+18 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Февраля 2024, 05:23

Рәмил Туйсин: тарихты ҡабатланым

-

Рәмил Туйсин: тарихты ҡабатланымРәмил Туйсин: тарихты ҡабатланым
Рәмил Туйсин: тарихты ҡабатланым

унды бөткәс тә әрме хеҙмәтенә алдылар. Өс йыл Төньяҡ флотында һыу аҫты кәмәләре гарнизонында хеҙмәт иттем. Латвияның Лиепая ҡалаһында учебкала саҡта оркестрҙа уйнаным, һуңынан утрауҙағы гарнизонға килгәс, музыка ситкә күсте, матрос хеҙмәте беренсе урынға сыҡты. Учебкала саҡта һыу аҫты кәмәһенең юғары баҫымға тәғәйенләнгән май үткәргес торбаһын ҡырҡып алып, ҡурай эшләп уйнап йөрөнөм. Был да ана шул тарихты белеүҙән килә: китаптарға яҙылмаһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Сарбаевтарҙың күктән бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының еҙ көпшәһенән ҡурай эшләп уйнап йөрөгәндәрен ишетеп беләбеҙ бит, үҙемсә шул тарихты ҡабатланым.

Бөгөн йырсылар күп. Әммә халыҡтың күңеленә ҡабатланғыһыҙ моңдары, үҙенсәлекле тауыштары менән үтеп ингәндәре, ихтирам яулағандары һирәк. Шундайҙарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йыр-моң конкурстары лауреаты Рәмил Париж улы Туйсин. Эйе, уны күптәр йырсы итеп таный. Ысынында ул юғары белемле музыкант, педагог, ҡурайсы. Ауылдашы булараҡ, мин Рәмил Париж улының сәсән телле, тәрән фекерле шәхес икәнен дә беләм. Бындай ҡырҡ ҡырлы, күп яҡлы һәләт бөтә кешегә лә бирелмәй, тип әйтер инем.

Рәмил Туйсин менән ҡыҙыҡ әңгәмәне "Тамаша" журналының яңы февраль һанында уҡырһығыҙ (№1-2024).

Автор:
Читайте нас