+19 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Февраля 2024, 11:27

Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?

-

Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?
Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?

Фидан Ғафаровтың даны хатта ҡайһы бер Мәскәү артистары­ныҡын да үткән. Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?

Фидан Ғафаров:

– Ул турала уйлағаным юҡ. Дандың файҙаһы ни, тормош кәрәк-ярағына етерлек булды. Ҡазанда аҙыҡ-түлек магазинында колбаса менән май булған, ул ваҡытта дефи­цит ризыҡ. Фиданды алып килеп күрһәтһәгеҙ, колбаса һатабыҙ, ти­гәндәр. Коллектив һорағас, киттем.

Икенсе бер ваҡиға. Стәрле­тамаҡтан ҡайтып киләбеҙ, ярты юлда бензин бөттө, ә талон юҡ. Шул ваҡыт администратор: “Мин Фидан Ғафаров менән ҡайтып барам”, – тип әйткән. Заправкалағы ҡыҙҙар: “Давай, йырлап күрһәтһен!” – ти икән. Башымды заправканың бәләкәй генә тәҙрәһенә тығып йырларға тура килде. Ул дан шул йомош-фәләнгә ярай ине.

Автор:
Читайте нас