+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Февраль , 13:36

Сәрүәр СУРИНА: “ЙЫЛЫ ҺҮҘ — ЙӘН АҘЫҒЫ, ТЕРЕ ҺҮҘ — ТЕЛ ТАМЫРЫ, ИХЛАС ҺҮҘ — ЙӨРӘК АСҠЫСЫ..."

Был яҡтар ерҙәге ожмахтың үҙелер: үтә күренмәле, көмөш һыулы Һаҙ, Сатра, Оло Эйек буйҙары, ҡыпсаҡ батырылай ғорур баҫҡан мәғрур Олотау, теш зәңкетер татлы Япар (Йопар), Мулла шишмәләре, төрлө сәскәләрҙең хуш еҫе, йырсы ҡоштары менән кинәндерер уйһыу туғайҙары, Алтынтуған, Үрген, Азаҡлы, Ҡуяналған, Ҡаратал, Айыуатҡан яландары – барыһы ла бәрәкәтле Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылы биләмәләре. Бөйөк ҡара ҡыпсаҡтың аманатын тупрағына һеңдергән изге ерҙең башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгелдер. “...Эс яҡтан бесән ҡаплаған, тыштан кесерткән ышыҡлаған быялала күк йөҙө күренә. Кесерткәндәрҙән сағыла-сағыла бер аҙ ынтылһаң, унда тулған айҙың күҙ йәштәрен дә, алыҫ-алыҫтағы ғәләмәт тауҙарҙы ла, ҡояштың ете төҫтә булыуын да күрергә мөмкин...” Самими ҡарашлы, мөғжизәләргә ышаныусан, ихлас бала өсөн ихаталағы тимер ҡапҡалы ситән һарайҙың тәҙрәһенә бар донъяның мөғжизәһе һыйған кеүек. Бәләкәй генә ошо ҡыҙыҡай күпмелер йылдан һуң йәшәйештең гүзәл ынйы-гәүһәрҙәрен зәңгәр экрандар аша күрһәтер, халҡыбыҙҙы танытыр тип кем уйлаған? “Ҡайһы төбәккә барһам да, хайран ҡалып торам: ҡасандыр, бик борон мин тәҙрә быялаһында ошо ерҙәрҙе, ошо кешеләрҙе күргән һымаҡмын”, – тип яҙасаҡ ул был хаҡта һуңыраҡ күп ерҙәрҙе гиҙгән, ҡырҡ йыл буйы Башҡортостан телевидениеһы редактор-комментаторы булып эшләгән журналист булараҡ. Тәүге хеҙмәт юлын башлағанда, зәңгәр эфирҙа бик күптәргә туған тел тылсымын ҡулланырға өйрәткән арҙаҡлы Фуат Биишев мәктәбен дә үтә ул. Билдәле шәхестәр Әлфиә Батталова, Юлай Ғәйнетдинов, Әнүәр Нурмөхәмәтов менән бергә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Хазина» ижад берекмәһен ойошторған, халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәрен йыйған, геройҙарының тормош юлын, яҙмышын күңеле аша үткәреп, данлыҡлы яҡташтарыбыҙ хаҡында фильмдар эшләгән автор, һутлы телле балалар яҙыусыһы, талантлы драматург, республика һәм төбәк-ара кимәлдә үткән төрлө сараларҙың сценарий оҫтаһы Сәрүәр Рәшит ҡыҙы СУРИНА. Уны белмәгән кеше юҡтыр. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, ижади семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша, сценарийҙар яҙа, драма әҫәрҙәрен һәм театр хаҡында мәҡәләләрҙе тәржемә итә, бөйөк яҙмышлы замандаштары тураһында документаль фильмдар төшөрә һәм йыйынтыҡтар төҙөй... Сәрүәр Рәшит ҡыҙының оло хеҙмәте байтаҡ ҙур исем-дәрәжәләр менән билдәләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рәми Ғарипов, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы лауреаты кеүек мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған. Төрлө тармаҡлы ижад юлдары бер-береһенә ҡамасауламаймы? Нисек өлгөрә икән әҙибә? Халыҡ ижадын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен камил белеү ҡайҙан килә? Тотош фәнни коллектив эшләй торған эштәрҙе бер үҙе тиерлек атҡарып, “Урал батыр” эпосын башҡарыусы балалар”, “Китабеннас” (башҡорт ғалимдары һәм арҙаҡлы шәхестәре), “Башҡорт шәле тигән мөғжизә”, “Донъяның аҡ кейеҙе”, “Башҡортостан йәйғоро – аҫалы балаҫ”, “Уралдың элмә – тамбур ҡайыуы – сигелгән моңдар”, “Тауҙар һәм далалар йыры” (милли кейемдәр оҫтаһы Әсмә Усманова ижады), “Алтын тирмә яҡтыһы” (халыҡ театрҙары ижады), “Бер ауылдың тарихы” (көнбайыш һәм төньяҡ Башҡортостан ауылдары), “Халҡым өмөттәрен һаҡлаған йорт” (1-се мәктәп- интернат тарихы) һымаҡ телетапшырыуҙар циклын, “Кинйә абыҙ васыяты”, “Яугир ат Керчь”, “Селтәр” фильмдары, ике йөҙгә яҡын телеҡиссаны туплаған “Орнамент” телепроекты кеүек ижад ынйыларын донъяға сығарыуы ғына ни тора! Драматургия, балалар әҙәбиәте өлкәһендә күҙ нурҙарын түккән әҙибәнең художестволы һүҙ донъяһы һуң? Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә күренекле шәхестең ижады, тормошо, донъяға ҡарашы, уйланыуҙары хаҡында һүҙ барыр.

Сәрүәр СУРИНА: “ЙЫЛЫ ҺҮҘ — ЙӘН АҘЫҒЫ, ТЕРЕ ҺҮҘ — ТЕЛ ТАМЫРЫ, ИХЛАС ҺҮҘ — ЙӨРӘК АСҠЫСЫ..."
Сәрүәр СУРИНА: “ЙЫЛЫ ҺҮҘ — ЙӘН АҘЫҒЫ, ТЕРЕ ҺҮҘ — ТЕЛ ТАМЫРЫ, ИХЛАС ҺҮҘ — ЙӨРӘК АСҠЫСЫ..."

– Сәрүәр Рәшит ҡыҙы, нимә ул һеҙҙең өсөн ижад? Һеҙҙе әҙәби ижадҡа килтергән һуҡмаҡтар ҡайҙан ?

 – Ижад. Уға илткән һуҡмаҡтар... Был хаҡта ҡапыл ғына уйлаһам да, Ғ. Сәләмдең билдәле “Шоңҡар” поэмаһы геройы Әхмәт ҡараҡтың монологы иҫкә төшә: “Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәү өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?” Ысынлап та, тап ижади һуҡмаҡ кешене йәшәү асылына ла илтә торғандыр. Башҡорт классик әҙәбиәте йоғонтоһонда үҫкәнгәме, былай тигән булам: “Кешене ижади тормошло, ижади хеҙмәтле итә торған төп йүнәлеш-векторҙар уның ҡаны, тәрбиәһе, белеме менән бәйле”. Һуң, һәр кем дә белә быны. Бала саҡта кем генә булырға хыялланманыҡ? Марсҡа осҡан космонавт. Разведчик, нейрохирург, диңгеҙҙә капитан. Уҡытыусы. Йырсы. Яҙыусы. Драматург. Әкиәтсе... Шулай ҙа ҡайһы бер хыял тормошҡа аша икән. Уға йән өрөүселәр – тыуған яғым тәбиғәте, атайым менән әсәйем, Миңлебаныу өләсәйем менән Хәйерниса ҡәрсәйем, тыуған ауылымда тәүге уҡытыусым Миңнекамал апай Вафина, немец теле уҡытыусыһы Алик ағай Сәйетҡолов, тарих уҡытыусыһы Ишмөхәмәт ағай Сабашев, география һәм ботаника уҡытыусыһы Ғәзиз ағай Ибраһимов, рус теле грамматикаһын ятлатыусы Гәрәй ағай Илтенбаев, Өфөлә мәктәп-интернатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы Абдуллина менән физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов. Тап ошо шәхестәр миндә йылы һүҙ – йән аҙығы, тере һүҙ – тел тамыры, ихлас һүҙ йөрәк асҡысы икәненә төшөндөрҙө.

– Кемдәрҙе үҙегеҙҙең остазығыҙ тип һанайһығыҙ?

– Яҙыусы ҡалдырған әҙәби һүҙҙең тере телдә яңғырауы мәшһүр бер көс булһа, ташҡа баҫылғаны унлата ҡеүәткә эйә. Ҡәрсәйемдең итәгендә ултырған сағымдан уҡ тәүләп ишеткән “Ҡиссаи-Йософ”, “Буҙегет”, “Пәйғәмбәрҙәр тарихы”, “Мөхәмәҙиә” китаптарының һәр береһенә һәйкәл ҡуйыр инем мин. Улар нисәмә быуын халыҡтарға ислам дине нигеҙҙәренә, әҙәби-тарихи донъяға һәм үҙ аҡылына юл асҡан остаз баҫмалар булып тора. Башҡорт, ҡытай, венгр, корея, һинд, урыҫ халыҡ әкиәттәрен, Пушкин менән Ершов, Зәйнәб Биишева менән Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш менән Мостай Кәрим, артабан Белинский менән Мопассан, Ким Әхмәтйәнов менән Әкрәм Бейеш... Һәр береһе минең конспектлап өйрәнгән остазым булды, тип оло хөрмәт менән әйтәм.

– Драматург Бернард Шоуҙың шундай фекере бар: “Балаларға тигән иң яҡшы китаптарҙың барыһы ла өлкәндәр өсөн яҙылған”. Билдәле булыуынса, балалар өсөн яҙыу – ижадтың иң ҡыйын өлкәһе. Тап ошо тармаҡҡа аяҡ баҫыуға нимә сәбәпсе булды? Үҙегеҙҙең балаларығыҙға ҡарап яҙҙығыҙмы?

 – Мин һорау биреп аптырата торған “мыжыҡ” бала булдым. Кешеләрҙе күҙәтергә яратыуым арҡаһында күп әрләндем. Китап уҡырға йотлоғоп тороуым өсөн дә ҡыйынлыҡтар күп булды. Ярай әле, атайым менән әсәйем кешелекле, бала йәнле, йыуаш заттарҙан ине, юғиһә миңә туҡмаҡ ныҡ төшөр ине, тип тә уйлайым. “Нишәптоҡсайы” тип көләләр ине, бөтә нәмәне белергә тырышып йонсоуыма аптырап та, йәлләп тә ҡарайҙар ине. Атайым “Новое время”, “Наука и жизнь” журналдарын алдырып уҡыны. Мин унда яҙылғанды бөтөнләй аңламайым, баш һүҙҙәрен генә уҡып сығам да, донъя ҡалай ҡатмарлы, нисек аңлап- белеп бөтөргә, тип хәсрәтләнәм. Шунан дүртенсе класта Яңы йыл байрамында миңә “Йәмилә” тигән китапсыҡ бүләк иттеләр. Йоҡа ғына, хаҡы 5 тин, башҡортсаға кем тәржемә иткәндер, белмәйем. Тәржемә матур ине. Сыңғыҙ Айытматовтың ошо бөйөк әҫәре мине күп бәләнән араланы: әҙәм балаһы мөхәббәтле булғаны өсөн генә тотош дәүер эсендә юғалмай икән, тип асыш яһаным. Аҙаҡ миңә мәктәптән “Юный натуралист”, “Юный техник” журналдарын яҙҙырып бүләк иттеләр.

Тәүге хикәйәм бик аяныслы тәнҡит утына эләкте. Әсәйем уны уҡыған да, кеше нәмәһен күсереп яҙыусы булмайҙар, тип ҡәтғи әйтте. Шундуҡ дәфтәрҙе ут тамағына бәрҙем, гүйә, бөтә башыма ут ҡапты: үҙемсә яҙа белмәй инем шул. Яҙғанымды кешегә уҡытырға, бигерәк тә ташҡа баҫтырырға уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Ошо өркөү мине ғүмер буйы эҙәрләне. Ауылда уҡығанда, 6-сы класта, пьеса яҙырға булдым. Үҙемде нимә тулҡынландыра, шуны яҙғанмындыр инде. Клубтан гармун урлап, мунсала уйнарға өйрәнгән етем малайҙың тарихы тормоштағыса килеп сыҡты, уны колония менән ҡурҡытыу, әрләү башланды. Ваҡиғаны үҙемсә борҙом: аҡса йыйып, баяғыға яңы гармун алып бирергә, үҙен уҡыу яғынан порукаға алырға. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, әкиәт һымаҡ тойолһа ла, был – соцреализм талаптары. Мәктәп-интернатҡа уҡырға килгәс, яңы кешеләрҙе, яңы мөнәсәбәттәрҙе күргәнмендер инде, ҡапыл ғына “Ғәрәп” пьесаһы яҙылды. Яңы класташтары алдында үҙен ғәрәп малайы тип таныштырған малай күп тә үтмәй “ тотола”, уның ата-әсәһе ташлаған етем икәне Асуан плотинаһы менән Мысыр дәүләте картаһы артында йәшереп һаҡланған ғаилә портретында күренә (ул осорҙа Асуан плотинаһы хаҡында хәбәрҙәр гәзит битенән төшмәй ине, миңә һәм пьеса геройына ул иң шәп урын һымаҡ тойолғандыр). Уҡытыусым Фәрзәнә Фәйзиевна Абдуллина үҙебеҙҙең аранан режиссер табып (кла­сташым, бөгөн билдәле сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова – минең тәүге режиссе­рым), бөтә класс менән ролдәрҙе бүлешеп уйнаныҡ, аҙаҡ был сәхнәүи тарихты әллә нисә быуын “интернатскийҙар” сәхнәләштерҙе.

Балалар яҙыусыһы тигән бик ҙур дәрәжәле һәм яуаплы исемгә лайыҡ булыу һирәктәргә эләгә. Мине ошо йүнәлештә эшләргә этәргән һәм илһам биргән офоҡ – тележурналист булып бик күп тарафтарға йөрөлгән командировкаларҙа балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән осрашыуҙарым. Янып торған башҡорт балалары өсөн нәфис әҙәбиәт, дәреслек-әсбаптар етешмәй, ошо ярлылыҡ йәнгә тейә. Үҙемде шул тиклем ғәйепле һанап ҡайтам. Нисек күберәк яҙырға? Кемдәрҙе уятырға, яҙҙырырға? Минең иң яратҡан шағирҙарымдың береһе – минең Ғабдулла Туҡайым – йәш кенә, өйләнмәгән егет булһа ла, ауырыуҙан миктәһә лә, балалар өсөн бик күп яҙған. Махсус һананым: бер 1908 йылда ул кескәйҙәр өсөн 87 әҫәр ижад итә. Тимәк, аҙна һайын бер­ике шиғыр, әкиәт, поэма, ғибрәтле йә шаян хикәйәте йәш быуын күңеленә ҡарай мәңгелек бүләк булып йыһанға тарала. Ә беҙ исмаһам айына берҙе, йылына берҙе яҙабыҙмы? Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалған яҙыусылар барыһы ла балалар өсөн бына тигән әҫәрҙәрен ҡалдырған: С. Юлаев, Аҡмулла, Ш. Бабич, Д. Юлтый, З. Биишева, Б. Бикбай, С. Агиш, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Ф. Туғыҙбаева...

Минең был тарафҡа “офоҡ ярыусыларым” булды, Аллаһыға шөкөр. “Аҡбуҙат” журналын ойошторған арҙаҡлы шағирә Факиһа апай Туғыҙбаева, мине баҫманың әҙәби бүлек мөдире итеп эшкә саҡырып, ҡулымдан тотоп тиерлек яҙҙырып, һәр шиғыр, әкиәт, пьесамды күккә күтәреп маҡтай-маҡтай ташҡа баҫтырып, минән “балалар яҙыусыһы яһаны”. 1993-1996 йылдарҙа һәр һанда икешәр-өсәр яҙмам күренеп, дүрт йыллап эшләнем (телевидениелағы эшем менән ҡатар). Шулай итеп ижадым күҙгә күренде. Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире Динә апай Талхина минең эшемә үк килде, яғымлы итеп өгөтләп китап сығарырға өндәне, юғиһә телевидениеның “колхоз эше” баш күтәрергә лә ирек бирмәй ине. Ә Динә апай мине генә түгел, бөтә яҙыусыларҙы барлап, йәш быуын хаҡына эшләргә өндәне. “Балаларға иң татлы, иң фәһемле, иң мөһим ижад емештәрен бүләк итергә тейешбеҙ”ҙе төшөндөрөргә тырышты. Бына ул да тап Туҡайса, Аҡмулласа халыҡ өсөн янған, иҫ киткес ярҙамсыл, балалар әҙәбиәте өсөн йән атып торған талантлы шәхес ине.

Мин яҙғанымды “Сыйырсыҡ тәсбихе” йыйынтығына тупланым. (Хәйерниса ҡәрсәйем беҙгә йылы яҡтан ҡайтҡан сыйырсыҡтың Аллаһыға тәсбихен көйләп өйрәткәйне). Ул осорҙа нәшриәттең баш мөхәррире булған Сабир ағай Шәрипов “ Был бит антология!” тип “Сыйырсыҡ тәсбихе”нә ҙур баһа бирҙе, китап ике мәртәбә ҙур ғына тираж менән баҫылып сыҡты. Унда ингән әкиәттәр һәм пьесалар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында, Милли йәштәр театрында ҡуйылды.

– Ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине. Дүрт бала әсәһе, өләсәй... Ижадҡа ваҡытты нисек бүлдегеҙ?

 – Ижадың ихлас булһа, уның өсөн ваҡытты Хоҙай Тәғәлә айырым өҫтәп бирәлер ул. Мин үҙемде ошо хыялға ышандырырға тырыштым, сөнки әҙәбиәт менән эш араһында ғына “шөғөлләндем”! Иң тынсып яҙышҡан мәлем төнгө сәғәт икенән алып иртәнге етегә хәтле. Шунан ғаиләне уятып, кемебеҙ уҡыуға, кемебеҙ эшкә таралыша. Кис ете-һигеҙһеҙ балаларҙы йыйып алыу, ашау, тәрбиә хәстәрен ҡарау менән үтә, әгәр командировкала йөрөмәһәң... Миңә хәҙер йәштәр “халыҡ журналисы бит һеҙ, апай”, тиһәләр, ике битем яна башлай, нисек, улдарым нимә ашаны, нисек дәрес ҡараны икән, тип һыҙлана- уйлана, яңы тапшырыу өсөн материал эҙләп сығып китеүҙәрем иҫкә төшә. Ай һайын, айына бер нисә мәртәбә өйҙә торолмай. Ике-өс көн йөрөлә, ҡайсаҡ аҙна- ун көнгә ғаиләң өсөн “юҡ булаһың”. Ҡырҙа йөрөгәндә, ҡалаҡлап аш ҡапҡан һайын, ҡайтҡас та улдарыма ла ошоно бешереп ашатам, тип эстән генә үҙемә һүҙ биреп ултыра торғайным. Ял көндәрен ирем менән, балалар менән генә үткәреү – иң рәхәте, ике көн отпуск һымаҡ тойола. Баҡсаға китәбеҙ. Йоматауҙағы баҡсабыҙҙа өс көн рәттән –  йома, шәмбе, йәкшәмбе – мунса яғып инәбеҙ. Электричка менән ҡайтабыҙ күтәренеп-йөкмәнеп, әммә бик бәхетле инек. Хәйбулла, Күгәрсен яҡтарына бесән эшләшеү, йорт-һарай эше, картуф, умарталыҡ... Ә бер-бер артлы үҫкән ҡусты-һеңлеләрҙең туйҙары!.. Шунан ике яҡлап та туғандарҙа шау-гөр килеп яңы балалар тыуыуы, уларҙы ҡулға алып һөйөнөүҙәр... Атай-әсәйҙәрҙең алтын туйҙары!.. Яҡын туғандар, дуҫтар менән бергә ҡайнашыу- ҡатышыу. Булды шундай мәлдәр. Әлхәмдүлилләһ, бәхетле булдыҡ.

Ғаиләм - ҡәлғәм, тигәнде минең оям тураһында ла әйтеп була, Аллаһыға шөкөр. Балаларымдың атаһы Артур Шәйхетдин улы Сурин киң күңелле, аҡыллы, егәрле һәм мөхәббәтле кеше булды. Мин уға, һине Аллаһ Тәғәләнән һорап ҡына алдым бит, ти инем. Яҡшыларҙы теге донъяға иртәрәк алып китәләр, тигәне шул булдымы, ул көтмәгәндә, ни бары 53 йәшендә, ҡаты ауырыуҙан һынып төштө. Ошондай батша кеүек ир биргәненә Аллаһыға мең рәхмәтлемен. Иҫкә алмаған көнөм юҡ. Дүрт балам да үҙҙәре теләгән һөнәргә уҡып сыҡты, эшкә сумды. Ғаилә ҡорҙолар, ҡулдан килгәнсә тырышып донъя көтәләр. Ауыр һынауҙарҙы үҙ аҡылдары, йөрәк көсө менән еңеп сыға киләләр, Аллаһ үҙе ярҙамынан ташламаһын, тип теләп тик йөрөйөм. Эштә ни хәтле арыһам да, бәләкәй саҡтарынан уҡ балаларыма әкиәт һәм халҡыбыҙ үткәнен һөйләнем, йырҙар тарихын, көйҙәрен өйрәттем. Шуға туған башҡорт телебеҙҙе яҡшы беләләр, дүртеһе лә Сипайлово биҫтәһендәге башҡорт лицейында уҡыны.

Минең ижадыма улар “шулай тейеш” тип ҡарай, “әкиәтис” икәнемде белә. Тормоштан айырылып киткән хыялый яғымды ла һиҙәләр. Йәғни уларға донъяны үҙемсә аңлатам, фәлсәфә һатам... Бер улым ун биш йәшендә былай тине: “Әсәй, һин өйҙә бер төрлө һөйләйһең, подъезға сыҡһаҡ, икенсе тел, мәктәптә –  өсөнсө тел, ауылда –  дүртенсе хәбәр”. Менталитет, милли ҡараш, тел һәм тәрбиә айырмаһын дөрөҫ тойорлоҡ сослоҡ та кәрәк бөгөн йәштәребеҙгә. Ҡала менән ауыл араһында үҫкән башҡорт балаларына Аллаһ Тәғәлә ярҙам бирһен, тип гел һорайым. Йәштәребеҙгә рух ныҡлығы, аҡыл зирәклеге, сәләмәтлек теләп йәшәйек. Һәммәбеҙгә лә ҡағыла был бурыс.

Ижади юл – ҡанға бәйле, тигәйнем. Улдарым ҡартатайҙарына оҡшаны, ҡыҙым - ҡәрсәйенә. Математикаға, музыкаға, йырға әүәҫтәр. Бер улым үҫмер ваҡытында яҙышырға ынтылды ла туҡтаны, замана уны икенсе юҫыҡҡа әүрәтте. Әле бер ейәнем яҙышырға уйлай, интернет селтәрендә ҡәҙимге яҙмалары күренә. Ҡыйыу, тәрән пси­хологик темаларға тотона... Ҡарарбыҙ. Хоҙай нишләтер.

– Этнография, халыҡ ижады, сәнғәте, кәсептәре хаҡында бик матур хеҙмәттәрегеҙ бар. Ул ҡыҙыҡһыныумы, күңел талабымы, үҙ асылыңды эҙләүме? Ҡайҙан килә?

 –  Был темаға мин байтаҡ нәмә һөйләй алам. Дөрөҫөрәге, мине ошо яҡтан байытҡан бик күп замандаштарым, таныштарым, дуҫтарым “ телгә килә”. Уларҙы мин “ижад офоҡтарымды асҡан фекерҙәштәрем” тип хөрмәт итәм. Рәссам-дизайнер Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева, “Урал ” галереяһы мөдире Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова, башҡорт милли кейемен башлап тергеҙеүселәрҙең береһе Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова – этнографияға ҡарата ысын ҡыҙыҡһыныу уятҡан уҡытыусыларым.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эшенә бик оҫта булыуын бөтә ил белә, рус этнографияһы ғалимдары ла (С. Руденко, В. Круковский һ.б.) был турала айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып яҙа. Бер әйтем бар башҡортта: “Ялҡау ҡатындың күлдәге юҡ”. Ҡасан кемдән ишеткәнмендер, мәгәр үҫмер саҡта уҡ ҡолағыма яғылған. Әллә боронғосалап та, ҡәҙимгесәләп тә күлдәк теккән әсәйем янында ауыл инәйҙәре әйткәндер. Күлдәк ҡотлатып сәй эсеп ҡайтып китә инеләр... Сергей Руденко яҙғанса, “төрки халыҡтарҙың милли кейемдәре араһында иң байы, иң йөкмәткеле һәм мәғәнәлеһе – башҡорт ҡатындары кейеме”. Хуш, әммә тәңкәле биҙәүестәр, елән, камзулдар беҙҙең быуынға ҡалманы. Ҡәрсәйемдең сәсүрмесендәге бер-ике көмөш тәңкәнән башҡа, өләсәйемдең гәрәбә мәрйененән артыҡ бер нимә лә күрмәнек үҫкән саҡта. Октябрят значогы, пионер галстугы, комсомол билдәһе – иң матуры тип күрҙек.

Әммә донъялағы кейемдәрҙең иң затлыһы – дебет шәл, тип белдек, сөнки бала саҡтан уҡ, кем әйтмешләй, “дебет ашап үҫтек”. Башҡорт ғаиләһен туйҙырған да, кейендергән дә, баҙар юлына сығарған да, шәл, дебет мамыҡ һатыуҙан килгән аҡсаны йыйып өйлө, туйлы, машиналы иткән дә шәл бәйләүсе ҡатын-ҡыҙ икәнен күреп үҫтек. Донъя шулай булырға тейеш, эшләһәң - йәшәрһең. Был ябай ҡағиҙә – башҡорт ҡануны, йәшәү законы.

Мәктәп-интернатта уҡығанда Дәүләкән яғына ҡунаҡҡа барҙым. Иптәш ҡыҙым Рәмилә Ҡорбанғәлиеваның тыуған ауылы Буранғол гүзәл Асылыкүл буйында. Йәмле май байрамы көндәрендә ошо яҡтың халҡын ғүмергә яраттырыр бер күренеш күҙ алдымда: Рәмиләнең нәнәйҙәре Сабира менән Һылыубикә һуҡҡан аллы-гөллө аҫалы балаҫтар йыйылып-тәңкләнеп, һике өҫтөнән түбә таҡтаһына хәтле өйөлөп тора ине. Бер нисәһен яҙып һалып, биҙәк-аҫаларын миңә асып күрһәткәс, иҫем китеп һоҡландым, ошондай мөғжизәле биҙәктәр ябай бер ҡатындың ҡул эше икәнен булыуы – Аллаһының биргән бәрәкәте бит, тип уйланым. Аҙаҡ телевидениела эшләй башлағас, шуға инандым: аҫалы балаҫ һуғып донъя бөтәйтеү, йортон ҡотайтыу Дим, Өршәк, Өйәҙе, Сәрмәсән буйында, Асылыкүл уратаһында йәшәгән меңле ырыуы башҡорт ауылдарының бөтәһенә лә хас. Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Әлшәй, Иглин, Нуриман, Ғафури, Архангел, Шишмә яҡтарында башҡорт аҫалы балаҫы оҫталары йәшәй. Улар тураһында тиҫтәләгән телефильмдар төшөрөп тә рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел: һәр оҫтаны исемләп рәхмәт уҡыйым, баш эйеп хәтерләйем.

Артабан төньяҡ Башҡортостан халҡында киндер үҫтереп, ебен иләп, буяп, ғәжәп сағыу шаршауҙар, япмалар, күлдәктәр һуғыусыларҙы нисек онотаһың? Музейҙарҙа тора уларҙың эше, сәхнәләрҙән төшмәй. Миәкә, Туймазы, Тәтешле, Балтас, Борай, Асҡын, Балаҡатай, Ҡыйғы яғы ҡатын-ҡыҙы һуҡҡан таҫтамалдарҙы ғалимдар тап башҡорт орнаменты һәм симметрияһыҙ ҡара символик биҙәкле булыуы менән айыра. Сүпләм һуғыу, күтәртеп йә ҡабартып һуғыу кеүек үҙенсәлектәре лә өйрәнелә.

Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы, Миәкә яғында баҫылған кейеҙҙәр, сергетыштар шулай уҡ быуын-быуын халыҡты йылытҡан, һауыҡтырған, ашлы-атлы иткән...

Балаҡатай, Мәсетле, Салауат, Барҙа, Нуриман, Арғаяш менән Сафакүл яҡтарындағы башҡорт тамбурлы ҡайыу-сигеү оҫталығы шулай уҡ кейемде, урын-ер ҡаралтыһын - көнкүреште ҡотло иткән бөтә нәмәлә бар. Бына шул бөйөк хазинаны ашатламай, эргәһенә яҡын барып, оҫтаның хәлен белеп, уның эш ҡеүәһен күтәрешеп- дәртләндереп-рәхмәт әйтеп йөрөү бәхете тейҙе миңә. Телевизион фильм әҙерләгәндә һәр кадр иҫтә ҡала, шуға күрә мин геройҙарымдың алтын ҡулдарына ғына һоҡланманым, бик күптәренең алтын йөрәгенә, сәмле-зәмле йәшәү дәртенә ғашиҡ булдым. Ҡул эше менән халҡыбыҙҙың йөҙөн асҡан, данын арттырған ошо оҫталар мине тыуған халҡым өсөн сикһеҙ ҡыуаныс, ғорурлыҡ менән бүләкләне. Тағы ла башҡорт тимерсеһе, ағас эшкәртеү оҫталары, һандыҡ яһаусылары, урман үҫтереүселәре, умартасылары – һәр төрлө һөнәр эйәләре мине гел үҙенә тартты. Иң- иң оҫталары үҙ белгәнен йәштәргә, балаһына, уҡыусыларға биреп ҡалдыра, уныһы ла бер бәрәкәт.

– Кейеҙҙең әллә нисә төрө хаҡында яҙғайнығыҙ: тирмә кейеҙе, ҡалҡан кейеҙ, сергетыш, намаҙлыҡ кейеҙ... Уйлап ҡараһаң, халҡыбыҙҙың тел байлығын да күрһәтә бит бер өлкәлә генә әллә күпме төшөнсәләрҙең ҡулланылыуы. Ошондай мәғлүмәттәрҙе алыр өсөн ниндәй алымдарға мөрәжәғәт итәһегеҙ?

– “Зәр баһаһын зәргәр белә”. Башҡорт мәҡәле шулай ти. Кейеҙҙең нисәмә төрө булыуы, ҡайһыһы ни өсөн, ҡайҙа һәм нисек, ниндәй йөндән баҫылыуын бары тик ысын оҫталар белә. Әбйәлил районында Рысҡужа, Амангилде, Буранғол, Ишкилде ауылдарында йәшәгән бик оҫта кейеҙселәрҙе күрҙем. Йылы, ныҡлы, матур, еңел, күркәм кейеҙҙе баҫыу бер ҡасан да туҡтамаған башҡортта. Кейәүгә сығыр ҡыҙҙың бирнәһендә кейеҙ мотлаҡ булған. Ҡырыҫ тау-урман шарттары кейеҙле булыуҙы талап иткән. Уны бөтә файҙаһын күреп ҡулланғандар: йылытыу, кейендереү, дауалау, матурлау... Һәм иң мөһиме - ҡулы эш белгән кеше туған телде лә яҡшы белә һәм һаҡлай икән.

Һәр бер булған нәмәнең исеме бар. Булмаған нәмәнең исеме, атамаһы юҡ. Был ябай ғына хаҡиҡәтте миңә Урия Зәйнуллина исемле ғалимә әйтте: “Башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен, әйберҙәрҙең, күренештәрҙең, хистәрҙең, еҫтәрҙең, төҫтәрҙең, эш ҡорамалының теүәл атамаһын эш кешеһе яҡшы белә. Үҙ ҡулдары менән нимәлер ижад иткән оҫта башҡорт ҡатыны – туған телде тыуҙырыусы, һаҡлаусы, йәшәтеүсе ул”.

Донъя төрлө ишара-үрнәктәр менән тулы. Мин дә күп темаларҙы китаптар һәм ғалимдар аша астым. 1992 йылда “ Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге” ике томлыҡ булып китап магазиндарында һатыла башланы. Иҫ киткес бай башҡорт теле өлгөләрен күреп, ныҡ ҡыуандым, бөтә балаларыма, дуҫтарыма бары тик ошо баҫманы ғына алып бүләк иттем. Уны әҙерләгән ғалимдар Әкрәм Бейеш, Иҙел Агишев, Ынйыҡай Ҡобағошова, Гәүһәр Зәйнуллина, Нәсимә Суфиянова, Урия Зәйнуллина, Таңһылыу Күсемова, диалектологтар Нәжибә Мәҡсүтова, Урал Нәҙерғолов, Миңлейәр Дилмөхәмәтов, Сәриә Миржановалар менән танышырға ашыҡтым. Ҡайһы берҙәре вафат ине, өлгөрмәнем. Улар хаҡында тапшырыуҙар “Китабеннас” һәм “ЗАҢ” телевизион теҙмәһенә инде. Әкрәм Бейеш етәкселегендә егерме йыл буйы башҡорт һүҙҙәренең беренсе каталогы тупланған, ун ике томлыҡ “Аңлатмалы һүҙлек” әҙер булған, ләкин ике томда ғына баҫылғанын ғалимдар әрнеп һөйләне. Ләкин уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәй: артабан ошо каталог бөтә төр һүҙлектәргә нигеҙ була. Ә ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” һуңғы йылдарҙа ғына халыҡ алдына сығарылды, уның ғилми етәксеһе Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдиноваға мең афарин. Ошо оло ғалимдар үҙҙәренең ғүмерен башҡорт халҡына туған телен өйрәнеү, белеү, һаҡлауға арнаны.

– Кеше һәр ваҡытта һайлау алдында, тибеҙ. Ошондай хәлдәр тормошоғоҙҙа йыш булдымы?

 – Һайлау... Баяғыса, “әйтсе, бурыл, әйтсе...” Тора-бара үҙ тормош тәжрибәңә, кинәт алдыңа ҡунған илһам ҡошона, йыш ҡына Аллаһ Тәғәләнең үҙенә ошондай һорау бирелә. Күңелемдә саҡ ҡына шик тыуҙырған, ышанысымды яулай алмаған нәмәгә һәр ваҡыт яҡын барманым - кешегә лә, темаға ла... Оттоммо-отолдоммо, әммә үкенмәҫкә тырыштым. Аллаһ Тәғәлә күрһәткән юлды һайланым, тип үҙемде йы­уаттым. Үкенһәң, аҡылыңа зыян килә, тигән бер ишараны онота алманым. Аҡыллы булғым килде микән шул саҡлы? Студент саҡта бер таҡмаҡҡа көлә-көлә бейешә инек: “Эй, Хоҙайым, бирмә аҡыл, йүләрлеккә ни етә? Биргән аҡылың барыбер елгә таралып бөтә!” Шунан көлөүҙән шып туҡтап: “Тәүбә. Әстағәфируллаһ!” – тип ҡысҡырабыҙ. Тормош шулай йырлатты-бейетте лә аҙағынан ҡысҡыртып та ҡуйғыланы. Шунһыҙ йәшәү тәгәрмәсе әйләнмәй, күрәһең, һәр асыш, ҡаршылыҡ һәм аңлау ғына яңыға ҡарай юл аса. Аҡыл бирерҙәй яңы офоҡтар алға барған һайын киңәйә. Һин уларҙы һайламайһың, улар һине һайлай. Шулайтып, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған көндөң иртәгеһенә үк мине БАССР-ҙың Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты көтөп торған (бөгөн уның бер ярсығы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡалды).

Телевидение – тормош көҙгөһө, ҡыйыш көҙгө түгел ул, ә яңы темалар күтәреп эшләйһең дә эшләйһең. 1980 йылдан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телевизион тапшырыуҙар редакцияһында әллә нисә төрлө рубриканы алып бара башланым: “Әкиәт артынан әкиәт” (башҡорт һәм бөтә донъя халыҡ әкиәттәре иң шәп әкиәтселәр уҡыуында төҫлө һүрәттәр менән бирелә), “Әкиәт йомғағы” (Башҡорт ҡурсаҡ театры артистары уйнауында телеспектаклдәр), “Октябряттар октябрь илендә” (башланғыс синыфтарҙағы дәрестән тыш эштәр), “Беҙҙең мәктәп илендә” (пионерҙар һәм эҙәрмәндәр тормошо), “Йәйғор” (балалар ижады), “Был йортта кем йәшәй?” (балалар баҡсаһындағы уйындар), “Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ” (үҙешмәкәр түңәрәктәр), “Күңелле буяуҙар” (рәсем менән мауыҡҡан балалар), “Был китап беҙҙең хаҡта” (яңы сыҡҡан башҡортса баҫмалар һәм уларҙың авторҙары), “Фронт хаттары” (мәктәп музейҙары, Юлай Моратов етәкселегендә йәш эҙәрмәндәрҙең фронтовиктар һәм тыл ветеран­дары менән осрашыуҙары), “Исеме халыҡ телендә” (ил батырҙары, һуғыш ҡаһармандары), “Тыуған яғым - гөлдәр иле” (Башҡортостан ҡоштары һәм дарыу үләндәре), “Таштарҙағы яҙмалар” (археография, ҡаяларҙа һәм ҡәбер таштарында ҡалған яҙмалар), “Башҡорт әкиәте телеэкранда” (Башҡорт дәүләт академия театры актерҙары менән бергә халыҡ әкиәттәре буйынса телеспектаклдәр сығарыу) һ.б.

Тап ошо рубрикалар минең яңы эшләй башлаған осорҙа бөтә аң-зиһенемде биләп-ҡармап алды ла тележурналист тигән ауыр һәм ҡыҙыҡлы тәртәләр араһына тыҡты. Мине яҡты йөҙ менән ҡаршы алған тәүге етәкселәрем Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов, Ғата Шәйхетдин улы Имаев, эшкә өйрәтеүселәрем Фуат Ғибаҙулла улы Бии­шев менән Рәйсә Мирзаян ҡыҙы Хузеева булды. Йәшлек дәрте менән сәмләнеп-дәртләнеп эшләнем дә эшләнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта бөтә тапшырыуҙарым тиерлек тура эфирҙа бара ине (яҙырға видеорулондар етмәй!), ун йыллап ваҡыт эсендә биш йөҙҙән ашыу телеәҫәрем эфирға осто һәм мәңгегә юғалды. Ләкин улар минең хәтеремдә.

Социализм сәскә атҡан 1980 йылдар, “перестройка” шаңҡытҡан 1987-1990 йылдар, талондар ҡаҡшатҡан 1993-1995 йылдар... Ләкин беҙҙең тамаҡ - мәҙәниәт, әҙәбиәт, телевидение. Йәмғиәт боларған һайын, кеше күңеле тәбиғилеккә ынтыла икән. Шул осорҙа балаларҙың хор, бейеү, фольклор ансамблдәре, театр студиялары, йәш рәссамдар түңәрәктәре, спортсылар ярыштары гөрләп торҙо. Әҙәби түңәрәктәрҙә башҡорт телендә ҡәләм тирбәткән уҡыусылар “Өлкәр” тапшырыуында сығыш яһар өсөн бөтә республиканан килеп етер ине.

Телевидение студияһының редактор-комментаторы вазифаһында ҡырҡ йыллап эшләнем, әлхәмдүлилләһ, интернеттағы Ютуб каналында айырым “Сарвар Сурина” сайты асып, 1990 йылдарҙан һуң ғына һаҡланып ҡалған меңгә яҡын телефильм, спек­такль, тапшырыуҙарымды ҡуйғанмын, теләгән кеше асып ҡарап, үҙенә кәрәк мәғлүмәтте таба ала. Төп плейлистарым (темалар): “Башҡорт милли кейеме”, “Башҡорт батырҙары”, “Башҡорт ғалимдары”, “Халыҡ оҫталары”, “Әкиәттәр” һ.б.

Шулай итеп, мин эште һайламаным, эш үҙе мине һайланы.

Драматургия мәктәп йылдарынан бирле иң яратҡан жанрым булғас, уны һәр эшемдә ҡулландым, әлбиттә, башлыса балалар өсөн пьесалар яҙырға тырыштым. Ҡайҙа барһаң да, башҡортса балалар китабы һәм сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡ. Ярай әле, мең рәхмәт уҡытыусыларға - ҡайһылары үҙҙәре бына тигән инсценировка, сценарий яҙа ла уйната. Әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын ғына әйтмәйем, киреһенсә, математика, география, тарих, рус һәм инглиз теле уҡытыусылары араһында ғәжәп рухлы һәм әҙәби телле шәхестәр күп осраны.

Драматургияға килгәндә...

Драма буйынса уҡытыусыларым – Наил Ғәйетбаев менән Флорид Бүләков, был ике ижадсы минең өсөн – бөгөнгө башҡорт драматургияһы өлгөһө.

1992 йылда Йәш тамашасы театры (бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры) балалар һәм йәштәр өсөн пьесаларға республика конкурсы иғлан итте. Юғары кимәлдә үткән конкурста Флорид Бүләков (“Камикадзе”), Рәмил Дәүләтҡол (“Һарысәс”), Сафуан Әлибаев (“Айыу бабай йоҡламай”) һәм минең “Алтын балта” тигән пьесам алға сыҡты. Һәр еңеүсе пьеса тиҙ арала төрлөһө төрлө театрҙа ҡуйылды һәм барыһы ла оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәне. “Алтын балта”ны тәүҙә Йәмилә Әпсәләмова ҡуйҙы (1993), икенсегә Илнур Муллабаев менән Таңсулпан Бабичева яңыртты (2005). Артабан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Янһарының тылсымлы санаһы”, “ Ҡаҙ батшаһы” уйналды, Башдрамтеатрҙа “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Аҫыл йөрәк”, “Сулпан” театрында Динис Бүләков повесы буйынса “Эҫе ҡар” сәхнәләштерелде. Шунан төрлө халыҡ театрҙарында “Гөлбәзир”, “Аласабыр менеп кил, йәнем”, “Сыңрау торна йыры” һ.б. ҡуйылды... Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат башҡорт драма театрҙарында байтаҡ ҡына премьералар үтте. Егермеләп пьесам сәхнә күрҙе. Бөтә режиссерҙар менән эшләп сыҡтым тиерлек, Аллаһыға шөкөр, һәммәһенә лә рәхмәтлемен.

Ғөмүмән, ике быуат алмашынған осорҙа беҙҙең театрҙар бөгөнгө башҡорт драматургияһына етди мөрәжәғәт итте, илһамландырғыс премьералар еленең осо миңә лә ҡағылды. Театрҙар менән ҡатышыуым айырыуса Азат Нәҙерғолов, Динә Дәүләтшина, Таңсулпан Бабичева, Гөлли Мөбәрәкова, Гөлнара Вәлитова, Раушания Назарова, Рөстәм Хәкимов, Мәсәлим Ҡулбаев, Зиннур Сөләймәновтар менән бергә ижад итеүемә бәйле.

– Хәҙерге драматургияға ҡарашығыҙ нисек? Ниндәй юлдар уны үҫтерер ине икән?

 – Драматургия – иң ҡыҙыҡлы, сәмле, асыҡ ижад майҙаны, ул һәр заманда шулай булған һәм шулай булып ҡаласаҡ. Театр уй-хистең бик образлы, фәлсәфәүи, ҡыйыу булғанын ярата. Үҙ заманының ғына түгел, уҙған менән киләсәкте бергә төйнәрлек кисерештәр тулҡыны менән тамашасыны баштан-аяҡ ғүмерлеккә ҡойондора. Ысын сәхнә әҫәре бөтә донъя кимәлендә аңлашыла һәм фәһемле була. Бындай оҫталыҡҡа ынтылыу кешелеккә бер ҡасан да тынғылыҡ бирмәйәсәк, сөнки камиллыҡтың сиге юҡ. Драматургияны үҫтереү юлы бер – театр менән бергә тын алырға, күп яҙырға, сәхнәләштерергә.

– Драма әҫәрҙәрен тәржемә итеү башҡа жанрҙарҙы тәржемә итеүҙән нимә менән айырыла?

 – Драматургияны тәржемә итеү әлеге лә баяғы сәхнә теле, сәхнә аһәңе, атмосфераһы менән бәйле. Ун бишләп ҙур әҫәрҙе тәржемә иттем, барыһы ла театрҙар һорауы менән эшләнде һәм шундуҡ уйналды. Иң тәүҙә өс мәртәбә уҡып сығам да өс көн уйлайым, пьесаның “асылын һәм телен асам”, һәр персонаждың “хәленә инәм”.Шунан ҡапыл ғына ултырып яҙырға тырышам. Бүленһәң, эш харап... Яңынан башларға тура килә.

Драматик әҫәрҙе тәржемәләүгә тотоноуым иң тәүге һоҡланыуҙан башланды. Эйе, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлфирә апай Ҡолмөхәмәтованың яҙмаһы миңә килеп эләкте – был Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры Владимир Миодушевский ижад иткән “Балта һурпаһы” спектакленең башҡортсаға тәржемәһе ине. Тиҙ генә әкиәттең телевизион версияһын эшләнек. Шунда мин башҡорт теленең байлығы, тапҡырлығы, матурлығы сәхнәне нисек нурландырғанын күреп иҫем китте. Икенсе эшем А. Островскийҙың “На всякого мудреца довольно простоты” – “Дүрт аяҡлы аттың һөрөнгәне” тәржемәһе булды. Шунда мин арҙаҡлы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова менән яҡындан таныштым һәм дуҫлаштым. Азат Нәҙерғолов режиссер булараҡ “Лир король” (У. Шекспир) менән “Ике байҙың хеҙмәтсеһе” (К. Гольдони), “Саҡ-Суҡ ҡиссаһы”, “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!” (Ф. Бүләков) кеүек оло әҫәрҙәрҙең тәржемәләрен эшләтте. Башдрамтеатрҙа Н. Абдыкадыров “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” менән “Тылсымлы сәңгелдәк”те минең тәржемәлә ҡуйҙы. Шунда мин башҡорт актерҙарының сәхнә теленә айырыуса етди һәм талапсан ҡарашын, телде яҡшы белеүен, ҡәҙерләүен күреп тағы ла һоҡландым (Хөрмәтулла Үтәшев, Илдар Ғүмәров, Илфат Йомағолов, Эльвира Юнысова, Сара Буранбаева, Фирҙәт Ғәлиевтәр хаҡында әйтмәксе булам). Артабан “Нур” театры һәм Милли йәштәр театры өсөн байтаҡ пьесалар тәржемә ителде (Н. Хикмәт, В. Гуркин, В. Ольшанский һ.б.) – һәммәһе лә ғәжәп файҙалы һабаҡ булды. Рәми Ғарипов әйтеүенсә, “тәржемәне – телде иң яҡшы өйрәнеү һәм яратыу мәктәбен” үттем. Был хәтле эште атҡарырға ике көс-дар- маным булды: Аллаһыға шөкөр итеп, ҡыуанып, яңы темаға, яңы идеяға тотоноуым һәм башҡорт теленең төрки тамырлы тәрәнлегенә, хисси байлығына, рухи сәсәнлегенә хозурланыу.

Әммә драмаларҙы тәржемә итеү менән бер ҡатарҙан бер заман йәнә бер ғәләмәт эшкә лә “дусар булдым”: Таңсулпан Бабичеваның “Ғәмәл” (2000) актер оҫталығы буйынса дәреслеген, Суфия Ғилманованың “Театр юлы” (2004) тарихи күҙәтнамәһен һәм Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатованың “ Башдрамтеатрға - 100 йыл” (2019) ундан ашыу театр белгесе мәҡәләләренән тупланған китабын руссанан башҡортсаға “ ауҙарҙым”. Һуңғы китап 2020 йылда “ Рәсәйҙең иң яҡшы баҫмаһы” призына лайыҡ булды.

Был хәтле тәржемәиттең эше күп, аҡсаһы сүп, быны аҡыллы кеше күптән белә һәм ул тарафҡа әйләнеп тә ҡарамай. Бөгөн ҡайһы бер актерҙар үҙҙәре тәржемә бурысын йөкмәй, бик мәслихәт, сөнки сәхнә энергетикаһы юғалмай, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тел ҡытыршылыҡтарын шымартып бирерҙәй яҙыусыларға, шағирҙарға, исмаһам, уҡытыусыларға мөрәжәғәт итергә генә оноталар. Ә был мотлаҡ шарт булырға тейеш.

– Сценарийҙар оҫтаһы тип беләбеҙ Һеҙҙе. Был ижад төрөнөң нескәлектәре хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.

 – Сценарийҙар яҙыу мине драматургиянан бер аҙ ситкә “олаҡтырған” дауыл булды. Телевизион тапшырыуҙар, спектаклдәр өсөн дә сценарий кәрәк, улары даими яҙыла. Ә күмәк сәхнәле театрлаштырылған тамашалар өсөн бөтөнләй икенсерәк ҡарашҡа күсәһең. Мин тәүҙә бер-бер артлы шажлап сәсәндәр әйтешкә сыҡҡан, ҡобайырҙар, өләңдәр әйтеп бөтә халыҡты арбаған йыйындарҙы, йәғни дала театрын күҙ алдына килтерергә тырыштым. Унан, әллә ҡайҙа тарих төпкөлөнә китмәй генә, үҙебеҙҙең башҡорт туйы, өмә-эш йолаларын, ауға-яуға оҙатыу-китеү хәлдәрен – һәммәһен дә барлап сығып, бөгөнгө тамашасы өсөн ҡулайлы күренештәрҙе хәҙерге телгә һәм фиғелгә күсерергә ынтылдым. Тормош шулай икән ул: беҙ әҙер сценарийҙар, йолалар буйынса йәшәйбеҙ. Кешене ҡамап һәм ҡурсып торорлоҡ ҡанундар күптән уйлап табылған, тарих тәгәрмәсе алға тәгәрәй, йола ҡала, башҡарыусылары ғына алмашына. Иҫке йола, тиеү дөрөҫ түгел, уны замансалап яңыртып ҡына торола, ә асылы үҙгәрмәй.

Сценарийҙа “театрлаштырылған тамаша” тигән күренеш-термин индереп, тарихи ваҡиғаларҙы һәм персонаждарҙы күҙ алдына килтерерлек сәхнә уйындары ҡороу – ике меңйыллыҡ тупһаһын ашатлағанда айырыуса популяр булып китте. Гүйә, яңы дәүергә аяҡ баҫҡанда уҙған быуаттарға әйләнеп ҡарап, унда ҡалған рухтарҙан ярҙам-фатиха алабыҙ. Ә ысынында, кеше ваҡыт машинаһын күрергә, уға ултырып дәүерҙәр буйлап елергә теләй, заман елдәре шауын-тауышын тойорға һәм ишетергә тырыша. Һәр хәлдә, минең менән эшләгән режиссерҙар Кәримә Кайдалова, Әлмира Ҡыуатова, Рәйес Низаметдинов тап шундай иң яҡшы мәғәнәлә “йән өҙгөс” талапсан булды. М. Аҡмулла, М. Ғафури, И. Дилмөхәмәтов, Ж. Кейекбаев, З. Биишева, М. Кәрим, М. Рәхимов, Ш. Хоҙайбирҙин, М. Шайморатов, Ҡаһым түрә, түңгәүер ырыуы сотнигы Мамытбатыр... Барыһы ла – республика кимәлендәге ҙур байрамдар, хәтер һәм хөрмәт кисәләре. Нығыраҡ иҫтә ҡалғаны – “Салауат йыйыны” тамашалары, әлбиттә. Мин дүрт йыйынға сценарий яҙҙым - батырҙың 250 йыллығы уңайынан тәүге “Са­лауат йыйыны”, икенсе йылында тағы Салауат районында, унан Салауат ҡалаһы янында, шунан Өфөлә Салауат һәйкәле эргәһендә үткән байрамдар халыҡ күңелендә ҡалды, тип уйлайым. Мине иң шатландырғаны: замандаш һәм рухташ дуҫтарымдың ижадын күрҙем – Альмира Ҡыуатова, Рәйес Низаметдинов, Урал Мортазин, Азат Йыһаншин, Сулпан Асҡарова, Урал Иҙелбаев һәм башҡа йәш көстәр менән бергә эшләү - йондоҙҙар араһында осоуға тиң.

Ә бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарап, Аллаһыға уғата шөкөр итәм: ваҡытында илебеҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ, тип ҡулдан килгәнсә янғанбыҙ, тырышҡанбыҙ икән, бүтән бер ҡайғыбыҙ ҙа булмаған. Мин ошо хисте быйыл бигерәк ныҡ тойҙом. Яҙ башынан бөйөк Аҡмулла тураһында пьеса яҙырға заказ алдым. Шатланып риза булдым. Ләкин замана һауаһы үҙгәргән хәҙер, шулайыраҡ һәм былайыраҡ кәрәк, тегеләй ярамай ҙа былай бармай, тигән теләктәр ҡыҫымы-баҫымы башланды. Ярай, шунһыҙ булмай, тип һаман уйлайым, яҙам. Вариант артынан вариант... Береһенең дә осо күренмәй, уйҙарым кеүек, улар ҙа тарҡау... Шулай ҙа тағы яҙам. Яҙ буйы, йәй буйы Аҡмулла менән йәшәнем: йоҡлағанда ла, юлда ла, ҡайҙа ла башымдан сыҡмай. Тик яҙып бул­май. Үҙем яҙалмай йонсойом, үҙем эй бер нәмәгә ҡыуанам, Аллаһыға шөкөр итәм: йә, Хоҙайым, бүтән ҡайғым юҡ, Аҡмулланы ғына уйлайым бит!.. Хәйерле булһын, тим. Шулайтып, биш ай тигәндә алтмыш битлек пьесамды режиссерға илтеп бирҙем. Ә ул... аңламаны. Мин уны, режиссерҙы, бик тә аңланым. Әллә уҡыманы ла микән... Икенсе автор эшләй, тине. Мин йәнә ҡыуандым, әлхәмдүлилләһ, көсләп асҡан күҙҙә нур булмағандай, минең яҙмаларым да “етлекмәй тыуған” хәлдәлер. Әлегә ятып торһон. Аҡмулла мине бөгөнгө ауыр заман шаңҡыуынан араланы, әүрәтте, йыуатты, әлхәмдүлилләһ... шуның өсөн ебәрелгән заказ булғандыр.

Бөгөн йәштәр сценарий яҙырға ҡыйыу рәүештә һәм... өҫтән-мөҫтән тотона. Уйҙырмалар заманы, яһалма фәлсәфәүи ҡиммәттәр фекерҙе тарҡата. Сағыу образдар дөйөм мәҙәни ҡалыптарға эйәреп боҙола, күҙ алдында ҡыйрай. Мин йыш ҡына тамашаларҙан шундай уй менән ҡайтам. Ярай, былары ла кәрәк, “бер болғанмай һыу ҙа тонмай, болғанмай булмай, булмай...” күрәһең...

– Башҡорт ҡатыны бөгөн ниндәй ? Ул ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш ?

 – Кешенең психологияһы ике быуат ваҡыт эсендә лә үҙгәрмәй, тип яҙып ҡалдырған Бальзак. Мин үҙемдең ҡыҙымды уйлайым, уның менән йәш айырмабыҙ ҡырҡ йыл тирәһе. Байтаҡ бит? Бер быуын алмашынған арауыҡ. Шунан беҙҙең айырма бармы, нимәлә икән, тип барлайым. Бар! Яҡшы яҡҡа үҙгәреш бар, сөбханаллаһ. Ләкин... етешһеҙлектәр ҙә һаман эйәреп йөрөй. Ҡалмағандар ҡойолоп, хәйерһеҙҙәр. Тимәк, һәр әсәнең һәм һәр ғаиләнең тәрбиәһе үҙ көсөндә. Башҡорт ҡатыны булараҡ, беҙ – “үҙ милләтебеҙ, үҙ халҡыбыҙ, үҙ ырыуыбыҙҙың иң тоғро һаҡсылары”. Кем шуны бөгөн уйламай, иртәгә уйлар, бөгөн булмаһа, иртәгә үҙ бурысын үтәр. Тарихта башҡорт ҡатыны шулай булған һәм буласаҡ.

– Тормошоғоҙҙағы иң шатлыҡлы мәлдәр?

 – Әлхәмдүлилләһ, тимәй булмай. Шайтан ҡолағы һаңғырау булһын, әммә “Ағиҙел” журналы һорағас, ысынын әйтмәй хәл юҡ. Тормошомда иң шатлыҡлы мәлдәрем – дүрт баламды тапҡан көндәрем. Әсәйем бахырҙың (“мәрхүмә” тигәнде беҙҙә “ бахыр” тигән йылы һүҙ менән әйтәләр) бер кәлимә рәхмәт доғаһы булды: “Хоҙайыма мең шөкөрана итәм – яратып туймаҫлыҡ балалар бирҙе”. Мин дә ғүмерем аҙағына хәтле ошо шөкөр менән йәшәһәм ине, балаларыма ла, ейән-бүләләремә лә ошо бала бәхете йоҡһон, насип булһын ине.

– Амин, шулай булһын! Сәрүәр апай, һеҙгә Зәйнәб Биишева (тағы кемдәр?) кеүек затлы кешеләр менән аралашып йәшәү бәхете тейгән. Уларҙан күңел-зиһенегеҙгә нимәләр алдығыҙ?Яҙмышҡа, тормошҡа булған ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеләрме?

 – Тағы ла, әлхәмдүлилләһү, тип башламай булмай. Мең йыл йәшәгән Лоҡман хәҙрәт кеүек, мин дә әйтә алам: ғүмеремдә яҡшы кешеләрҙе күп күрҙем, яҡшылар менән күп аралаштым. Үҙемде белгәндән, Хәйерниса ҡәрсәйемдең тубығында, Миңлебаныу оләсәйемдең итәгендә ултырҙым. Улар мине үҙ балаларынан артыҡ булмаһа, кәм яратманы. Мине ышаныусан, тыңлаусан, күҙәтеүсән итеп тәрбиәләне ошо ике аҡыллы, һынсыл башҡорт ҡатыны. Туған-ырыулы ырыҫым менән бергә атай-әсәйле, ҡайнылы-бейемле булыу бәхете тейҙе. Мин һәр яҡынымдан яҡшылыҡ ҡына күрҙем. Үҙем дә шулай яуап бирергә бурыслы инем. Атайым Рәшит Кинйәғәле улы 1931 йылғы, бәләкәйҙән дингә ынтылған, ҡәрсәйемдең бөтә аяттарын ятлап, олоғайған көнөндә ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп, тыуған ауылыбыҙҙа мәсеттә имам булып торҙо. Ул егерменсе быуат башында ун ике ауыллы мәхәллә башлығы булып торған, мәсеттәр һалдырған, мәҙрәсәләр астырған ҡартатаһы Ғәйнетдин хәҙрәт Ибраһимовҡа тауышы, төҫ-ҡиәфәте менән оҡшап тора. Ә холҡо менән, үҙе әйтмешләй, ул Мәзитовтарҙан “бол йыйған”. Күгәрсен менән Ейәнсура районы араһында ҡалған боронғо Бәләкәй Абыҙҙағы (Ерекле) ата-баба нигеҙенән ҡубып, Үрге Һаҙ ауылына 1862 йылда килеп урынлашҡан Ҡотлоғужа ҡарттаһын атайым белмәй. Йәшләй вафат була ул, Ғәбделмәзит ҡарттың Хисмәтулла тигән улының улы. Ә Үрге Һаҙ ауылына беҙҙең Ҡотлоғужа ҡарттай үҙенең бер туған Дәүләтҡужа тигән ағаһы менән бергә, күршеләш булып өй һала. Ҡыҫҡаһы, беҙгә уларҙан мираҫ булып эскерһеҙ берҡатлылыҡ менән хәрәмһеҙ егәрлелек, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белә торған эске һиҙемләү ҡалған. Минең атайым тап шулай.

Әсәйем Гәүһәр – Күгәрсен районының Оло Эйеккә ҡоя торған Кәкереуй йылғаһы буйындағы Сапыҡ ауылынан Әмир Дәүләтбаев тигән бик бөтмөр, сауҙаға шәп кешенең ҡыҙы. “Ҡарағаш йырсы” тип һабантуйҙарҙа эйәреп йөрөп йырлатҡандар минең ҡартайымды. Ғәйепһеҙҙән ғәйепләнеп, Маҡар урмандарында ағас баҫып әрәм булғанында уға ни бары 28 йәш була. Өләсәйем Миңлебаныу тол ҡала, игеҙәк балаларының береһен – Айҙар абзыйымды бер туған еңгәһе уллыҡҡа алып ҡала, ә өләсәйем биш йәшлек ҡыҙын – әсәйемде эйәртеп, Түбәнге Һаҙ ауылына кейәүгә килә. Искәндәров Рәхмәтулла Ғәлиарыҫлан улының аяҡтан ҡаты яраланып, Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтып тороуына, колхозда һыуыҡ тейҙереп ҡатыны үлгән була. Уларҙың биш балаһын оләсәйем ҡосағына ала. Рәхмәтулла ҡартатайым менән йәнә дүрт бала табып, бергә ҡарап үҫтерәләр. Ошо күмәк балалы йортҡа мин дә һыя торғайным. Иң тәүге ейәнсәр булғанғамы, әсәйемә ярҙам йөҙөнән, мине әйләнгән һайын үҙҙәренә алып ҡайтып ҡаранылар, рәхмәт яуғырҙары, әллә ни итеп кенә торҙолар. Түбәнге Һаҙҙағы бик хөрмәтле шәхес Хәйрулла мулла, Ғәлиәхмәт мулла, Ғәлиарыҫлан ҡартатайҙарҙың рухи тәрбиә компастары миңә лә насип булды.

Һүҙ ыңғайы, минең рухымды күтәргән тағы бер бәрәкәтле ыҙан – килен булып төшкән ерем хаҡында әйтергә кәрәк. Ҡайным Сурин Шәйхетдин Әхмәтғәзиз улы менән бейем Хәҙисә Сәйфулла ҡыҙының ояһы - Хәйбулла районы Вәзәм ауылында абруйлы ғаилә ине. “Герой әсә” менән “Атай-маладис” тип шаяртып ҙурланылар уларҙы. Шәйхетдин Суриндың математикаға хәтәр шәп сельпо бухгалтеры, оҫта балыҡсы, тыңлап туймаҫлыҡ йыраусы тигән даны булды, Һаҡмар йылғаһының түбәнге ағымына хас үҙенсәлекле тамаҡ төбө тембры менән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, радионан һәм концерттарҙан отҡан Мәғәфүр Хисмәтуллин, Абдулла Солтанов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев моңдары менән табындарҙы йәмләп йәшәне. Ҡайным менән бейемем бик кешелекле, киң күңелле, йомарт һәм бала йәнле ине, уларҙы тормоштоң күп серҙәрен аңлатҡан бик яҡшы үрнәк, аҡыл хазинаһы итеп ҡабул иттем. Һәм шулай булды ла.

Хәйбулла яғының абруйлы йыраусыһы Мөхәмәтйән олатай Ҡаҙаҡбаевтың аманат һүҙҙәрен йыш ҡабатлайым үҙемә: “Кеше булған кешенең кеше менән эше бар; кеше булмаған кешенең кешелә ни эше бар?” Ул үҙенең ҡартатаһынан ҡалған йәнә бер аҡылды илгә иғлан итте: “Яҡшылыҡ менән еңегеҙ. Кешегә яҡшы булығыҙ, яҡшы ке­шене яман кеше лә ярата”.

Өфөгә уҡырға килеп, Зәйнәб инәйем Биишева менән күрешеп йәшәү мине икһеҙ-сикһеҙ уй-хәсрәт даръяһына һалып ағыҙып ебәрерҙәй тәьҫир итте. Инәйемдән ғүмерлек өгөт-нәсихәт алдым, “Халҡымды һаҡла, башҡортома көн бир, Хоҙайым” тигән көнө-төнө теләй торған доға оттом. “Мин үҙемдең кем икәнемде беләм, халҡымдың кем икәнен беләм. Шуға башымды юғары күтәреп, йөрәгемде һулытмай, Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер кемдән дә ҡурҡмай йәшәйем”, – тип ҡат-ҡат ҡабатланы Зәйнәб инәйем. Шунан, шундай бөркөт йәнле шәхестән күңелемә һәм аңыма ниҙәр күскәнен үҙегеҙ самалағыҙ. Мин генәме? Бөтә башҡорт һәм Рәсәй халҡы “Кәмһетелгәндәр”ҙән “Уяныу” ға табан оло юлға сыҡҡайны...

Әсәйем мине Өфөгә оҙатҡанда: “Әлдә лә әхирәт инәйҙәрең бар. Инәйҙәреңә сәләм әйт, хәлдәрен белешеп тор”, – тиер ине. Зәйнәб, Хафаса инәйҙәрҙән ҡала ул Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаны ла әйтә. Фатима инәйем – дан шәхес – донъяға күҙемде асыбыраҡ ҡарарға өйрәтте. Асығауыҙ һәм йомоҡ күҙ “интернатский” иркә ҡыҙ бала әллә ҡайҙа тороп ҡалды. Фатима инәйем мине ҡаршыһына ултыртып алып тороп, әллә нисә сәғәтләп нотоҡ уҡыр, баш ҡалала һәм илдә барған тормошто төшөндөрөргә тырышыр ине. Эй эшкә өндәр ине, бары тик ныҡышлыҡ һәм файҙалы эш менән генә үҙеңдең кеше икәнеңде иҫбатлап була был дәүләттә, тиер ине. Үҙ башынан үткәнгә шулай уйланы, үҙ яҙмышынан сығып шундай кәңәштәр бирҙе.

“Мин бит мөғжизә менән генә иҫән ҡалған башҡорт балаһы”, тиер ине ярман һуғышын, революцияны, йотлоҡ йылдарын, етемлекте, ре­прессиялар тирмәнен, Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәргән быуын вәкиле.

Аҙаҡ уҡып сығып, үҙ ҡулына мәғариф министрлығы дилбегәһен алып, тыуған халҡына һәм республикаһына йөҙәрләгән мәктәп, учи­лище, педагогия институты астырып белемгә әйҙәгән оло йөрәкле шәхес. Фатима Хәмит ҡыҙының тыуыуына тиҙҙән 110 йыл тула. Егерменсе быуаттағы башҡорт мәғрифәтсеһе, иң фиҙакәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе ул. Мине бик яҡын күрҙе. Мин дә уны бик яраттым.

Йыш ҡына уйлап ҡуям: ниндәй яҡшы кеше бар, барыһын да мин беләм, дуҫлашам. Был бит бик һәйбәт. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә мине үҙенән айырмай, әлхәмдүлилләһ.

Заманалар үҙгәрҙе. Телевидениела зыҡ ҡубып “Орнамент” проектында эшләйем, темалар, идеялар күп, төшөргән кадрҙарҙы монтажларға ваҡыт менән ҡораусы ғына етешмәй. Яр аҫтынан яу сыҡҡандай, ҡапыл бер хәбәр сыҡты. “Хөкүмәт БСТ-ға дота­ция бирмәй, пенсионерҙарға түләргә аҡса юҡ”, тип генераль директор менән кадрҙар бүлеге начальнигы меҫкен генә ҡиәфәттә алдыбыҙға ҡағыҙ һалды. Ғариза яҙып сығып китергә тейешбеҙ. Кем хаҡлы ялда көйөнсә эшләп йөрөй, егермеләп кеше, бөтәбеҙ ҙә яҙҙыҡ. Иртәгәһенә үк байтаҡ кеше кире инеп ғаризаһын ҡайтарып алған. Мин белмәгәнмен дә. Аҙаҡ белһәм дә, инмәнем. Әлхәмдүлилләһу. Йә Хоҙайым, ҡырҡ йыл эшләнем, тағы бер офоҡ асылыр, тағы юлдар табылыр, шәт, тип Аллаһыға тапшырҙым да пенсияға сыҡтым да киттем. Эй, нисек ҡыуанғанымды үҙем генә беләм!.. Етмәһә, “тимер ат”ҡа ултырып алдым. Тотоғоҙ хәҙер мине. Бара торған, күрә торған, ишетә торған донъяларым күп бит әле. Илдә именлек, тәндә һаулыҡ, башта аҡыл ғына булһын.

Әҙерәк тирә-йүнде әйләнеп ҡараһам, йәнә эштән күп нәмә юҡ пенсияла! Уф... Халыҡ оҫталары тураһында ҙур-ҙур мәҡәләләр туплап яҙып сығарҙым, очерктар, шәжәрә байрамдары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары иғтибар көтә. Ҡыҙыҡ булды: һуңғы дүрт йылда республиканың дүрт баҫмаһының лауреаты булдым - мәҡәләләремде ебәрһәм, ҡушҡуллап баҫалар. Рәхмәт төшкөрҙәре. Иң үкенеслеһе шул булды: Еңеү байрамы етһә, телеэкранда башҡортса һөйләгән бер ветеран күренмәй торғайны (хәҙер бер ниндәйе лә ҡалманы инде, йәндәре йәннәттә булһын). Ә төпкөл ауылдарҙа алты-ете йыл буйы һуғыш утын кискән, Берлинға еткән башҡорт ҡарттарын күреп, уларҙы үҙем киноға төшөрә башланым, китаптарын сығарҙым. Бөрйәндә Сәлихйән олатай Дәүләтбирҙин, Балаҡатайҙа Фәтих Шәрипов тигән ғәжәп матур яҙмышлы яугир башҡорттарҙы күреп ҡыуандым.

Китап тигәндән, күңелемә бик оҡшаған шәхестәр, яҡты һәм ғибрәтле яҙмышлы кешеләрҙең яҙғанын йыйып халыҡҡа еткерергә кәрәк ине. Иң тәүгеләренән, үҙебеҙҙең райондағы Байауылыла тыуып үҫкән Арғынбаева Роза апайҙың баласаҡ иҫтәлектәрен туплап, “Һағындыра Оло Эйек буйы” тигән китап донъя күрҙе. Шунан “Ырғыҙ ҡыҙы. Фатима Мостафина тураһында” – уның тураһында ҡырҡтан ашыу замандашының хәтирәләрен тупланым. Артабан “Мортаза Рәхимов. Библиография” тип беренсе президентыбыҙҙың төрлө матбуғат баҫмаһында донъя күргән сығыштарын, уның хеҙмәт һәм тормош юлы хаҡында мәҡәләләрҙең исемлеген төҙөп сығарҙым. Мин дә шуны эшләмәһәм, кем эшләр, тинем дә, Сажиҙә Биишева тигән китап әҙерләү оҫтаһы менән бергә эшләнек тә ҡуйҙыҡ.

Артабан тағы ун бишләп баҫма сығарҙым. Бөтәһен дә һанап китһәм, оҙаҡ була. Ҡайһыларын әйтмәй ҙә булмай. Ҡасандыр бөтә башҡорт обкомы көнләшеп-һоҡланып ҡарап торған, музейҙарҙа фондта эштәре һаҡланған башҡорт рәссам-скульпторы Фәүзиә апай Усманованың ғүмернамәһен, “Киске Өфө”лә баҫылған йөҙәрләгән мәҡәләләрен, хатта юғалған тип иҫәпләнгән эштәренең фотоларын ҡуйып, ике томлыҡ “Бөрйән йөрәге” нәшер ителде. Туҡ буйында Иҫке Юлдаш ауы­лында йәшәгән физика уҡытыусыһы-ветеран Мәйсәрә апай Кучаеваның “Туҡ буйында ниҙәр бар?” тигән ғәжәп тәрән эстәлекле, ихлас күңел менән туҡ-соран һөйләше өлгөһөндә яҙылған Ырымбур яғы башҡорттары ауылдары һәм кешеләренең яҙмышнамәләре йыйынтығын әле өс китапта сығарҙыҡ, дүртенсеһе әҙер.

Хәйбулла районы уҙаманы, илһөйәр-ерһөйәр рухлы Сәлихйән Шәриповтың ике шиғыр китабы донъя күрҙе, ҡапыл ғына арабыҙҙан киткән арҙаҡлы мәғариф эшмәкәре “Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов тураһында һүҙ” китабы ла таралды, Үрге Һаҙ ауылынан һуғыш ветераны Зәйнулла Сәлимовтың фронтта йөрөгәндә яҙған ҡуйын дәфтәрен табылып, билдәле табип Рәшит Искәндәров ярҙамы менән “Яугирҙең ҡуйын дәфтәре”н нәшер иттек. Тағы әллә күпме баҫмалар бар һәм яңылары көтөп тора.

Ә минең пьесалар яҙғым килә. Комедия, мюзиклдар кәрәк. 2019-2020 йылдарҙа дүрт пьесам Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат башҡорт драма театрҙарында ҡуйылды: “Ҡанифа юлы”, “Донъя бабай”, “ Урал легендалары”, “Абау, димсе килә!” Барыһы ла башҡорт этнографияһынан һут алған.

Яҙыусылар союзында драма секцияһына рәйес итеп ҡуйҙылар, йәш яҙыусылар йыйылды, яҙғандары ҡыҙыҡлы ғына, тик режиссер, театр ҡайҙа?! Документаль спектаклдәр уйнай торған йәштәргә ҡушылып киттем. Быйыл дүртенсе мәртәбә “ Замандаш” тигән драматургия-театр экспедицияларында башҡорт ауылдары буйлап йөрөп, бөгөнгө заман кешеһенең күңел торошо сәхифәләрен, әңгәмәләрен йыябыҙ. Йәштәр ҡуйған Вертатим форматындағы спектаклдәр Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә ҙур баһа ала. Ғәжәп егәрле йәш театралдар бар: Зиннур Сөләймәнов, Рима Харисова, Әлиә Яхина-Иванова, Айрат Абушахманов, Өфө дәүләт сәнғәт инсти­туты студенттары, Башдрамтеатр актерҙары... Шулай итеп, мулла белгәнен уҡый, тигәндәй, мин һаман да яратҡан кешеләремде барлайым - ижади фекерҙәштәрем булыуына ҡыуанам.

– Шатлыҡлы мәлдәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар күп булһын тормошоғоҙҙа, Сәрүәр Рәшит ҡыҙы! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар ғаилә именлеге теләйбеҙ! Күркәм ғүмер байрамығыҙ  юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!

 Һәр кемдең тормошонда үҙенең һуҡмаҡтары, артылыр үҙ үрҙәре була. Шулай ҙа донъяның мөғжизәле серҙәрен, изге еренең, халҡының күңеленән рухи ынйылар эҙләгән, матурлыҡтың ҡәҙерен белгән кешегә генә яңы офоҡтар асылыуҙан туҡтамайҙыр. Ҡыҙыҡһыныусан, теремек һәм егәрле яҙыусы Сәрүәр Рәшит ҡыҙының да ижади эҙләнеүҙәре дауам итә. Бер генә артыҡ ваҡыты юҡ әҙибәнең: ошо әңгәмәне әҙерләгән ҡыҫҡа ғына осорҙа ла ул йә Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәге менән берлектә республика заманса драматургия семинарында ҡатнашыусы йәштәр менән аралаша, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, йә “тимер ат”ын эйәрләп, сәфәргә сығып китә, йә иһә телевидениелағы тапшырыуҙарҙа ҡатнаша, ә кистәрен Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡыу театрына ашыға... Алдына маҡсаттар ҡуйып йәшәгән, ҡаршылыҡтарға бирешмәгән, фиҙакәр хеҙмәте, сағыу таланты, изге төшөнсәләргә тоғролоғо менән күптәргә өлгө булырлыҡ Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Суринаға имен-һау, тыныс һәм бәхетле тормош теләйек.

Луиза КИРӘЕВА әңгәмәләште.

(Ағиҙел, 2022, №12)

https://agideljurn.ru/news/-ip-tormosho/2023-12-08/s-r-r-surina-yyly-y-n-a-y-y-tere-tel-tamyry-ihlas-y-r-k-as-ysy-3558304

 

Автор:
Читайте нас: