Шишмә районындағы Түбәнге Хәжәт – йәмле Дим буйында урынлашҡан бай тарихы, мөғжизәле тәбиғәте, уттай дәртле халҡы менән дан тотҡан боронғо ауылдарыбыҙҙың береһе. Архив документтары уның барлыҡҡа килеүен 1859 йыл менән бәйләй, әммә зыяратта табылған таштағы яҙыуҙарға ярашлы, уға нигеҙ 1408 йылда һалынған, тип фараз ҡылырға була. Бында ауыл күрке булған апайҙарҙы, ағинәйҙәрҙе үҙенә туплаған «Фатима» фольклор ойошмаһы, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, шәжәрәләрҙе өйрәнеп, халыҡтың аҫыл ынйыларын киләсәк быуынға бөтә сағыулығында тапшырыу, тирә-яҡҡа танытыу өсөн бөтә тырышлығын, йөрәк көсөн һала. Ойошманың йор һүҙле, алсаҡ, аҡ күңелле һылыуҙары – Әнисә Әлмөхәмәтова, Сатиға Даянова, Гөлфиә Хөсәйенова, Әминә Әминева, Әлфинә Әфлитунова, Сатура Әлмөхәмәтова, Рәзилә Иманғолова, Сәриә Дәүләтова, Рәфинә Иҫәнғужина, Лена Кандарова, Минилиә Ҡорманаева, Тәслиә Сәхипова, Зилә Сафина, Зәлифә Туҡтарова, Әлфирә Фәттәхова, Лилиә Сәлихова, Нурия Иҙрисовалар – йәшәү дәрте өләшеүсе, йәштәрҙе үҙҙәре артынан эйәртеүсе уңғандар. Бөтә ергә өлгөрә улар: донъяһын да гөл итеп көтә, ейән-ейәнсәрҙәрен дә баға, ауылдағы бар сараны ла уҙғара, бәйге-концерттарҙа, спорт ярыштарында ла ҡатнаша. Әйткәндәй, үҙҙәре артист та, сәсән дә, ашнаҡсы ла, ҡул эштәре оҫтаһы ла, спортсы ла, музей-күргәҙмәләр ойоштороусы ла инде.
«Мин – тыумышым менән Түбәнге Хәжәттән. Шишмә ҡасабаһында йәшәп, ике йыл элек ауылға әсәйемде ҡарарға ҡайттыҡ. Бер ҡыҙ, ике ул үҫтерҙек. Әле дүрт ейән-ейәнсәрем бар. Тормош иптәшем хаҡлы ялда булһа ла, эшләй, ә мин кранда машинист булдым, әле өйҙә ейәндәрҙе ҡарашам, баҡсала емеш-еләк, сәскәләр үҫтерәм, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Әнисә Мостафа ҡыҙы ойошторған «Фатима» фольклор төркөмө миңә йәшәүгә дәрт, сәм өҫтәй», – ти ойошмаға йөрөүҙән кинәнес тапҡан Рәфинә Иҫәнғужина.
Әйткәндәй, төркөмдөң иң өлкән ағзаларының береһе – 85 йәшлек Гөлсирә Мөхәммәтйәнова менән Фәтих Ғилметдинов һәр сараға бәҫ өҫтәүсе матур пар.
«Фатима» ойошмаһы етәксеһе, ҡасандыр Баймаҡ районынан килен булып төшкән һәм тиҫтә йылдар эсендә ошо бәрәкәтле ергә берегеп, матур донъя көткән Әнисә Мостафа ҡыҙы Әлмөхәмәтова ауылы һәм уның тарихы, рухлы яҡташтары, башҡарған изге ғәмәлдәре хаҡында дәртләнеп туҡтауһыҙ һөйләргә риза. Ә бит ысындан ғорурланырлыҡ эштәре бихисап. Хәжәттәр төрлө сараларҙа, программаларҙа теләп ҡатнаша...
Әнисә Әлмөхәмәтова "Мең" ырыуы төбәк- ара йәмәғәт ойошмаһы советы комиссияһы рәйесе, урында "Айыҡ ауыл" конкурсын ойоштороусы.
https://bashkizi.ru/articles/rukhi-tt-va-i-a/2023-06-15/me-bi-kle-me-yryuy-3300611