй шөғөл бармы? Ялдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?

– Балыҡ тоторға яратам. Һуңғы осорҙа ваҡытым шул тиклем тығыҙ. Быйыл ике тапҡыр ғына барҙым. Мин иң ҙур балыҡты эләктерәм тип тә бармайым, әммә шартына килтереп әҙерләнәм, сәмләнеп тә тотам, әммә үҙем балыҡты таҙартмайым да, ашамайым да, туғандарға, таныштарға таратам. Башлыса Яйыҡ (Урал) йылғаһына – Ырымбур яғына йөрөйөм. Йылға буйында ҡуна ҡалып, усаҡ яғып, шунда ҡурай уйнап, элекке башҡорт ерҙәрен туған моңға сорнамаһам, күңелем ҡанмай. Йыш ҡына балыҡҡа рәссам Руслан Хәйризаман улы Бикбаев менән барам. Ул минән күпкә оло. Әммә күңел һәм рух буйынса беҙ уның менән ҡорҙаш.

Әгәр әкиәттәгеләй алтын балыҡ эләкһә, ниндәй өс теләкте үтәүен һорар инегеҙ?

– Йорт-илгә – тыныслыҡ, туғандарға – иҫәнлек, һаулыҡ, милләтебеҙҙең сәскә атыуын теләр инем.

Шәүрә ҡыҙығыҙ журналистика буйынса китте, шиғыр яҙыуы һеҙҙән килгән һәләт икәнен беләбеҙ. Ә улығыҙ Буранбай ниндәй? Кем булыр икән? Йырлаймы? Сәнғәткә ынтылыш бармы?

– Буранбай бик етди малай инде ул. Этномузыка менән ҡыҙыҡһына, әммә ул телдәргә иғтибарлы. Төрөксә йырҙар тыңлай, ғәрәп, төрөк телдәрен, хатта уларҙың тарихын өйрәнә.

Күптәр Өфөгә юл ала... һеҙҙең баш ҡалаға китеү теләге юҡмы?

– Юҡ, ҙур ҡалаларҙы өнәмәйем. Мин – өй кешеһе, тыныслыҡ яратам. Өфөгә барһам, арып ҡайтам. Миңә үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу нығыраҡ оҡшай.

Һәр кеше, моғайын, йәшәй-йәшәй аҡыллыраҡ, аңлыраҡ, етдирәк була баралыр, тормошҡа ҡарашы ла үҙгәрәлер? Нисек уйлайһығыҙ?

– Ниндәйҙер кимәлдә шулай. Таш йөрөй-йөрөй шымара тигән һымаҡ, кеше йәшәй-йәшәй күпкә өйрәнә. Әммә алтылағы – алтмышта. Кешенең үҙенән тора. Йылдар ғына кешегә олпатлыҡ өҫтәмәй ул.

Йөрәк ҡартаймай, тиҙәр... Үҙегеҙҙе нисә йәшлек итеп хис итәһегеҙ?

– Мин йәшемде алып йөрөмәйем. Күптәр шулайҙыр, моғайын. Күңел менән һиҙмәйем дә, әммә аҡыл менән үҙ йәшемә лайыҡ булырға тырышам. Элек ололар: «Күңел ҡартаймай», – тиһә аптырай инем, ә хәҙер аңлайым. Ысынлап та, шулай. Тимәк, йән – мәңгелек. Кешелә бала аҡылы, йәшлек дыуамаллығы барыбер һаҡлана. Бер шиғырҙағыса: Тән ҡартайҙы. Ә күңел менән йөрәк һәм йырҙарым ҡалды шул килеш.

Рәмил ағай, беҙ белеүебеҙсә, һеҙ идеялы, тәрән фекерле шәхес. Киләсәктә лә милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерерҙәй проекттарығыҙ булып торор һәм ул юғары уңыштарға өлгәшер, тигән ышаныстабыҙ. Һеҙгә рәхмәт белдереп, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

 

Резеда Усманова

Үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу оҡшай
Үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу оҡшай
Автор:
Читайте нас: