+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Ошо йырҙы шул тиклем йырлағым килгәйне"

-

"Ошо йырҙы шул тиклем йырлағым килгәйне"
"Ошо йырҙы шул тиклем йырлағым килгәйне"

Йырсы Зилә Лира “Пар ҡанаттар” йырын Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында эшләп йөрөгәндә ишетә, Ырымбур өлкәһендә гастролдә булғанда.

– Беренсе тапҡыр был йырҙы Ырымбур өлкәһендә ишеттем, бер ҡатын башҡарҙы. “Миңә ошо йырҙы бирегеҙ”, – тип һораным, тик бирмәнеләр. Был 1998 йылда булды. Ул ҡатын гастролдәр бөткәнсе бергә йөрөнө, концерттарыбыҙҙы ойоштороусы ине. Луиза исемле бик әүҙем, Ырымбурҙағы сатнап торған ҡыҙҙарҙың береһе. Үҙе лә бик матур йырлай, – тип уртаҡлаша Зилә Лира.

Ул икенсе йылда ла ошо тарафтарға гастролгә сыға, тағы ла теге ҡатын менән осраша. Үткер Зилә Лира: “Әй, шул йырыңды һаранландың инде”, – тип үпкәләй. Ә теге йырсыға ҡарап тора ла: “Дөрөҫөн генә әйткәндә, һин ул йырҙы йырлай алырһың”, – ти.

“Пар ҡанаттар” йырының һүҙҙәрен Сөләймән Муллабаев исемле ир тормош иптәшен юғалтҡас, яҙған. Ул Ырымбур өлкәһенең Юлдаш ауылында йәшәй. Көйөн шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән Рәмил Мәүлитов ижад иткән.

Бер аҙҙан йырҙың Айҙар Ғәлимовтың репертуарына эләгеүе Зилә Лираның күңелен төшөрә.

“Әммә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң”, – ти Зилә Лира. Ул 2001 йылда Айҙар Ғәлимовтың студияһына эшкә килә. Шул саҡта ошо йыр тураһында һүҙ сыға һәм йырсы Айҙар Ғәлимовҡа уның тарихын һөйләп бирә. “Ошо йырҙы шул тиклем йырлағым килгәйне...”, – ти.

– Бәй, йырҙы оҡшатҡасһың  йырлай башла әйҙә. Минең башҡарыуҙа халыҡ нишләптер ҡабул итмәне, – тип ризалығын бирә Айҙар Ғәлимов.

Шулай итеп, Зилә Лира әлеге йырҙы “Айҙар” студияһында эшләгәндә сәхнәгә алып сыға. Халыҡ  яратып ҡабул итә. 2004 йылда радио өсөн яҙҙыртып, эфир тулҡындарында ла тарала. “Юлдаш” радиоһының “Йыл асышы” номинацияһын яулай.

Ошо ваҡиғаларҙан һуң күп тә үтмәй, Зилә Лира аварияға осрай һәм концерттарҙа ҡатнашырлыҡ хәлдә булмай.

– Оҙаҡ ҡына өйҙә яттым, бер нисә йыл. Бәлки, шул ваҡытта үҙ аяғымда йүгереп йөрөгән булһам, сәхнә яҙмышым да икенсерәк  булыр ине, – тип уртаҡлаша Зилә Лира.

Ысынлап та, яҙмыш йырсыға оло һынауҙар ҡуя. Ә инде яҙмыш йыры булған “Пар ҡанаттар” беҙҙең күңел түрендә, тамашасы уның Зилә Лира башҡарыуында әленән-әле сәхнәгә сығып тороуын көтә.

Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-20/osho-yyr-y-shul-tiklem-yyrla-ym-kilg-yne-2662537

 

Автор:
Читайте нас: