+12 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Февраля 2024, 05:17

"Йән докторы - Азамат Тимеров"

-

"Йән докторы - Азамат Тимеров""Йән докторы - Азамат Тимеров"
"Йән докторы - Азамат Тимеров"

🎁 Азамат Тимеровҡа, матур ғүмер байрамы - 55 йәше  уңайынан, уның күптәнге хыялын ысынбарлыҡҡа әүерелдергәндәр.
❓Йә, кем дөрөҫ әйтер икән, яратҡан йырсыбыҙға дуҫтары нимә бүләк иткән?

✨Уны ҡотларға йыйылған дуҫтары, туғандары, коллегалары ауыҙынан, һөйләшеп ҡуйғандай, тик бер генә һүҙ яғырай:
- Һин бит күңел докторы!
- Һинең менән шундай күңелле, рәхәт!
- Һин ошо булмышың менән беҙҙе дауалайһың...
- Һин эшкә килмәгән саҡта беҙгә ауыр, илһам юҡ...
- Нисек һин шулай, бер һүҙ менән генә, барыһын да көлдөрә алаһың?

❓Ысынлап та, нисек шулай?
Беҙ бит уны комик тип түгел, ә халыҡ йырҙарын иң шәп башҡарыусы халыҡ йырсыһы тип кенә беләбеҙ.
Ә асылында, мәрхүм Илшат Яхин һөйләүенсә,  концерттарҙа, хатта драматик оҙон көйлө халыҡ йырын йырлап торған саҡта ла, баянда уйнап тороусы эргәһенә килеп, бер генә ҡыҙыҡ реплика ташлап, ҡылыҡты ҡылып китергә өлгөргән ул Азамат. -Эй, торола ине, шунан, - ти, Илшат,  көлөп ебәрмәҫ өсөн ҡыҙара бүртенеп, шартлай яҙып.

Ә Әминдәр, Тимеровтар ғаиләһе машинаһы ауыл осонда күренеү менән, "Кейәү килде!" тип, барыһы ла күңелле йылмая, юҡҡа ғына ла көлә-шаяра, һәм, тиҙерәк Азаматтың ҡайныһы Морат бабай өйө яғына ыңғайлай башлайҙар икән.
Ниндәй көс тарта бар ауыл халҡын, яратҡан кейәүҙәре янына?
Халыҡ йырсыһының ниндәй һаләте, барса дуҫ-иштәрен йылмайырға мәжбүр итә?
Журналыбыҙҙың киләһе һанында "Йән докторы - Азамат Тимеров" яҙмаһында уҡырһығыҙ.

Автор:
Читайте нас