+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яуҙа ла йыр-моңдан айырылмай

Милләтебеҙ күп яуҙар күргән. Әммә ҡайҙа ғына булһа ла йыр-моңдан айырылмаған. Бының хаҡлығын Украиналағы махсус хәрби операциялағы егеттәр ҙә дәлилләй.

Яуҙа ла йыр-моңдан айырылмай
Яуҙа ла йыр-моңдан айырылмай

Билдәле булыуынса, махсус хәрби операция башланғас, Сибай концерт-театр берекмәһенән бик күп егеттәр мобилизацияға эләкте. Улар араһында музыкант Радик Далхин да бар. Май айында ялға ҡайтҡанында уның менән бер аҙ һөйләшеү мөмкинлеге булды.

– Мин ижади бригадала хеҙмәт итәм. Яугирҙарҙы әхлаҡи-психологик яҡтан күтәрмәләп, уларға концерт ҡуябыҙ. Башҡортса аңламаған егеттәр ҙә башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Моңдоң милләте юҡ, ул һәр кемгә аңлашылған тел. Ул һәр кемде матурлыҡҡа, татыулыҡҡа саҡыра. Бөгөн күптәр дини юлға баҫһа, музыка хәрәм ти башлай. Юҡ, ул бит насарлыҡҡа өндәмәй. Мин үҙем намаҙ ҙа уҡыйым, музыканан да айырылмайым, – ти Радик.

Радик Далхин – Хәйбулла егете. Аҡъярҙа 9-сы класты тамамлағас, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының тын һәм һуҡма инструменттар бүлегенә уҡырға инә һәм туба музыка ҡоралында уйнау нескәлектәрен өйрәнә. Артабан әрме хеҙмәте осоронда Мәскәү эргәһендәге частә хәрби оркестрҙа уйнай. Ваҡытында гитарала уйнап, сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаған егет Өфөлә сәнғәт академияһында уҡып, юғары белемле музыкант кимәленә күтәрелә.

– Уҡыуҙы тамамлағас, Аҡъярҙа Й.Иҫәнбаев исемендәге музыка мәктәбендә эшләнем. Концерттарҙа, ижади кисәләрҙә ҡатнаштым, сараларҙы музыкаль йәһәттән биҙәнем. Ғөмүмән, миңә музыкаға һөйөү бала саҡтан килә. Атайым һөнәре буйынса водитель булһа ла гармунда, ҡурайҙа оҫта уйнай ине. Әсәйебеҙ һөнәре буйынса агроном, ләкин ул да сәнғәткә ғашиҡ. Уның һеңлеһе, ағаһы ла баянда уйнай. Бала саҡта йыш ҡына Иҫәнгилде ауылында ҡартәсәйҙә була инек, тауға менеп, ҡурай өҙөп алып, шул үлән ҡурайҙа уйнай инек. Мәктәптә уҡыған саҡта билдәле музыкант Юлай Асҡаров етәкләгән түңәрәккә лә йөрөнөм. Төрлө конкурстарға, сараларға барып сығыш яһай торғайныҡ, – ти Радик Кәрим улы.

Инештәре Хәйбуллала булған «Дәрүиш-хан», «Рух» төркөмдәре рухи этәргес биргәндер Радикҡа. Ул бөгөн күп кенә йырҙар авторы булараҡ та билдәле. Сибай концерт-театр берекмәһенә музыкант булып эшкә килгәс, репертуары тағы ла тулылана. Әле күп кенә йырҙарын коллегаһы, яуҙашы Фларид Бирғәлин, коллегаһы Рөстәм Хәсәнов, «Тархан» төркөмө һәм башҡалар башҡара.

– 4-се класта уҡығанда ғына атайһыҙ ҡалдым, ул мәрхүм булды. Ағайым менән икебеҙҙе әсәйебеҙ матур итеп тәрбиәләне. Миңә музыка менән шөғөлләнергә ирек бирә ине, әллә ҡулдарымды ла йәлләнеме, тәүҙә үтә эш тә ҡушмай ине. Үҫә бара әсәйгә ярҙам итергә кәрәклеген аңланым. Әле әсәйемә оло рәхмәтлемен! Ул шул тиклем мәрхәмәтле, оло йөрәкле, аҡыллы, кешелекле. Хәҙер ялға ҡайтҡанда ла уның янына ашығам, яҡындарҙы йыйып, табын ҡороп, доғалар уҡытып ҡала. Милләттәштәремде доғаларҙан айырылмаҫҡа, иманға килергә, айыҡ аҡыл менән йәшәргә, тарихты белергә, үҙ милләтеңде яратырға, үҙ телеңдә һөйләшергә өндәр инем. Беҙ яу яланында ла ғибәҙәт ҡылабыҙ. Ауыр саҡта ғына түгел, тыныс, матур йәшәгәндә лә Аллаһҡа рәхмәтле була белергә кәрәк тип иҫәпләйем, – ти Радик.

Музыкант менән әңгәмәләшкәндә Башҡортостан егеттәре хаҡында ла һораштыҡ. Радик башҡорт егеттәренең ихлас һәм ҡыйыу булыуҙары менән айырылып тороуҙарын белдерҙе һәм төрлө милләт яу яланында бер ғаиләләй дуҫ булыуын әйтте.

Әйткәндәй, Радик Далхинға быйыл апрель айында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелгәйне. Талантлы егеттең имен-һау ҡайтып, беҙҙе илаһи моңдары, матур йырҙары менән ҡыуандырыуын дауам итеүен теләйбеҙ!

Резеда Усманова.

"Тамаша" журналы, №3-2024

Автор:
Читайте нас: