+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәгендә һандуғастар һайратҡан йырсы

Моңло, көслө тауышлы йырсы Нәркәс Сиражетдинованы күптәр яратып тыңлай. Уның йырҙары бик хисле, уйлы, фекерле. Бик күп республика конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе булған Нәркәс – күп балалы әсә лә. Бөгөн уның менән ижады, ғаиләһе, ғөмүмән, донъяға ҡараштары тураһындағы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Йөрәгендә һандуғастар һайратҡан йырсы
Йөрәгендә һандуғастар һайратҡан йырсы
– Нәркәс, һин ҡайһы яҡтан?

– Башҡортостаныбыҙҙың иң матур, таулы-урманлы Белорет районының Инйәр ҡасабаһында тыуып үҫкәнмен. Ғаиләлә бер бөртөк кенә, һуң тыуған баламын. Әле иһә ғаиләм менән Өфө янындағы бер ауылда йәшәп ятабыҙ.
 
– Сәнғәтте бала саҡтан яраттыңмы?

– Бәләкәйҙән йомоҡ, оялсан бала булдым. Кеше араһында йырлап, һәләттәремде күрһәтеп йөрөмәһәм дә, бәләкәй саҡтан сәнғәтте яраттым. Атайыма оҡшап, һүрәт төшөрә инем, күп ҡыҙҙар кеүек йырлау, бейеү менән мауыҡтым. Баян буйынса музыка мәктәбен тамамланым.
Шуныһы ҡыҙыҡ, минең йырлаға­нымды, һәләтем барлығын әсәйем дә, туғандарым да әллә белмәне, әллә әһәмиәт бирмәнеме. Башлан­ғыс кластарҙы рус мәктәбендә уҡы­ным, уҡытыусы апай ни эшләптер гел мине солист итеп ҡуя. Беҙ рус халыҡ йырҙарын башҡара инек. Тимәк, ул күргән, ишеткән. Аҙаҡ музыка мәктәбенә йөрөй башлағас, йыр-моңға һөйөүем артты ғына. 7-8 кластарҙа уҡыған саҡта ныҡлап сәнғәт тураһында уйлана башланым. Мәҙәниәт йортона үҙешмә­кәрҙәр түңәрәгенә йөрөй инем, унда үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаштым. Бер саҡ ҡорбан байрамын билдәләгәндә күп халыҡ алдына сығып мөнәжәт йырланым. Шул саҡта минең йырлағанды, моңом барлығын белделәр, күптәр хайран ҡалды, туғандар иһә аптыраны.
 
– Тәүҙә йырлағаныңды ла белмәгән яҡындарың сәнғәт юлын һайлауыңа ҡаршы сыҡманымы һуң? Музыкаль белемде ниндәй уҡыу йорттарында алдың?

– Был юлымдың башы ҡаршы­лыҡтарһыҙ булманы. Сәнғәт училищеһына барам тигәс, әсәйем дә, башҡа туғандар ҙа ҡаршы төштө. Беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә йә уҡытыусы, йә табип. Үҙе табип булған ике туған ағайым, һинән яҡшы педиатр сыға, кил бында, тине. Әсәйем иһә мине уҡытыусы итеп күрә ине. “Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яйлы һөнәр, йылыла мәктәптә эшләйһең, балалар ҙа ярата, ата-әсәләр ихтирам итә” тине. Ә минең күңелдә сәнғәт кенә. Башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Шул саҡта үҙем­дә нисектер көс табып, һүҙемдә ныҡ торҙом. “Юҡ, тәүҙә теләгән еремә барып ҡарайым. Әгәр үтә алмайым икән, теләһә ни эшлә­тегеҙ. Теләһәгеҙ педҡа, теләһәгеҙ медҡа, тик тәүҙә йәнем тартҡан ергә барам”, – тинем. Шулай Өфөгә сәнғәт училищеһына киттем. Хор дирижерлыҡ бүлексәһенә уҡырға индем. Аҙаҡ З. Исмәғилев исемен­дәге сәнғәт институтына ситтән тороп уҡырға индем. Унда театр факультетының режиссура бүле­гендә белем алдым.
 
– Һөнәрең буйынса эшләй­һеңме?

– Беренсе эш башлаған урыным “Башҡортостан” киностудияһы булды. Тәүҙә музыкаль биҙәүсе инем, аҙаҡ – тауыш режиссеры. Бөгөн иһә Өфө районы хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлегендә эш­ләйем.
 
– Коронавирус пандемияһы сәнғәт өлкәһе кешеләренә, артистарҙың бәкәленә ныҡ һуҡты. Концерттар ҡуйылмай, гастролдәр тыйылды. Һин был осорҙо нисек кисерәһең? Күп артистар селтәрле маркетинг менән шөғөлләнә башланы, тамадаға әйләнделәр, башҡа аҡса табыу юлдарын эҙләйҙәр...

– Алдараҡ әйтеүемсә, йырсы булыу минең төп һөнәрем түгел. Эш урыным бюджет өлкәһендә, шуға күрә беҙҙең эшмәкәрлек туҡтаманы тиерлек, бөтөнләй аҡсаһыҙ ултырып ҡалманыҡ. Әлбиттә, концерттар, гастролдәр һағындыра. Тамашасы менән тере аралашыу етмәй.
Икенсе һөнәргә килгәндә, юҡ, мин үҙемде башҡа тармаҡта эҙләмәйем. Ысынлап та, күп артистар селтәрле маркетинг менән мауыға башланы. Һүҙем юҡ, кем нисек булдыра, шулай аҡса эшләй, ғаиләһен ҡарай. Ә мин юҡ, бындай эште үҙһенмәйем. Тамадалыҡҡа килгәндә, кеше һораһа элек тә байрамдар, мәжлестәр алып бара инем.
 
– Күптәрҙе был пандемия ауыр хәлдә ҡалдырҙы. Ҡайһы берәүҙәр хатта тормошҡа ҡарашын үҙгәртә башланы кеүек. Һиңә ниндәйҙер йоғонтоһо булдымы?

– Һис шикһеҙ. Ғөмүмән, тормош­ҡа, йәшәйешкә ҡараш үҙгәрҙе, тиһәм дә хата булмаҫ, моғайын. Төрлөһөн уйлайбыҙ. Ни эшләп кешелек был хәлгә тарыны икән тибеҙ, көйәләнеп алабыҙ. Яңыраҡ эштә лә ошо турала һөйләшеп ултырғайныҡ. Һуңғы ваҡытта, айырыуса ике-өс йылда кеше ниндәй­ҙер асыулы, агрессивҡа әйләнде. Бер-береһенең шатлығына ҡыуан­май, көнләшеү, насарлыҡ теләү... Халыҡ әллә аҙҙы, әллә нимә эшләне. Ирекһеҙҙән, әллә ысынлап был һынау кешелектең гонаһтары өсөн бирелдеме икән, тип уйлап ҡуяһың. Беҙ бит тәбиғәттән, Хоҙай Тәғәләнән алыҫлаштыҡ. Шуға күрә кире башланғысҡа, үҙебеҙгә ҡайтыу кәрәктер...
Бына ошо коронавирус панде­мияһы башланғас, иғтибар ит­тегеҙме икән, беҙҙең халыҡҡа хас булмаған төрлө практикалар килеп сыға башланы: нумерология, тета-хилинг, рейки, таро һәм башҡалар. Ошо хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеүселәр күбәйһә, икенсе яҡтан уға ихтыяж да артты. Кешеләр бындай “белгестәргә” мөрәжәғәт итә, аҡса түләй. Минеңсә, кешелек тормош ориентирҙарын юғалтҡан. Ҡайҙа барғаныбыҙҙы аңламайбыҙ, проб­лемаларҙан сығыу юлдарын эҙләй­беҙ. Психология тураһында китаптар күбәйҙе, йотлоғоп шуны уҡыйҙар. Тик шуныһы, сит ил ав­торҙары яҙған китапта, Башҡорт­останда йәшәгән кешеләр өсөн яуап бармы икән? Беҙҙең Рәсәй халҡының менталитеты, айырыуса беҙҙең халыҡтыҡы, уларҙыҡынан ныҡ айырыла бит. Тормош бөтөн­ләй башҡа. Унда яҙылған нәмә­ләрҙе үҙебеҙгә күсереү, үҙебеҙҙең яҡындарҙа һынап ҡарап, нимәлер талап итеү – бөтөнләй хата.
Тағы бер нәмә ныҡ уйландыра. Беҙҙең илдә генә түгел, бар донъяла финанс яғы ҡыҫҡартылды. Бына, мәҫәлән, беҙҙең финанс мендәре юҡ. Аллам һаҡлаһын, бер-бер хәл була ҡалһа, ҡаты сирләп китһәң, йыйған аҡсабыҙ ҙа юҡ икән. Беҙ шул тиклем яҡланмағанбыҙ, страховка юҡ, һынауҙарға әҙер түгел булып сыҡтыҡ.
Берәй нимә булһа, үҙең генә яуаплыһың. Мәҫәлән, минең атай-әсәйем был донъяла юҡ. Атайым күптән үлде, әсәйем биш йыл элек мәрхүмә булды. Яңғыҙ бала булғас, бер туған ағай-апайҙарым да юҡ. Ярар үҙемдең ғаиләм, ирем бар. Тик атай-әсәйҙең булмауы ныҡ ауыр, сөнки улар иҫән саҡта беҙ бөтәбеҙ ҙә бала бит. Хатта әллә ни ярҙам итмәһәләр ҙә, һине аңлар, кәңәшләшер, арҡалы булыр өсөн кәрәк атай-әсәй. Һинең төп йортоң булыуы, унда һине көтөп торған кеше барлығын белеү бик ҙур көс бирә, тауҙар аҡтарып була. Ә мине бер кем дә көтмәй, мин яңғыҙ. Тормошҡа ҡаршы бер үҙем торам.

Үҙемдең ғаиләм, өс балам булыуы ла ҙур бәхет. Хәҙер мин – үҙ балаларым өсөн ҡалҡан һәм яҡлау. Мин улар өсөн тау аҡтарырға тейешмен.
 
– Эйе, үҙ ғаиләң бар. Улар тураһында ла һөйләп китһәң. Балаларың да һинең кеүек йырсы булырға теләмәйҙәрме?

– Ирем – юрист. Өс балабыҙ үҫә. Ильясҡа – 13, Илһамға 10 йәш. Иркә генә төпсөк ҡыҙыбыҙ Мәликәгә биш йәш. Өсөһөнөң дә музыкаль тауышы бар. Телевизор йәки радио аша сифатһыҙ музыка ишетеп ҡалһалар, кит, һүндер, тауышын кәмет, йәмһеҙ бит, тиҙәр. Балалар әле бәләкәй, үҙҙәренең мәшәҡәтһеҙ донъяһында йәшәй. Малайҙар техника, компьютерҙар, программалаштырыу менән ҡыҙыҡһына. Улар, моғайын, шул йүнәлеште һайлар. Көрәшкә йөрөйҙәр. Ҡыҙым иһә хас минең бәләкәй сағым. Һүрәтен дә матур төшөрә, йырлай ҙа, бейей ҙә.
 
– Һуңғы арала Инстаграмда әүҙемләшеп киттең кеүек. Хәҙер күптәр унда аҡса эшләй бит?

– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, һуңғы айҙарҙа Инстаграм йәлеп итте. Был яҙын, пандемия башланыу менән, барлыҡҡа килде ул. Ҡапыл ғына бөтә нәмәне ябып бөттөләр, беҙҙе өйҙәргә индереп бикләнеләр. Гел кеше араһында аралашып йөрөгәндәр быны ауыр кисерҙе. Шул саҡта Инстаграм аралашыу ысулы булараҡ килеп инде минең тормошҡа. Мин уның аша тамашасым, яҡындарым менән аралашам. Бар күңелемде һалып, ихлас алып барам. Үҙемде әллә ниндәй бер йондоҙ итеп тә күрһәткем килмәй. Үрҙә әйткәнемсә, ябай ғына тормошом менән уртаҡла­шам. Ниндәй тәмлекәс бешергән­һең, балаларҙың уңышы, яңы йырҙар менән уртаҡлашам. Һәм юҡ, мин быны аҡса эшләү юлы тип күрмәйем. Тик үҙем өсөн генә.
 
– Яңы йыр тигәндән, ижад итеп буламы һуң? Әллә концерттар ҡуймағас йырҙар ҙа онотолдомо?

– Шөкөр, ижад туҡтамай. Ошо арала яңы йырым сыҡты, “Ҡайтып күрен” тип атала ул.
 
– Нимә турала ул йырың? Ғөмүмән, йырҙарҙы нисек һай­лайһың? Бына мин үҙем яратып тыңлайым һеҙҙең йырҙа­рығыҙҙы, минеңсә, араһында һағыныу тураһында йырҙар күп кеүек.

– Һағыныу тиһегеҙ инде... Әлләсе, белмәйем. Мин күңелем буйынса тыныс, йомоҡ, уйлы кеше. Шарҡылдап, ихахайлап йөрөмә­йем. Берәй нимә әйтер алдынан, эшләр алдынан ун тапҡыр уйлайым. Шуға йырҙарым да ошо холҡома тура киләлер. Икенсе яҡтан, үҙем кисермәгән, мине борсомаған хистәр тураһында йырлай алмайым. Бына, мәҫәлән, ошо һуңғы “Ҡайтып күрен” тигән йырҙы ғына алып ҡарайым. Ни өсөн мин уға тотондом, сөнки был тема мине ныҡ борсой. Ауылда әсәйемдең йорто бикле тора. Үҙебеҙ ауыл ерендә йәшәгәс, йыш ҡайта алмайбыҙ. Минең бит бында үҙ донъям бар, эте, бесәйе, баҡсаһы, эш, мәшәҡәттәр. Йылына бер тапҡыр ғына ҡайта алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, унда көтөп торор әсәйем булмағас, ҡайтҡы ла килмәй кеүек. Өйҙә әсәй нуры, әсәй ҡото юҡ. Шул турала уйлаһам, йөрәгем ҡан менән тулыша. Һата ла алмайым, һатҡым да килмәй, ҡарай ҙа алмайым. Бик өҙгөләнәм. Шуға ошо турала йыр килеп сыҡҡас, уны йырларға булдым.
Миңә күптәр әйтә, ни өсөн атай тураһында йырламайһың? Әсәйҙәр тураһында йырҙар күп, бөтәһе лә башҡара, ә атайға арналғандары әҙ, йырла әле берҙе, тиҙәр. Ә мин йырлай алмайым! Атайым миңә дүрт кенә йәш булғанда сирләп үлеп ҡалған, мин унһыҙ үҫтем. Атай һөйөүе нисек була, атай нисек ҡыҙын ярата, ҡыҙ нисек атаһын ярата – мин быларҙы белмәйем, бындай хистәр минең өсөн ят. Шулай булғас, үҙең белмәгәнде нисек итеп кенә йырлайһың инде? Был бит кешене алдау була. Былай ғына һүҙҙәрен ятлап, сәхнәгә сығып һикрәнләп, йырлаған кеше булып йөрөй алмайым мин. Артист ихлас, эскерһеҙ булырға тейеш. Сәхнә көҙгө кеүек ул. Эсеңдә нимә бар, шуны күрһәтеп тора. Әгәр кеше ахмағыраҡ, интеллекты юғыраҡ икән, был бит күренә. Мин шуны ныҡ айырам. Артист ул һауыт, нимә менән тулған, шуны тамашасыға сығара. Шул уҡ ваҡытта ижад итер өсөн ул һауыттың һәр ваҡыт тулы булып тороуы ла кәрәк. Һүҙең, фекерең булырға тейеш. Буш икәнһең, сәхнәгә сығыу ҙа кәрәкмәй.
 
– Нәркәс, бик ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Ижади уңыштар һәм һаулыҡ!
 
"Башҡортостан" гәзите. 2020 йыл.
Автор:
Читайте нас: