Радик Динәхмәтовты мин сәнғәтебеҙҙең выжданы тип атар инем. Әхләки яҡтан унан да сафлыраҡ кеше юҡтыр был донъяла. Хәрби операцияға ул йөрәк ҡушыуы буйынса китте. Бығаса йыл ярым филармонияның тынлы оркестры составында төрлө райондарға һәләк булған һалдаттарҙы ерләүҙәргә йөрөнө. Түҙмәне, китте. Санитар булһа ла, булмаһа ла, ул теләһә кемде йылы һүҙе, уҡыған доғаһы, көйләгән мөнәжәте менән дауалай ала. Унда шундай сихри көс бар.
Сәнғәт фәндәре докторы Гөлназ Ғәлина.