+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бейеү таҡмаҡтары

-

Бейеү таҡмаҡтары
Бейеү таҡмаҡтары

Һай, ойота ғына бейей!
Бейеүсенең күлдәге
Бейей, бейей ҡыҫҡара.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейей, бейей оҫтара.
Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Аяҡтарың талмаһын!
Талһа, талһын аяҡтарың,
Үкенескә ҡалмаһын!
Бейей белгән кешене
Алмағастан яһайҙар.
Бейей белмәгән кешене
Йүкә ағастан яһайҙар.
Сәйен һатып алһаҡ та,
Әпәй үҙебеҙҙеке.
Әпипәгә бейеһәк тә
Тәпәй үҙебеҙҙеке.
Әттә түҙер түҙәле,
Гармунсығыҙ өйҙәме?
Өйҙә булһа, килһен әле,
Бейетеп китһен әле.
Бейеһәнә, бейеһәнә,
Бейеүҙәрең күңелле.
Кин күңелле бейегәнгә,
Таҡмаҡ әйтәм түгелме?
Бейеһәнә, бейеһәнә,
Бейеүҙәрең килешә.
Һинең кеүек зифа, матур
Моратына ирешә.
Баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Йәшел сирәм үҫеп бара
Аяҡ баҫҡан эҙенә.
Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,
Һин баҫмаһаң, мин баҫам.
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә
Мин дә килтереп баҫам!
Баҫ, ҡыҙым, Хәтифә,
Һындыр иҙән таҡтаһын.
Һындырһаң иҙән таҡтаһын,
Кейәү түләр аҡсаһын.
Балам бейей, ҡарағыҙ,
Кеҫәгеҙҙе ҡағығыҙ.
Кәнфитегеҙ булмаһа,
Магазиндан алығыҙ.
Тыпыр-тыпыр бейейҙер,
Аяғы ергә теймәйҙер.
Осҡан ҡоштай талпына,
Ҡанаттарын ҡағыңа,
Һәйт, һәйт, һәйт!
Алабуға бей балыҡ,
Ҡайҙа икән суртаны?
Бейеп йөрөй Бикәһе,
Ҡайҙа икән Солтаны.
Бейетәбеҙ беҙ уны,
Бейетәбеҙ беҙ уны.
Үҙебеҙҙең ауылға
Килен итәбеҙ уны.
Бейе ҡыҙым, бейе ҡыҙым,
Бейеүсегә бирермен.
Бейемәһәң, бәпескәйем,
Көтөүсегә бирермен.
Бейе-бейе, бейе ҡыҙым,
Бейеүсегә бирермен.
Һоро бесәй тиреһенән
Ҡата тегеп бирермен.
Ҡулдар сабып алҡышларға,
Дуҫтар, булығыҙ әҙер.
Бына тигән бейеүсебеҙ
Бейергә төшә хәҙер.
Тарт ҡурайың, уйнаһын,
Ҡан тамырҙар буйлаһын.
Дәрте барҙар бойоҡмаһын,
Бейеп-йырлап уйнаһын.
Ишектән инеү генәһе,
Бейеп китеү генәһе.
Ҡулъяулығын ҡулына тотоп,
Хөрмәт итеү генәһе.
Бейе, бейе тигән була,
Бейеп булыр тиһеңме?
Аяҡ ҡыҙып алды ниһә,
Ҡуйып булыр тиһеңме?
Аҡ ҡуяндың балаһы,
Ебәрегеҙ, уйнаһын.
Уйнап-бейеп йөрөгәнде
Ғәйепләүсе булмаһын.
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Фәрештәләр ҡанат йәйә
Һинең баҫҡан әҙеңә.
Әйҙә йырла, әйҙә бейе,
Матур бейеп күңел ас.
Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа,
Тормош күңелле булғас.
Бибикамал, Гөльямал,
Миңлебикә, Миңъямал.
Әйҙә беҙгә дүртәү-бишәү,
Дөбөрләтеп бейеп ал.
Иҙәнегеҙ түңәрәк,
Оса һары күбәләк.
Иҙәндәрҙә бейеп йөрөй
Алма кеүек тәгәрәп.
Әллә кемдең ҡыҙ ғынаһы
Бейеп йөрөгән була.
Йөҙө-башы, һынылышы
Көлөп йөрөгән була.
Баҫ, баҫ, баҫ әле,
Һығылһын иҙәндәре.
Һинән матур бейегәнде
Юҡ әле күргәндәре.
Бейеүсенең итәгенә
Дегәнәктәр йәбешкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Ай иләүе, иләүе,
Ҡырмыҫҡаның иләүе.
Тыпырлатып баҫып килә
Әллә кемдең кейәүе?
Бейе, бейе, бейе, Дәүләт,
Бер бейеүең бер дәүләт.
Яңғыҙ бейеү яйһыҙ булһа,
Әйҙә төштөк икәүләп .
Бейе, егет, бейе, егет,
Итектәрең туҙмаһын.
Эшлә егет, бейе егет,
Ғүмерең әрәм уҙмаһын.
Эй, бейеүсе, бейеүсе,
Дағалы итек кейеүсе.
Дағалы итек кейеүсене
Барҙыр әле һөйөүсе.
Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була.
Бейегән кеше бай булһа ла
Кеҫә яғы һай була.
Бейеһен дә, бейеһен дә,
Бейек тауға менһен дә.
Нәҙек итек кейһен дә,
Ҡыҙҙар уны һөйһөн дә!
Деңке-деңке деңләһен,
Быны ҡыҙҙар өндәһен.
Был бармаһын, наҙланһын,
Ҡыҙҙар эсе ут янһып.
Баҫ, баҫ, өҙә баҫ,
Иҙәндәре һелкенһен.
Йоҡларға уйлағандарҙың
Йөрәктәре елкенһен .
Баҫ, баҫ, һындыра баҫ,
Һындыра баҫ таҡтаһын.
Һындыра баҫһаң таҡтаһын,
Атаң түләр аҡсаһын .
Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Бейеүеңә бер тауыҡ.
Ул да булһа һауым тауыҡ-
Һөтөн эсәрһең һауып.
Уртала баҫып торағыҙ,
Өйләнмәйме башығыҙ?
Әйләнһә лә башығыҙ,
Бейей-бейей баҫығыҙ.
Шыу, шыу, шыу, аяҡ,
Шыуып китте был аяҡ,
Шыуып-шыуып йөрөй торғас,
Бейеп китте был аяҡ.
Бейеүселәр, бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.
Бейегеҙ ҙә бейегеҙ,
Матур беҙҙең көйөбөҙ.
Әйҙә баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле.
Бейейек тә йырлайыҡ,
Күңел асайыҡ әле.
Бейе әйҙә, бейе әйҙә,
Бейегәнең юҡ әле.
Бейегәнең булмаһа ла
Оҫта баҫаһың әле.
Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән буйлап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп - беренсе!
Тау башында тары,
Яп(ы)рағы һары.
Төш тә бейе, төш тә бейе,
Таҡмаҡ әйтербеҙ тағы.
Анда баҫа бейеүсе,
Бында баҫа бейеүсе.
Беҙҙең бейеү көйҙәренә
Өҙә баҫа бейеүсе.
Шипа тауышы килә,
Шипа тауышы килә.
Быйма кейеп бейеһә лә
Итек тауышы килә.
Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,
Әйләнәбеҙ бит бергә.

Автор:
Читайте нас: