+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ситкә китһәм, театрымды һағынып ҡайтам

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһы Советы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин менән әңгәмә.

Ситкә китһәм, театрымды һағынып ҡайтам
Ситкә китһәм, театрымды һағынып ҡайтам

– Һеҙ хозур тәбиғәтле, урман-ҡырҙарға, йылға-күлдәргә бай төбәктә – Әбйәлил ерендә тыуғанһығыҙ...

– Эйе, мин йәмле Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуҙым һәм шунда уҡ дөйөм белем биреү мәктәбен тамамланым. Бала сағым шул замандағы балаларҙыҡынынан айырылмай, тиһәм, һис тә хата булмаҫ – ауыл балалары ата-әсәһенең ярҙамсылары булып үҫә бит, йорт-ҡура тирәһендәге эштәрҙе башҡара инек – мал көтөүен ҡаршы алыу, картуф утау-күмеү, сөгөлдөр баҫыуында эшләү, йылға буйында балыҡ ҡармаҡлауҙар, һыу инеүҙәр – былар барыһы ла күңелдә уйылып ҡалған. Бала саҡтан ҡара эште белеп үҫтем, ауыл көтөүен өй һайын сиратлап көткәндә, эш беҙгә төшә ине, колхозға бесән йыйышырға ла йөрөнөк. Беҙ үҫкәндә балалар мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй ине – яҙ көнө урманда ағас ултыртыу эшенә йәлеп иттеләр, колхозға сөгөлдәр һәм картуф алыуҙа ярҙам итеү, мәктәп янындағы эш һәм хеҙмәт лагерында йөрөнөк, баҡсаны тәртиптә тотоу эштәрендә уҡыусылар булараҡ һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаштыҡ.

Бала, үҫмер сағығыҙҙа сәнғәткә ынтылыш булдымы?

– Улай уҡ тип әйтә алмайым. Егеттәр күбеһенсә, спортҡа ынтыла, мин дә шулай. Йәй көнө, әлбиттә, спорт артҡы планға күсеп, донъя мәшәҡәттәре алға сыҡһа, ә бына ҡыш айҙарында бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй эштәренән бер аҙ ял иткән ваҡытта, үҙебеҙгә ваҡыт ҡала – төрлө спорт секцияларына йөрөй инек. Спорт төрҙәре араһынан волейболға өҫтөнлөк бирә инем, шулай уҡ милли көрәш менән дә шөғөлләндем. Мәктәпте тамамлағас, бер йыл Өфө авиация техникумында уҡыным, һуңынан әрме сафтарына алындым – ике йыл Көнбайыш төркөмө ғәскәрендә – Германияла хеҙмәт иттем. Буласаҡ һөнәрҙе дөрөҫ һайланыммы икән, тигән уйҙар әленән-әле күңелгә инә торғайны, шуғалырмы армиянан ҡайтҡас, 1992 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының рабфагына уҡырға һәм эшкә индем. 1998 йылда ошо уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлымды Республика халыҡ ижады үҙәгендә башланым. Тәүҙә ағас эше оҫтаһы, унан һуң – хужалыҡ бүлеге етәксеһе, артабан директор урынбаҫары булып эшләнем.

– Етәкселек эше өсөн дә айырым бер талант кәрәк тип әйтергә мөмкин. Республикабыҙҙың төп театрына ҡасан эшкә килдегеҙ?

– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына 2001 йылда театрҙың ул мәлдәге генераль директоры Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова саҡырыуы буйынса, уның урынбаҫары булып килдем. 2017 йылда театрҙың ул ваҡыттағы художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов тәҡдиме менән директорлыҡ эшен алып барҙым. Ә 2019 йылдың апрель айынан, «художество етәксе» вазифаһын «баш режиссер»ға алмаштырҙылар һәм шул мәлдән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова тәҡдиме менән мин – театр директоры, Айрат Абушахманов – баш режиссер булып эш башланыҡ. 2002–2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алдым.

– Ошондай мәртәбәле театр менән етәкселек итергә Һеҙҙе кем һәм нимә илһамландырҙы?

– Яуаплылыҡ тойғоһо. Беҙ күп балалы ғаиләлә үҫтек, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙ елкәбеҙҙә татырға тура килде. Шуға күрә миндә яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Әгәр ҙә ниндәйҙер эш йөкмәтәләр икән, тимәк, һиңә өмөтләнәләр һәм һинең ошо эште атҡарып сыға алыуыңа ышаныс белдерәләр, тигән һүҙ. Был осраҡта ла мин шулай тип ҡабул иттем – әгәр ҙә ышанып тапшыралар икән, тимәк, эшләргә кәрәк.

– Һеҙ етәкселек иткән осорҙа театрҙа ниндәй ыңғай һәм кире үҙгәрештәр булды?

– Көндәлек эш бит инде ул. Төрлөһө булғандыр, уларҙы иҫәпләп, нисектер билдәләп ултырғаным булманы. Ыңғай үҙгәрештәрҙең иң ҙуры – 2019–2021 йылдарҙа театрҙа капиталь ремонттың үтеүелер, моғайын. Сәхнәләге ут-яҡтыртыу, тауыш көсәйтеү ҡоролмаларын, штанкеттарҙы һәм башҡа сәхнә механизмдарын алыштырҙыҡ, заманса булһын, тип тырыштыҡ. Шулай уҡ вентиляция, кондиционер, ут-янғындан һаҡлау ҡоролмаларын, театрҙы йылытыу системаһын да яңырттыҡ, тамашасы залында креслоларҙы алмаштырҙыҡ, фойела ремонт эштәре башҡарылды. Ә кире яҡтарына килгәндә – уларҙы мин әйтә алмайым, уларын башҡалар күрәлер, эшләмәгән кеше генә яңылышмай.

– Етәксе булараҡ Һеҙ яулаған иң ҙур еңеү, уңыш нисегерәк булды, һәм был еңеү өсөн кемдәргә рәхмәтлеһегеҙ?

– Уйлап ҡараһаң, һәр көнөбөҙ ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙан, бәләкәй генә шатлыҡтарҙан, еңеүҙәрҙән тора. Беҙ уларға ваҡытында, үҙ мәлендә иғтибар бирмәйбеҙ. Мәҫәлән, шул уҡ капиталь ремонтты алайыҡ – уны атҡарып сығыу ҙа үҙенсә бер еңеү. Тормош үҙе лә һынауҙарҙы аҙ бирмәне – мәҫәлән, коронавирус осорондағы пандемия – ул тотош илгә, хатта донъяға оло һынау булды. Куар-кодтар, битлектәр, прививка – былар, әлбиттә, тамашасы йыйырға һәм ижад итергә ҡамасауланы, әммә улар ҙа ваҡытлыса булды (тип ышанайыҡ!) һәм беҙ ул һынауҙарҙы лайыҡлы үттек – тамашасыларыбыҙҙы, театрыбыҙҙың Рәсәй кимәлендәге абруйын да һаҡлап алып ҡалдыҡ. Һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларға килгәндә, театрыбыҙҙың Х халыҡ-ара театр олимпиадаһында ҡатнашыуын, унда уңышлы сығыш яһауын да, моғайын, бер еңеүебеҙ, тип әйтергә булалыр. Сөнки беҙ ошондай донъя кимәлендәге ижади форумда ҡатнашыусы Рәсәйҙән килгән берҙән-бер милли театр. Коллективыма, мине ярты һүҙҙән аңлап эшләгән командама һәм дә, әлбиттә, яҡындарыма рәхмәтлемен.

– Етәксе кешегә төрлө кешеләр менән һөйләшергә тура килә. Ғөмүмән, кешеләрҙәге ниндәй кире сифаттар менән күберәк бәрелешергә тура килә? Бындай хәлдәрҙә нисек итеп асыуығыҙҙы сығараһығыҙ?

– Театрҙа хәҙер инде ярайһы ғына оҙаҡ эшләйем һәм ошо осорҙа шундай күренешкә иғтибар иттем – театр һине ҡабул итә, йә юҡ! Эйе, бик күп кешеләр эш һорап киләләр, улар беҙҙең коллективта эшләп китә аламы, юҡмы икәнен күп осраҡта алдан һиҙемләйем. Ғөмүмән, театрҙа театрҙы яратҡан кешеләр генә эшләй ала, сөнки бында ваҡыт менән һынашып булмай, эштән һуң ҡалырға, ял һәм байрам көндәрендә лә эшкә сығырға тура килә. Әгәр ҙә ошоларҙың барыһын да теләмәйсә эшләһәң – ул бер яза кеүек. Бөгөнгө көндә театрға шул тиклем ныҡ эҫенгәнмен – ситкә барып йөрөп килһәм, үҙемдең театрымды һағынып ҡайтам һәм килгәс тә сәхнәне, тамаша залын, фойеларҙы йөрөп ҡарап сығам, спектаклдәрҙе ҡабат-ҡабат ҡарайым... Кешелә миңә оҡшамаған сифат – ул да булһа, битарафлыҡ. Кеше риза булһын, йә бәхәсләшһен, әммә битараф ҡалһа – тимәк, ул, үҙ эшенә, ә бәлки, үҙ тормошона ла битарафтыр, тип ҡабул итәм.

– Төрлө киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ? Һәм бындай хәлдәрҙә ниндәй мәҡәл-әйтемдәргә һәм халыҡ аҡылына таянаһығыҙ?

– Күбеһенсә тормошта мин «Ашыҡҡан – ашҡа бешкән», йә иһә «Сабырлыҡтың төбө – һары алтын» тигән мәҡәләләргә таянып эш итәмдер, моғайын. Сөнки мин түҙгән тиклем түҙәм, бер ваҡытта ла ашығыс хәл итмәйем. Һәр бер осраҡ – ул айырым хәл тип ҡабул итәм. Киҫкен хәлдәрҙә иң мөһиме юғалып ҡалмаҫҡа һәм дә үҙеңдең коллективың, йә иһә ғаиләң өсөн яуаплы икәнеңде онотмаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләйем.

– Етәксе булараҡ Һеҙ эшләгән иң ҙур хата булдымы, һәм Һеҙ унан ниндәй һабаҡ алдығыҙ?

– Хаталанмаған кеше, гонаһтары булмаған әҙәм юҡтыр был донъяла. Мин дә бит кеше балаһы, үҙемсә, намыҫым ҡушҡанса йәшәйем. Рәми Ғарипов шиғырындағыса:

Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,

Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...

Хаталар ҙа булыр тормошоңда,

Тик тормошоң хата булмаһын!

– Әгәр ҙә һеҙгә алтын балыҡ эләгеп, тормошҡа ашмаҫ ике мәсьәләне сисешәм, тип әйтһә, Һеҙ иң әүәл нимәләрҙе хәл итер инегеҙ?

– Алтын балыҡ юҡ бит ул (көлә). Теләктәрҙе тормошҡа үҙебеҙ ашырабыҙ!

– Эш һәм ғаилә, ҡайһыһы мөһимерәк?

– Икеһе лә минең өсөн мөһим. Әгәр ҙә ғаиләне алға ҡуйып, эште икенсе планға күсерһәң, ул ваҡытта, эшкә хилафлыҡ киләсәк. Эште алға сығарһаң, ғаиләңдең ҡото китә. Шуға күрә мин алтын урталыҡты тоторға тырышам. Мин тәү сиратта, әлбиттә, ғаилә башлығы, атай. Үҙ ғаиләм, балаларым өсөн барыһын да булдырырға тырышам – әйтәйек, мин бала саҡта алырға хыялланып та ала алмаған гитара, йә мотоцикл булһынмы... Етәксе кеше ғаиләһендә булған ҡайһы бер ваҡиғаларҙы бәлки, күрмәйҙер ҙә, ғаиләгә ваҡыт та тейешенсә бүленмәйҙер. Әммә мин буш ваҡытымды һәр саҡ ғаиләм менән, яҡындарым менән үткәрергә, уларҙы тәбиғәткә, сәйәхәткә алып сығырға, матур урындарҙы күрһәтергә тырышам. Тормош иптәшем Альбина Әмир ҡыҙы миңә тормошта ныҡ терәк, ул сабыр холоҡло, эшендә ихтирамлы, уңған хужабикә, үҙе лә ижади кеше булғас, минең эшемде аңлай. Беҙ улдарыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышабыҙ, хәҙер инде беҙ олатай-өләсәй булдыҡ, Камил исемле ейәнебеҙ бар. Артабан да шулай бер-беребеҙҙе аңлап, ҡотло ғаиләлә йәшәргә яҙһын, тип теләйем!

 

Миләүшә Ҡыҙрасова. "Тамаша" журналы, №6-2023

Автор:
Читайте нас: