+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраль , 14:57

"Ирем шарт ҡуйҙы: "Йә мин, йә – ижад"

-

"Ирем шарт ҡуйҙы: "Йә мин, йә – ижад"
"Ирем шарт ҡуйҙы: "Йә мин, йә – ижад"
Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина: Бала саҡтан әкиәт уҡырға яраттым. Элгәре радиоға, телевидениеға саҡырһалар, китап бүләк итә торғайнылар. Бер сығыштан һуң миңә ҙур күләмле “Башҡорт халыҡ ижады”н бирҙеләр. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын иҫем китеп уҡыным. Институт йылдарында бер ваҡыт рус әҙәбиәтенән белем биргән Анатолий Киселев хикәйә яҙып килергә ҡушты. Мин “Ҡыҙыл ҡар яуғас” тигәнде ижад иттем. Ул барыһына ла ныҡ оҡшаны, тик уҡытыусы бер нәмәне аңғартты: “Һәр телдең үҙенә генә хас фразеологизмдары, һүҙбәйләнештәре була, уларҙың икенсе телгә тап килмәүе ихтимал. Рус халҡында “ҡыҙыл ҡар” урынына йөкмәткеһе буйынса “когда рак свистнет” тура килә...” Был һүҙҙәр күңелемә ғүмерлеккә уйылды. Тәржемә менән шөғөлләнгәндә, ошоға ныҡ иғтибар итергә тырышам.
Әлбиттә, мәктәптә уҡыта башлағас та ижадтан туҡтаманым. Хикәйәләр, хатта бер повесть та яҙҙым. Уларҙы “Ағиҙел” журналына ебәргәйнем, күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәев миңә тәфсирләп хат яҙып һалды: “Фәрзәнә һеңлекәш, ижадың менән танышып сыҡтым. Һиндә яҙыусыға кәрәкле күҙәтеүсәнлек тә, художестволылыҡ та бар, телең дә халыҡсан ғына, тик тәжрибәң юҡлығы күренеп тора. Үҙең һөйләйһең дә һөйләйһең, ә бит күрһәтергә кәрәк. Йорт һалырҙан алда башта кирбес һуғалар, шунан ғына өй төҙөйҙәр. Күләмле әҫәргә тотонорҙан алда бәләкәйҙәрен яҙып ҡара, бигерәк тә балалар өсөн хикәйәләрең матур булырға тейеш, һин бит мәктәп тормошон яҡшы беләһең. Тиҙҙән йәштәр конференцияһы уҙғарасаҡбыҙ, кил, миңә шылтырат. Кәңәштәр бирербеҙ. Сәләм менән, Рәшит ағайың...”
Әммә мин конференцияға барманым, сөнки ирем шарт ҡуйҙы: ”Йә мин, йә – ижад”. Мин уны һайланым. Өс бала – ҡыҙым һәм игеҙәк малайҙар... Шунан Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов миңә хат яҙып ебәрҙе (Рәшит ағай шиғырҙарым тупланған дәфтәремде уға биргән). “Шиғырҙарың араһында ярайһы ғына булғандары ла бар, ләкин балалар өсөн ижад ителгәндәре бик шәп!!!!!” (Биш өндәү билдәһен Тимер ағай үҙе ҡуйған). Ошонан һуң балалар әҙәбиәтенә ныҡлап тотоноп киттем.
 
БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӘ КИТАП ТҮРҘӘ БУЛДЫ...” әңгәмәһенән.
 
 
Автор:
Читайте нас: