+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ

Күп артистарҙың артист булып китеүҙәре ябай ғына осраҡлыҡтан башлана: тап мәктәпте тамамлаған йылда театр факультетына курс йыйыуҙары хаҡында иғлан күреп ҡалалар ҙа, ни булһа ла булыр, тип документтарын алып барып бирәләр һәм «йырлап» ҡына уҡырға инеп китәләр. Әммә артист тормошоноң алҡыштарҙан һәм балҡыштарҙан ғына тормағанын аңлағас та осраҡлы рәүештә һайлаған һөнәрҙәрен алмаштырырға ашыҡмайҙар. Яйлап өйрәнеп киткәнгә, яҙмышына күнгәнгә, башҡа һөнәр белмәгәнгә лә түгел – ижад кешеһе ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ ине – сәхнәһеҙ йәшәй алмағанын аңлағанға, үҙ асылын сәхнәлә тапҡанға. Салауат Башҡорт драма театрының быйыл илленсе ғүмер үрен артылған актеры Фәтих Ҡолһарин да үҫкән сағында артист булам тип хыялланмай. Тик бына бала саҡ дуҫы Данир Ғәйнуллин менән бергә тарих өйрәнеп, ауылдарының тирә-яғындағы убаларҙа археологик ҡаҙыныуҙар «үткәргән» саҡтарында, «тарихи дөрөҫлөк»тө, ниңәлер, береһе – «экспедиция»лар ойоштороп, икенсеһе хан йә бей булып уйнап «тергеҙәләр». Һуңынан Данирҙың – тарихсы-археолог, Фәтихтең артист булып китеүен осраҡлыҡ тип әйтеп буламы ни?! Дуҫын «Иҙеүкәй менән Мораҙым» спектаклендәге Иҙеүкәй ролендә тарихи шәхесте оҫта һынландырыуын күреп, «бала саҡ хыялын уйнаны» тип баһалаясаҡ һуңынан Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Кемдең нимәгә һәләтле икәнлеге бала саҡта уҡ, үҙебеҙ уйлап сығарып уйнаған ролдәрҙә тоҫмаллана шул. Буласаҡ уҡытыусы ҡурсаҡтарын «уҡыта», буласаҡ археолог – тикшеренеүҙәр үткәреп уйнай. Буласаҡ артисты ла уйынынан таныйҙар. Фәтих тә бәләкәйҙән артист булып «таныла». Апайҙарына эйәреп кенә мәктәпкә бара ла: «Мине лә уҡырға алығыҙ инде, ҡартаям бит», – тип илай. Йәлләйҙәр Фәтихте – алты ғына йәшенән уҡырға алалар. Ышандыра алғандыр, күрәһең. Хәҙер инде ул – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин.

ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ
ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ

– Фәтих, һинең үҙеңдән алда фамилияң йөрөй. Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылынан сыҡҡан Ҡолһариндарҙың нәҫел шәжәрәһен яҙыусы, мәртәбәһен арттырыусы, ҙур уңыштарға өлгәшкән уңышлы апайҙарың бар. Апайҙарыңдың түгел, ә фамилияңдың ижадыңа ыңғай йоғонтоһо бармы, әллә әҙәби-мәҙәни даирәлә, медиакиңлектәрҙә апайҙарыңдың исем-шәрифтәре яңғырап тороуы ниндәйҙер уңайһыҙлыҡтар тыуҙырамы?

– Ҡолһарина фамилияһына тоғро апайҙарым булыуы ла нәҫелем өсөн ғорурлыҡ уята, әлбиттә. Фамилиямдың, апайҙарымдың исем-шәрифтәренең йыш яңғырап тороуы ижадыма ярҙам иткәндерме-юҡтырмы – уныһын әйтә алмайым, ул хаҡта бер ҙә уйлап ҡарағаным юҡ, сөнки артист һөнәре иң тәүҙә һинең шәхси мөмкинлектәреңә бәйләнгән. Һөнәр һайлаған саҡта ла: «Сәхнәнән Ҡолһарин фамилияһы нисек яңғырай икән?» – тип самалап ҡарағаным булманы. Ауылдан сығып киткәндә Фәтих инем инде, хәҙер Ҡолһаринмын. Һайлап алырға мөмкинлек булһа, Ҡолһарин фамилияһын һайлар инем, ә бала саҡта фамилияң хаҡында әллә ниндәй етди уйҙарға бирелмәйһең бит. Нәҫел-шәжәрәң, фамилияң алдындағы яуаплылыҡты үҫә килә аңлайһың, нисек тә уға тап төшөрмәҫкә тырышаһың. Исем-шәрифең яңғырай башлағас, фамилияң алдындағы яуаплылыҡ, яуаплылыҡ менән ғорурлыҡ та арта. Мин дә «фамилиям йырлап торған һымаҡ», тип уйлағанмындыр күп булһа. Хәҙер уның саф башҡортса моңло яңғырашы хаҡында ғына түгел, ә ул фамилияға йәшеренгән ниндәйҙер сер хаҡында ла уйланам. Йәшәргә көс бирәлер кеүек миңә фамилиям. Ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп тыуғанда, исем-шәрифең, нәҫелең, атай-олатайҙарың һоҡланырлыҡ ғәмәлдәр хаҡында уйланаһың. Кешенең эске тотанағы, рухи ныҡлығы тап нәҫелең, фамилияң алдындағы яуаплылыҡты аңлауҙан яралалыр ҙа әле, бәлки.

– Сәхнә алиһәһе Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова класында уҡыу насип булған. Уҡырға ингән саҡта уның ҡулына эләгеүҙең бәхет икәнлеген аңлай инеңме? Гөлли Арыҫлан ҡыҙынан алған ниндәй һабаҡтар һине артист булараҡ асырға ярҙам итте?

– Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ҡулына эләгеү бәхет булған, әлбиттә! Балалығыбыҙға барып, бәлки, Гөлли Арслановнаның кимәлен баһалай ҙа алмағанбыҙҙыр, беҙҙә сәхнә алиһәһе ҡулында уҡыуҙың бәхет икәнлеген аңлауҙан бигерәк, уға һоҡланыу, уны мөкиббән китеп яратыу көслөрәк булғандыр. Тәүге көндән алып үҙен тотошо, мөләйемлеге, һөнәренә бирелгәнлеге, сәхнәгә, һүҙгә, актер һөнәренә тәрән хөрмәте, донъяға ҡарашы, дәрәжәле һауалығы, бөйөклөгө һәм шул уҡ ваҡытта ихласлығы һәм ябайлығы менән әсир итте ул беҙҙе. Беҙгә һәр ваҡыт: «Балаҡайҙарым!» – тип кенә өндәште. «Гөлли Арслановнаның курсы!» – тип һөйләнеләр беҙҙең хаҡта (әле лә шулай тиҙәр) – уға булған хөрмәт, йылылыҡ беҙгә лә тәтене. Һәр беребеҙ уның әсәләрсә хәстәрлеген, күңел йылыһын тойоп, беҙҙе күп нәмәгә өйрәтергә теләүен аңлап уҡыныҡ. Унан алған төп һабаҡ – сәхнәлә ихлас булыу, алдашмау, образыңдың тормошо менән йәшәү. Тик бер генә уҡытыусы ла, ниндәй генә талант эйәһе, нисек кенә тәжрибәле булмаһын, булмышына актерлыҡ һәләте һалынмаған студентты һөнәренең бөтә нескәлектәрен белгән артист кимәленә еткереп сығарып ебәрә алмай. Театр факультеты уҡытыусыһы студентының нимәгә һәләтле икәнлеген күреп, йүнәлеш бирә ала. «Минән артист сыҡмаясаҡ, бында яңғылыш килеп эләккәнмен», – тип уйлағандарҙы, уларҙың көслө яҡтарын күрһәтеп, дөрөҫ юлға баҫтыра, сәхнәнән, тамашасынан ҡурҡыу тойғоһон еңергә өйрәтә. Берәүҙе лә йышып, юнып, актер яһап булмай, ул һөнәрҙең нескәлектәренә институтта уҡыған арауыҡта өйрәнеп бөтөү ҙә мөмкин түгел. Ҡулыңа диплом алып, эшләй башлағас та үҙеңде артист итеп тоймайһың әле ул, профессияңдың үҙенсәлектәренә яйлап төшөнәһең. Әле һаман, һәр яңы образға тотонғанда, образды тойомлауымды уҡытыусым күҙлегенән сығып самалап ҡарайым, тик Гөлли Арслановна кеүек сәхнә легендаһының ижад серҙәренә төшөнөп бөтөп булмай. Актер ғүмере буйына уҡыусы булып ҡала, ғүмере буйына уҡый, өйрәнә, сөнки ижад донъяһының иге-сиге юҡ. Уҡытыусыларҙан алған һабаҡтар тураһында һөйләгәндә, Рәфил Рауил улы Нәбиуллин, Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Хөрмәт Ғәззали улы Үтәшевтарҙы телгә алмау мөмкин түгел. Әле уйлап, аңлап ултырам: ысынлап та, беҙҙең курсҡа ниндәй талантлы уҡытыусылар ҡулында уҡыу бәхете яҙған икән дә! Салауат театры өсөн махсус әҙерләнгән курс инек. Театрҙа беҙҙе Вәзих Кашап улы Сәйфуллин ҡабул итте, ул да «Балаҡайҙар!» тип кенә өндәшер ине. Сәхнә донъяһына алып сыҡҡан әсәйебеҙ беҙҙе сәхнәләге атайыбыҙ Вәзих Кашап улының ҡулына тапшырҙы, тиһәң дә ярайҙыр.

– Улдарыңдың береһенә Арыҫлан тип исем ҡушҡанһың. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының хөрмәтенә түгелме?

– Оло улым тыуғас: «Иҙел Ҡолһарин!» – тип ҡабатлай-ҡабатлай, әллә нисә исем араһынан һайлап алдым Иҙел исемен. Уның яңғырашына нығыраҡ иғтибар иттем, шикелле. Матур яңғырай, мәғәнәһе лә матур, киңлек, тәрәнлек бар был исемдә. Ә бына икенсегә атай булғас, телгә килгән тәүге исем Арыҫлан булды. «Улым тыуһа, Арыҫлан тип ҡушам», – тип әйтеү әйтмәгәйнем, әлбиттә. Бәлки, Гөлли Арыҫлан ҡыҙына ҡарата күңелдә йөрөгән рәхмәт тойғоһо аҫҡы аң кимәлендә шулай тауыш биргәндер. Ысынлап та, Арыҫлан тип әйтеү менән, иң тәүҙә Арыҫлан Мөбәрәков күҙ алдына килә бит. Ысын ир-егеттәр генә йөрөтә торған, көс һәм аҡыл бөркөп торған матур исем. Исеме есеменә тура килһен, улым арыҫлан кеүек көслө, таҫыллы, һабыр аҡыллы, ышаныслы булһын, тигән теләктән ҡушылды ул исем.

– Үҙең тыуып үҫкән ғаиләлә ниндәй ҡиммәттәр өҫтөнлөк итте? Ул ҡиммәттәрҙең ниндәйҙәре һеңгән һинең булмышыңа?

– Күп балалы тулы ғаиләлә тыуып үҫтем. Инде үҙем атай булғас, балалар өсөн яуаплылыҡтың нимә икәнлеген аңлағас, уйлап ҡарайым да – аптырайым, аптырау ҡатыш һоҡланам: туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс кәрәк булған атай-әсәйгә?! Күмәк балалы ғаиләлә иң төп ҡиммәт – хеҙмәт тәрбиәһелер ул. Бөтә тәрбиә эш аша бирелә. Олоно – оло, кесене кесе итергә лә эш өйрәтә. Һәр беребеҙҙең үҙенә генә тәғәйен бурысы бар. Атай көнө-төнө колхоз эшендә. Әсәйҙең дә, өйҙә булһа ла, ҡулы һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Шулай ҙа беребеҙҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. «Атайың ҡайтыуға теге йәки был эште эшләп ҡуяйыҡ», – тип әйтеүе генә етә – күмәкләп эшләй һалып ҡуябыҙ. Атай беҙҙең аҙ һүҙле ине, әммә ҡырыҫ булманы – беҙҙе яратыуын тойоп үҫтек. Ҡыш көндәре, колхозда эш бер аҙ тынып торған арала, китап уҡырға ярата ине, шуға беҙҙе лә уҡытырға тырышты. Бала саҡты уйлағанда, иң тәүҙә әсәйемдең йырлай-йырлай шәл бәйләгәне (тауышы моңло ине әсәйемдең), атайымдың һынсыл ҡарашы һәм үҙебеҙҙең шау-гөр килешеп уйнағаныбыҙ күҙ алдынан үтә. Әсәйем 82 йәшенә етеп донъя ҡуйҙы, атайым иртәрәк китте. Бер-беребеҙгә әйтелмәй ҡалған һүҙҙәр, үкенес булып, йөрәктә йөрөй. Үҫкән саҡта һөйләшеп ултырырға, ҡараштарыбыҙ тура килмәгәндә, уртаға һалып һөйләшергә лә ваҡыт булмаған, хәҙер һөйләшеп ултырырға атай юҡ. Үҙ улдарым менән ошо турала йыш һөйләшәм.

– Улдарың ниндәй һөнәр һайланы? Улар театрға йөрөйҙәрме?

– Улар театрға йөрөп үҫте, спектаклдәрҙә ролдәре лә бар ине. Әммә уларҙың актер булыуын үҙем теләмәнем. Һөнәремде яратмағанға түгел – яратам һәм актер булғаныма бер ҙә үкенгәнем юҡ. Ғаиләгә бер актер еткәндер, улдарым ошо юлдан китеп ҡуймаһын, тип теләй торғайным бәләкәй саҡтарында, уларҙың теүәл фәндәргә тартылыуҙарын һәр саҡ хуплап торҙом. Һайлаһалар, ҡаршы ла төшмәҫ инем. Хәҙер улар икеһе лә химик-технологтар, береһе – Мәскәүҙә, икенсеһе – Санкт-Петербургта. Күңелдәрендә йыр-моңға, сәнғәткә урын бар, концерттарға, музейҙарға йөрөйҙәр. «Театрҙы ла онотмағыҙ, ул кешеләрҙе изгелеккә өйрәтә торған изге урын», – тип йыш иҫкәртеп торам.

– Ә ниңә уларҙың актер булыуын телмәмәнегеҙ?

– Актер тормошо тамашасы залынан ҡарағанда ғына матур, ә уларҙың аяҡ-ҡулдары һәр саҡ бәйле. Сәхнәгә сығарған образың һинеке булһа ла, уның идеяһы – драматург менән режиссерҙыҡы. Актер – режиссерҙың ҡулында ошо идеяны һынландырыусы инструмент ҡына, уның үҙ һүҙе, үҙ фекере юҡ. Актерҙың тормошо тағы ла тик артистар ғына белгән, аңлаған бик күп нәмәләргә бәйләнгән. Бына ошо бәйлелектән азат булыуҙарын теләнем улдарымдың.

– Азатлыҡ, тигәндән, мин һине Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһындағы (режиссеры Нәйлә Сәфәрғолова) Илеш образы буйынса хәтерләйем. Йәш инең әле ул ваҡытта. Салауат, Юлай Аҙналин, Пугачев, Язалаусы, Екатерина II кеүек сағыу образдар араһында һинең Илешең, эпизодик роль генә булһа ла, юғалып ҡалманы. Салауатты үлтерергә ебәрелгән Илештең өҙгөләнеүҙәрен, йәш булһаң да, оҫта һынландырғайның. Һуңынан Илештең үҙ атаһы – хыянатсы Байыш тархандың ҡулынан үлтерелеүе әллә ни тетрәндермәне, ә бына Салауатҡа тип ҡайралған хәнйәрҙе ҡуйыныңда йөрөтөүҙән дә ауырыраҡ ғазап юҡ икәнен аңлауҙан күңел трагедияһы кисереүең ышандырҙы. Шуны аңлау үҙеңә лә ауыр булдымы, әллә уны ролеңдең призмаһы аша ғына ҡабул иттеңме?

– Мостай Кәримдең трагедияһында уйнау йәш актер өсөн Шекспир трагедияһындағы роль юғарылығында ҡабул ителгәндер, бәлки. Хәйер, был фекерем менән килешмәҫкә булалыр, сөнки Мостай Кәрим дә – классик яҙыусы, классик драматург, уның философияһы, аҡылы, әҫәрҙәренең, бигерәк тә трагедияларының эшләнеше, Шекспирҙан милли ерлеге менән генә айырылалыр. «Салауат» трагедияһындағы Илеш образы, ысынлап та, ҡапма-ҡаршылыҡлы, фажиғәле образ. Уның эске тетрәнеүҙәрен, аңлаған хәлдә лә, еренә еткереп күрһәтә алдыммы икән? Әҫәр башында ул Салауатҡа ҡаршы һөсләтелгән көсөк кенә. Салауат менән осрашыуҙан уның күңеле баш түбән әйләнә – бынан һуң ул Салауаттың тоғро дуҫы, көрәштәше булырға әҙер. Тик Салауат уға ышанырмы? Эске ярһыуымдың тауышыма сығыуы, үҙемә урын таба алмай сәбәләнеүҙәрем менән Батыр менән Илеш араһындағы айырманы күрһәтә алдым буғай. Режиссерҙың өмөтөн аҡлаған кеүек инем, тик ул заманда Илеш кисергән фажиғәне һынландырыу өсөн йәшерәк тә булғанмындыр, тәжрибәм дә етмәгәндер. Илештең үҙ атаһының ҡулынан үлтерелеү сәхнәһе ни өсөн тетрәндермәгәнен хәҙер аңлайым. Атаһының хыянатсы булыуын, унан бигерәк, ошо мәкерле уйын үҙ улының ҡулдары менән эшләтергә теләүен аңлауҙы күрһәтә алмағанмын. Ә бит ул – Илештең төп фажиғәһе. Бөгөн ул сәхнәне бөтөнләй икенсе төрлө уйнар инем. Әммә Илеш минең өсөн барыбер ҡәҙерле, сөнки ҙур тәжрибә мәктәбе булды ул образ минең өсөн.

– Театр сәхнәһенә иң беренсе кем һынында аяҡ баҫтың? Тәүге ролең һине ниндәй сифатта асты?

– Диплом спектаклен беҙ Салауат театрының сәхнәһендә әҙерләнек. Гөлли Мөбәрәкова менән Хөрмәт Үтәшев Кальдерондың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» әҫәрен һәм Киплингтың «Маугли» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Тәүгеһендә – Дон Хуан, әкиәттә Балу ролен башҡарҙым. Уңышлы спектаклдәр булды улар, тамашасы йылы ҡабул итте, беҙҙең өсөн уҡытыусыларыбыҙ һөйөндө. Үҙебеҙҙең дә йәш саҡ, донъяларыбыҙҙы онотоп ғашиҡ булған саҡ. Дон Хуандың мөхәббәт хистәрен сәхнәгә алып сығыу әллә ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. «Маугли»ҙың геройҙары ла бала саҡтан таныш – йөҙөп китеп уйнаныҡ барыбыҙ ҙа. Спектаклдәр театр репертуарына алынды һәм беҙ, эшкә килеү менән, гастролгә сығып киттек. Ф.Бүләковтың «Ҡыҙҙар ни өсөн илай?» драмаһындағы Айҙар образы ла тәүге ролем булараҡ иҫтә ҡалған. Айҙар – тиҫкәрерәк холоҡло тәкәббер егет. Ул образ мине актер булараҡ яңы сифатта асты, кире геройҙы үҙ темпераментыма, үҙ мөмкинлектәремә самалап ҡарарға мөмкинлек бирҙе.

– Үҙеңде актер булараҡ тулыһынса асылдым, тип әйтә алаһыңмы? Эске мөмкинлектәреңде тоҡандырып ебәрерлек ролдәр сығарырға тура килдеме? Ниндәй ролдәреңдән уңдың?

– Тулыһынса асылдым, тип әйтеү – үҙ-үҙемдән ҡәнәғәтмен, тигән һүҙ бит инде. Бер актер ҙа үҙен тулыһынса асылдым, тип әйтә алмайҙыр ул, сөнки ижад – иге-сиге булмаған, туҡтауһыҙ үҫеүҙе талап иткән процесс. Әлбиттә, ролеңдән ниндәйҙер ҡәнәғәтлек, ыңғай эмоциялар алаһың, әммә һәр ваҡыт ниндәйҙер икеләнеүҙәр, ролемде асып еткермәнем, тигәнерәк тойғолар ҡала барыбер. Һәм ул шулай булырға тейеш тә. Үҙенән тулыһынса ҡәнәғәт актер үҫеүҙән туҡтай. Ә тоҡандырып ебәрерлек ролдәргә килгәндә, Аллаға шөкөр, күп булмаһа ла, бар улар. Т.Миңнуллиндың «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» (режиссеры – Олег Ханов) трагикомедияһындағы Хисмәтулла образы – шундайҙарҙан. Уға тиклем дә комедияларҙа уйнап ҡарағаным бар ине, бына Хисмәтулла образын мин, ниңәлер, минең өсөн генә яҙылған роль тип ҡабул иттем. Ошонан һуң мине комик актер тип таный башланылар, Э.Йәһүҙиндың «Көтмәгәндә булған хәл» комедияһында Илдар Вәлиев төп комик ролде ышанып тапшырҙы. Англия драматургы Рей Куниҙың «№ 13» комедияһында ла (реж.Эдуард Шахов) төп ролде – Британ премьер министры ярҙамсыһы Ричард Уилли образын уйнарға насип булды. Заманында ул Европалағы иң шәп комедия тип таныла, МХАТ сәхнәһендә лә ҡуйыла ул.

– Хисмәтуллаңды ла күрҙем. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлгә ҡалған премьер министр ярҙамсыһын хәтәр килештереп уйнаған һинең һыныңда бөтөнләй яңы артист асып, спектаклдең башынан аҙағына тиклем көлөп ултырғанымды әле лә иҫләйем. Театрға ҡыҙыҡ эҙләп йөрөүселәр иҫәбендә түгелмен, ул тамашаны ҡарағас, хатта мин дә: «Шәп комедия!» тип ҡайтҡайным. Килешә һиңә комик ролдәр! Һине яңы амплуала күргән үҙ режиссерыңды таптың, тимәк?!

– Тәрән фекерле, тәрән йөкмәткеле сәхнә оҫтаһы Олег Закир улы Хановтың, виртуоз актер Илдар Вәливтарҙың спектаклдәрендә уйнау, улар менән бергә ижад итеү, ысынлап та, бәхет. Улар режиссер булараҡ биргән һабаҡтар онотолмай. Ижад юлымда һәләтле режиссер Эдуард Шахов осрауы менән бәхетлемен. Беҙҙең театрҙа ул ҡуйған «Кавардак Forever» спектаклендә лә уйнағайным. Мәскәү тамашасылары ла ҡараны ул спектаклде, тәнҡитселәр юғары баһаланы. Эдуард Зөфәр улының диплом спектаклендә лә уңышлы ғына ролем булды. Быйыл ул беҙҙә А.Вампиловтың «Метранпаж мажаралары» комедияһын алып сыҡты. Ҡунаҡхана администраторы Калошин ролен миңә тапшырҙы. Шулай уҡ төп роль. Ғөмүмән, һәр актер үҙен төрлө йүнәлештә, төрлө амплуала һынап ҡарарға тейеш. Ул шулай уҡ үҫергә мөмкинлек. Салауат театры актерҙарына был йәһәттән һәр ваҡыт үҙгәрештәр кисереп торорға форсаты сығып тора. Беҙҙә даими эшләгән режиссерҙар юҡ тиерлек шуға ситтән йыш саҡыралар. Һәр режиссерҙың үҙ ҡалыбы, үҙ мәктәбе. Беҙ, актерҙар, теләйбеҙме-юҡмы, улар ҡумыҙына бейейбеҙ, үҙебеҙҙе төрлөсә һынап ҡарайбыҙ, үҫәбеҙ, шымарабыҙ, йышылабыҙ. Салауат театры режиссерҙар өсөн дә һынау мәктәбе ул.

– Станиславский театрҙы тормошто сағылдырыусы сәнғәт тип баһалай. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар, әлбиттә. Әммә сәхнәлә тормошто нисек бар, шул килеш сағылдырып та булмайҙыр ул?

– Тормошто нисек бар – шулай сағылдырырға кәрәкмәй ҙә. Эйе, бер яҡтан сәхнә актерҙарҙан тормошсанлыҡ һәм дөрөҫлөк талап итә, әммә ул тормошсанлыҡ һәм дөрөҫлөк сәхнә әҫәре, сәхнә талаптары кимәленән сығып яҡтыртылырға тейеш. Тормошсан әсе дөрөҫлөктө сәхнә юғарылығы кимәленә күтәреү еңел эш түгел, шуға ла актер һәр ваҡыт эҙләнә. Театрҙы кеше күңелен өйрәнеүсе лаборатория тип тә әйтәләр. Ул, ысынлап та, шулай. Актер эҙләнә, өйрәнә, сәхнәгә ошо эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе генә сыға, ул, әлбиттә, тормошта булған хәл-ваҡиғаларҙың күсермәһе түгел, ә уларҙың дөйөмләштерелгән, һәр һүҙе, һәр хәрәкәте һәм һәр яҡлап уйланылған варианты. Шуға ла һәр тамашасы герой яҙмышында үҙен күрә, сәхнәлә барған хәл-ваҡиғаларҙан үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләй.

– Сәхнә тормошо һине нимәгә өйрәтте?

– Сәхнә ул илаһи, тылсымлы урын, шуға ла ул ерҙән бейегерәк итеп уйланылғандыр меңәр йылдар элек. Һәр хәлдә, сәхнәгә сығыу менән мин үҙемде икенсе яҫылыҡҡа барып сыҡҡан һымаҡ тоям. Тамаша барған сәғәт ярым-ике сәғәт арауыҡта, ысынлап та, икенсе ҡанундар менән йәшәйһең. Сәхнә актерҙарҙы һөнәри яҡтан ғына түгел, кеше булараҡ та үҫтерә, матур сифаттар тәрбиәләй. Тамашасыларҙы ихтирам итергә, уларҙың зауыҡ-талаптары менән иҫәпләшергә, үҙеңде һәр ваҡыт формала тоторға, үҙ-үҙеңә талаптар ҡуйырға өйрәтә. Һәр ролең һине тәрбиәләй, тип әйтһәң дә хата түгелдер. Образдарыңдың холоҡ-сифаттарын аңларға өйрәнгәндә, һин үҙеңде лә, башҡаларҙы ла, ғөмүмән, донъяны аңларға, тыңларға өйрәнәһең. «Ошо ситуацияла мин нимә эшләр инем?» – тип, үҙеңде образыңдың тормошона, йәшәү, уйлау рәүешенә, хатта ул һинең тәбиғәтеңә тура килмәһә лә, ҡулайлаштыра торғас, ниндәйҙер кимәлдә психологҡа, хатта геройыңдың адвокатына ла әйләнеп китәһең.

– Ә тормошта һин ниндәй кеше?

– Әҙәми затҡа ниндәй сифаттар хас, шуларҙың барыһы ла бар инде миндә. Гонаһтарым да бар. Сәхнәлә ихласмын, ә бына тормошта йомоғораҡмын, үҙ-үҙемә бикләнгән саҡтарым күп. Ниңә икәнен үҙем дә аңламайым...

– Һин махсус музыкаль белеме булған актерһың. Йырсы актерҙар күп, ә һин һәр нотаны профессиональ кимәлдә тояһың, ишетәһең. Бөгөн һинең йырсы, гармунсы, баянсы булыуың, йырҙар яҙыуың хаҡында һөйләшмәһәк, яҙыҡ булыр төҫлө...

– Ул хаҡта һорау бирмәһәң, минең өсөн дә мөһим бер нәмәне ҡыйырһытҡан һымаҡ булыр инек, сөнки моңдо тоя белеү һәләтем өсөн мин ғүмер буйы яҙмышыма рәхмәтлемен. Миндә ошо һәләтте күреп, мөмкинлек табып, Салауат баҙарына барып шәл һатып йыйған аҡсаһына гармун алып биргән әсәйемә мең рәхмәтлемен. «Кубань» гармуны ине ул. Бәләкәй генә инем әле, гармун да әллә ни ҙур түгел, тәү ултырыуҙа уҡ ике яҡлап уйнап алдым да киттем. Ул туҙғас, «Беларусь» алып бирҙеләр. Мәктәп директоры үҙе лә музыка уҡытыусыһы ине. Мәктәптә музыкаль инструменттар күп. Уйнарға өйрәнергә теләүселәргә мәктәп ишеге һәр ваҡыт асыҡ – шулайтып баянда ла өйрәнеп алдым. Бына ошо һөнәрем алып килде мине сәхнәгә. 8-се класты тамамлағас, ауылда урта мәктәп булмау сәбәпле, Өфөләге музыка-педагогия училищеһына уҡырға индем. Баян класына. Уҡыуы ауыр булманы, уйнап ҡына уҡыным. Буш ваҡыттарымда спектаклдәргә йөрөнөм, театрға эҫенеп киттем. Театр сәнғәтенә юлым ана шул йылдарҙа һалына башлағандыр. Һәм, киреһенсә, театрҙа актер булып эшләүем йырҙар яҙыуға этәргес көс булғандыр, моғайын. Сәхнә һинең музыкаль зауығыңды ла тәрбиәләй, һүҙҙе, һүҙҙең моңон тойорға өйрәтә. Күңел болоҡһоп, үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгөн ваҡыттарҙа, һағынып ҡына, ҡулыма баян алам хәҙер, күңелдә йәшеренеп йөрөгән моңдо ноталарға һалам.

Бына утыҙ йылға яҡын үҙе тоғро хеҙмәт иткән театрының 90 йыллыҡ юбилейына ла «Салауатлы театр» (Иҙел Хәлимов һүҙҙәре) исемле йыр бүләк итте Фәтих Ҡолһарин. Тыуған йортона әйләнеп бөткән театрына ла, театрға тоғро тамашасыларына ла, Салауат ҡалаһына ла гимн кеүек яңғыраны ул йыр, юбилей кисәһенең моңло бер биҙәге булды.

Тауышы кеүек, күңеле лә моңло Фәтихтең. Заманында «Актер йыры», «Урал моңо» конкурстарында ла һынап ҡарай үҙен, «Йыл йыры» премияһына ла эйә була. Ижади яҙмышым менән бәхетлемен, тиһә лә, үҙен сәнғәт тигән илаһи донъяға алып килгән моң ҡанатын ситләтеберәк йәшәй, күңеле ҡайҙалыр талпына, әммә эҙләгәнен таба алмай һыҙлана кеүек тойолдо миңә Фәтих. Моңло күңел һыҙланмай, өҙгөләнмәй тормаҫ. Башҡалар тоймағанды тоя бит моңлолар. Ер йөрәген дә ишетә бит улар – Ерҙең пульсы моңлолар йөрәге аша үтә...

Йышыраҡ ал ҡулыңа баяныңды, Фәтих! 50 йәш – яңы офоҡтарға ҡарап осор ваҡыт бит.

 

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

"Тамаша" журналы, №2-2024 й.

ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ
ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ
ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ
ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ
ЯҢЫ ОФОҠТАРҒА ҠАРАП ОСОР ВАҠЫТ
Автор:
Читайте нас: