+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Февраль , 20:37

БЕР ШИҒЫР ТАРИХЫ

-

ШАЯНМЫН ШУЛ
Шаян булмаған булһам,
Күптән мин... үлер инем!
Йөрәгемде, бахырымды,
Ҡорттар кимерер ине.
Сабыр ҙа булмаған булһам,
Күптән бөгөлөр инем.
Һынауҙарға бирешер ҙә,
Күнеп, төңөлөр инем...
Бик ризамын үҙемдең шул
"Баламут" булғаныма.
Шаярғым килеп торғанда
Төкөрәм донъяһына!

Сәлиә Ғатауллина
"ҮТМӘ ӘЛЕ, ҒҮМЕР!" - 2011
***
Үҙем менән бергә эшләгән ҡатын, минең шаярып әйткәнемде аңламай ҡалдымы, асыуланғандай нимәлер әйтте лә, эш менән сығып китте. Аптырап ҡалдым да, ул әйләнеп килгәнсе ошо юлдарҙы яҙҙым. Үҙенә уҡыттым да, көлөштөк. (Ул минең яҙғандарҙы вис уҡып бара, үҙен таныясаҡ, әлбиттә!)).
Бик ғүмерле булып сыҡты был шиғыр!)) Йылына бер нисә тапҡыр үҙемә әйләнеп ҡайта. "Исем-фамилияһын юғалтып, аҙашып йөрөй ине!" - тип, кем булһа ла үҙемдең битләүемә "килтереп" ташлай.
"Һәкеүә!" тип исем ҡуштым әле үҙенә. Әсәйем элек, донъяһын онотоп йөрөгән кешене шулай әрләр ине: "Бытиктем дә һәкеүә булырың икән!" - тип)).
Ике-өс көн элек ошо "Һәкеүә" тағы үҙемә әйләнеп ҡайтты бит! "Авторһыҙ йөрөп ята шиғырың!" - тигәндәр. Башы ла юҡ, исем-фамилияһы ла...
Әпәт башына "кейҙереп", исем-атын яҙып, сығарып ебәрәйем әле, булмаһа... Ә былай, бик ҙур рәхмәт һеҙгә, дуҫтар, ошо бәләкәй генә шиғырымды бик яратып ҡабул итеүегеҙгә! Мин бик шатмын!
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, дуҫтар, барығыҙҙы ла! Донъяларыбыҙ ғына имен булһын!

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall132806390_5550%2F4e54a84506b9ff51e6

 

Автор:
Читайте нас: