+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йыр менән, Еңеүгә табан

Сибай концерт-театр берекмәһенең вокал артисы, әлеге көндә алғы һыҙыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Фларид Бирғәлинды «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Ижади уңыштар, хәрби хеҙмәтендә еңеллек, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге, тыныс, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

Йыр менән, Еңеүгә табан
Йыр менән, Еңеүгә табан

Яу яланында, шартлау тауыштары тынып торған саҡта, йыр айырыуса аһәңле яңғырай. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә, йыр – кешенең мәңгелек юлдашы. Йәнде иҙгән ауыр хәлдәрҙә кеше йыр-моңға бигерәк тә мохтаж. Илебеҙҙә, махсус хәрби операция башланып, мобилизация иғлан ителгәс, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән егеттәр менән бергә, Фларид Бирғәлинға ла повестка килә. «Ил саҡырғас, яуға китте Башҡортостан улдары» тип, йырҙа йырланғанса, хәрби тормош ят түгел әрме сафын уҙған егеттәргә. Ҡазан ҡалаһында бер ай «учебка»ла булып, әҙерлек үтеп, уҡығандан һуң, Фларидты ла, башҡа егеттәр менән бергә, Ростов өлкәһенә ебәрәләр. Унда бер ни тиклем хәрби әҙерлек үткәндән һуң, әҙерлек аҙағына аҙна-ун көн ваҡыт ҡалып, Луганск тарафтарына оҙатылырға йөрөгән мәлдә, Мәскәүҙән, Илнур Сәфәров, Әлфир Заманов һәм Фларид Бирғәлинды ижади фронт бригадаһына индереү хаҡында телеграмма килеп төшә. Мобилизацияланған һалдаттар араһындағы артистарҙы йыйып, ошондай ижади төркөмдәр ойошторалар икән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, нәҡ рухи таяныс булдырыу маҡсатында, дүрт меңгә яҡын ижади фронт бригадаһы эшләгән. Фларидтың һөйләүе буйынса: «Әлеге ваҡытта МХО майҙанында эшләү өсөн дүрт рәсми бригада ойошторолған. Мин шуларҙың беренсеһенә эләктем. 2022 йылдың ноябрендә беҙҙең бригаданы Херсон яғынан махсус хәрби операция зонаһына индерҙеләр. Беҙ бөтә фронт һыҙығы буйлап, һалдаттарға рухи таяныс булып, концерттар менән йөрөй башланыҡ. «Ни тиклем мөһим эш башҡарылғанын аңлар өсөн, һуғыш яланында, һалдаттар менән бергә, барыһын да кисерергә, йәнең, тәнең менән бергә булырға кәрәк. Моң, йыр менән һалдаттарҙың күңелен асып, кәйефен күтәреп, хәрби рухын нығытыу бурысы ята моңло егеттәр иңендә. Алғы һыҙыҡта ла, окоптарҙа, землянкаларҙа, яралылар янында госпиталдәрҙә лә сығыш яһай йыр ҡанатлы егеттәр бригадаһы. Алғы һыҙыҡта булғас, барыһын да татып йөрөй ижади бригада. Дрондар һөжүмен дә, ут-һыуҙы ла күрәләр. Бригада концерт ҡуйып бөткәс, йыр тәьҫиренән күңелдәре йомшарған һалдаттар, күҙ йәштәрен йәшермәй, килеп ҡулдарын ҡыҫып, ҡосаҡлап, рәхмәт әйтәләр. Ғаиләһен, тыуған яғын һағынып йөрөгәндә күңелдәрҙе нескәртә шул ул моңло йырҙар... Йыр өсөн сиктәр юҡ, хәрби-патриотик йырҙар менән, урындағы халыҡ өсөн дә концерт ҡуя егеттәр. Бар ил халҡы кеүек, Фларид та, хәрби хәрәкәттәр ыңғай тамамланып, үҙ ғаиләһенә, тыуған яғына тиҙерәк ҡайтыу, балаларын, кескәй Ирханды, ҡосағына ҡыҫып һөйөү хаҡында хыяллана. Беҙ ҙә егеттәребеҙҙең имен-аман үҙ ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Илсиә һәм Фларид Бирғәлиндар ғаиләһен ижади, талантлы ғаилә булараҡ беләбеҙ. Ғаилә башлығы илебеҙ именлеге һағында саҡта, яугир ғаиләһе нисек йәшәй икән? Илсиә Бирғәлинаға һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек:

Матур ғаиләгә нигеҙ һалыр «сәбәп» булып, Фларид атлы егет менән нисек осрашып таныштығыҙ?

– Беҙ Фларид менән, ысынын әйткәндә, студент ваҡыттан уҡ танышбыҙ. Шул ваҡытта танышһаҡ та, яҡындан аралашып, һөйләшеп йөрөмәнек...

Мәҡәләне тулы килеш журналдың июнь һанында уҡырһығыҙ.

Миләүшә Ҡыҙрасова.

Автор:
Читайте нас: