+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЛӘЙСӘНДӘН ТЫУҒАН ЙӘЙҒОР

Учалынан мин тиһәң: «Әәә, һеҙгә бит ер-һыуығыҙ үҙе ҡушҡан һәләтле, моңло булырға. Ирәмәлегеҙ үҙе илһам сығанағы», – тиҙәр. Шулайҙыр. Яҡташтарымдың кемен генә алма, дәртле, йырлы-моңло, шиғри күңелле. Кеменеңдер һәләте урғылып тора, кемелер уны күңелендә генә йөрөтә. Ирәйеп ятҡан Ирәмәлгә артылып, тыныс, дәрәжәле аҡҡан Яйыҡты кисеп үҫкән күңелдәр битараф, көйһөҙ була алмайҙыр ул. Ә ниндәй рух беҙҙә?! Юҡҡамы ни тотош өс быуат быуындары йылғабыҙ атамаһын Яйыҡ итеп һаҡлап килә? Хәтер юйырға була Урал итеп үҙгәртелеүенә ҡарамай, йылғабыҙ, бары беҙҙә генә тип тә әйтер инем, ата-баба атамаһы менән йәшәй. Эйе, төйәгебеҙ бай. Ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтарын ғына түгел, халыҡ ынйыларын да һанап бөткөһөҙ. Республикала ғына түгел, Рәсәй, сит ил тамашасыларын «аһ» иттергән йырсы Абдулла Солтанов, «Ләйсән» халыҡ бейеүе ансамбле, йырсылар Нажиә Аллаярова, Нәзифә Ҡадырова, халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин, шағир Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡа бик күп арҙаҡлы шәхестәр тыуҙырған бәрәкәтле төбәк ул Учалы. Халыҡ ынйыларының береһе Уральск ҡасабаһының күп функциялы ауыл клубы эргәһендәге «Йәйғор» фольклор ансамбле. Етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова – минең ауылдашым. Күрше урамдарҙа йәшәгәнлектән, йәш сағы хәтеремдә уйылып ҡалған. Һомғол буйлы, һылыу апай осраһа, һәр ваҡыт һоҡлана инем. Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамай, бөгөн дә изге һөнәрлеләр сафында һәм һаман да һомғол, һылыу йөҙлө. Һеҙгә уның менән булған һөйләшеүҙе тәҡдим итәм.

ЛӘЙСӘНДӘН ТЫУҒАН ЙӘЙҒОР
ЛӘЙСӘНДӘН ТЫУҒАН ЙӘЙҒОР

Сәрүәрә апай, «Йәйғор» фольклор ансамблен төҙөү кемдең идеяһы булды? Атамаһын кем уйланы? Ауыл ерендә шундай әүҙем өҫтәлмә эш алып барыу ауыр түгелме?

– Ул ваҡытта Уральск ауыл хакимиәтен Хилажев Марат Закир улы етәкләй ине. Мин ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе инем. Идеяны Фәриҙә Ҡәләмова бирҙе. «Ләйсән» ансамблендә бейегән, әүҙем тормош алып барған ун ике ҡатын-ҡыҙҙы берләштереп, ансамбль ойошторҙоҡ. Беренсе сығышыбыҙ 2004 йылдың октябрь айында булды. Ансамблдең исеме башта «Шатлыҡ» ине. Һуңынан, үҙебеҙ «Ләйсән» ансамбле бейеүселәре булыуҙы һәм ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғорҙо күҙ алдына килтереп, атамаһын «Йәйғор» тип үҙгәрттек. Баштан уҡ етәксеһе үҙем булдым.

Ойошторған мәлдә барыбыҙ ҙа эш кешеләре инек. Репетицияларға эштән һуң йыйылдыҡ. Пенсияға сыҡҡас та, ансамблде ташламаныҡ. Төрлө сәбәптәр менән, арабыҙҙан киткәндәр булды. Кеме сирләү сәбәпле, кемелер йәшәгән урынын алыштырҙы. Бөгөнгө көндә лә, кемдер – китә, кемдер – килә.

Ауыр түгелме тигәнгә, егәрле, дәртле кеше бындай йәшәү рәүешенә яраҡлаша ул. Беҙ бит ауыл ҡатындары. Һәр беребеҙҙең донъяһы, йорт-ҡураһы бар. Күңел тартылһа, барыһына ла өлгөрөп була.

Сәхнәгә бик матур милли кейемдәрҙә сығаһығыҙ. Ул кейемде тектереү ярайһы ҙур сығым талап итә. Матди яҡтан ярҙам итеүселәр бармы?

– Сығымдарҙы үҙебеҙ күтәрәбеҙ. Ҡыҙҙар һис аптырап тормай, әллә нисә комплект милли сәхнә кейемен үҙ иҫәптәренә тектерҙеләр. Яңы бейеү ҡуйыу сығымдарын да үҙебеҙ күтәрәбеҙ.

2023 йылғы «Байыҡ» конкурсы барышында дизайнер-этнограф Сәлимә Усманованың: «Һеҙ – ысын ҡатын-ҡыҙҙар! Һәр бейеүегеҙгә зауыҡлы ла, матур ҙа кейемегеҙ бар. Афариндар!» – тип һоҡланыуы күңелгә май булды, ә Айбулат Ҡотошевтың: «Ысын Йәйғорҙар –  һеҙ! Артабан да шулай йәйғор булып балҡырға булһын!» – тигән теләгенә «Амин!» тинек.

«Йәйғор» фольклор ансамбленең ҡаҙаныштары, уңыштары бик күп. Һеҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙ һәм һәр ваҡыт еңеүселәр рәтендә. Был беҙҙең район халҡы өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Бөтә ҡаҙаныштарығыҙҙы ла һанап, ҡағыҙ битенә төшөрөп бөтөү мөмкин дә түгел. Улар бихисап. Шулай ҙа, былтырғы, 2023 йылғыларын күрһәтеп китәйек әле.

– Беҙҙең өсөн уҙған йылдағы иң ҙур ваҡиға «Байыҡ-2023» Республика телевизион конкурсында ҡатнашыу булды. Фольклор ансамблдәр номинацияһында гран-при яулау – бар күңелебеҙҙе, тырышлығыбыҙҙы һалып әҙерләнеүҙең һөҙөмтәһе ул.

Был конкурсҡа бейеү ҡуйған Гөлназ Рәис ҡыҙы Ғайсароваға, фонограмма оҫтаһы музыкант, йырсы, композитор Илгиз Хәдис улы Йомағужинға, һәр тарафта ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торған Илназ Камил улы Үҙәнбаевҡа, бейеүсе, береһенән-береһе һылыу, һәләтле, уңған, тырыш, шуҡ һәм дә шаян ансамбль ағзаларына, сценарист менән режиссерға оло рәхмәтемде еткерәм.

Йәмле йәй көнөндә Мәскәү ҡалаһында үткән халыҡ-ара «Вершина таланта» сәнғәт конкурс-фестивалендә «Хореографическое искусство/ фольклор» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булдыҡ. Был конкурста беҙ «Ҡумыҙҙар менән бейеү» тип аталған бейеү башҡарҙыҡ.

Апрель айында үҙемдең күптән күңелдә йөрөткән хыялым тормошҡа ашты. Сибай ҡалаһында оло йәштәгеләр араһында үткән «Мин яратам һине, тормош!» бәйгеһенең һайлап алыу турында үҫмер генә саҡта Әхкәм Юлдашбаев өйрәткән «Уралым ҡайындары» йыры менән сығыш яһаным. Илгиз Йомағужинға, Илназ Үҙәнбаевҡа, Динә Мөхәмәтоваға һәм, әлбиттә, «Йәйғор» фольклор ансамбленән ижади ҡомарлы әхирәттәремә сикһеҙ рәхмәттәремде юллайым!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад иткән Әнүзә ханымдың (ҡыҙғанысҡа ҡаршы фамилияһын онотҡанмын) тергеҙеп, беҙгә тегеп биргән Тиләү ырыуының оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарының кейем өлгөһө, Азат Салауат улы Ғариповтың тергеҙгән ҡаталары фольклорсыларҙың ихтирамлы иғтибарын йәлеп итеүенән, ә оло йәштәге бер аҡһаҡалдың ихласлыҡта: «Бына исмаһам ысын башҡорт ҡатындары!» – тип һоҡланыуынан йәнгә йәм, күңелгә «Йәйғор»ҙар өсөн ғорурлыҡ хистәре бөркөлдө.

Бынан тыш, күрше өлкәләрҙә үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ. Октябрь айында Башҡортостан Республикаһы көнөн Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар Дуҫлығы йортонда ысын мәғәнәһендә башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ фольклор төркөмдәре араһында хөкөм һөргән дуҫлыҡ мөхитендә билдәләп ҡайттыҡ.

Шулай артабан да дуҫлыҡ-татыулыҡта, һаулыҡта, берҙәмлектә осрашып, аралашып ижад ҡомарында тағы ла күркәмерәк итеп Республикам көндәрен билдәләргә булһын.

Ансамбль шулай уҡ башҡорт халыҡ йолаларын, кәсептәрен тергеҙеүҙә әүҙем эшләүе менән билдәле.

– Эйе, беҙҙең ҡыҙҙар, ысын мәғәнәһендә бейеүгә генә түгел, милли мәҙәниәткә, милли кейемебеҙгә, йолаларыбыҙға тоғро шәхестәр. Бик нескә һәм шул уҡ ваҡытта көсһәм ваҡыт талап иткән шөғөл ул был йүнәлештәге хеҙмәтебеҙ. Ошо йәһәттән әүҙем эшләп кенә ҡалмайбыҙ, ижад емештәребеҙ менән төрлө күргәҙмәләрҙә, мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ, маҡтаулы урындарға лайыҡ булабыҙ.

Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын тергеҙеү буйынса башҡарған эштәребеҙ бихисап. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – ауылда һәр өйҙә аҫыралған һарыҡ йөнөнөң һуңғы ваҡытта исраф ителеүенә сик ҡуйыу ниәтендә «Кейеҙ баҫтым кеймәгә» тигән бейеүгә идея биреп, таҡмаҡтар ижад итеп, Рәйес Низаметдиновтан бейеү һалдырттыҡ. Шул уҡ мәлдә халҡыбыҙҙың онотолоп барған кәсебе – кейеҙ баҫыуҙы тергеҙеү ниәтендә, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыларынан оҫталыҡ дәрестәре алғандан һуң, һәр беребеҙ үҙенә кейеҙ тупый һәм камзулдар биҙәкләп баҫып алды. Был эшебеҙ менән халҡыбыҙҙың өмәләп кейеҙ баҫыу йолаһын тергеҙҙек. Кейеҙ баҫыуға булған ихласлыҡты, оҫталыҡты күргән Рәйес Жәүҙәт улы беҙгә үҙенең «Өмә сәйе» тигән бейеүен дә тәҡдим итте.

Был үҙенсәлекле кейеҙҙәр «Йәйғор»ҙың визиткаһы тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, сөнки шундай кейеҙҙәр беҙҙә генә, минең шәхси ижад емешем. Баҫыу технологияһын, иҫәп-хисап үҙенсәлектәрен үҙем генә беләм, әммә шундай кейеҙ баҫырға теләктәре булғандар менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙермен.

Әйтеп үтергә кәрәк, Уральск ҡасабаһының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән былтыр «Кис ултырыу» йолаһын тергеҙеп, өмәләп ай буйына һарыҡ йөнөн эшкәртеп, махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә йылы нәскиҙәр һәм өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләп оҙаттыҡ.

Ансамбль апайҙары һәр ваҡыт матур, һөйкөмлөләр, күтәренке кәйефтә, зауыҡлы, күркәм кейемдә. Һеҙгә ҡарап күңел йылына. Ошо күңел торошоғоҙҙоң берәй сере бармы ул?

– Сере бик ябай ул. Башҡортлоғоңдо һәр күҙәнәгең менән аңлау, тойоу, милләтеңә һөйөү, мәҙәниәтеңә тоғролоҡ. Һәм, әлбиттә, тырышлыҡ. Был хәтлем тормош ритмына яраҡлашыу һәр беребеҙҙән көслө характер, тәртип талап итә. «Йәйғор» фольклор ансамбленең һәр бер ағзаһы үҙе бер һоҡланғыс шәхес, ә бергәләп беҙ – халҡымдың бер ынйыһы, йондоҙо.

Беҙ – берҙәм. Килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе күмәкләп йылдам ғына хәл итә беләбеҙ. Ҡыҙҙарымдың һәр береһен яратам, хөрмәт итәм һәм ғорурланам. Артабан да шулай шуҡ-шаян, берҙәм, татыу, һау-сәләмәт булып йәйғор нурҙарын бөркөргә булһын.

Илдәргә тыныслыҡ килһен. Ауыр заманды берҙәмлек менән генә үткәреп ебәреп була.

Әңгәмә өсөн рәхмәт, Сәрүәрә апай! Һеҙгә, коллективығыҙға артабан да йәйғорҙай балҡып, күңелдәргә нур бөркөп йәшәүегеҙҙе теләйем. Уңыштарығыҙ менән беҙҙе ҡыуандырып тороғоҙ.

 

Наилә Хәмбәлиева, Учалы районы. "Тамаша" журналы, №1-2024

ЛӘЙСӘНДӘН ТЫУҒАН ЙӘЙҒОР
ЛӘЙСӘНДӘН ТЫУҒАН ЙӘЙҒОР
ЛӘЙСӘНДӘН ТЫУҒАН ЙӘЙҒОР
Автор:
Читайте нас: