+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!

Башҡаланың ҙур-ҙур концерт залдарында юғары исемдәр алған сәнғәт әһелдәренең сығыштарын күп ҡараған кеше булараҡ яҙам был мәҡәләне. Танылыу, эш хаҡы өсөн түгел, ә күңел талабы буйынса сәхнә биҙәп йырлап-бейеп йөрөүсе, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн мул татыған ябай ауыл кешеләренең матур ижады тураһында булыр әйтер һүҙем.

Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!
Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!

Ҡырмыҫкалы районы Иҫке Бәпес ауылының мәҙәниәт йорто янында утыҙ йылдан артыҡ инде «Бөрлөгән» фольклор ансамбле эшләп килә. 1993 йылда республика кимәлендә ойошторолған «Сағыл» фольклор байрамы нәҡ Иҫке Бәпес ерендә үткәрелә. Ошо байрамға әҙерлек сиктәрендә фольклор ансамбле булдырыла ла инде. Уны мәҙәниәт йортонда яңы ғына художество етәксеһе булып эш башлаған Найлә Минислам ҡыҙы Ишемғолова етәкләй. Бөгөнгө көндә «Бөрлөгән» – районда берҙән-бер башҡорт фольклор ансамбле. Бөтә оло сараларҙы биҙәп, республика кимәлендә сығыштар яһап, тамашасыларҙы һоҡландырып, ғәжәпләндереп йөрөйҙәр улар!

Етмешенсе йылдарҙа уҡ ойошторолоп, һикһәненсе йылдарҙа өс тапҡыр телевидение аша сығыш яһаған бейеү төркөмө нигеҙендә ойошторола был фольклор ансамбле. Ҡасандыр уны Кәримова Зәриә, Камалова Миңниса апайҙар етәкләгән. Иң беренсе ҡатнашыусылары – Рәшиҙә Әбүталипова, Рәхилә Хәмиҙуллина, Рәйфә Шәймәрҙәнова, Фәриҙә Хәмиҙуллина, Хәтижә Хәсәновлар – күптән баҡыйлыҡҡа күскән инде. Артабан да был бейеү төркөмөндә урта мәктәп уҡытыусылары, ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша. Бөгөнгө көндә бында хаҡлы ялдағы алдынғы ҡарашлы апайҙар шөғөлләнә. Иң әүҙем ағзалары – Абдуллина Ғәлиә, Байдәүләтова Хәлисә, Хәбирова Рәмзиә, Шәймәрҙәнова Гөлнур, Шахморатова Флүзә, Ғиззәтуллина Райха, Иштуғанова Венера, Әбүталипова Фәүриә, Хәсәнов Илдар, Ғаффарова Гөлназ, Ғилманов Рәил һ.б. Коллективтың репертуары бик бай. Уларҙың маҡсаты бер: боронғоно тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу. Үҙебеҙҙең төбәккә генә хас булған «Круг», «Үҙән буйы», «Өйрәккәйем сумаһың», «Косилка-молотилка» халыҡ уйындары, ә һуңыраҡ «Беренсе бураҙна», «Исем ҡушыу йолаһы», «Туй йолаһы», «Өй күтәреү», «Ҡатыҡ тәмләшеү», «Ҡарға бутҡаһы», «Килен һөйөү йолаһы», «Бесән өҫтө», «Кәкүк сәйе» йолалары менән бер рәттән «Ҡышҡы Нардуған», «Наурыҙ», «Беҙгә еңеү шулай бирелде» байрамдарын да оҫта итеп сәхнәләштерә «Бөрлөгән»дәр. Шулай уҡ Иҫке Бәпес, Яңы Бәпес, Яңы Бишауыл, Абдулла, Ҡарлыманбаш ауылдарының барлыҡҡа килеү тарихы тураһында театрлаштырылған тамашалар халыҡ күңеленә хуш килә.

Коллективтың уңышы – төркөмдәге бар ҡатнашыусыларҙың бер төптән тырышып эшләүендәлер, моғайын. «Бөрлөгән» фольклор ансамбле ағзалары – мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған, бер үк теләк, уй-маҡсат менән яныусы илһөйәрҙәр, ҡанатланып ижад итеп, рухи ҡәнәғәтләнеү кисереүселәр. «Бөрлөгән» фольклор ансамблендә милләтебеҙҙең мәҙәниәте алға китһен, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланһын, киләсәк быуынға тапшырылһын тип янған башҡорт рухлы кешеләр берләшкән. Төрлө-төрлө зауыҡлы костюмдар, үҙ ҡулдары менән эшләнгән селтәр-ҡашмауҙар күҙҙәрҙең яуын ала, балҡып торған йөҙҙәр, сағыу тауыштар һоҡландыра. Сиргә, донъя мәшәҡәттәренә иғтибар итмәй, ҡартлыҡты яҡынлатмай ижад итәләр улар.

«VI Бөтә донъя фольклориада – 2021» халыҡ-ара мәҙәниәт фестивален Ҡырмыҫҡалы районы үҙ ерендә ҡаршы алды, ошо байрамды үткәреү сиктәрендә «Бөрлөгән» фольклор ансамбле башҡорт милли күргәҙмәләрен әҙерләп, концерт программаһында әүҙем ҡатнашып, күңел күтәренкелеге, милли рух байлығы өҫтәне. Коллектив «VI Бөтә донъя фольклориада – 2021» халыҡ-ара мәҙәниәт фестивален ойоштороу комитетының дипломы менән бүләкләнде.

Ташып торған рух көсө, күңел байлығы, илһөйәрлек тойғоһо – «Бөрлөгән»гә йөрөүсе фольклорсыларҙың һәр береһе эйә булған матур кешелек сифаттары. Талмаҫ илһам ҡанаттарында ҡаҙаныштарға бай булған ижади үрҙәр яуларға, башҡорттоң милли үҙенсәлекле ауазын бар донъяға тағы ла күп тапҡырҙар ишеттерергә насип булһын, «Бөрлөгән»дәр!

Ауылдаштарымдың ижадына һоҡланып, мөмкин тиклем бергә эшләргә тырышам мин дә. Мөрәжәғәт итһәләр, текстар яҙып бирәм, үтенестәрен кире ҡаҡмайым. ихлас күңелдән уңыштарына шатланам. Коллективты утыҙ йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, шиғыр ҙа бағышланым. Талантлы, рухлы замандаштарыма һаулыҡ, уңыштар, ғаилә бәхете теләйем. Баш ҡала сәхнәһен биҙәрлек, юғары исемдәр алырлыҡ талантығыҙ бар, киләсәгегеҙ балҡышлы булһын!

 

 

 

Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!

 

Һеҙҙә нисек? Беҙҙә былай:

Өлгөрә бөрлөгәндәр!

Тағы ниндәй бөрлөгәндәр?

Районда бер тигәндәр!

 

Яҙын-көҙөн, йәйен-ҡышын,

Һәр ергә өлгөрәләр,

Республикабыҙҙы гиҙеп

Атламай – елдерәләр!

 

Дәртләндереп йәшен-ҡартын

Йыр-бейеүҙәре менән,

Йәшәй улар илде биҙәп,

Сәхнә гөрләтеп гелән.

 

Күҙ теймәһен үҙҙәренә,

Бөтә яҡтан килгәндәр!

Беҙ ниндәй йыр яратҡанды

Әллә ҡайҙан белгәндәр?

 

Иң талантлы, иң һөйкөмлө,

Донъяла бер тигәндәр,

Ҡартайырға ваҡыт та юҡ –

Сәхнәлә «Бөрлөгән»дәр!

 

Фирүзә АБДУЛЛИНА

"Тамаша" журналы, №1-2024

Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!
Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!
Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!
Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!
Сәхнәлә – «Бөрлөгән»дәр!
Автор:
Читайте нас: