-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...»

Уның концерттарына халыҡ ағылып йөрөй... Бер аҙ моңланып та, һағышланып та, үҙебеҙсә рәхәтләнеп бейеп күңел асып та ҡайта... Тамашасыһының күңелен тоя, кәйефен күтәрә белә шул йырсы. Бөрйән егете, башҡорт эстрадаһының иң сағыу, иң даланлы йондоҙҙарының береһе Иҙел Нурғәлин менән ҙур булмаған әңгәмә ҡорҙоҡ был юлы.

«Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...»
«Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...»

Иҙел, тулы залдар йыйыусы бик-бик һирәк башҡорт йырсыларының береһе тиҙәр һине... Аңлашылып тора, был өҙлөкһөҙ хеҙмәт, тырышлыҡ емеше. Шулай ҙа үҙендең бына ошондай матур уңыштарға өлгәшеүендең сере ниҙә тип уйлайһың? Һәм ни өсөн бөгөн күптәр тамашасы йыя алмай? Башҡорт эстрадаһына үҫеш өсөн нимә ҡамасаулай?

– Бының әллә ни сере бар тип әйтмәҫ инем! Үҙегеҙ телгә алғанса, бары тик хеҙмәт һәм тырышлыҡ талап иткән критерий ғына. Ойоштороу сифаты, етеҙлек, бар яҡлап мәғлүмәтле була белеү ҙә мөһим! Шулай ҙа сикһеҙ күп көс һәм хеҙмәт түккән артистарҙың һәммәһе лә шәп йырсы тигән һүҙ түгел инде ул. Бары тик ауырлыҡтарға бирешмәй, уңышһыҙлыҡҡа баш эймәй, сит-яттар тәнҡитенә иғтибар итмәй, маҡсатҡа ынтылыу булғанда һәм ҡул һелтәп ҡуймай дауам итә белгәндә генә емеш бирә былар. Әммә башҡорт эстрадаһы хаҡында фекерем үтә хөрт минең. Эстрадабыҙ бөгөн үҫеш юлында тип әйтергә булалыр тим. Шулай ҙа үтә яй темп менән, әлбиттә... Яҡшы ойоштороусылар, шәп продюсерҙар юҡлығының касафатылыр инде был. Һәр артист үҙе нисек булдыра ала, шулай эш итергә мәжбүр бөгөн. Шул уҡ ваҡытта, йыр һәм клиптарҙың, сифат йәһәтенән, кимәле лә яҡшыраҡ булыуы мөһим.

Сәхнәгә нисә йәштә аяҡ баҫтың? Үҙеңдең, йырсы булараҡ, үҫеш этаптарың хаҡында телгә алып үт әле. Моғайын, ошо кимәлгә

етеү еңел генә бирелмәгәндер... Бөгөн һин ниндәй этап кисерәһең? Һәм тағы ла нимәләргә өлгәшергә теләр инең?

– Сәхнәгә тәүге тапҡыр 5 йәштәр тирәһендә сыҡҡанмындыр. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта ауыл клубында булды ул. Үҫеш этаптары тип ауыҙ тултырып әйтә алмайым, әммә кисәге Иҙел менән бөгөнгө Иҙел араһында мотлаҡ айырма бар. Баштараҡ кемдәргәлер эйәреп кенә йөрөһәм, ҡайҙа саҡыралар шунда ғына барһам, бөгөн инициатива тулыһынса үҙ ҡулымда тип әйтә алам. Үҙемә үҙем хужамын. Әммә эшләйһе лә эшләйһе бар әле...

Үҙеңден остаздарың тип кемдәрҙе әйтә алаһың? Вокал йәһәтенән... Концерт эшмәкәрлеге йәһәтенән...

– Остаздарға килгәндә... Мин профессиональ йырсы-вокалист түгел. Ул яҡтан мин остаздарҙан мәхрүм кеше. Баянсы һөнәрен үҙләштерҙем. Һәм шуның менән бәхетлемен дә. Музыкаль грамотаны белеүем йыр ижад иткәндә бик кәрәк. Концерт ойошторорға ла төртөп күрһәтеп өйрәткән кеше булманы. Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...

Тамашасы концертҡа йөрөмәй тип ғәйеп ташлау дөрөҫмө ул?

– Хәҙерге заманда бер кем бер кемгә бер нимә лә тейеш түгел. Концертҡа халыҡ килмәй икән, бында халыҡ түгел, ә артист үҙе ғәйепле.

Башҡортостандан ситтә гастролдәр менән йыш булаһыңмы? Башҡорт эстрадаһын үҙебеҙҙән ситтә ҡайҙа ихлас ҡабул итәләр?

– Башҡортостандан тыш Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренә, Татарстан яҡтарына ла гастролдәр менән сығабыҙ. Йылына бер Себер яҡтарына ла барып ҡайтабыҙ. Айырып ҡына әйтеп булмай. Аллаға шөкөр, һәр тарафта ла матур ҡабул итәләр. Рәхмәт уларға!

Продюсерың бармы? Ғөмүмән, ижади командаң менән дә таныштырып үт әле?

– Алда әйтеп үткәнемсә, беҙҙә емертеп эшләрлек продюсерҙар юҡ кимәлендә. Миндә лә юҡ инде ул. Ижади командаға килгәндә бик талантлы, креатив кешеләр менән эшләүемә сикһеҙ шатмын. Йырсыларҙың да, музыканттарҙың да иң яҡшылары һәм талантлылары миндә эшләй тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.

Гастролдәр мәлендә булған берәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға хаҡында ла һөйләп үтерһең, бәлки?

– Гастроль тормошо үҙе бер мажара инде ул. Иҫкә төшөрөп һөйләй башлаһаң, китап яҙырлыҡ... Шуға был темаға туҡталып тормайыҡ инде...

Ҡайһы бер башҡорт йырсыларының татар телендә йырлауына нисек ҡарайһың?

– Булдыра алалар икән, әйҙә йырлаһындар. Бик ыңғай ҡарайым. Музыканың теле юҡ. Камиллыҡтың сиге юҡ тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит...

Һинеңсә, ни өсөн беҙҙең халыҡ татар йырсылары концертына өҫтөнлөк бирә?

– Беҙҙекеләрҙән айырмалы рәүештә, уларҙа ойоштороу кимәле юғары булыуы, пиар, реклама йәһәтенән ҙур эш алып барылыуы, зауыҡлы программа, сәхнә биҙәлеше, ижади команда һәм башҡа күп сәбәптәр өҫтөнлөк итеүе арҡаһындалыр, тип уйлайым...

Сәхнә образдары өҫтөндә нисек эшләйһең? Стилистарға мөрәжәғәт итәһеңме?

– Быға тиклем образ тигән төшөнсәгә бик иғтибар бирмәнем. Әммә ваҡыты-ваҡыты менән, һис шикһеҙ, стилистарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки замандан артта ҡалырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең халыҡҡа артығын ҡыланыу ҙа килешмәй. Сама булырға тейеш.

Шәхси тормошоң, ғаиләң хаҡында ла һөйләп үт әле.

– Ғаиләлемен, Аллаға шөкөр...

Йырҙы һайлағанда иң тәүҙә нимәгә иғтибар итәһең?

– Репертуарымда йырҙарҙың 90% үҙем ижад иткән йырҙар. Шуға ла мин йырсы түгел, ә автор-башҡарыусы тип әйтһәм, дөрөҫөрәк булыр. Йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә, аранжировкаһы ла сифатлы булһын тип тырышам.

Йырҙан, сәхнәнән тыш тағы ла нимәләр ҡыҙыҡһындыра? Нимәләр илһамландыра?

– Юл йөрөү, тәбиғәт, студия эштәре – үҙе ял һәм илһам сығанағы инде ул.

Холҡоңдағы ниндәй сифат өсөн рәхмәтлеһең һәм ҡайһы һыҙатың ҡамсаулап ҡуя?

– Талапсанлыҡ,маҡсатҡа ынтылыш, ихтыяр көсө булыуына сикһеҙ ҡыуанам инде мин... Ә инде ҡайһы берҙә башҡаларға ҡарата ышанып барыусан, йомшаҡ булыуым өсөн көйөп тә алам...

Ир-атты һәм шәхсән һине нимә илата ала?

– Ир-ат та әҙәм балаһы, йән эйәһе бит. Уның да йөрәге һәм күңеле бар. Төрлө кеше төрлөсә була инде. Шәхсән үҙем һуңғы тапҡыр ҡасан ныҡ итеп илағанымды хәтерләмәйем, әммә, хис-тойғоға бирелеүсән кеше булараҡ, күңел тулып киткән саҡтар ҙа йыш була.

Берәйһенә бик ныҡ хәтерең ҡалып, дуҫлыҡты өҙөргә тура килгәне булдымы?

– Кешеләр менән конфликтҡа инеп бармайым. Тәрбиә шулайҙыр, күрәһең. Был сифат өсөн атай-әсәйемә мең рәхмәт!

Концерттарға йөрөргә ваҡытың ҡаламы? Үҙең ниндәй тамашаларға өҫтөнлөк бирәһең?

– Форсат булғанда тамашаларға йөрөгә тырышам. Күпселек эстрада концерттарына өҫтөнлөк бирәм. Сөнки тәжрибә уртаҡлашыу, сағыштырып ҡарау, фәһем үә үрнәк алыу беҙҙең эштә бик кәрәк...

Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Һиңә аратабан да әүҙем ижади үҫештә булыуыңды, ҙур-ҙур сәхнәләр яуалауыңды теләйбеҙ!

Г. Батыршина ("Тамаша" журналы, 2-2024 й)

Автор:
Читайте нас: