+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Артистар тормошонан

Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова:

Артистар тормошонан
Артистар тормошонан

– 1992 йылда Ғәзим Шафиҡовтың “Ҡорбан килтереү” әҫәрен ҡуябыҙ. Бер сәхнәлә Фирҙәт Ғәлиевтең персонажы мине, аҫрау ҡыҙҙы, атып үлтерә. Ул атҡандан һуң мин йығылам да сәхнәлә ҡараңғылыҡ урынлаша, мин, үлгән булараҡ, шул арала һиҙҙермәй генә сәхнә артына сығып китергә тейеш.

Ут һүнде. Фирҙәт сығып китте. Мин йығылған еремдән тороп ултырҙым да яйлап ҡына сығып барам. Күп ер үттем, сығып еткәнмендер, тип уйлайым. Ҡап-ҡараңғы булғас, бер ни күренмәй. Сүкәйҙем дә, ут ҡабынғас, сәхнә артында ултырғысҡа барып ултырырмын, тием. Ут биргәйнеләр, саҡ йығылып китмәнем, сәхнәнең ситенә килеп тороп ултырғанмын! Тамашасы миңә, сүкәйеп ултырған кешегә, ҡул саба башламаһынмы? Ә мин бит үлгәйнем! Йә инде, баҫып тороп, баш эйҙем дә, сығып китергә тура килде инде...

Тағы бер хәл. Уныһы беҙҙең көндәрҙә, сәхнәлә уттарҙың гөрләп янып торған сағында булды. “Ханума” спектаклен ҡуябыҙ (премье­раһы 2016 йылда үтте). Коте ролендә йәш актер Вадим Ҡылысов, Кабато (мин, Альбина Кашанова) һәм Микич Котрянцтан (Илсур Хәбиров) килеп, уның ҡыҙы Сонаның ҡулын һорау сәхнәһе. Текст буйынса, Коте: “Микич Нарциссович, ҡыҙығыҙ Сонаның ҡулын һорайым”, – тип әйтергә тейеш. Ләкин ул тулҡынланып: “Микич Нарциссович, һеҙҙең ҡулығыҙҙы һорайым”, – ти... Беҙ бөтәбеҙ аптырашта ҡалдыҡ. Илсур Сәғит улы ситуацияны төҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алды ла: “Нимә?” – тип уҫалыраҡ итеп һораны, сөнки барыбыҙҙың да көлкө килә, тик көлөргә ярамай. Вадим, үҙенең яңылыш әйткәнен аңлап етмәгәнмелер, тағы шундай уҡ тәҡдим яһаны. Илсур Хәбиров иһә, көлөүҙән үҙен тыйыр өсөн, сүгәләй башланы. Халыҡ рәхәтләнеп көлә, тик улар беҙҙең яңылышып торғанды аңламай көлә. Илсурҙың физзарядка эшләй башлауынан ғына Вадим Ҡылысов аңлап ҡалды ла: “Микич Нарциссович, ҡыҙығыҙ Сонаның ҡулын һорайым”, – тип беҙҙең оҙаҡ көткән һөйләмде әйтеп, спектакль үҙ ағышында дауам итте.

Автор:
Читайте нас: