+16 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Марта 2024, 05:49

Бер йыр тарихы

-

Бер йыр тарихыБер йыр тарихы
Бер йыр тарихы

Күп йылдар элек мин боронғо бер йыр тарихын яҙып сыҡҡайным инде.
Белеүебеҙсә, батша заманында ғәскәр хеҙмәтенә бик оҙаҡҡа алғандар. Бер ҡатындың яңы өйләнгән улын да, талап ителгәнсә ат, уҡ-һаҙаҡ, яугир кейеме менән тәьмин итеп, оҙатҡандар.
Ҡәйнә иһә кистәрен киленен тәҙрә аша ғына күҙәтеп йөрөй башлаған. Байтаҡ йылдар үтеп киткән. Бер кисте ул килененең һаҡал-мыйыҡлы ниндәйҙер таныш булмаған ир менән ултырғанын күргән дә йүгереп ҡайтып, мылтыҡ алып килгән. Тыштан ғына күҙәп, атып ебәргән. Ир йығылып төшкәс, йүгереп барып инә. Тегеһе "әсәй" тип кенә әйтеп өлгөрә лә, йән бирә. Улын үлтергәнен аңлап, әсәһе: "Балам, балам, яңғыҙ ҡалам", тип һамаҡлап илап ебәрә.
Ул йыр әле лә төрки халыҡтарҙа башҡарылып йөрөй.
... Ана шулай, "тәҙрә" аша ғына күрәбеҙ ҙә хөкөм итәбеҙ, атып йығабыҙ...Кинәйәләп кенә әйткәндә... Күҙ менән күргәнде лә дөрөҫ баһалай белеү кәрәк тә.

Гүзәл Ситдиҡова

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall144637633_29260%2Ffa3b1d122346e28a19

 

Автор:
Читайте нас