+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БИРЕШМӘ. НЫҠ БУЛ. ЫШАН

Телевидение эшмәкәре, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаны студент йылдарынан уҡып-күҙәтеп барам. Салауат педагогия училищеһында уҡыған йылдарында «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан шиғырҙары менән арбағайны ул. Һүҙ көсө, донъяны шағирҙарса ғына тойоу бар ине уның шиғырҙарында. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенткаһы булып китеүенә күп тә үтмәне, «Һылыуҡай» бәйгеһендә ҡатнашып, матурлығы, ихлас йылмайыуы, зирәклеге, саялығы, һутлы теле, сәхнәлә үҙен тотошо, моңло тауышы, оҫта бейеүе менән тамашасыларҙы әсир итеп, һылыуҡай тажын кейҙе. Башҡорт халыҡ йыры «Төйәләҫ»те йырланы ул бәйгелә. Ундағы моң?! Бер ҡаршылыҡһыҙ сәнғәт институтының вокал бүлегенә инә алған булыр ине, филология факультетын һайлап яңғылышманымы икән, тип борсолдо шул саҡ Гөлназдың көйәрмәндәре. Бер аҙҙан уның «Ағиҙел» журналында Таңсулпан Ғарипованың яңы ғына сыҡҡан «Бөйрәкәй» романы буйынса күҙәтеүе баҫылып сыҡты. Башҡорт әҙәбиәтендә күренеш тип баһаланасаҡ роман буйынса ла иң тәүге һүҙҙе тәнҡитселәрҙән алда ул әйтеп хайран ҡалдырҙы. Гөлназды күҙәтеп барыусы әҙәбиәт һөйөүселәр йәнә: «Яңғылышмаған! Ҡолһаринанан бына тигән әҙәби тәнҡитсе сығасаҡ!» – тип уға матур әҙәби киләсәк юраны. Шул арала Өфөләге әҙәби-мәҙәни мөхиткә балҡып килеп ингән һылыу ҡыҙҙы күреп тә ҡалғандар, телевидениела яңы ғына асылған «Тамыр» балалар студияһына эшкә лә саҡырып өлгөргәндәр икән. Көн дә зәңгәр экрандар аша «Сәңгелдәк» тапшырыуының алып барыусыһы сифатында кескәй милләттәштәрен сәләмләй башланы ул. Тырыш ҡыҙға үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән яңы проект – «Тай-тулаҡ» дилбегәһен дә ышанып тапшырып ҡуйҙылар. Шул мәлдән алып эш урынын алмаштырғаны юҡ – «Тамыр»ҙа тамырланды ла ҡуйҙы Гөлназыбыҙ. Хәҙер инде Гөлназ Ҡолһаринаны – «Тамыр»ҙан, «Тамыр»ҙы Гөлназ Ҡолһаринанан айырып ҡарап булмай – икәүһе бер бөтөн улар. 1992 йылда Балалар студияһы булараҡ ҡына асылған «Тамыр» – тәүлек әйләнәһенә эшләгән телеканал бөгөн. Улар төшөргән фильмдар һәм тапшырыуҙар тиҫтәләгән Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстары еңеүселәре. Башҡортостандан беренсе булып Рәсәйҙең «ТЭФИ-Регион» юғары телевизион премияһын яулаусылар ҙа – улар. Гөлназ Ҡолһарина үҙе лә легендар Бронза Орфей наградаһына эйә. Күптән түгел «Сәңгелдәк» тапшырыуы ла «ТЭФИ-КИДС» Бөтә Рәсәй милли премияһына лайыҡ буды. Был еңеү айырым мәғәнәгә эйә, сөнки «Сәңгелдәк» – халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләүсе бишек йыры ул.

БИРЕШМӘ. НЫҠ БУЛ. ЫШАН
БИРЕШМӘ. НЫҠ БУЛ. ЫШАН

– Гөлназ Фәрит ҡыҙы, «Тамаша» журналы исеменән барлыҡ «Тамыр»ҙарҙы оло еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең иҫәптәге ун икенсе Бронза Орфей тарихы менән яҡынданыраҡ таныштырып китегеҙ әле.

– «Сәңгелдәк» – «Тамыр»ҙың беренсе телетапшырыуы. Бына 32 йыл рәттән, донъя ығы-зығыһына, заман ҡатмарлыҡтарына ҡарамай, һәр кис эфирға сыға ул. Һәр кис сабыйҙар телендә генә кескәй дуҫтарыбыҙҙы тел-моңобоҙ, милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәре менән дуҫлаштырырға, туғанлаштырырға тырышабыҙ. Ошо изге эштән үҙебеҙ ҙә ләззәт алабыҙ, милләттәштәребеҙгә лә был тапшырыу оҡшайҙыр, тип уйлайбыҙ. Быйылғы еңеүҙә әллә нисәмә быуындың өлөшө бар. «Сәңгелдәк»тең тәүге алып барыусылары күптән үҫеп, буй етеп, сәхнә йондоҙҙарына әйләнделәр. Сыңғыҙ Ханнанов менән Шәүрә Сәғитова, Гөлнур һәм Ильяс Ҡарабулатовтар, Айнур, Камила, Асия, Әлиә Гәлсәр Байғусҡароваларҙың исемдәре республикаға киң билдәле. Телдәре асылыр-асылмаҫтан меңәрләгән тамашасыларҙың йөрәктәренә үтеп ингән сәхнә йондоҙҙары улар. Тапшырыуҙың кимәле йылдан-йыл арта, техник мөмкинлектәр ҙә киңәйә, беҙ ҙә камиллашабыҙ. Конкурсҡа ебәрелгән сығарылыштың сценарий авторы – тәжрибәле мөхәррир Зөлфиә Даянова, режиссеры – Әлиә Минәзева. Быйыл «ТЭФИ-КИДС» еңеүселәре араһында «Тамыр»ҙан башҡа бер төбәк каналы ла юҡ, барыһы ла федераль каналдар. Ҙур еңеү был! Бөтә Башҡортостан, башҡорт халҡы өсөн оло ҡыуаныс.

– Эйе, «Сәңгелдәк»тең киләсәкте тәрбиәләүҙәге ролен һәр кем аңлаһын да кис һайын үҙ балаһын «Сәңгелдәк» ҡарарға ултыртып ҡуйһын ине. Был тапшырыуҙы балаһы менән үҙе лә ҡараһа, ниндәй матур күренеш булыр ине, донъя үҙгәреп китер ине һымаҡ хатта. Әңгәмәнең башында «Тамыр»ҙың Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге иң мөһим уңыштарын барлап китәйек әле.

– Бөтә Рәсәй буйынса «Тамыр»ҙы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн юғары кимәлдәге контент етештергән һөнәри оҫтахана тип таныйҙар. Конкурс-фестивалдәрҙә күп ҡатнашабыҙ. Уңыштарыбыҙ күп, буш ҡул менән ҡайтҡан саҡтарыбыҙ ҙа була. Беҙҙең иҫәптә ун ҙур Бронза Орфей – «ТЭФИ-регион», ике бәләкәй Орфей – «ТЭФИ-КИДС» Бөтә Рәсәй Милли телевизион конкурстарының төп приздары бар. Быларҙан тыш «Золотой луч» Милли премияһында, электрон медиаларҙың «МедиаБренд» промоушен һәм дизайн, социаль әһәмиәтле программаларҙың «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй конкурстарында, Балалар телевидениеһының «Включайся» Халыҡ-ара фестивалендә тиҫтәләрсә еңеүҙәр яуланыҡ. Беҙҙең өсөн һәр уңыш мөһим, сөнки ул иң тәүге нәүбәттә «Тамыр»ға йөрөгөн һәләтле балаларҙы үҫтерергә шарттар тыуҙырыу, «Тамыр»ҙың тарихи биттәрен яҙыу, дөйөм мәҙәни үҫешебеҙ өсөн кәрәк. Уңыштар бит яуланған үрҙәр юғарылығында фекер йөрөтөргә, үҙеңә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтә. Иң мөһиме – «Тамыр»ҙа тотош бер быуын үҫеп сыҡты – был уңыштың баһаһы юҡ. Мин бында «Тамыр» ҡабыҙған йондоҙҙарҙы ғына ла күҙ уңында тотмайым хатта. Зәңгәр экрандарҙағы башҡортса һөйләшкән алып барыусы тиҫтерҙәренә эйәреп, меңәрләгән бала туған телендә аралашырға, туған теленең көсөн тойорға, хөрмәтләргә өйрәнде. Күпме баланың рухы уянды. Уны бер ниндәй ҙә бронза Орфейҙар һаны менән үлсәп булмай.

– Һәр еңеү тормоштоң ниндәйҙер бер этабына һығымталар яһау һәм киләһе артылыштарға старт ул. Бронза орфей юғарылығындағы старт һеҙҙе һәм һеҙ етәкләгән коллективты тағы ла бейегерәк үрҙәргә алып сығасағына шик юҡ. Тырышһығыҙ. Маҡсатлыһығыҙ. Холоҡ-булмышығыҙҙағы шул сифаттарҙың һәм артыҡ сәбәләнмәйенсә, үрһәләнмәйенсә генә яңынан яңы үрҙәргә артыла белеүегеҙҙең ерлеге ҡайҙан? Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылында, Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы бала саҡ утрауында ҡалған Гөлназдың хыялында бар инеме бөгөн һеҙ яулаған бейеклектәр?

– «Тамыр»ҙың уңыштары ул ниндәйҙер бейеклектәр яуларға теләгәндән артылған үрҙәр түгел. Улар – беҙҙең көндәлек хеҙмәт емеше. Бер эште тамамлап өлгөрмәйһең – икенсеһе көтөп тора. Уныһына тағы ла дәртләнеберәк тотонаһың. Һәм беҙ балалар менән, улар өсөн эшләйбеҙ. Күңелдәрендә тамсы ла кер булмаған, һиңә һөйөү, ышаныс менән мөлдөрәп баҡҡан күҙҙәргә түбән сифатлы тапшырыуҙар тәҡдим итергә беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. «Сәңгелдәк»те ҡарап йоҡлап киткән кескәй тамашасыларыбыҙҙың төштәре, ысынлап та, иң тәмле төш булырға тейеш. Уларҙың төштәренә беҙҙең йыр-моңдарыбыҙ, беҙҙең йәнһүрәттәрҙәге геройҙар инергә тейеш. Юғиһә, иртәгә уларҙы «Сәңгелдәк» ҡарарға ултыртып булмаясаҡ. Беҙҙә һәр тапшырыу шул маҡсаттан, шул талаптан, шул юғарылыҡтан сығып эшләнә. Ә эшләгән эшеңде мөмкин тиклем матурыраҡ, мөмкин тиклем зауыҡлыраҡ итергә теләү һәр кемдең үҙе лә белмәгән мөмкинлектәрен асырға һәләтле көс ул. Һәр хәлдә мин шулай уйлайым, уйлайым ғына ла түгел, уның шулай икәнлеген беләм. Бала саҡ утрауында ҡалған Гөлназдың хыялында телевидение ла, «Тамыр» ҙа юҡ ине. Хыялым – уҡытыусы булыу ине. Уныһы ла үҙемде уҡытҡан береһенән-береһе шәп уҡытыусыларҙың үҙ эштәрен яратып, мөкиббән китеп башҡарыуҙарын күреп, уларға оҡшарға тырышыуҙан тыуған тойғо булғандыр. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфирә Зөфәр ҡыҙының дәрестәрендә бәхәсләшә-бәхәсләшә геройҙарҙың холоҡ-ҡылыҡтарын аңларға тырышҡаныбыҙҙы, ул үткәргән әҙәби кисәләрҙе әле һаман хәтерләйем. Ә үҙенең матурлығы, килешле генә итеп кейенеүе! Математика уҡытыусыһы Сәлимә Бәхтейәр ҡыҙының дәресендә математиканы яратмау мөмкин түгел ине. Күптәрҙең теше үтмәгән мәсьәләләрҙе беҙ көнбағыш сирткән һымаҡ та күрмәнек. Шул тиклем мауыҡтырғыс дәрестәрҙән һуң улар һымаҡ уҡытыусы булырға теләү тәбиғи булған инде. Шуға мин башҡа донъяны күҙ алдына ла килтермәгәнмендер. Эшләгән эште еренә еткереп башҡарыу ғәҙәт кимәленә ғаилә тәрбиәһе менән дә бирелгәндер. Атайым: «Ҡушһаң, урыҫ та эшләй уны, ҡушҡанды көтөп тормағыҙ», – ти торғайны гелән. Урыҫ тигәндә ул, әлбиттә, милләтте түгел, ә сит кешене күҙ уңында тотоп әйтә ине. Үҙең йәшәгән донъяла нимә, ҡасан һәм нисек эшләргә кәрәклеген үҙеңдән яҡшы белгән кеше юҡ – тот та эшлә. Дөрөҫө лә шул бит. Атайымдың өләсәһе Хәҙисә өләсәйем беҙҙең менән йәшәне. Үҙе уҫал, үҙе егәрле, тырыш ине ул. Мине өйҙәгеләр «Хәҙисә әбей» тип йөрөтә торғайнылар.

– Үсекмәй инеңме һуң? Аҙаҡ ҡушаматыңа әйләнеп китмәнеме һуң ул исем?

– Юҡ, үсекләп әйтелмәне ул һүҙ, апай-ағайҙарым яратып ҡына, комплимент итеп кенә әйттеләр уны. «Хәҙисә әбей» тиһәләр, үҙем дә ҡанатланып китәм. Ул һүҙҙең ҡара тырыш, тигәнде аңлатҡанын белә инем. Ана шулай маҡтала-маҡтала эшләүем йә маҡталыу көтөп эшләүем һәр ваҡыт эш менән булырға, ваҡытымды бушҡа үткәрмәҫкә өйрәткәндер ҙә инде ул. Салауатта уҡыған йылдарҙа аҙна һайын ҡайтып йөрөгәс, бер ҡайтҡанда балсыҡ баҫып өй нигеҙен, мунсаны һылайым, икенсе ҡайтҡанда ағартам. Өләсәйемдең һәр ваҡыт нимәлер эшләп, нимәлер хәстәрләп йөрөүе минең холҡома ла күскәндер, тим.

– Мәктәпте лә, ике уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлағанһың. Студент йылдарында уҡыу, эш менән бергә үҙе үк ете ҡат тиреңде түгеп эшләүҙе талап иткән «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеп тә, вокал буйынса дәрестәр алып та өлгөргәнһең. Эшең дә бит билдәле сәғәттәр арауығына ғына һыя торған эш түгел: үҙең төшөрә торған тапшырыуҙарға сценарийҙар яҙ, тапшырыуҙарыңа геройҙар эҙлә, уларҙы тасуири һөйләргә, ролдәренә инергә, уйнарға өйрәт, тапшырыуыңды төшөр, мөхәррирлә – беҙ белмәгән тағы әллә күпме нескәлектәре барҙыр әле ул эштең?! Ә һиңә бөтә нәмә еңел генә бирелгән һымаҡ...

– Яратып эшләгәнгә шулай еңел күренә ул. Педагогия училещеһына уҡырға ингәс, ағайым: «Мәктәптәге «бишле»ләрең «өс»кә лә торош итмәй ул», – тип әйтеп һалғайны, мин, сәмләнеп, тик «5»-кә генә уҡырға тырыштым. Төндәрен йоҡлап китмәҫ өсөн баҫып тороп уҡый торғайным. Ул ныҡышмаллығыма һаман аптырайым үҙем. Әле улай уҡый алмаҫ инем. Уның ҡарауы, 2-се курста уҡ Ленин стипендиаты булдым. Ә ул 90 һум аҡса. Өйҙән әллә ни ярҙам алмаҫҡа тырыштым. Ленин стипендияһының нимә икәнлеген бер белгәс, унан ҡолаҡ ҡаҡҡы килмәне. Стипендиямды йыйып, баян һатып алдым. Баян дәрестәренә талап ҙур, төркөмдә бөтәбеҙгә бер-ике инструмент, баянға – сират, ә дәрескә тейешле кимәлдә әҙерләнергә кәрәк. Университетҡа эшләп уҡырмын, тип барманым, әлбиттә, уҡырға тип барҙым. «Тамыр»ҙың тәүге етәксеһе эшкә саҡырғас, ундай мөмкинлектән баш тарта алманым. Ҡыҙыл диплом үҙмаҡсат булманы, «биш»-кә уҡыу ғәҙәткә әйләнде. Уҡыу-эш-бейеү-вокал режимында БДУ-ла биш йыл үтте лә китте. Төркөмдәш ҡыҙҙарым әйтмешләй, төшкө ашҡа – вокал, киске ашҡа бейеү булды, сөнки бейеү менән йыр дәрестәре – арыуҙарымды онотоп ял итә торған урындар ине. Бәләкәй саҡта авызыйым миңә «Жизель», «Лебединое озеро», «Садко» балеттарының күренештәре төшөрөлгән өс комплект открытка алып ҡайтҡайны. Ул открыткаларҙың матурлығы! Шунда мин балетҡа ғашиҡ булып, балерина булырға хыялланып йөрөнөм. Телевизорҙың эсенә инерҙәй булып, балет йә фигуралы шыуыу ҡарауыма иғтибар иткән кеше булманы, ә мин ул хыялымды ҡысҡырып әйтергә лә ҡурҡтым. Тиҙ генә эштәремде тамамлап, берәй аулаҡ ергә барып, балерина булып өйөрөлә-сөйөрөлә торғайным. «Ирәндек» ансамблендә шөғөлләнеү ана шул хыялым менән осрашып, ҡанаттар үҫтереп ҡайта торған ер ине ул. Иҙәндән түшәмгә тиклем көҙгөлө ҙур зал, балет станоктары... Дәрес башында станокта бер сәғәт хореография нигеҙҙәрен өйрәнәһең. Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн мин шул станоктарға сат йәбештем. Ярты йылдан етәксебеҙ Гөлназ Аҡназарова мине әҙерлек төркөмөнән төп төркөмгә күсерҙе. Ә төп төркөмдә бөтөнләй икенсе донъя: яңынан-яңы бейеүҙәр, концерттар, Өфөнөң ҙур сәхнәләрендә сығыштар,ил буйлап гастролдәр...

– Бейеү һөйләй башлағас, бына әле лә ҡанаттар үҫеп киткәндәй булды үҙеңә. Ә моңоң ҡайҙан? Ҡустың Фәтих – йырсы актер, Гәлсәр – профессиональ йырсы, икеһе лә көй яҙалар. Моңдо тоя белеү ҙә нәҫелдән күскәндер?

– Йырлай белмәгән башҡорт бармы икән ул? Атайым да, әсәйем дә матур йырлайҙар ине. Атайым хатта ҡулы һынып, ҡул суғы дөрөҫ төҙәлмәгәнлектән кәкерәйеберәк торған бармаҡтары менән дә гармун уйнап күңелен бушатып алыр ине. Әсәйем бөтә эште лә йырлай-йырлай эшләне, тауышы ныҡ моңло ине. Салауат баҙарында көнбағыш, шәл һатып йыйған аҡсаға Фәтих туғаныма гармун алып бирҙе ул. Алып ҡайтҡан ыңғайына бер юлы ике яҡлап та гармун уйнап алып китте Фәтих. Моң кешенең күңел торошо бит, моңло бала булмаһа, гармун артынан башы саҡ ҡына күренеп ултырған килеш гармун уйнап алып китмәҫ ине ул. Моңдоң нимә икәнен аңламаһа, әсәйем дә балаларының өҫ-башын бөтәйтәм тип йыйған аҡсаға гармун һатып алмаҫ ине.

– Әле йыш ҡайтып йөрөйһөңмө тыуған нигеҙеңә?

– Беҙ үҫкән нигеҙҙә әле бәләкәй ҡустым донъя көтә. Атайым да, әсәйем дә баҡыйлыҡҡа күстеләр инде. Атайым иртәрәк китте, әсәйем 82 йәшендә донъя ҡуйҙы. Туғандар менән йыйылышып, уларҙың рухтарына аяттар уҡытып торабыҙ, әммә мин ауылға һирәк ҡайтам. Тыуған тупһа, йәмле Ашҡаҙар буйҙары, ауыл урамдары, ауылымдың береһенән береһе моңло кешеләре һағындыра, әлбиттә, әммә атайһыҙ, әсәйһеҙ ҡалған өйгә, ниңәлер, күңел тартмай. Ҡайтып, көс алып китә торған ерем бар. Зариф тыуған ауылында өй һалды. Әллә ни ҙур ҙа түгел ул өй, әммә яҡты, йылы – шул өйөбөҙ тарта мине. Оҙайлы ялдарҙа, йәй көндәре шунда атлығып торабыҙ. Тәбиғәткә сығып, урман ҡыҙырып йөрөп киләбеҙ. Байтаҡ йылдар элек бер төптән сығып үҫкән имән менән ҡайынға тап булдыҡ. Ҡайыны имәнгә һыйынып ҡына үҫкән. Хәҙер ҡайтҡан һайын шунда барып килергә тырышабыҙ. Беребеҙ – имән, беребеҙ ҡайын булып, тынлыҡты тыңлап тороу бөтә арыуҙарҙы оноттора, йөрәккә көс өҫтәй. Тыуған ерҙән төшкән ер яҡшы, тиеүҙәре шулдыр инде.

– Хыял күгеңдең тәпәшәйгән, хыял ҡанаттарыңдың ҡанһыраған мәлдәре булдымы? Булһа, ундай мәлдәрҙә үҙеңде нисек дауалайһың?

– Аллаһ биргән асман тәпәшәймәй ул. Донъя осһоҙ-ҡырыйһыҙ бит. Ҡанатлыларға унда урын да, мөмкинлектәр ҙә етерлек. Шәхсән үҙемдең күңелем үрһәләнеп, әллә ниндәй буй етмәҫлек хыялдар илендә йәшәгәнем булманы. Бая әйткәнемсә, хыялымды ҡысҡырып әйтергә лә баҙманым. Аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларҙы тормошҡа ашырам тип, эшкә күмелеп үтә ғүмер.

– Һинең менән интервьюларҙы уҡығаным да, ҡарағаным да бар. Шәхсәнерәк һорауҙарға яуаптарҙан бына ошолай аҡыллы-итәғәтле генә итеп ҡасаһың. Шулай булһа ла бер нисә шәхсән һорау бирмәй булдыра алмайым: Зариф Байғусҡаровтың ҡатыны булыу ауырмы, еңелме?

– Әлләсе, ул турала уйлап та ҡарағаным юҡ. Ир ҡатыны булыу ул һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ҙур яуаплылыҡ, үҙ өҫтөңдә эш. Яуаплы эштә эшләгән ир ҡатыны булыу – икеләтә яуаплылыҡ. Халыҡ менән осрашып-аралашып йәшәүҙән тыш, «Бәйләнештә» селтәрендә яңы сыҡҡан закондарҙы, закондарға индерелгән үҙгәрештәрҙе аңлатыу эшен айырым бер энтузиазм менән алып бара ул. Беҙ бит закондарҙы ныҡлы белмәйбеҙ, уларҙы ҡулланып өйрәнмәгәнбеҙ, ә бит уларҙың тыйыу көсөнән тыш яҡлау көсө лә бар. Халыҡ закондарҙан ҡурҡып ятмаһын, бар мөмкинлектәрҙе файҙаланһын, тип тырыша. Ҡануниәт өлкәһендәге мәғрифәтсе кеүек ул. Беҙҙең донъяға ҡараштарыбыҙ, донъяуи һәм рухи ҡиммәттәрҙе, милли асылыбыҙҙы аңлау кимәлдәребеҙ тап килә, бер-беребеҙгә терәк-таяныс була алабыҙ. Ул мине лә, эшемде лә хөрмәт итә, минең дә уға хөрмәтем сикһеҙ.

– Берегеҙ – йөҙөк ҡашы, берегеҙ – ир аҫылы, бына тигән ғаилә башлығы. Тормош булғас, һауыт-һабаның шылтыраған саҡтары ла булғылайҙыр. Шундай мәлдәрҙә ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләргә нимә ярҙам итә: һалҡын аҡылмы, мөхәббәтме? Һеҙҙең ғаиләлә донъя кем тирәһендә әйләнә?

– Һауыт-һаба шылтыратышып ултырырға ваҡыт юҡ та ул. Донъябыҙ һәүетемсә әйләнә, кем нимәгә өлгөрә – шуны эшләй. Беребеҙ ҙә үҙенә айырым иғтибар талап итеп ултырмай – быға мохтаж да түгелбеҙ. Ниндәйҙер мәлдә донъяға ҡараштарыбыҙ сәкәләшеп китә икән, ул һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырып торорға була бит. Һыуынғас, яйлап аралашып-аңлашырға күнеккәнбеҙ. Донъяның кем тирәһендә әйләнеүенә килгәндә, уның бер кеше тирәһендә генә әйләнеүе дөрөҫ түгелдер ул. Беҙ әйләнгән донъяла балаларымдың атаһы, әсәһе, атай абруйы, әсәй күңеле, балаларыбыҙ – ҡыҙыбыҙ Гәлсәр, улыбыҙ Урал, беҙҙе берәү иткән уй-хәстәрҙәр, һәр беребеҙҙең эске донъяһының бөтөнлөгө кеүек изге төшөнсәләр бар. Йәнә лә был донъяла милли булмышыбыҙ, телебеҙ, тел-моңобоҙ аша күскән әхләҡи ҡиммәттәр табыныу кимәлендә күҙәтелә.

– Ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыу өсөн нимәләр кәрәк? Ҡыҙың Гәлсәргә был тәңгәлдә ниндәйерәк кәңәштәр бирәһең?

– Ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле иткән иң беренсе тойғолар, моғайын, арҡа терәр кешең булыуы, ғаиләләге йылы мөнәсәбәттәр һәм балаларҙың һау-сәләмәт булыуылыр. Шәхсән минең өсөн тағы ла балаларымдың ышанысын аҡлау мөһим. Ҡыҙым ниндәйҙер ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итер алдынан минең менән дә, атаһы менән дә кәңәшләшә. Әсәй менән ҡыҙ араһында ғына була торған уртаҡ серҙәребеҙ ҙә бар беҙҙең. Донъяға, шул иҫәптән бәхеткә лә уның үҙ ҡарашы бар. Бәләкәйҙән әхлаҡи ҡиммәттәрҙе баһалай белерлек эске тотанағы булды. Шулай ит, былай ит, тип кенә тәрбиәләп буламы икән баланы? Беҙ үҫкәндә ҡатын-ҡыҙ булараҡ донъяға ҡарашыбыҙҙы уҡыған китаптарыбыҙ формалаштырҙы. Мин Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романын уҡый торғас, үҙемде Емеш итеп тоя башлағайным инде. Хәҙерге йәштәр уҡыған китаптарының геройҙарын нисек бар, шулай ҡабул итмәй, бөгөнгө заман күҙлегенән сығып проекциялай белә. Шуға ла күңеленең бер мөйөшөндә һаман теге Емеш йәшәгән әсәһенә кәңәште Гәлсәр үҙе бирә.

– Һәр миҙгелдең йәмен, тәмен тойоп йәшәргә тырышаһың кеүек. Ә тәүлектең ҡайһы мәлен нығыраҡ яратаһың?

– Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар, һәр миҙгелдең үҙенә генә хас биҙәктәрен яратам. Көҙҙөң, мәҫәлән, алтын һары япраҡтары, һил тынлығы оҡшай. Ә тәүлек әйләнешендә төндө яратам. Балалар бәләкәй ваҡытта уларҙы йоҡларға һалып, бер-ике сәғәт китап уҡый торғайным, шул ғәҙәтем әле лә бар. Уҡый башлаған китаптарым баш осонда ғына ята.

– Һуңғы арала ниндәй китап уҡыйһың?

– Мин бер нисә китапты бер юлы уҡырға яратам. Марина Степанованың «Сад» романын уҡып бөттөм, хәтәр әҫәр, әллә нисә сюжет бергә үрелеп бирелгән ҡатлы-ҡатлы әҫәр. Аҙағы өсөн авторға үпкәләберәк йөрөйөм әле. «Женщины Лазаря» романы ғәҙеллек тантанаһы менән тамамланғайны, йөрәккә көс өҫтәгәйне. Әле Саша Соколовтың «Школа для дураков» тип аталған романын уҡыйым. Әйткәндәй, бик һәйбәт әҫәр. Быға тиклем нисек күҙгә салынмай ҡалған ул китап, тип аптырабыраҡ йөрөйөм әле хатта. Яңыраҡ ҡына Заһиҙә Мусинаның «Килен» повесын уҡыным. Спектаклен ҡарағас, авторғамы, режиссерғамы – һорауҙарым тыуғайны, шуға тиҙ генә китабын барып ала һалып, уҡып сығып, эҫе мәлендә шул һорауҙарға яуап табып ҡуйҙым. Ғөмүмән, китап уҡыу – минең өсөн иң һәйбәт ял.

– Беҙ һине балалар өсөн бик күп анимацион, нәфис фильмдарҙың, хатта сериалдарҙың сценарий авторы булараҡ та беләбеҙ. Кино сәнғәте өлкәһендә өйрәнеү, тәжрибә туплау өсөн кемдәргә мөрәжәғәт итәһең? Кинотеатрҙарға йыш йөрөйһөңмө? Башҡорт киноһының киләсәге бармы?

– Кино сәнғәте – мәңгелек сәнғәт һәм уның йәмғиәт аңына тәьҫир итеү мөмкинлеге көслө. Унда күтәрелгән проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, геройҙар яҙмышы тетрәндерһә, һин уны ҡабат-ҡабат ҡарайһың. Төп маҡсатыбыҙ башҡорт теленә, башҡорт донъяһына балаларҙы, үҫмерҙәрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү булғас, сәнғәттең был төрөнә мөрәжәғәт итмәү яҙыҡ булыр ине, әлбиттә. Белем, тәжрибә лә талап итә был өлкә. Шуға һорауҙарым бар йә ярҙамға мохтажмын икән, һәр ваҡыт махсус белемле сценаристарға, режиссерҙарға мөрәжәғәт итәм. Булат Йосопов, Зөһрә Бураҡаева, Айсыуаҡ Йомағолов, Айнур Асҡаровтар ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Айсыуаҡ Йомағоловтоң «Елғыуар» фильмын ҡарағанға тиклем, мин киноға йөрөүҙән туҡтағайным, һуңғы тапҡыр апайым менән ниндәйҙер һинд фильмын ҡарарға барыуым иҫтә. Фильм бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмағандыр инде – йоҡлап киткәнмен, бер уянһам, апайым илап ултыра, икенсе уянһам – көлөп ултыра. Шунан бирле тормошсан, етди фильмдарға өҫтөнлөк биреп, уларҙы ла өйҙә, бер-беребеҙҙең фекере менән ҡыҙыҡһынып, аралашып, ғаилә менән бергә ҡарауҙы хуп күрҙем. «Елғыуар»ға билеттар алып, апайҙарым, балаларым менән бер зал булып барып ултырҙыҡ. Фильм тетрәндерҙе, кинотеатрҙы үҙем өсөн яңынан астым. Шунан бирле кино ҡарарға йөрөү минең яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Булат Йосоповтоң «Беренсе Республика», «Бабич», «Рәми. Шағир көндәлеге» трилогияһы башҡорт киноһын яңы кимәлгә күтәрҙе. Үҙ эшенә айырым бер бирелгәнлек менән эшләгән талантлы режиссер ул Булат. Мин уны «Быяла юлсы» исемле тәүге фильмынан уҡ беләм, хәҙер ул кино сәнғәтендә үҙ тауышы, үҙ ҡарашы булған режиссер, уның башҡорт кинематографияһына, башҡорт кино сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. «Рәми. Шағир көндәлеге»н генә дүрт тапҡыр ҡараным. Иң тәүҙә Рәми Ғариповтың кино сәнғәтендәге образын күреү өсөн барҙым, артабан – өйрәнеү, тәжрибә туплау, һорауҙарыма яуап эҙләү өсөн. «Тамыр»ҙа фильмдар төшөрөүгә ныҡлап тотонғас, үҙемдең кинотеатрҙа йоҡлап киткәнемде иҫләп, уйынлы-ысынлы ғына: «Беҙ төшөргән фильм йоҡлап китерлек булмаһын», – ти торғайным. Кино сәнғәтенә Булат Йосопов юғарылығынан ҡарар өсөн, беҙгә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Булат Йосопов мәктәбендә, «Тамыр»ҙа үҫкән, халҡыбыҙҙың тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен кино сәнғәте аша донъя кимәлендә танытыу маҡсаты менән янған йәштәр бар, туған телебеҙҙә сифатлы фильмдарға зарурлыҡ бар – масштаблы картиналар тыуыр әле.

– Мин дә апайың һымаҡ һинд фильмдарында илап үҫкән кеше булараҡ, бер һорау тыуҙы: һинд фильмдарында ла иламағас, нимә илата һине?

– Бәләкәй саҡтан илаҡ булманым. Нимәгәлер дәғүәләшеп, нимәлер талап итеп илағанымды ла иҫләмәйем. Ғәрсел булдым. күберәк миңә ҡушылған эште үҙем теләгән дәрәжәлә сифатлы, матур итеп эшләй алмауыма ғәрләнеп илай торғайным. Тора-бара эшкә сәмләнеп тотоноп, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә башлағас, илау үҙенән-үҙе онотолдо. Күңелем тулышҡанда ла үҙемде тиҙ генә йүгәнләй алам, тип уйлай инем. Ике-өс көн элек «Елкән» телевизион конкурсы финалының Милли симфоник оркестр менән репетицияһында йәштәремде тыя алманым нишләптер. Урал Иҙелбаевтың скрипка менән оркестр өсөн яҙылған «Элегия»һы шул тиклем моңло, күңелде аҡтарып сығара. «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсында оло-оло апайҙарҙың бейеүен дә иламайынса ҡарай алмайым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ милли асылын, булмышын олоғайған көндәрендә лә сәнғәт юғарылығында сәхнәгә сығара алыуҙары хайран итә.

– «Тамыр»ҙа бөтә тулылығында асылдым, тип әйтә алаһыңмы?

– Әллә... Кеше күңеле, ай-һай, күп нәмәләр теләй һәм күп осраҡта нимә теләгәнен белмәй. Шуға берәү ҙә тулыһынса асылып, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләт-мөмкинлектәрен тормошҡа ашырып бөтә алмайҙыр ул. Был йәһәттән тамырҙар шул тиклем бәхетле, беҙ телевизион ҡыҫымдар эсендә генә йәшәмәйбеҙ, беҙҙә үҙебеҙҙе төрлө яҡлап һынап ҡарарға мөмкинлектәр бар. Төрлө йәштәге балалар өсөн төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙар, сценарийҙар, әкиәттәр, йәнһүрәттәр, нәфис һәм документаль тапшырыуҙар, сериалдар, социаль проекттар – йәнең теләгән йүнәлештә йөҙөп эшләргә мөмкин. Ә был – ижади азатлыҡ тигән һүҙ. Ижад кешеһе өсөн ҡыҫымдарҙан азат булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Ваҡыты-ваҡыты менән күңелдә нимәнелер эшләп еткермәйем тигәнерәк шиктәр барлыҡҡа килә ул килеүен, ләкин «Тамыр» телеканалын ҡабыҙыу менән ул шиктәр юҡҡа сыға. Мин үҙемде «Тамыр»һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. «Тамыр»ҙы тоя, күрә, шуның эсендә ҡайнап йәшәй алыуым менән бәхетлемен.

– Үҙеңдең остаздарың хаҡында, бигерәк тә Луиза Фархшатова тураһында бик йылы һүҙҙәр әйткәнеңде йыш ишетәбеҙ. Әле һаман уның менән аралашып, фекерләшеп тораһыңмы? Федераль каналдарҙан кемдәр менән тығыҙ аралашып йәшәйһең?

– Луиза Азамат ҡыҙының минең һәм «Тамыр»ҙың тормошондағы роле баһалап бөткөһөҙ. «Тамыр»ҙың әсәһе бит ул Луиза апай. Мине арҡанлап тиерлек телевидениеға эшкә килтереүсе лә, оло маҡсаттар ҡуйып эшләргә өйрәтеүсе лә – ул, шуның өсөн уға рәхмәттәрем сикһеҙ. Беҙ уның менән әле лә һөйләшеп, аралашып торабыҙ. Барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ уның менән уртаҡ. Хаҡлы ялға китһә лә, «Тамыр»ҙан айырылғаны юҡ уның, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләп, беҙгә яңы кадрҙар әҙерләй. Тағы ла федераль каналдарҙан «АБВГдейка»ның легендар алып барыусыһы Татьяна Чернеева менән тығыҙ аралашам. Үҙе ошо эш менән янып йәшәгәс, балалар өсөн тапшырыуҙар әҙерләүҙең бөтә нескәлектәрен, ауырлыҡтарын белә. Рәсәй кимәлендә балалар өсөн әҙерләнгән контенттың иң үткер күҙле, объектив баһалы эксперты ул. Дөйөм алғанда, күп каналдар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, сөнки үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап үҫеп булмай.

– «Тамыр» каналы эш урыны түгел, айырым бер дәүләт һымаҡ күренә миңә. Ул дәүләттең ҡанундары ниндәй?

– Үҫеш, профессиональ үҫеш. Бәләкәстәрҙән дә талапсаныраҡ тамашасы юҡ донъяла, уларҙы бары тик ихласлыҡ, эскерһеҙ һөйөү менән генә ылыҡтырып була. Һәр кем үтәргә тейешле яҙылмаған ҡанундарыбыҙ – кескәйҙәргә ихтирамлы, хәстәрлекле ҡараш һәм шуның менән бергә уларҙы үҙ тиңең итеп күреү, уларҙы ишетә һәм тоя белеү, кәрәк икән – уларҙан өйрәнергә әҙер булыу, сөнки улар – беҙҙең хеҙмәттәштәр. Бар хеҙмәттәштәргә лә талап бер: даими рәүештә үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылыу. Өйрәнергә ваҡыт бирегеҙ, тип ултырыу «Тамыр» өсөн түгел, һин өйрәнгәнсе, һинең студияңа килгән балалар һине уҙып китергә мөмкин. Балалар менән бергә үҫергә әҙер булһаң, һин – «Тамыр»ҙыҡы.

– «Бирешмә!» тип кем кемгә әйтте: балалар өлкән коллегаларынамы әллә һеҙ балаларғамы?

– Балаларҙы тыңлай белһәң, улар, ысынлап та, беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ. «Бирешмә!» менән дә шулай булды. 5-6 кластарҙа уҡыған сағында Гәлсәр үҫмерҙәр тураһында испан сериалдарын ҡарай башланы. Йотлоғоп ҡарай. Мин, әлбиттә, уның нимә ҡарауы менән ҡыҙыҡһынам, ниндәйҙер мәлдәрҙә эсенә һыймаған тойғолары менән бүлешер өсөн ул мине үҙенең эргәһенә саҡырып ала. Бер көндө ҡараһам, ул испан телендә барған фильмды субтитрһыҙ ҡарап ултыра. «Мин испан телен аңлай башлағанмын да ул», – тип аптырай үҙе. Ҡарай торғас, Гәлсәр мине «Тамыр»ҙа башҡортса сериал төшөрөргә өгөтләй башланы. Мин ҡулдан килгәнсә ҡарыштым, әлбиттә. Фильм төшөрөү тип әйтеү менән беҙ бит иң тәүҙә сығымдар тураһында уйлайбыҙ. Шул арала Хәйҙәр менән Данир «йондоҙ» булып үҫеп етте. Был үҫмерҙәр бөтөнләй ҙурайып китмәҫ элек төшөрә һалайыҡ, тип тотондоҡ сериалға. Шулай итеп тыуҙы «Бирешмә». Талантлы, эшлекле команда туплап сығарҙыҡ үҫмерҙәр тураһында беренсе башҡорт телесериалын. Режиссер Гөлсәсәк Игебаева, мөхәррир Гөлшат Ғәлиуллина, оператор Марат Юнысовтарҙың фиҙакәр хеҙмәте тормошҡа ашырҙы был ҡатмарлы проектты. Ул тиҙ арала медиадонъяны яуланы. Уның менән бергә «Бирешмә» төркөмө барлыҡҡа килде. Баш әйләндергес уңыштан һуң туҡтап ҡалырға ярамай ине: уның артынан «Бирешмә»нең икенсе миҙгеле тыуҙы. Мәғәнәһе сикһеҙ, төпһөҙ булған һәр күҙәнәге башҡорт рухы менән һуғарылған «Ышан» сериалын төшөрҙөк. Был эштә режиссер Әҙилә Һунарғолова, оператор Руслан Бикбаев, сценарист Дамир Йосопов, продюсер Гөлшат Ғәлиуллина тартты төп йөктө. «Уйынсыҡ түгел» сериалын да балалар өсөн таяныс булырлыҡ проект итеп эшләргә тырыштыҡ. «Тамыр»ҙың күп уңыштарының сере балаларҙы ишетә белеү, уларҙың хыялын тормошҡа ашырырға ниәт итә белеүҙә. Беҙ, өлкәндәр, көсөбөҙҙө самаларға, ҡулдан килмәҫтәй тойолған ҡатмарлы эштәргә тотонмаҫҡа тырышабыҙ. Ә бала аңы өсөн сиктәр юҡ.

Башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсының барлыҡҡа килеү тарихы ла бала һүҙенә ҡолаҡ һала белеүҙән башланды. Гәлсәр менән бәләкәй сағынан уҡ «Культура» каналында «Шелкунчик» конкурсын ҡарарға яраттыҡ. Икәүләшеп йотлоғоп ҡарайбыҙ ул конкурсты. Бер нисә йыл элек Гәлсәр: «Әсәй, нишләп «Тамыр»ҙа эшләмәйһегеҙ шундай телеконкурс, башҡорт классик музыкаһы көслө лә инде?» – тине. Йылдар буйы уйналмай ятҡан башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре лә уйналырға, тыңланырға, яңғырарға, тейешенсә баһаланырға тейеш. 8-14 йәшлек музыканттар өсөн тәғәйенләнгән «Елкән» конкурсы шундай маҡсаттарҙан сығып старт алды һәм «Тамыр»ҙы яңы, быға тиклем беҙ уйламаған кимәлгә күтәрҙе.

– «Тамыр»ҙың киләсәккә пландары, маҡсаттары ниндәй?

– Балалар телевидениеһы ул күңел асыу өсөн төшөрөлгән еңел-елпе тапшырыуҙар теҙмәһе түгел, ә күпкә тәрәнерәк, йөкмәткеле төшөнсә. Беҙҙең бурыс – туған телебеҙҙәге тапшырыуҙар, фильмдар нигеҙендә балаларҙың эске донъяһын тәрбиәләү, рухын нығытыу, изгелек ҡанундары буйынса йәшәргә өйрәтеү. Үҫмерҙәр ысын ҡиммәттәрҙе ялтырауыҡтан айыра белергә тейеш, юғиһә, уларҙың юғалып ҡалыуы бар. Заман балаларын ымһындырғыс алдатҡыстар күп, иң хәүефлеһе – виртуаль донъя. Шуға күрә социаль селтәрҙәрҙә юғары сифатлы милли контентты таратыуға көстө йәлләмәҫкә кәрәк. Балалар өсөн башҡортса яңы мультимедиа проекттар, электрон китаптар, интерактив уйындар, медиапорталдар булдырырға тейешбеҙ. «Тамыр» каналы бер нисә йыл элек «SFORMA», «Китап» нәшриәттәре менән «Янур» интерактив китабын эшләгәйне. Әммә был ҙур көс һәм сығымдар талап иткән проект. Эш бер китап менән туҡталып ҡалды. Башҡорт йәнһүрәттәрен сығарыу ҙа байтаҡ аҡса талап иткән ҙур йүнәлеш. Башҡортса йәнһүрәт кәрәк, башҡортса интерактив уйындар кәрәк, тип ултырып ҡына мәсьәләне хәл итеп булмай. Майҙан бар, зарурлыҡ бар, талап бар – тот та эшлә. Тағы әҙерәк кенә һуҙылһаҡ, балаларыбыҙҙы көсләп тә башҡортса һөйләштерә алмаясаҡбыҙ. Балалар өсөн туған телле мөхит булдырыу кәрәк. «Тамыр» каналы тапшырыуҙар эшләп, эфирға сығарыу менән генә сикләнмәй, ә башҡорт телендә ҙур байрамдар, концерттар, кинотеатрҙа фильмдар күрһәтеү, социаль селтәрҙәрҙә бәйгеләр, социаль акциялар, конкурстар үткәрә, премиялар булдыра. «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы, «Ҡош юлы. Балалар» бард фестивале, «Сулпылар» телеконкурсы, «Торнаҡай» социаль акцияһы, «Тамыр селтәре», «Ныҡ бул», «Атайсал. Беҙҙекеләр» медиа-проекттары һәм башҡа бик күп саралар ойоштора. Телевизион сиктәрҙе беҙ күптән үттек, йәшәү өсөн, маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн яңы форматтар эҙләйбеҙ. Ғорурланып һөйләрлек эштәребеҙ бар, тип маһайып ултырырға ваҡыт юҡ – ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә кәрәк.

Эйе, «Тамыр»ҙың ғорурланып һөйләрлек эштәре күп. Милли тамырҙарыбыҙҙы Рәсәй кимәлендә танытты ул, башҡорт балалар телевидениеһына ихтирам менән ҡарарға өйрәтте. Үҙ бинаһы, ихатаһы, телестудиялары, кинозалы, сәхнәһе, ижади оҫтаханалары булған заманса «Тамыр» башҡорт балалар үҙәге асырға хыяллана Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, ғаилә, балалар мәсьәләләре һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеү комиссияһы ағзаһы, «Рәсәй телевидениеһы академияһы» Фонды «ТЭФИ-төбәк-ара» конкурсының ойоштороусыһы Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина. Хыялдарын-маҡсатҡа, маҡсаттырын ысынбарлыҡҡа әйләндереп өйрәнгән ҡыҙға ышанабыҙ. Был хыялын да тормошҡа ашырыр ул.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА. "Тамаша" журналы, №6-2023 й.

Автор:
Читайте нас: