Ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөгән саҡтар ҙа булды минең. Ишембай ҡалаһының Киров исемендәге мәҙәниәт һарайының фольклор ансамблен Шафиҡ Ғәббәс улы Янбаев етәкләй ине ул ваҡытта. Ял көндәрендә ижади бригада ойоштороп, концерттар менән ауылдарға сығабыҙ. Хатта Ырымбур, Ҡурған өлкәләренә лә барып еттек. Бригадабыҙ көслө: ҡурайсылар Мөхәммәт Йосопов менән Рамаҙан Кинйәбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсиә апай Нагаева, хәҙер Башкортостандың халыҡ артисы булып киткән мәшһүр йырсы Альберт Шаһиев, билдәле сәнғәт әһелдәре Тайсиндарҙың бер тоҡомдаштары, ҡурайсы Таһир ағай Тайсин.
Бер ауылда концерт ҡуябыҙ. Таһир ағай алып барыусы. Әйткәндәй, ҡайһы саҡта уның тотлоғоп китә торған ғәҙәте бар ине. Сәхнәгә сығырға сират Шәмсиә апайға етте. Таһир Ғилман улы халыҡҡа шул турала иғлан итә башлағайны, теле тыңлашмаҫ булды ла ҡуйҙы.
–Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа Башҡортостандың атҡаҙанған к-к-к... – Ә телен тышап ҡуйҙылар, әйтерһең дә. Таһир ағай көсәнә торғас, һүҙе микрофон аша залға сығып осто, ниһайәт. – Атҡаҙанған к-к-клуб работнигы Шәмсиә Нагаева сығыш яһай. Башҡорт халыҡ йыры «Һа-һа-һа...». Ярар, Шәмсиә апай, үҙе әйтер әле.
«Һандуғас» йырын иғлан итергә теләгәйне Таһир Ғилман улы. Әйтеп бөтөрә алманы. Үә, ләкин, аҙаҡтан Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы кәрәген бирҙе генә үҙенең.
–Мин һиңә ниндәй клуб работнигы булайым. Ҡара һин уны, клуб работнигы булып иҙән йыуаммы, әллә билет һатып ултыраммы? – тип, тетмәһен тетте генә.
Беҙгә, әлбиттә, мәрәкә булды. Шул ваҡиға иҫкә төшһә, әле лә көлөп алам.
Сибәғәт Рахманғолов - https://vk.com/id201919463?w=wall201919463_20533