+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Января 2024, 05:19

«Кешегә һүҙ һауа менән һыу, икмәк менән тоҙ, ҡояш менән мөхәббәт кеүек кәрәк...»

Тирә-яғыбыҙҙа шундай кешеләр була, уларҙың буй-һыны, сибәр йөҙ һыҙаттарына ҡарайһың да: «Артист булып тыуған», тиһең. Динар Тимершәйехов тураһында ла нәҡ шулай тиҙәр. Уның буй-һыны – баһадирҙыҡы, йөҙ һыҙаттары килешле булыуҙан тыш, башҡаларҙы үҙенә тартып торған яғымлылығы, итәғәтлелеге, зыялылығы ла бар. Шуға өҫтәп, Хоҙай Тәғәлә уға һәләт һәм уны үҫтерер өсөн тырышлыҡ та биргән.

Динар Тимершәйехов З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын 2018 йылда тамамлай һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй башлай. Ул тиҙ арала үҙен һәләтле, яуаплы, тырыш, эҙләнеүсән, талапсан йәш артист булараҡ таныта. Йәш тиһәк тә, Динарҙың ижад һандығында 20-гә яҡын сағыу образ бар инде. Театрҙа һуңғы йылдарҙа ҡуйылған премьераларҙы ғына иҫәпкә алһаҡ та, ул күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә уйнай. Айырым алғанда, тамашасы һәм театр белгестәре яратып ҡабул иткән, күп конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулаған Зифа Ҡадырованың «Көтөп уҙған ғүмер» повесы буйынса ҡуйылған «Фатима» спектаклендә – Михман, Александр Островскийҙың «Һуң килгән мөхәббәт»ендә – Николай, Зифа Ҡа-дырованың «Урланған йәшлек» әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә – Кәрим, Юныс Сафиуллиндың «Әллә өйләнергә инде?!» комедияһында – Әхмәт ул.

Динар Ринат улы менән журнал уҡыусыларыбыҙҙы яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

 

– Динар, кешенең яҙмышына уның тыуып-үҫкән ере, тәбиғәте, кешеләре йоғонто яһамай ҡалмай. Һөйләшеүҙе тыуған яғыңдан, ғаиләңдән башлайыҡ әле.

– Мин данлыҡлы һәм бәрәкәтле Илеш ерендә тыуып-үҫтем. Аҡ ҡайындар менән уратып алынған Ишҡар ауылында донъяға килгәнмен. Ғаиләлә берҙән-бер бала мин. Атайым Ринатты тирә-яҡта оҫта умартасы булараҡ беләләр. Әсәйем Динә – хужабикә. Тулы ғаиләлә һәм ҡартатай менән ҡартинәй тәрбиәһендә үҫеүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Беҙҙең ғаилә атайымдың ата-әсәһе менән 19 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер кисерҙе.

– Ҡартатай-ҡартинәй тәрбиәһендә бала йомшаҡ күңелле, иркә булып үҫә. Ә һин, өҫтәүенә, ғаиләләге берҙән-бер бала ла. Үҙеңде иркә малай тип әйтә алаһыңмы?

– Юҡ, мин иркә малай булып үҫмәнем. Һәр ваҡыт йорт тирәһендә ярҙамлаштым. Бесән саба, утын яра, һыйыр ҙа һауа беләм. Ҡартатай аҙ һүҙле кеше булһа ла, уның менән бергә нимә лә булһа эшләүе рәхәт ине. Ул гармунда ла уйнай ине. Ҡартинәйем доғалар өйрәтте. Әйткәндәй, ҡартатай менән ҡартинәй йәшләй яратышып өйләнешә, 60 йыл бергә матур ғүмер кисерә. Улар баҡыйлыҡҡа 20 көн арауыҡ менән күсте.

– Ижади мөхиткә тартылыу ҡайҙан килә?

– Был һорауға яуап әсәйем менән бәйлелер. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы ҡыҙы. Мәктәптән һуң Өфөгә уҡырға килә һәм һуңыраҡ эшкә лә урынлашып, баш ҡалала ҡала. Әсәйем театрҙарға йөрөргә ярата һәм бер генә спектаклде лә ҡалдырмай ҡарап бара. Бигерәк тә Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров уйнаған спектаклдәргә яратып, ҡат-ҡат йөрөй. Ул миңә лә спектаклдәрҙең эстәлеген һөйләй, өҙөктәрҙе яттан белә ине. Театрға ҡарата булған мөхәббәтен, һөйөүен әсәйем миңә лә һеңдерә алды. Әйткәндәй, ул үҙе лә бала саҡта артистка булырға хыяллана, тик башҡа һөнәр һайлай.

– Ә һинең үҙең өсөн сәхнә – бала саҡ хыялымы?

– Юҡ.

Дуҫтар, Өфө «Нур» татар дәүләт театры артисы Динар Тимершәйехов менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне журналыбыҙҙың яңы февраль һанында тулы килеш уҡырһығыҙ. 

«Кешегә һүҙ һауа менән һыу, икмәк менән тоҙ, ҡояш менән мөхәббәт кеүек кәрәк...»
«Кешегә һүҙ һауа менән һыу, икмәк менән тоҙ, ҡояш менән мөхәббәт кеүек кәрәк...»
«Кешегә һүҙ һауа менән һыу, икмәк менән тоҙ, ҡояш менән мөхәббәт кеүек кәрәк...»
«Кешегә һүҙ һауа менән һыу, икмәк менән тоҙ, ҡояш менән мөхәббәт кеүек кәрәк...»
Автор:
Читайте нас