-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраль , 14:03

Етем ҡыҙ — Хәтирә (йыр)

Бер йырҙың тарихы

Етем ҡыҙ Хәтирә — башҡорт халыҡ йыры, Өфө сәнғәт институтының фольклор музыкаһы белгесе Х. Ихтисамов уны башҡорт фольклорсыһы Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы фольклор экспедициялары барышында яҙҙырып алған тигән мәғлүмәт биргән. Йыр «Матур ҡыҙ Хәтирә» тигән атама менән дә осрай. Шул уҡ ваҡытта Х. Ихтисамов атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәнов 1945—1946 йылдарҙа Әбйәлил районында яҙып алған вариант тураһында ла яҙып сыҡҡан һәм йырҙың тарихын бәйән иткән.

Тарихы: 

Ғата Сөләймәнов яҙып алған вариантта ваҡиға Әбйәлил районының Ташбулат һәм Салауат тигән ауылдары тирәһендә булған тип әйтелә. Ике етем бала — ҡыҙ менән малай — хәйер һорашып көн күргәндәр. Етем тиеп ҡыйырһытҡандарға, туған булмаһалар ҙа, икәүләп ҡаршы торғандар, бер-береһен яҡлашҡандар. Ҡул араһына инерлек булғас бергә көтөү көткәндәр.

Хәтирә исемле ҡыҙ бала сибәр булып буй еткергән, хәлле ғаиләләрҙән уны һората башлағандар, әммә ҡыҙ береһенә лә риза булмаған, теге етем егет менән бер-береһенә ғашиҡ булғандар. Зина ҡылалар тип ялған хәбәр таратып, егетте ауылдан һөрәләр. Әммә ҡыҙ бер кемгә лә сығырға ризалыҡ бирмәй. Ауыл байҙары уны көсләп кейәүгә бирмәксе булалар. Әммә Хәтирә егетенә хәбәр биреп өлгөрә, һәм теге ҡыҙҙы алып ҡаса. Улар шулай ҡауышып, бергә йәшәй башлайҙар.

Ғ. Сөләймәнов вариантында егет ауылдан киткәндә Хәтирә менән ҡара-ҡаршы йырлашалар:

Ҡарағай ҙа ағас - оҙон ағас, 
Етем ҡыҙ, меҫкен Хәтирәм,
Санаға ла һалһам - һөйрәлә, 
Үпмәй ҙә генә тип үпкәләмә,
Етем ҡыҙ, меҫкен Хәтирәм,
Үпһәм, ауыҙым яман өйрәнә.

Ҡыҙ былай тип яуап бирә:

Ап-аҡ ҡына ап-аҡ, ай, аҡ таҫма, 
Етем ҡыҙ, меҫкен Хәтирәң,
Аҡбуҙатҡайҙарға дилбегә,
Кил бир(е) табан, бер үбәйем,
Етем ҡыҙ, меҫкен Хәтирәң,
Үпкән ерем ҡалһын билгегә.

Һөйгәнен алып ҡасырға килгән егет былай тип йырлаған, ти:

Ҡыҙыл ғына буйы - өс суҡ муйыл,
Етем ҡыҙ, меҫкен Хәтирәм,
Берәүһен ҡырҡһам, ҡуш ҡала,
Вәғәҙә итеп, малын биреп,
Етем ҡыҙ, меҫкен Хәтирәм,
Алабарман йөрөп, буш ҡала.

Н.Шоңҡаров яҙып алған «Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм» вариантының һүҙҙәре:

Хәтирәкәй һыуға барған саҡта,
Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,
Елдәр һыйпай, һай, башынан.
Хәтирәкәй төндә йоҡлағанда,
Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,
Ай һоҡланып үбә ҡашынан. 

Хәтирәкәй, һине күргән саҡта,
Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,
Оялып та ҡояш тарһына.
Ҡараңғы ла төшөп, ай ҙа ҡалҡа,
Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,
Йөҙкәйеңә нуры ярһына.

https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%95%D1%82%D0%B5%D0%BC_%D2%A1%D1%8B%D2%99_%E2%80%94_%D0%A5%D3%99%D1%82%D0%B8%D1%80%D3%99_(%D0%B9%D1%8B%D1%80)

Автор:
Читайте нас в