+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йән докторы – Азамат Тимеров

Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәт донъяһы, күптән түгел генә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Тимеров Азамат Камил улының, ошо яҡты донъяларҙа 55 йыл инде моңло ауазы менән ҡыуандырып йәшәүен билдәләп уҙҙы.

Йән докторы – Азамат Тимеров
Йән докторы – Азамат Тимеров

Уны ҡотларға йыйылған дуҫтары, туғандары, коллегалары ауыҙынан, һөйләшеп ҡуйғандай, тик бер генә һүҙ яңғырай:

– Һин бит күңел докторы!

– Һинең менән шундай күңелле, рәхәт!

– Һин ошо булмышың менән беҙҙе дауалайһың...

– Һин эшкә килмәгән саҡта беҙгә ауыр, илһам юҡ...

– Нисек һин шулай, бер һүҙ менән генә, барыһын да көлдөрә алаһың?

 

Ысынлап та, нисек шулай? Беҙ бит уны комик тип түгел, ә халыҡ йырҙарын иң шәп башҡарыусы халыҡ йырсыһы тип кенә беләбеҙ.

Ә асылында, мәрхүм Илшат Яхин һөйләүенсә, концерттарҙа, хатта драматик оҙон көйлө халыҡ йырын йырлап торған саҡта ла, баянда уйнап тороусы эргәһенә килеп, бер генә ҡыҙыҡ реплика ташлап, ҡылыҡты ҡылып китергә өлгөргән ул Азамат.

– Эй, торола ине, шунан, көлөп ебәрмәҫ өсөн ҡыҙара бүртенеп, шартлай яҙып. – тигәйне Илшат.

Ә, тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Морат ҡыҙы Тимерованың тыуған ауылына килеп төшһәләр, Әмин ауылында йәшәүселәрҙең барыһы ла, Тимеровтар ғаиләһе машинаһы ауыл осонда күренеү менән, «Кейәү килде!» тип, күңелле йылмая, юҡҡа ғына ла көлә-шаяра, һәм, тиҙерәк Азаматтың ҡайныһы Морат бабай өйө яғына ыңғайлай башлай икән.

Ниндәй көс тарта бар ауыл халҡын, яратҡан кейәүҙәре янына?

Халыҡ йырсыһының ниндәй һәләте, барса дуҫ-иштәрен йылмайырға мәжбүр итә?

Азамат Камил улы менән аралашҡан саҡта, был хәлдәргә төшөнөүе ҡыйын түгел. Бер һүҙ өндәшмәй генә торған сағында ла, ҡараштарынан ниндәйҙер йылылыҡ, мыйыҡ аҫтынан ниндәйҙер йән дауалар ауаз ишетелере тойолоп тора.

 

Әсәһе менән атаһының йыр-моңға булған һөйөүе улдарына күсеп, үҙен белә-белгәндән йыр тыңларға яратып үҫә Азамат. Биш бала үҫкән ғаиләлә йырға һәләт барыһында ла була, тик, башҡалар ниңәлер, йырламай. Ауылға килгән тамаша, концерттарға, еңмешләнеп, ата-әсәһенә йә ағаларына эйәреп бара ул. Залда урын булмаһа, сәхнә алдындағы иҙәнгә ятып ҡарай йырсылар сығышын.

Нәҫелдән тапшырылған һәләт һәм өйҙәге тәрбиә йыр ҡанатлы бала үҫтереүсе оя була ла инде. «Әсәйем Әбйәлил районы Таштимер ауылында тыуған. Данлыҡлы Хызыровтар, йәғни йырсылар нәҫеленән. Думбыра сиртеп, гел генә йырлап йөрөр ине. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, уны Семеновск ауылына йүнәлтмә менән эшкә ебәрәләр һәм атайым менән танышып, ғаилә ҡоралар. Ә атайымдың атаһы Сәғәҙей ҡартатайым бик оҫта ҡурайсы булған, еҙ ҡурайы менән төшкән фотоһы ла бар. Атайым гармунда уйнаны, халыҡ йырҙарын да еңел генә итеп башҡарҙы. Тыны иркен ине. Икеһен дә ауылдың үҙешмәкәр артисы тип әйтергә була», – тип, яҡындарын хәтерләп, иҫтәлектәргә бирелә халыҡ йырсыһы.

 

Ҙур сәнғәткә тальян гармун, баян аша килә ул. Балалар баҡсаһында уҡ, аккордеон кеүек музыка ҡоралында уйнап, үҙ аллы бейеү көйҙәре сығара. Унда эшләгән әсәһе: «Шаулама, башҡаларға ҡамасаулайһың бит!» – тип тыйғанға, иркенләп уйнар өсөн асҡыс һорап алып, иртә менән бара кескәй Азамат. «Был бала бик талантлы булмаҡсы!» – тигән һүҙҙәрҙе лә, тәүләп шул саҡта ишетә. Ә күршеләрендә генә йәшәгән Йомағужа тигән олатай малайҙың ынтылышын күреп, тальян гармунын биреп тора. Өйҙә генә уйнап күңел булмай, яҙ етеп, ҡояш ҡыҙҙыра башлаһа, ҡыйыҡ башына менеп, уйнай башлай. Йәй ҡапҡа төбөнә сығып уйнаһа, урам халҡы, йәштәр йыйылып китеп тыңлайҙар. Хуплап, гармун күрегенә аҡса һалһалар, тағы ла дәртләнеп китеп уйнарға тотона йәш үҫмер.

Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуын да хәтерләп көлөп алды әңгәмәсем. «1-се класта уҡығанда, ата-әсәләр йыйылышы алдынан концерт ҡуйырға тейеш инек. Мин таҡмаҡтар уйнарға өйрәндем. Алып барыусы ҡыҙ сыҡты ла: «Азамат Тимеров башҡарыуында халыҡ көйҙәренә теҙмә!» – тип иғлан итте. Сәхнәгә сығып ултырҙым да ниндәй көйҙән башларға белмәй, аптырап ҡалдым. Ҡул сабалар, «башла» тип ҡысҡыралар. Ә мин башымды эйеп тик ултырам. Уҡытыусыбыҙ Нәғимә Ниғәмәт ҡыҙы ахыры: «Ярай, Азамат икенсе концертта уйнар», – тип етәкләп алып сыҡты. Ҡайтырға сыҡҡас, әсәйем: «Ниңә уйнаманың, улым?» – тип һораны. Ҙур репертуарым булғандай: «Нимә уйнарға икәнен әйтмәнеләр бит», – тигән булдым».

 

Йәйге каникулдар ваҡытында, йыл да, әсәһенең тыуған ауылы Таштимергә ҡунаҡҡа баралар. Бер барғанында уға, талантын, киләсәктә сәнғәт юлынан китерен күҙаллаптыр, баян бүләк итәләр. Ҡушылып йырлар өсөн уңайлы, төрлө тауыш тоны һайлап булған музыка ҡоралы ҡулында булғас, йырлай башлай Азамат. Йырға ла таланты барлығы асыҡланғас, малайҙың күңеле сәхнәгә, йыр донъяһына тартыла. Тик, мәктәпте тамамлаған ваҡытта, сәнғәт юлынан китеүенә атаһы риза булмай. «Ундай тормош – тормош түгел инде ул!» – тип әйтә ул. Шуға ла, Азамат, Баймаҡ һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерергә булып китә. 1987 йылда әрме сафына алынып, ҡайтҡас, ауылдағы алтын йыуыу фабрикаһына һөнәре буйынса эшкә урынлаша.

 

Тик моңло күңелгә нимәлер етмәй. Район мәҙәниәт йортонда Азаматтың матур йырлағанын белеп ҡалып, концерттарҙа ҡатнашырға саҡыра башлайҙар. Эшләп йөрөгән еренә, Азаматтың бер үҙен алыр өсөн, хатта «Кубань» автобусы, торараҡ, «Москвич» машинаһы ебәрәләр. Рәхәтләнеп йырлаған егетте мәҙәниәт йортона эшкә лә саҡыралар, тик, махсус белеме булмағас, баҙнат итмәй. Көтмәгәндә, Баймаҡ районы Яковлевка ауылында үткән йырсылар конкурсында 1-се урын яулап, транзистор менән бүләкләнгән егетте композитор Юлай Моратов күҙ уңына ала. Күп тә үтмәй, Сибайҙан велосипед менән Азаматтың ауылына килеп, Рәмил Ҡолдәүләтов шиғырына ижад иткән «Һыулы үҙәк» йырын тәҡдим итә. Оҙаҡ һөйләшеп ултырып, ул егетте сәнғәт училищеһына барырға өгөтләй. Атаһы ла, улының толҡа тапмай йөрөгәнен аңлағандыр инде, ҡаршы төшмәй. Һәм Азамат документтар туплап, Өфөгә сығып китә. Уҡыу йортонда конкурс бик ҙур була. Үҙе баянда уйнап, башҡорт халыҡ йырҙары «Азамат»ты, «Ильяс»ты башҡарған егеттең ярылып ятҡан талантын күреп, уҡыу программаһын ҡыуып етеү шарты менән, тура 2-се курста уҡый башларға тәҡдим итәләр. Вокал уҡытыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Джон Мусин була. Дәүләт имтихандарында инде, Азамат Тимеров итальян, рус телдәрендә йырлай, тағы ла, башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды башҡара. Комиссия рәйесе Баныу Вәлиева: «Бишле»нән дә юғарыраҡ баһаға лайыҡһың!» –  тигән ҡанатландырғыс баһа бирә.

Әңгәмәсем студент йылдарының күңелле хәтирәһе менән уртаҡлаша: «Бер нисә аҙна уҡыу менән студенттарҙы ниндәйҙер колхоздың сөгөлдөрөн йыйырға алып киттеләр. Ә Юлай ағай Моратовтың «Һыулы үҙәк» йырын студияла яҙҙырып, радиоға тапшырған инек. Эфирға сығасаҡ ваҡытын алдан әйттеләр. Шуға уны баҫыуҙа, курсташтар менән бергә, бүләк транзистор аша тыңланыҡ. Ул саҡта йәшләй генә радиоға йыр биреү күренеше юҡ ине, шунда уҡ «йондоҙ»ға әүерелдем. «Һин ниңә уҡырға килдең ул? Былай ҙа йырлайһың бит!» – тип хуплап, көлөштө курсташтар.

Азамат Тимеровтың ҙур сәхнәгә юлдары шулай башлана. Тәүге сығышы – Өфө ҡалаһында 1992 йылда «Яҙғы моңдар» конкурсында була. Бик көслө йырсылар ҡатнашҡан конкурста «Урал» йырын башҡарып лауреат була. Унан инде бер-бер артлы, 1995 йылда – «Татар йыры» Халыҡ-ара конкурсы (Ҡазан), 1996 йылда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сибай), 2000 йылда Ҡырғыҙстандың Ҡара-күл ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара фольклор көйө конкурсы лауреаты булып дан ҡаҙана. Йыр донъяһының сағыу аҫылташы булараҡ, 1997 йылда атҡаҙанған артист, ә инде 2006 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме бирелә.

 

Ғүмерлек тормош юлдашын да Өфөлә, уҡыу йортонда таба Азамат Камил улы. Уҡырға килеү менән «Баймаҡтан бер ҡыҙ бар», тип һөйөнсө алалар Азаматҡа. Танышыу өсөн уны эҙләп, бүлмәһенә барған егет, ҡыҙ өйҙә булмаһа ла, көтөп ултыра. Ишектән инеп, күреү менән, Нәсимә егетте атаһына оҡшатып ғәжәпләнә. Танышып, бер аҙ һөйләшеп, баянда уйнап, йырлашып ултыра торғас, Нәсимә иң тәүҙә яҡташының йырлауына ғашиҡ була. Ярҙамсыллығы, ихласлығы менән күңелен яулаған ҡыҙыҡайға Азаматтың да мөхәббәте уянып, дуҫлыҡ тәҡдим итә. Йәйге каникулға ҡайтҡан арала егет бер аҙнала буласаҡ ҡайны-ҡәйнәләре менән танышып, икенсе аҙнала барып, никах уҡытып та ҡуя. Теле-телгә йоҡмай, әңгәмә хәбәрҙәре менән көлдөрөп ултырған егеттән шикләнеп «Тәүҙә уҡып бөтөгөҙ әле!» – тип ҡаршы төшөп маташҡан ҡайныһына баян уйнап, йырлап күрһәткәс, ул, һоҡланыуынан, ризалығын биргәнен һиҙмәй ҙә ҡала.

Быйыл был матур ғаиләнең бергә-бергә, кешеләрҙе һоҡландырып, туғандарҙы ҡыуандырып йәшәүенә 30 йыл!

«Аллаға шөкөр, ике ул үҫтерҙек. Урал улымдың йырға, моңға һәләте булһа ла, сәнғәт юлын һайламаны. Хәйер, бейеү менән шөғөлләнә. Ә кесе улым Арыҫлан йырлай, саксофонда уйнай, көйҙәр ижад итә. Танылыу яулай барған йәш йырсы булған улымдың халыҡ йырҙарына һөйөүе көсәйгәненә бик шатмын», – ти атай кеше.

Сәнғәт училищеһын тамамлағас, юғары белем алып, опера йырсыһы булырға хыяллана Азамат. Сөнки тәү осор аңлап етмәһә лә, тыңлай-тыңлай, опера сәнғәте оҡшай башлай. Шулай ҙа, училище тамамлаған йәш ғаилә, фатир бирәбеҙ, тип, саҡырып торған Сибайға юллана. Ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһенән һуң, өс бүлмәле фатирлы булыу ул саҡта төшкә лә инмәгән, хыял да итмәгән хан һарайы кеүек тойола. «Зиннур ағай Йәрмөхәмәтовҡа рәхмәт, урыны ожмах түрҙәрендә булһын! Ул көндәрҙе иҫләһәң, иҫ китерлек инде. Өс бүлмә, йыһаз юҡ, аҡса ла наҡыҫ. Иң тәүҙә бәләкәй генә карауат һатып алдыҡ. «Яҙғы моңдар» конкурсында ҡиммәтле баян менән бүләкләгәйнеләр, шуны һаттым. Аҡсаһына һыуытҡыс, диван, стенка, телевизор алдыҡ. Һәм беҙ йәш артистар араһындағы иң бай кешеләргә әүерелдек тә ҡуйҙыҡ!» – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Азамат Камил улы.

Сибай дәүләт филармонияһының тәүге артистары була Тимеровтар. Филармонияны оло юлға сығарыусылар рәтендәге башҡа бик күп талантлы йырсы, бейеүселәр менән бергә гөрләп ижад итәләр.

Сибайҙы һайлағанға һис үкенмәй улар. Яңы асылған филармонияла ҡолас ташлап, рәхәтләнеп эшләйҙәр. Йыл һайын тигәндәй сольный концерт программаһы сығаралар, гастролдәргә йөрөйҙәр. Һәр яҡтан иғтибар үҙәгендә була талантлы артистар.

14 йылдан һуң ҡабат Өфөнө яулау – күңел талабынан бигерәк, үҫешкә илткән юл була Тимеровтар ғаиләһе өсөн.

Балалар үҫә килә белем алыу өсөн барыбер Өфөгә юлланасағын уйлап йөрөгәндә, ғаиләне «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә саҡыралар. Был – ҡуҙғалып сығып китергә сәбәп була ла ҡуя. Тимеровтарҙың Өфөләге тәүге эш урыны, шулай итеп, «Мираҫ»та була. Тик ансамблдә эшләргә өйрәнеп китә алмай улар. Үҙҙәренең студияһын асып, гастролдәргә йөрөргә булалар. Маршрут ҡағыҙы алырға Мәҙәниәт министрлығына барған саҡта, Башҡорт дәүләт филармонияһынан эш тәҡдим итәләр. Азамат яңы асылған эстрада төркөмөнә етәксе итеп тәғәйенләнә, ә Нәсимә йырлауҙан тыш администратор вазифаһын да башҡара.

Хәҙер инде, халыҡ ихтирамын ҡаҙанған сәнғәт аҡһаҡалы булараҡ, Азамат Камил улының йәштәргә кәңәш бирер тәжрибәһе, оҫталығы етерлек. «Башҡорт йыры», «Ирәндек моңдары» кеүек мәртәбәле, ҙур конкурстарҙа жюри булараҡ та үҙ һүҙе бар.

«Йыр һүҙҙәренең – мәғәнәһе, көйөнөң гармонияһы булырға тейеш. Шуға ла мин һуңғы йылдарҙа башлыса халыҡ йырҙарын, үҙебеҙҙең композиторҙарҙың классик әҫәрҙәрен башҡарам. Халыҡ ижады – ул сәнғәт башланғысы, нигеҙе, шуны оноторға ярамай. Ә эстрада мәңгелек түгел, тыуып тора, юғала бара. Ә йәштәрҙең үҙ алымы. Улар күберәк Европа йүнәлешен тыңлайҙар, шуға ла, аңлап бөтмәгән хәлдә лә, тәнҡитләргә бәхәсләшергә ашыҡмайым», – ти халыҡ йырсыһы. Һуңғы ваҡытта, улы, танылыу яулай барған йәш йырсы Арслан Тимеров менән бергәләп тә бик күп дуэттар эшләйҙәр. Ижадҡа кәртәләр юҡ. Тимеровтар заман һулышын тойоп, халыҡ моңдарына һөйөүҙе киләсәк быуынға тапшырып, йән дауаһы булыр йырҙар яңғыратып, мең сауаплы ғәмәлдәр менән ҡыуандыра тамашасыны. Уңыштар ғына теләйбеҙ.

Миләүшә Ҡыҙрасова, "Тамаша" журналы, №2-2024 й.

Йән докторы – Азамат Тимеров
Йән докторы – Азамат Тимеров
Автор:
Читайте нас: