+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Әсәйем ғәҙелһеҙлек өсөн рәнйеп иланы..."

Беҙ мәктәптә "икеле" билдәһе алһаҡ, уның ҡараған быҙауҙарының артымы өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙе ҡырҡып алып ҡалалар. Йәғни 120 һум хеҙмәт хаҡы урынына 100 һум түләйҙәр.

"Әсәйем ғәҙелһеҙлек өсөн рәнйеп иланы..."
"Әсәйем ғәҙелһеҙлек өсөн рәнйеп иланы..."
Мәжит Ғафури исемендәге дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла Байегетовҡа Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелгәс, ул "был награданы әсәйемә бағышлайым" тип белдергәйне. Һуңыраҡ ошо хаҡта түбәндәге хәтирәләре менән уртаҡлашты.
 
Сәғиҙулла Байегетовтовтың әсәһе Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы 1935 йылда Туймазы районында тыуған. 1937 йылда уларҙың ғаиләһе Баймаҡ районының Таһир ауылына күсеп килә. Тик бер нисә йылдан уларҙы бында ҡыҫырыҡлай башлағас, Түбәгә күсенәләр, һуңынан Сибайҙа төпләнәләр.
 
Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы һуғыш балалары яҙмышын үҙ иңендә күтәрә. Уның атаһының фронттан һуңғы хаты 1942 йылда килә... Ҡыҙ етенсе кластан һуң уҡымай, йәғни 14 йәштән ныҡлап эшләй башлай. Сибай - Баймаҡ араһында юғары вольтлы электр үткәргесе өсөн бағана соҡорҙары ҡаҙыуҙа ҡатнаша. Көнөнә ете соҡор ҡаҙырға тигән план ҡуйылған улар алдында. Шулай итеп, йәш ҡыҙ һәм уның тиҫтерҙәре көнөнә бер түтәрәм икмәк хаҡына бил бөккән.
 
23 йәшендә тормош иптәше Исмәғил Оморҙаҡ улын осрата, балаларға ғүмер бирәләр. Тормош иптәшен юғалтҡас, Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙына уларҙы яңғыҙына үҫтерергә тура килә.
 
- Был награданы әсәйемә бағышлайым, сөнки ул ғүмер буйы эшләне, 30 йылға яҡын быҙау ҡараны, көрәк менән соҡор ҡаҙып, Сибай - Баймаҡ электр селтәрен һуҙыуға өлөш индерҙе, әммә бер миҙалы ла булманы. Беҙ мәктәптә "икеле" билдәһе алһаҡ, уның ҡараған быҙауҙарының артымы өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙе ҡырҡып алып ҡалалар. Йәғни 120 һум хеҙмәт хаҡы урынына 100 һум түләйҙәр. Әсәйем ошондай ғәҙелһеҙлек өсөн рәнйей ине. Беҙҙе әрләмәне, ә үҙе илай. Ә беҙ: "Ниңә улай илай икән?" - тип уйлай инек. Шуға ла сабыр һәм түҙемле булғаны өсөн мең рәхмәт әсәйебеҙгә. Һуғыш тамамланғас, ул беренсе тапҡыр перәник ашаған һәм ошо шатлыҡтан илағаны тураһында беҙгә лә һөйләне, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Сәғиҙулла Байегет.
 
 
Автор:
Читайте нас: