Йыр-моң тип йән атҡан өмөтлө генә йәш егет менән таныштырмаҡсыбыҙ бөгөн. Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан була Фәдис Бәҙретдинов. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының вокал сәнғәте йүнәлеше буйынса белем ала һәм шул уҡ ваҡытта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһында эшләп йөрөй.
Йәш сәнғәт әһеле был әңгәмәлә үҙ һөнәре, ошо йүнәлештәге башланғыстары, ҡаҙаныштары хаҡында һүҙ йөрөтә.
– Фәдис, бала саҡтан уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, фольклорҙы яҡшы белә, тиҙәр һине... Нәҫелдән килгән һәләтме ул? Оҙон көйҙәрҙе башҡарырға кемдән өйрәндең?
– Телем асылмаҫ элек йырлай башлағанмын тиҙәр мине. Өс йәшлек сағымда «Любэ» төркөмөнөң «Давай за жизнь» йырын отоп алып, «концерт ҡуйып» йөрөүемде күргәс, әсәйем, был баланан йырсы сығыр, бәлки, тип, үҙенсә төрлө йырҙар өйрәткән, үҫә төшкәс, ошо йүнәлеш буйынса ла махсус уҡытырға ҡарар иткән. Шулай итеп, мин, әсәйемдең кәңәше буйынса, дүртенсе кластан алып музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә башланым. Уҡытыусым – Сәхәүетдинова Рәғиҙә Афзал ҡыҙы халыҡ йырҙары, фольклор өлгөләрен өйрәтте. Бынан тыш, атайым яғынан да, әсәйем яғынан да йырға маһир туғандарым бар. Хәтеремдә, мәктәптә уҡыған йылдарҙа ниндәйҙер республика кимәлендәге йыр конкурсында ҡатнашҡайным, жюриҙа Өфө сәнғәт училещыһы педагогтары булып сыҡты. Улар мине мотлаҡ сәнғәт училищеһына кил тип саҡырғас, шул осорҙа уҡ күңелемә яҙмышымды йыр сәнғәте менән бәйләрмен тигән уй инеп ояланы һәм ошо юлды һайлап, һис яңылышмағанмындыр, тип уйлайым.
– Ауыл малайына баш ҡалаға килеп урынлашып, эйәләшеп китеүе лә анһат ҡына булмағандыр ул, моғайын...
– Эйе, ни тиһәң дә, музыка, вокал – ул етди әҙерлек һәм тырышлыҡ талап иткән йүнәлеш. Халыҡ йырынан академик йырлау ысулына күсеү еңел бирелмәне тип әйтә алам. Әммә минең, бала саҡтан уҡ, нимәнелер маҡсат итеп ҡуйһам, шул ниәтемә ирешер өсөн бар тырышлығымды һала торған бик яҡшы ғәҙәтем бар. Атайым шулай өйрәтте. «Башлаған эшеңде еренә еткермәйенсә туҡтама», – ти ул миңә элек-электән.
– Һин «Башҡорт йыры» конкурсында ла ҡатнашҡанһың?..
– Эйе...
Маҡсаттарына ирешеп өйрәнгән талантлы, өмөтлө егет тураһында ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы февраль һанында уҡырһығыҙ.