-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕЙЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ…

Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән “Ирәндек” бейеү ансамбленә 1983 йылда нигеҙ һалына. Заманында гөрләп эшләгән коллектив ил кимәлендәге фольклор фестивалдәрендә, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша, Бельгияла, Германияла, Италияла гастролдәрҙә була. 1989 йылда “халыҡ” исемен алған бейеү ансамбле бөгөн дә эшләүен дауам итә.

БЕЙЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ…
БЕЙЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ…

Һеҙ һүрәттә күргән матур, дәртле егет бөгөн ансамблде етәкләй. Наил Шәйәхмәтов—Баймаҡ егете. Ҡаланың 1-се мәктәбендә белем ала. 9-сы кластан һуң, Сибай педагогия колледжының технология факультетында уҡый.

--Атайым Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан, әсәйем сығышы менән Әбйәлил районы Балапан ауылынан. Уларҙың икеһе лә бейемәй. Миндә бейеүгә дәрт ҡайҙан килеп сыҡҡандыр—үҙем дә белмәйем. 1-се мәктәптә уҡыған саҡта класс етәксем, тарих уҡытыусыһы Рәсимә Хөрмәт ҡыҙы Ибраһимова мине халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән бейеү түңәрәгенә алып барҙы. Динислам Исҡужиндың ҡул аҫтында бейей башлағас, бейеү донъяһына “әсирлеккә” эләктем. Педагогия колледжына килгәс тә Нияз Байегетов етәкләгән “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә шөғөлләндем. Ҡулыма диплом алғас, үҙ һөнәрем буйынса эшләмәнем. Мине 2012 йылда Халыҡ ижады үҙәгенең ул саҡтағы директоры Гөлназ Йыһаншина эшкә саҡырҙы. Ә 2022 йылда ансамблгә етәксе итеп ҡуйҙылар. Әле коллективта 8 пар бейей. Улар араһында студенттар, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре бар. Аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәбеҙ, берәй конкурс, йә сараға әҙерләнһәк, репетициялар йышая,--ти Наил Әғзәм улы.

Бөгөн дә “Ирәндек” уңыштар яулауын дауам итә. Ансамблдең йәш бейеүселәре Салауат Ғүмәров (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенты), Айлина Баязитова (11-се класс уҡыусыһы) “Байыҡ” телевизион конкурсында призлы урындар яулаған. Яңыраҡ коллектив бейеү менән Магнитогорскиҙа үткән халыҡ-ара конкурста Гран-при яулағандар. Һанай китһәң, уңыштары бик күп “Ирәндек”тәрҙең…

Ансамблдең йәш етәксеһе Наилде баймаҡтар бейеүсе итеп кенә түгел, ҡул эше оҫтаһы итеп тә белә.

Ул бер тауарын да рекламаламай, кеше бер-береһенән ишетеп уға заказ бирә.

Наил Шәйәхмәтов тураһында ҡыҙыҡ мәҡәләне журналдың яңы июнь һанында уҡырһығыҙ.

БЕЙЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ…
БЕЙЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ…
БЕЙЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ…
Автор:
Читайте нас: