+16 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Марта 2024, 10:10

Башҡорт бейеүенең Һомайғошо

Бейеү сәнғәтен фәнни яҡтан өйрәнгәндәр уға ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнай. Сөнки ул тамашасы күҙлегенән матур, дәртле һәм ябай кеүек күренһә лә, һәр хәрәкәт, тыпырҙаҡ, хатта ҡараш та ниндәйҙер мәғәнәгә эйә, үҙ урыны, тәғәйенләше бар. Бейеүсенең ижади ғүмере ҡыҫҡа тиҙәр – ғүмер буйы ауыр физик эшкә көс-ҡеүәт, һаулыҡ, мөмкинлек һәм теләк талап ителә. Тәбиғәт биргән талант та мөһим роль уйнай. Шулай ҙа башҡорт сәнғәте көмбәҙендә ғүмерҙәрен бейеүгә генә арнаған шәхестәребеҙ байтаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә БИКБАЕВАНЫ ла тамашасылар – сәхнә йондоҙо, ә бейеүселәр оҫта балетмейстер итеп белә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы бөгөн хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, эшмәкәрлеген туҡтатмай. Ә уның район-ҡалаларҙағы фольклор ансамблдәре, яңғыҙ бейеүселәр өсөн һалған композициялары концерттарҙың, фестивалдәрҙең матур бер биҙәгенә әүерелә.

Башҡорт бейеүенең ҺомайғошоБашҡорт бейеүенең Һомайғошо
Башҡорт бейеүенең Һомайғошо

– Йәмилә, һинең бейеү сәнғәте менән танышыуың, тәүге сығышың нисек булды, хәтерләйһеңме?

– Миңә ике йәштәр тирәһендә ҡулыма Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле тураһында китап эләккән. Һәр ваҡыт шундағы фотоларҙы ҡарап ултырыр булғанмын. Үҙемде иҫләгәндә лә уны ҡулымдан төшөрмәй инем. Тәү сиратта фотоларҙағы сағыу костюмдар минең иғтибарҙы ныҡ йәлеп итте. Икенсенән, шул тиклем һылыу апайҙар, ғорур һынлы ағайҙар һоҡландырҙы. Күп ҡарауҙан китап туҙып, биттәре йыртыла башлағайны. Әсәйем уларҙы тегеп, скотч менән йәбештереп ҡуйғаны ла булды. Бейеү сәнғәтенә тәүге һөйөү шул ваҡытта уҡ уянғандыр тим. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, әсәйем үҙ ҡулдары менән күлдәк тегеп, бейеү өйрәтеп, тәүге тапҡыр Яңы йыл байрамында сәхнәгә сығарҙы. Ул ваҡытта беҙ Ейәнсура районында йәшәй инек әле. Ә Сибайға күсеп килгәс, мине бейеү ансамбленә бирҙеләр. Нимәһе ҡыҙыҡ: миңә тәүҙә унда оҡшаманы. Бер осор йөрөмәй торҙом. Бер аҙҙан ҡабат ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Мәҙәниәт һарайының ҡайҙа икәне иҫтә ҡалды бит инде, ата-әсәйемә әйтеп тә тормай, ҡабат барҙым. Уҡытыусым: «Киттең бит, ҡабат алмайым!» – тип, һөйләшергә лә теләмәне. Ә миндә ныҡышмаллыҡ көслө, тиҙ генә бирешә торғандарҙан түгелмен. Ҡышҡы кейем менән ишек төбөндә өс сәғәт торҙом. Дәрестәре бөткән уҡыусылар ҡайта, яңылары килә. Иң ахырҙа уҡытыусым йәлләп китте шикелле: «Ярай, ин!» – тип ҡуйҙы. Шунда минең нисек шатланғанды күрһәгеҙ! Артабан бер генә дәресте лә ҡалдырманым. Шул тиклем бейергә яраттым, бар күңелемде бирҙем, тип әйтә алам. «Гөлдәр» ансамбле менән конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, гастролдәргә йөрөнөк. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Сибайға гастролдәргә килгәйне, өс концерт ҡуйҙылар. Береһен дә ҡалдырмай барып ҡараным.

Бейеү уҡыуыңа ҡамасаулай, тип әйтмәһендәр өсөн уҡыуымды ла һәйбәт итеп алып барырға тырыштым. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым.

– Ата-әсәйең һөнәрҙәре буйынса уҡытыусылар. Шулай уҡ һеҙҙең нәҫел рәссам булараҡ та танылыу яулаған. Һиндә ул талант бармы?

– Эйе, әсәйем ғүмере буйы мәктәптә уҡытты. Ә атайым сәнғәт мәктәбендә эшләне. Арыҫлан ҡустым уның юлын дауам итә, тип әйтергә була: дизайн студияһы бар, этник стилдә эшләй. Миндә рәссамлыҡ һәләте юҡ. Атайымдың эшенә барып, балалар төшөргән һүрәттәрҙе ҡарап йөрөй торғайным. Натюрмот өсөн ҡуйылған емеш-еләктәрҙе ашап, әрләнгәнем дә булды. Ҡыҙыҡһыныуым шунан артманы. Ә бына ҡыҙымда һәләт бар: бала ғына булыуға ҡарамаҫтан, портреттарында кешеләрҙең кәйефен, эске донъяһын сағылдыра ала. Шулай ҙа һынлы сәнғәткә бөтөнләй үк битараф түгелмен. Сәнғәт мәктәбендә Әхмәт Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһы бар ине. Барған һайын уға ҡарап, ҡатындарҙың һәр бер йыйырсығына тиклем өйрәнеп бөткәйнем. Һоҡланыу хисе бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып, «Быуындар сылбыры» хореографик композиция һалырға идея бирҙе. Унда бейегән 16 ҡыҙ өс быуын ҡатын-ҡыҙын һынландыра. Дизайнер Наталья Степанова менән костюм-конструктор уйлап таптыҡ, ҡыҙҙар бер нисә секунд эсендә икенсе образға күсә ала. Солистар бер нисә ҡабат сәхнәгә сыға – быуындар алмашына, нәҡ улар йәшәйештең ҡотон һаҡлаусылар. Ҡот быуындан-быуынға тапшырыла, мәңгелектең дауамы, үлемһеҙлек – балетмейстер булараҡ, ошо фәлсәфәүи фекерҙе еткерергә тырыштым. Композиция ҡатмарлы булһа ла, ул тамашасыларҙы бер аҙ уйландыра. Бейеү боронғо замандан башлана, оло быуын йәшәү ҡотон – урта быуынға, ә улар үҙ сиратында йәштәргә тапшыра. Бына шундай идеяға этәрҙе «Өс ҡатын» картинаһы.

Ә бейеүгә һәләт атайым нәҫеленән киләлер. Хәйерзаман ҡартатайым уҡытыусы булып эшләһә лә, сәнғәтте яратты, ҡурайҙа бик оҫта уйнаны, матур бейене. Юлай Ғәйнетдинов уны үҙенең «Хазина» тапшырыуында ла төшөрҙө. Уҡытыусылыҡҡа килгәндә иһә, мин бит мәктәптән һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға ингәйнем. Хатта уның 4-се курсын да тамамланым. Тик артабан тормошомдо сәнғәт менән бәйләргә хәл иттем.

– Һәм Сибай дәүләт филармонияһына эшкә барҙыңмы?

– Юҡ, унда эшкә урынлашыу алдан һәм ҡыҙыҡ тарихлы булды. «Гөлдәр» ансамблендә бейей инек әле, бер осор Сибайҙа филармония асыла, тигән хәбәр сыҡты. Күп тә үтмәне, бейеү ансамбленә 17 йәштән алып артистар ҡабул ителә, тигән иғлан таралды. Ә миңә 15 кенә. Нимә эшләргә? Бергә бейеп йөрөгән әхирәтем Гөлназ Нәҙершинаны эйәртеп, эшкә урынлашырға барҙыҡ. Сөнки беҙ нисектер ул мәлгә балалар ансамбленән «үҫкәйнек». Ҙур сәхнә, етди эш тураһында уйландыра башланы. Беҙҙең икебеҙгә лә бәхет йылмайҙы – эшкә ҡабул иттеләр. Репетициялар башланғас ҡына 15 йәшлек балалар икәнлегебеҙҙе әйтергә тура килде. Нисектер, әллә концерттарға ҡыҙыу әҙерлек менәнме икән, ул факт иғтибарһыҙ ҡалды. Йәш коллективта эш башлауы шул тиклем оҡшаны. Шул тиклем дуҫлашып, хатта бер ғаилә кеүек туғанлашып бөттөк. Беҙҙең өсөн күңелен, йәнен бирерҙәй етәкселәр булды ул заманда. Альмира Ҡыуатова менән Гөлназ Аҡназарова беҙҙе үҙ балалары кеүек күрҙе, шул уҡ ваҡытта талапсан да була белделәр. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышһаҡ та, бөгөнгө көнгә тиклем аралашабыҙ, осрашабыҙ.

Әлбиттә, ата-әсәй тәүҙә етди һөнәр һайлауымды теләне. Шулай ҙа филармонияла эш башлауыма ҡаршы килмәнеләр. «Үҙең һайланың, үкенерлек булмаһын», – тип кенә ҡуйҙылар. Уларҙың шул тәрбиәһе өсөн һаман да рәхмәтлемен. Әйтеүемсә, мин бит ныҡышмал кеше, ҡаршы килһәләр, бәлки, конфликт булыр ине. Бер аҙ эшләгәс, Альмира апай республиканың Мәҙәниәт министрлығы Мәскәү дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт университетының «Хореография» факультетында уҡыу өсөн махсус курс йыйыуы тураһында әйтеп, шунда барып ҡарарға тәҡдим итте. Ә тап шул мәлдә матурлыҡ конкурсында ҡатнашҡайным. Жюри ағзаһы булып килгән Азат Нәҙерғолов мине күреп, сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға саҡырҙы. Шул ваҡытта ғына бер аҙ икеләнеп алдым. Миңә бейегәндә лә образлы бейеүҙәр оҡшай, йылмайып, хәрәкәттәр генә эшләп йөрөү минең өсөн түгел ул. Тәҡдим булғас, үҙемде театр сәхнәһендә һынап ҡарағы килеп китте. Әммә уйланым-уйланым да, бейеүҙе һайланым. Мәскәүҙә Башҡортостандың район мәҙәниәт йорттарынан, баш ҡаланың мәҙәниәт ойошмаларынан байтаҡ ҡына студенттар белем алдыҡ. Уҡыуға тиклем башлыса башҡорт бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынһам, хәҙер инде донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫына ла иғтибарым ҙур.

Беҙ профессор, Мари АССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Петрович Мурашко курсында уҡыныҡ. Ул беҙҙең Фәйзи Ғәскәров кеүек – заманында Мари Эль дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалыусы. Һәр студенты өсөн лайыҡлы остаз, кәңәшсе булды. Һаман да аралашып торабыҙ. Мәскәүҙә үткән концерт программаһында мин һалған бейеү булһа, килеп ҡарарға, кәңәш-тәҡдимдәрен әйтергә тырыша.

– Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләү – һәр бейеүсенең оло хыялы. Һин бында нисек урынлаштың? Әллә Мәскәү университетында белем алған ҡыҙҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алдылармы?

– Филармония асылыу менән беҙ йыл һайын Өфөгә отчет концерттары менән килә инек. Иң матур бейеүҙәр, йырҙар һайлана, ҡыҙыҡлы программа төҙөлә. Сираттағы гастролдәр мәлендә Ғәскәров ансамбле артистары менән аралашып киттек. Улар оҙаҡламай эшкә ҡабул итеү өсөн конкурс буласағын әйтеп, унда ҡатнашырға саҡырҙылар. Ысынлап та, бындай осраҡта икеләнеп, уйланып тороу ярамай. Мин дә билдәләнгән көндө кастингка килеп, бейеп күрһәттем.

Өфөгә өйрәнеү еңелдән булманы. Бында берәү ҙә бер кемде лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Таныш түгел коллектив, атай-әсәй ҡурсыуынан, дуҫтарҙан айырылыу үҙе бер һынау бит ул. Тиҙ арала барлыҡ репертуарҙы өйрәнеп алырға лә кәрәк. Йәлләүсе юҡ, егелеп эшләйһең дә эшләйһең һәм үҙеңдең лайыҡлы артист булыуыңды бары тик эшең менән генә иҫбатлайһың. Ауырлыҡтарға әҙер инем, бирешмәнем, тиҙ арала өйрәнеп киттем. Ансамблгә килеүемә 27 йыл булды. Әйткәндәй, Сибайҙа ҡанат нығытҡан артистарҙың күптәре аҙаҡ Өфөгә күсте. Улар араһынан иң тәүгеһе мин инем.

– Ә концерттар алып барыу тәжрибәһе ҡасандан башланды?

– «Гөлдәр» ансамблендә бейегәндә үк концерттар булһа, миңә алып барырға ҡушалар ине. Тик бер ваҡытта ла ҙур сәхнәгә сығырмын тип уйламаным. 1999 йыл ине шикелле, Силәбе өлкәһенә гастролдәр менән сыҡтыҡ. Ғәҙәттә етәксебеҙ Риф Ғәбитов үҙе концерт мәлендә башҡарыласаҡ бейеүҙе, солистарҙы иғлан итә ине. Бер көн был эште миңә ҡушты. Кәрәк булғас, бәхәсләшеп торманым. Ә икенсе көндө ул минең ҡулыма текст тотторҙо ла: «Бынан ары концерттарҙы һин алып бараһың», – тине. Аңлы рәүештә был эште атҡарыу бейеүгә ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ тойолдо. Тубыҡтарҙың ҡалтырауын һаман да хәтерләйем. Тик оҙаҡ уйларға ваҡыт булманы, номерҙарҙы иғлан иткәс, сығып бейергә лә кәрәк бит. Һәм шул көндән алып мин концерттар алып барам. Бер нисә йыл элек бейеүсе булараҡ хаҡлы ялға сыҡтым, шулай ҙа ансамблдә эшләүемде дауам итәм. Йыш ҡына сценарийҙарҙы ла үҙемә яҙырға тура килә.

– Бейеү – матур ғына түгел, хәүефле лә шөғөл. Сәхнәлә йәрәхәтләнергә тура килдеме?

– Сәхнәлә түгел, репетиция мәлендә йәрәхәт алдым. Тубыҡ быуынын ауырттырып, өйҙә дауаланырға тура килде. Бейеүселәрҙең иң нескә урыны – быуындар. Көс менән эшләп, уларға йөкләмә күп төшә. Һаҡланырға кәрәк: тәнде ҡыҙҙырырлыҡ күнекмә үтмәйенсә репетиция эшләргә, сәхнәгә сығырға ярамай. Айырыуса ҡатмарлы партиялар булғанда.

– Һин тиҫтәләрсә бейеү һалған хореограф, был йәһәттән конкурстарҙа ла еңеү яулайһың. Яңы бейеү нисегерәк тыуа ул?

– Һәр ижадтағы кеүек үк, бейеүҙә лә мотлаҡ илһам һәм белем кәрәк. Ғәҙәти эштәр менән булып йөрөгәндә, ҡапыл ғына күҙ алдына бер нисә хәрәкәт менән ниндәйҙер идея килә. Йәки, киреһенсә, ниндәйҙер теманы алып, уйланаһың, өйрәнәһең, күҙаллайһың. Шул мәлдә күҙ алдында ниндәйҙер бейеү хасил була башлай. Ике осраҡта ла уны үҫтерергә, биҙәргә кәрәк. Яңғыҙ йәки дуэт бейеүҙәре тиҙ арала һалына. Ә бына ансамблдәр өсөн ҡатмарлы. Идея барлыҡҡа килгәс, көй яҙҙырыр өсөн композитор менән һөйләшәһең. Мин быға тиклем бары тик Илшат Яхин менән эшләнем. Ул нимә кәрәген сюжетты һөйләүҙән үк аңлап, үҙенең тәҡдимдәрен әйтә башлай торғайны. Бер нисә көн эсендә эш варианттары ебәрә лә, нимәһен үҙгәртергә кәрәк, нимәләр өҫтәргә, тип һорай башлай. Музыкалары ла матур ине. Шул тиклем уның менән эшләүе еңел булды. Ул бушлыҡты әле бер кем дә тултыра алмай. Бер ыңғайҙан шулай уҡ дизайнер менән дә эшләй башлайһың. Сөнки һәр бейеүгә тап килгән, уңайлы һәм матур кейем кәрәк. Был йәһәттән Наталья Степанованы билдәләп үтер инем – шул тиклем егәрле. Башҡа милләттән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт милли кейемдәрен һәйбәт өйрәнгән.

Шулай һөйләшә-кәңәшләшә торғас, бер бөтөн булып, бейеү тыуа. Уны артистарға өйрәтәһең. Бейеү һалыу миңә ҡалһа ауыр, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ эш.

– 2022 йылдың аҙағында һин үҙеңдең бик ҙур эшеңде – «Урал менән Шүлгән» хореографик спектаклде сәхнәгә сығарҙың. Шул турала ла һөйләп үтһәң ине.

– Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамблендәге тәүге һалған бейеүем «Һомай» булды. Уны сәхнәгә сығарғас, ул ваҡыттағы директор Алмаз Рәсих улы Сәйетов: «Был йүнәлештәге эшеңде дауам итеп, Урал батыр тураһында тамаша әҙерләргә була», – тип идея бирҙе. Артабан шул турала ғына уйлана башланым. Ниндәй образдар, ниндәй геройҙар, ниндәй бейеүҙәр була – ярайһы ғына ваҡыт үтте.

Ниндәй тамаша булырын хәл иткәс тә эш процессы йыл ярым тирәһе дауам итте. Иң тәүҙә көслө ижади коллектив тупларға кәрәк ине. Сценарий авторы Динара Ҡәйүмова, композитор Илшат Яхинға, режиссер Фирғәт Ғариповҡа мөрәжәғәт иттем. Костюмдар буйынса рәссам Наталья Степанова ул мәлдә бушамай ине, ярҙамға Сулпан Азаматованы саҡырҙыҡ. Эш мәлендә Илшаттың вафаты беҙҙе оло ҡайғыға һалды – тамамланмаған урындарҙы кемгә тапшырырға белмәй, бик оҙаҡ уйландыҡ. Рәхмәт Вәсил Ғафаровҡа, Илшат өлгөрмәгән композицияларға көй яҙып, эште тамамлап ҡуйҙы.

Ансамбль тарихындағы тәүге хореографик спектакль ул. 40 минут бара, туғыҙ композиция ингән. Тәүҙә балалар өсөн программа булыр, тип уйлағайныҡ, барлыҡ тамашасылар ҙа йылы ҡабул итте. Спектаклде сәхнәгә сығарырға ярҙам иткән директорҙар – Алмас Сәйетов менән Нәзир Байегетовҡа рәхмәтлемен. Уларҙың ярҙамы менән халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын ансамбль кимәлендә күрһәтә алдыҡ.

– Әлеге ваҡытта ниндәй проектты тормошҡа ашырырға, тип уйлап йөрөйһөң?

– Бындай ҙур проекттан һуң күңел бер аҙ ял итергә тейеш. Шулай ҙа эшһеҙ түгелмен, идеялар ҙа күп. Тик мин һөҙөмтәһен күрмәйенсә, башлаған эштәрем хаҡында һөйләргә яратмайым. Ваҡыт күрһәтер.

– Һин балетмейстр булараҡ талапсан кешеме?

– Тәбиғәтем менән йомшаҡ кеше булһам да, эштә талапсан булырға тырышам. Тауыш күтәрергә яратмайым, ә аңлатыу юлын һайлайым. Артист минең әйткәнде тыңларға ғына түгел, аңларға ла тейеш. Үҙ-үҙемә лә талапсанмын, ярты-йорто башҡарылған эште яратмайым.

Бәләкәй саҡта балалар бейергә теләй. Шөғөлләнә башлағас, уларҙың күпселеге ташлай. Хатта белем алып, эшен сәхнә менән бәйләгән артистар ҙа киткән осраҡтар бар. Был тәү сиратта етәкселәрҙең, хореографтарҙың талапсанлығына бәйле. Ә талаптар ҡаты булмаһа, һөҙөмтә булмай. Ғөмүмән, ансамбль эше дисциплина, хеҙмәт һәм талапсанлыҡҡа бәйле.

– Ансамблдә бер үк кейемдә, бер үк хәрәкәттәр яһаған бейеүселәр араһынан кемделер айырыу ауыр кеүек. Ысын талант үҙен күрһәтә аламы?

– Кешенең үҙенән тора. Тырышып эшләһә, үҙенсәлеген юғалтмаһа ул айырылып торасаҡ. Һығылмалығы, башҡарыу техникаһы, бик булмаһа йылмайыуы – нимәлер тамашасыны йәлеп итергә тейеш. Мәҫәлән, мин таныш булмаған ансамблгә бейеү һалырға барһам, оҡшаған бейеүсене күреп, хәтерләйем икән, иң арттағы рәттән дә табып, уны күҙәтәсәкмен.

Бер үк хәрәкәт яһаған артистарҙың да төрлөһө була. Үҙе сәхнәлә бейеп тә, күңеле менән ситтә булғандар осрай. Техник яҡтан барыһы ла һәйбәт, әммә нимәлер етмәгән кеүек тойола. Шул уҡ ваҡытта, тәбиғи таланты, техник мөмкинлеге әллә ни маҡтанырлыҡ булмаһа ла, ниндәйҙер бер образы, харизмаһы менән тамашасыны арбағандар була.

– Төрлө һөнәрле йәштәр башҡорт бейеүе менән ҡыҙыҡһынамы?

– Эйе. Шәхси дәрестәр алырға теләп мөрәжәғәт итеүселәр бар. Нуриман районынан бер ҡыҙ аҙна һайын бейеү өйрәнергә килә торғайны. Бер осор Инвир Хисаметдинов менән егет-ҡыҙҙарға бейеү өйрәтеүсе проект башлап ебәргәйнек. Тик финанс яҡтан ауырлыҡтар булғас (аренда хаҡы ҡиммәт ине), туҡтатырға тура килде. Ул мәлдә ҡыҙҙар айырыуса күп йөрөнө.

– Һеҙ – ижади ғаилә. Тормош иптәшең Рияз Исхаҡов менән нисек таныштығыҙ?

– Беҙҙе уртаҡ дуҫыбыҙ таныштырҙы. Бәлки, яҙмыш үҙелер. 2000 йылдарҙың башы ине. Эштән арып ҡайтҡайным, ҡустым телефонына аҡса һалырға һораны. Иң яҡын терминал – Пушкин урамындағы «Енисей» магазины янында. Ризаһыҙ ғына шунда юлландым. Ишек төбөндә танышым, рәссам Владислав Байрамғолов тора. Һөйләшеп киттек. Шул саҡ яныбыҙға Рияз килде. Таныштыҡ та, мин сығып киттем. Бер нисә көндән Владислав шылтыратып: «Рияз һинең телефоныңды һорай, бирәйемме?» – ти. Ризалыҡ бирҙем. Шулай аралашып киттек, осраштыҡ. Йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәс, никах уҡыттыҡ. Ғаилә ҡороуыбыҙға инде 17 йыл.

– Ҡыҙың бейеүсе булырға теләмәйме?

– Мәликәнең бейеүсе булырлыҡ мөмкинлеге бар. Тән һығылмалығы, талант ярылып ята. Бер осор «Гүзәл-данс» студияһында ла шөғөлләнде. Тик ҙурая килә ҡыҙыҡһыныуы үтте. Әле ул актерлыҡ һәләтен үҫтерә. Тәүҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Самрау» балалар студияһына йөрөнө. Ул ябылғас, Милли йәштәр театрындағы Гөлшат Ғайсина етәкселегендәге студияға күсте. Ҡайным менән ҡәйнәм театр кешеләре булараҡ, уларҙың таланты ейәнсәрҙәренә күскәндер, тим.

– Бейеүҙән, сәхнәнән арып киткән саҡтарҙа күңелеңә нимә ял бирә?

– Өй йылыһы, ғаиләм, туғандарым. Тәбиғәтте яратам, көс-ҡеүәт алам. Бала саҡта, йәшлек йылдарында ул турала бик уйламайһың ул. Ә бына тормошто күргән кеше булараҡ, хәҙер күңелем тауҙарға һәм диңгеҙгә тартыла.

Шулай ҙа мин сәхнәнән йыш арыйым, тип әйтмәҫ инем. Эшемдең иң күңелле мәле – гастролдәр. Ҡайһы илдәрҙә булыуымды һанап бара инем, аҙаҡ иҫәбен юғалттым. Германияла ғына һигеҙ тапҡыр сығыш яһарға тура килде. Фестивалдәрҙә ҡатнашыу, сит төбәктәргә, илдәргә сығыу үҙе бер сәйәхәткә тиң. Башҡа халыҡтың мәҙәниәте, йәшәйеше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышаһың. Мотлаҡ рәүештә музейға, матур урындарға барырға тырышабыҙ. Ҡайһы саҡта ойоштороусылар үҙҙәре үк экскурсияға йөрөтә.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Йәмилә. Һиңә һаулыҡ, ғаиләңә именлек, ижадыңда уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

Гөлнур ҠЫУАТОВА

"Тамаша" журналы, №1-2024

Автор:
Читайте нас