+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!

Алһыу Бәхтиева, Иршат Фәйзуллин, Әлфиә Юлсурина, Резида һәм Зәбирә Әминевалар олаталары хаҡында:

Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!
Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы,
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева:

Ҡартатайым (Әтекәйем) - Әҙеһәмов Абдулла Бәхтеғәни улы 3 һуғышта ҡатнашҡан - Беренсе донъя, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышында - ғүмеренең 10 йылы һуғыш яландарында үткәргән.
Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда ҡартатайым үҙе теләп китә. Был инде ҡартатайымдың, 46 йәшлек ир-уҙамандың, ғүмерендәге өсөнсө һуғыш була. Ул генерал Рокоссовский бригадаһында һуғыша, әммә Рязань, Ржев ҡалалары өсөн барған һуғышта, Березина йылғаһы аша сыҡҡанда, ҡаты яралана. Яугирҙы комиссовать итеп, ҡайтарып ебәрәләр. Ныҡ ябыҡҡан, һурыҡҡан атаны алты балаһы һәм ҡатыны Хафизә танымай тора. Ҡартатай ҡайта, ә улы Тауфиғы әйләнеп ҡайтмай. Ун туғыҙ йәшлек физика-математика уҡытыусыһы Смоленск ерендә ятып ҡала. Бары бер хаты ғына тороп ҡала. "Әти, әни!Туғандарым! Барығыҙға ла һағынышлы сәләмдәремде ебәреп, эшегеҙҙә ҙу руңыштар теләп ҡалам! ... Һеҙ ҡайғырмағыҙ, күҙ йәше түкмәгеҙ... ер йөҙөндәге иң ҡурҡыныс дошманҡа ҡаршы торорлоҡ ул үҫтергәнһегеҙ... беҙ еңәсәкбеҙ!" - тигән юлдары ғына киләсәккә өмөт менән йәшәгәнлеген күрһәтә. ӘТЕКӘЙЕМ ҡатыны – ҡартәсәйем Хафизә менән тағы ла ике балаға ғүмер биреп, бөтәһе 8 бала үҫтереп, кеше итеп, тормош юлына баҫтырғандар.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Фәйзуллин "Үлемһеҙ полк" сафында: Ҡартатайым - Сәғит Фәйзулла улы Фәйзуллин 1906 йылда, крәҫтиән ғаиләһендә тыуа  6 йәшенән генә үкһеҙ етем ҡалып, доньяның әсеһен татып үҫә. Һуғышҡа киткәндә инде, ғаиләһе, дүрт балаһы була. Бөтә һуғыш юлын ут-һыу кисеп, янып-туңып, ҡан ҡатыш тупраҡ һулап, батырҙарса уҙып, Еңеү менән ҡайта.
Ейәндәренә, бүлә-бүләсәләренә орден-миҙалдары  тере тарих булып ҡалды.

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Әлфиә Юлсурина "Үлемһеҙ полк" сафында: "Атайымдың бер туған ағаһы - Ҡолдәүләтов Фәсхетдин Хәлфетдин улы. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем яуҙа була, бик ҡаты яраланып ҡайта".

Яратҡан йырсыларыбыҙ Резида һәм Зәбирә Әминевалар:Олатайыбыҙ алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы, үҙ заманына күрә белемле булған ғаиләлә тыуып үҫкән.
Атаһы, Абдрахман олатайыбыҙ беренсе ауыл советы рәйесе була, уландарында патриотик рух һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Оло яуға киткәндә олатайыбыҙ Таҡыя сусаҡ ҡаяһына баҫып ҡурай уйнаған. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уның ауылдаштарына һуңғы тапҡыр уйнап ишеттереүе була...

Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!
Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!
Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!
Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!
Рәхмәт, олатай, тыныс күк өсөн!
Автор:
Читайте нас: