+34 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Февраля 2024, 06:52

ЕТЕЛЕ ШӘМ

-

Хисмәтулла Дәүләтов көйө
Башҡорт халыҡ һүҙҙәре

Етеле лә шәм яҡты яна
Эсендә майы булһа.
Ете уянып, ете тороп,
Ете төн уртаһында.

Етеле шәм , мамыҡ милтә
Ватылды, ергә төштө.
Уф, йөрәгем, янам-көйәм,
Иркәм иҫемә төштө.

Етеле шәм , мамыҡ милтә
Яна ла күмерләнә.
Алһыу алмам бәғерекәйем (Онота алмайым бәғеркәйем)
Онотмам ғүмергә лә (Онота алмам ғүмергә лә).

 

Хисмәтулла Әхмәт улы Дәүләтов - йырсы, актер, танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Ә йырҙары һуң, йырҙары ниндәй уның! «Аҡ ямғырҙар», «Ат эсерәм», «Тал бөгөлә», «Йылмай, иркәм!», «Ҡар һыуҙары», «Сауаптарын алып ҡалайыҡ!», «Уралиә» һәм башҡа бик күп йырҙары халыҡ араһында күптән инде яратып, үҙ күреп йырланған йырҙар… Уның байтаҡ ҡына ижад емештәрен халыҡ йыры итеп иҫәпләүселәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, күрше Татарстан Республикаһында Хисмәтулла ағайҙың «Етеле шәм» йырын татар халҡының «күптән онотолған» йырынан һанайҙар һәм йыш ҡына шулай иғлан итәләр ҙә…

 

Наилә Сәфәрғолова: Был моңло ла, һағышлы ла йөрәкте өҙөп алырҙай йыр боронғо йыр түгел - Хисмәтулла Дәүләтов яҙған йыр бит ул. Салауат театрында Нәжиб Асанбаевтың "Зәйтүнгөл" спектаклен ҡуйҙыҡ һәм унда ошо йыр, авторы әйтелмәйенсә, спектаклдең лейтмативы рәүешендә ҡулланылған ине. Уны күптәр халыҡ йыры тиеп йөрөтәләр ине, шуға хаталыҡ булды. Мин Хисмәт ағай алдында, уның автор икәнен белгәс, барып ғәфү үтендем...

 

Баймаҡ районынан Зәйнизә апай йырлай.

ЕТЕЛЕ ШӘМ
ЕТЕЛЕ ШӘМ
Автор:
Читайте нас