– Камил Радик улы, хәйерле көн! Беренсенән, һеҙҙе күптән түгел үткән һайлауҙарҙа еңеп сығыуығыҙ, яңы дәрәжәгеҙ йәғни депутат булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
– Хәйерле көн! Рәхмәт! Ҡыҙыҡ икән ул... Был арала тирә-яҡтан ҡотлауҙар яуа ғына! Хатта, урамда туҡтатып, үҙем танығаны ла, танымағаны ла тәбрикләп китә...
– Кеше тик торғандан депутат булып китмәйҙер бит. Ул үҙенең һүҙе үтерен, халыҡтың ышанысын аҡлай алырын аңларға, һәм иң мөһиме – башҡаларҙың проблемаһына битараф булмаҫҡа тейештер. Бындай ҡарар ҡабул итеүегеҙгә нимәләр йоғонто яһаны?
– Беренсенән, беҙ Совет осоро балалары, октябрят, пионер, комсомол тәрбиәһен үткән, һуңынан, кемдәрҙең теләге бар, ҡулынан килә, партия ағзаһы юлын һайлаған быуын вәкилдәре бит. Мәктәптә уҡығанда яҡшы өлгәшеүем өсөн «Орленок»ҡа барып ҡайтыу бәхете тәтене, дружина советына ла һайландым. Бәлки, шулар ҙа үҙ эҙен ҡалдырғандыр. Әммә, дөрөҫөн генә әйткәндә, яҙмышымды сәйәсәт менән бәйләрмен тигән ниәт юҡ ине. Был хаҡта бер нисә йыл элек кенә уйлана башланым. Улымдың хоккей тип иҫе китә. Мәктәптәрендә хоккей коробкаһы бар. Шунда бик теләп шөғөлләнә. Бынан өс йыл самаһы элек тренерҙары мәктәптәге шул хоккей майҙансығына яҡтылыҡ ҡоролмалары ҡуйырға кәрәк ине, берәй нисек ярҙам итә алмаҫһығыҙмы, тип мөрәжәғәт итте. «Карикатуралар төшөргәс, власть вәкилдәре белә бит һеҙҙе», – тине. Булдыра алғанды эшләп ҡарармын тип Совет районы администрацияһына киттем. Үҙебеҙҙең егет Урал Килсенбаев район башлығы булып эшләгән осор. Туранан-тура үҙенә мөрәжәғәт иттем. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң мәсьәлә хәл ителде. Балаларҙың ҡыунасының сиге юҡ ине. «Бына бит депутат башҡара торған эште атҡарып сыҡтығыҙ», – тине тренерҙары шунда. Һуңынан ҡыҙым йөрөгән балалар баҡсаһы өсөн ҡар таҙартыу машинаһы алышырға ярҙам итеүемде һоранылар. Ваҡланып торманым, һоранып йөрөмәнем, аҡсам бар ине, үҙем генә алдым да бирҙем. «Депутаттар шулай ярҙам итһә ине ул», – тинеләр был юлы ла. Ошо хәлдәрҙән һуң, ә бәлки, ысынлап та, депутатлыҡҡа ынтылып ҡарарғалыр тигән уйҙар тыуа башланы.
Хәйер, сәйәси карикатуралар төшөрөүем дә йоғонто яһағандыр инде быға.
– Башҡорт мөхитендә, яңылышмаһам, һеҙ бынан алты-ете йыл самаһы элек кенә, төрлө темаға бәйле карикатураларығыҙ менән ныҡлап күренә башланғыҙ. Ә уға тиклем ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ?
– Уға тиклем мин скульптура йүнәлешендә әүҙем эшләнем. Рәсәйҙәге төрлө ҡалаларға йөрөп ошо өлкәлә заказдар башҡарҙым. Ә инде Өфөгә күсеп килгәнгә тиклем ғаиләм менән Учалы ҡалаһында йәшәнек. Институтты тамамлағандан һуң байтаҡ ваҡыт Учалы районы Мансур ауылы гранит карьерында эшләнем. Әйткәндәй, ундай карьер донъяла икәү генә. Береһе – Канадала, икенсеһе – беҙҙә. Унда рәссам-скульптор булараҡ урынлашҡайным, һәйкәлдәр, стеллалар яһаным. Аҙаҡ реклама менән шөғөлләнә башлап, шәхси предприятие астым. 2009 йылда Өфөгә күсеп килеп төпләндек. Заказдар башҡарыу өсөн оҙайлы ваҡыт төрлө эре ҡалаларҙа йөрөп ҡайтҡанғамы икән, Учалыла һауа етмәгәнерәк кеүек тойола, ул нисектер тар була башлағайны миңә. Ә былай мәктәпте Өфө ҡалаһында тамамланым. Алтынсы класҡа баш ҡалалалғы хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге художество гимназия-интернатына уҡырға бирҙеләр. Шул йылдарҙа уҡ мәктәптәштәрем араһында карикатурист булараҡ танылғайным инде. Аҙна һайын ҙу-у-ур стена гәзите сығара торғайныҡ. Кемдәр «икеле» тейәп ҡайтҡан, кемдәр өйгә эштәрен әҙерләмәгән, кемдәр дәрескә һуңлаған – барыһы ла шул гәзиттең геройҙарына әүерелә ине. Был эште ауылдан килгән йылда уҡ йөкмәтеп ҡуйғайнылар, мәктәпте тамамлағансы ҡотолоп булманы унан. Ә мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Журналист булам, йәнәһе... Тик был йүнәлеш бөтөнләй күңелгә ятманы. Повестка килгәс, тәүге сессияны тапшырып та өлгөрмәҫ элек, армияға киттем. Уның ҡарауы БДУ-ла уҡыған әүҙем студенттар менән танышырға өлгөрҙөм. Радий Фәрит улы ла шулар иҫәбендә ине. Бер быуын вәкилдәре беҙ. Ул юридик факультетта белем алды. Шул йылдарҙа беҙҙең дуҫлыҡҡа нигеҙ һалынды ла инде. Ә әрменән һуң, факультетта ҡабаттан тергеҙел тиһәләр ҙә, башҡа уҡыу йортон һайларға булдым. Үҙемде белә-белгәндән алып һүрәт төшөргән кеше лә һуң мин, буласаҡ һөнәрҙе лә шул йүнәлеш буйынса һайлаһам дөрөҫөрәктер тип, хәҙер инде Башҡорт дәүләт педагогия институтының һынлы сәнғәт факультетына уҡырға индем. Уны уңышлы ғына тамамланым. Мине хатта үҙҙәрендә аспирантураға ҡалдырырға теләп, факультетта эш тә тәҡдим иткәйнеләр, тик кәләшем Учалыға ҡайтайыҡ тип өгөтләгәс, уның һүҙен йыҡмаҫҡа булдым...
– Ҡатынығыҙ ҙа Учалы районынан булып сығамы?
– Эйе. Дүртенсе курста уҡығанда өйләнештек. Апалары туй мәлендә: «Учалы егетенә кейәүгә сығыр өсөн Өфөгә барып йөрөргә кәрәк булдымы икән ни һиңә», – тип шаяртып та алғайнылар. Кәләшем ул саҡта физика-математика йүнәлеше буйынса белем алды. Һуңынан юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Шөкөр, ике улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар.
– Үҙемде белә белгәндән алып һүрәт төшөрҙөм тип әйттегеҙ... Бала сағығыҙ тураһында ла телгә алып үтегеҙ әле?
– Бала сағым Учалы районының Малай-Муйнаҡ ауылында үтте. Атайым менән әсәйем Уральск ҡасабаһына күсеп китһәләр ҙә, мин ауылда ҡарттайым менән ҡартнәйем янында ҡалырға теләнем. Уральскийҙы яратманым. Ул саҡта ни әллә ни ҡағыҙ ҙа юҡ. Фотоальбомдағы буш урындарға һүрәт төшөрөп ултырғанымды хәтерләйем. Ҡарттайым урман ҡараусыһы булып эшләне. Мине һәр саҡ үҙе менән урманға алып сығып китә торғайны. Бер мәлде, урмандан ҡайтҡас, шундай һүрәт төшөрөп ҡуйҙым: ат... сана... санала мин ултырам... ат алдында, ҡулына шешә тотоп, ҡарттайым баҫып тора... Ҡартнәйем был һүрәтте күреп ҡалып, эштең ниҙә икәнен төшөнөп, ҡарттайҙың кәрәген бирҙе генә бит әй. Ҡарттайымдың иҫерек сағын хәтерләмәйем дә үҙем. Шунда берәй йөҙ грамм һуҡҡан булғандыр инде... Шул хәлдән һуң ҡарттайым мине башҡаса үҙе менән урманға алып йөрөмәне.
– Тимәк, шул һүрәт тәүге карикатурағыҙ булып сыға инде?
– Эйе. Тәүге карикатурамды, ысынлап та, шул саҡта уҡ, әле мәктәпкә бармаҫ элек үк төшөргәнмен.
– Хәҙер скульптуралар буйынса заказдар ҡабул итәһегеҙме?
– Өфөгә күскәндән һуң, был йәһәттән заказдар ҡапыл туҡтаны ла ҡуйҙы. Ниндәйҙер көрсөк булдымы икән?.. Бөтөнләй тиерлек эшһеҙ ҡалдым. Ә мин улай эшһеҙ ултырып өйрәнмәгәнмен. Аҡсаны шул һәйкәл, стеллалар яһап эшләй инем бит. Шулай эшһеҙ ултыра торғас, йәнә карикатурларға тотоноп киттем. Бик үҙенсәлекле алым уйлап таптым. Иң билдәле Өфө блоргерҙарын бергә туплап төшөрҙөм дә социаль селтәрҙәргә һалдым. Кеше үҙенә иғтибар булыуын ярата бит, һәр блогер уны үҙ битләүенә урынлаштырҙы. Ярты көн дә үтмәне, мин билдәлелек яуланым. Карикатурларға заказдар ҙа күбәйеп китте шунан.
– Илһөйәрлек темаһына бағышланған бик матур эшәтергеҙ хаҡында ла телгә алып үтмәү мөмкин түгел. Бер нисә йыл элек башҡорт батырҙарына арналған комикстар серияһы ижад иттегеҙ. Күптән түгел «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте сыҡты...
– Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы менән берлектә грант аҡсаһына ҡаһарманлыҡтары хәҙерге быуын өсөн дә өлгө булып хеҙмәт итерҙәй батырҙарыбыҙ тураһында комикстар тупланмаһы сығарҙыҡ. «Тере китап: Башҡортостан – батырҙар төйәге» тип аталды ул проект. Үҙем студент йылдарында уҡ хеҙмәттәшлек итә башлаған «Муха» студияһы рәссамдары менән берлектә тормошҡа ашырҙыҡ был эште. Уларҙа башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, генерал Миңлеғәли Шайморатов, партизан отрядтары командирҙары Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин, Совет дипломаттарының береһе Кәрим Хәкимов тураһында бәйән ителә. Һәр китапханала икешәр данала бар улар.
Ә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте Радий Хәбировтың идеяһы буйынса төшөрөлдө. «Үҙебеҙҙә шундай шәп студия бар, кемдәр генә мөрәжәғәт итмәй һеҙгә. Мәскәүҙекеләр булһынмы, Питерҙыҡылармы... Әйҙәгеҙ, үҙебеҙең данлы тарихыбыҙға бәйле берәй шәп йәнһүрәт төшөрәйек әле, егеттәр», – тип тәҡдим итте ул. Өс йыл самаһы ултырғанбыҙҙыр был эш менән. Еңел генә хеҙмәт түгел ул. Әммә атҡарып сыға алдыҡ. Үҙебеҙ, йәғни Өфө рәссамдары ғына эшләнек. Тауыш яҙҙырыу өсөн дә үҙебеҙҙең башҡорт йондоҙҙарын ғына саҡырҙыҡ. Тарихсы, реконструктор Рәмил Рәхимов та документаль йәһәттән бик ҙур ярҙам күрһәтте. Әлегә йәнһүрәттең рус телендәге варианты ғына тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Әммә уның башҡортса варианты ла бар. Һәм уныһы миңә ҡалһа, күпкә йәнлерәк тә һымаҡ. Башҡорт райондарында тамашасыға башҡорт телендәгеһен күрһәтеү яҡшыраҡтыр тип уйлайым. Йәнһүрәт октябрь айында Рәсәй буйлап прокатҡа сығасаҡ. Миңә ҡалһа, йәнһүрәтте халыҡ яратып ҡабул итте. Һөҙөмтә менән Радий Фәрит улы ла ҡәнәғәт ҡалды.
– Депутат булараҡ халыҡҡа ниндәйерәк йүнәлештә ярҙам күрһәтәсәкһегеҙ? Һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Минең хәйриә фондым бар. Әммә айырым бер йүнәлештә генә эшләйбеҙ: фильм, йәнһүрәт, комикстар төрөшөрөүсе йәштәргә ярҙам итәбеҙ. Йәғни гранттарҙа ҡатнашабыҙ. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкмен, ижади йәштәргә булышлыҡ итәсәкмен тип уйлайым.
– Һеҙҙең карикатураларығыҙ ҙа ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһағандыр бит... Ә бына депутатлыҡ бурысы карикатурст Буҙыҡаевтың эшмәкәрлегенә нисегерәк тәьҫир итер икән?
– Яһағандыр тип уйлайым, һәм барыһы ла алда әле... Мин, гөмүмән, өнһөҙ генә ултыра торған кеше түгел. Оҡшамаған, өнәмәгән күренештәргә битараф ҡала алмайым. Әлеге шул депутат коллегаларым араһында ла быға тиклем мин «рәнйеткән» кешеләр ҙә юҡ түгел. Карикатурлар әүәлгесә булыр тип уйлайым. Тик билдәле бер темаларға бөтөнләй төшөрөргә ярамаясағын да аңлайым. Сөнки депутат этикаһы тигән төшөнсә бар.
– Тимәк, һеҙ ниндәйҙер кимәлдә иректе юғалттығыҙ инде?
– Әлбиттә.
– Үкендермәйме?
– Юҡ, һис тә үкендермәй.
– Һеҙҙең үҙҙәренә ҡағылышлы төртмә, уҫал һүрәттәрегеҙҙе власть вәкилдәре нисек ҡабул итә?
– Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән Рөстәм Зәки улы мине күрмәмешкә һалыша торғайны. Әммә барыбер бына шул сәйәси карикатуралар властағыларға ныҡ йоғонто яһайҙыр тип уйлайым хәҙер. Бер ниндәй сәйәсмәндең дә әҙәм көлкөһөнә ҡалғыһы килмәйҙер ул.
– Йәғни сәйәсмән карикатуристың ҡәләменә эләкмәҫкә тырышырға тейеш?
– Эйе. Сәйәсмәнде иң ғәрләндергәне шулдыр, моғайын...
– Радий Фәрит улы һеҙҙең ижадығыҙҙы нисек ҡабул итә?
– Ул ижадты аңлап ҡабул итә торған кеше. Уның менән дуҫ булыуыбыҙҙың ыңғай яҡтары күптер ҙә, бәлки, әммә минең өҫтә ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ятыуын да төшөнәм...
– Ә бына кемделер төшөрөп тә үкенегән саҡтарығыҙ буламы?
– Ҡайһы берҙә ҡыҙып китеп берәй күренеште төшөрөп ташлайһың да, һуңынан юҡҡа рәнйеттемме икән әллә быны, тип үкенәһең. Тик һүрәтең социаль селтәрҙәрҙә үҙ тормошо менән йәшәп ятҡан була инде. Һирәк, әммә булғылай ундай саҡтар.
– Үҙегеҙҙән йыш көләһегеҙме, йәғни үҙегеҙҙе төшөрәһеҙме?
– Уныһы ла була. Хәтеремдә, бер мәлде, Хәмитов властан киткәндә, шундай һүрәт төшөрҙөм: ул самолетҡа ултырып осоп китте, ә мин илап тороп ҡалдым... Кемде төшөрәм инде хәҙер, йәнәһе...
– Ошо ижадсы булмышығыҙ, юморға бай булыуығыҙ тормошоғоҙҙа, холҡоғоҙҙа нисегерәк сағылыш таба? Әллә һеҙ тормошта бик етди кешеме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, күп нәмәләрҙе ябайлаштыра был һыҙатым. Тормошто бик етди ҡабул итергә лә кәрәкмәй ул. Сәләмәтлектән, ғаиләнән, иректән башҡаһын инде. Юмор тойғоһо булған кешегә йәшәүе еңелерәк тип әйтергә теләйем.
– Әммә шулай ҙа бик талапсан ғаилә башлығылыр әле һеҙ...
– Улай уҡ тип әйтмәҫ инем. Тик ҡайһы берҙә етдиерәк, талапсаныраҡ булырға тура килә...
– Ҡатынығыҙ, балаларығыҙ һеҙҙең шаяртыуҙарығыҙҙы аңлаймы? Балаларығыҙ араһында ла рәссам булырға теләүселәр юҡмы?
– Аңлайҙар... Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың тиҙәр бит... Өйләнешкәндә ҡатыным йыуаш ҡына, өндәшмәҫ кенә ине. Хәҙер ул да минең ыңғайға төртмә теллегә әйләнде. Ә балаларыма килгәндә, кесе ҡыҙым һүрәт төшөрөргә әүәҫ.
– Һеҙҙең кантондар вариҫы булыуығыҙ хаҡында ла ишеткәнем бар...
– Эйе. Атайым яғынан шәжәрәбеҙҙе бик ентекле өйрәндем. Ҡарттайым Мөхәмитйән Буҙыҡаев кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы булған. 1812 йылда Парижғаса барып еткән ул. 1835 йылда буласаҡ батша Александар II уҡытыусыһы шағир Жуковский менән Учалы районы Малай-Муйнаҡ ауылына килгәндә олатайымда ҡунаҡ та булған. Буласаҡ батшалар 15-16 йәшлек мәлдәрендә тотош Рәсәй буйлап йөрөп сығырға тейеш булған. Һәм абруйлы кешеләрҙә, яу геройҙарында ғына туҡталғандар.
Әйткәндәй инәйем дә бик затлы, уҡымышлы нәҫелдән. Уның тамырҙары милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа барып тоташа.
– Ижади көрсөк тигән нәмә буламы һеҙҙә?
– Яңы ғына оҙайлы ғына көрсөк кисерҙем тип әйтергә мөмкин. Һайлауҙар алдынан бер нәмә лә төшөрөргә ярамай ине. Ижадҡа һыуһап кителде хатта... Ваҡыты үтеү менән бер нисә һүрәт төшөрә һалдым. Әйткәндәй, мин федераль баҫмалар менән дә хеҙмәттәшлек итәм. Уларға ла аҙна һайын бер рәсем төшөрөргә тейешмен. Хәҙер, әлеге шул депутат этикаһына ярашлы, ҡайһы бер темаларҙан баш тартырға тура килә инде.
– Бөгөнгө көндә һеҙҙе ниндәй тема борсой?
– Заманалар ҡатмарлы бит хәҙер. Бөгөнгө сәйәси хәлдәр, махсус хәрби операция темаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Был тема минең ҡәләмемдән дә ситтә ҡала алманы. Кемдәрҙеңдер балаһы, ағаһы, тормош иптәше шунда... Хәтерегеҙҙәме икән, Тәтешле батыры Фәнисте лә төшөргәйнем. Үҙе менән таныш та түгел инем, әммә нисектер туғаным кеүек яҡын тойолдо ул миңә. Уның күңел халәтенә инә, тоя, кисерештәрен үҙем аша үткәрә алдым. Ҡатмарлы ғына тормош юлы үткән бит ул егет. Данға илтер юлы еңел булмаған. Мин дә ауыл малайы бит. Барыһын да аңлайым. Ауылда шундай егеттәр була: улар һис тә тик ултыра алмай. Нимәне лә булһа алып ҡасһындармы, һатһындармы тигәндәй... Аяуһыҙ Фәнис тә шундайҙар иҫәбендә булған инде. Ахыр сиктә ул үҙен һуғышта тапҡан, күрәһең... Уны ерләгән саҡтарында ла барҙым мин. Битараф ҡала алманым. Яҡын уҡ килмәнем. Ситтән генә булһа ла ҡарап торҙом. Ундай хәлдәрҙе күңелемә ауыр алам... Йәл инде егеттәр, йәл... Тик ни хәл итәһең... Был хәрби операцияла, беҙ илде биләмә булараҡ һаҡлауҙан бигерәк, әхлаҡи ҡиммәттәр өсөн алышабыҙ шикелле. Һәр хәлдә лә миңә шулай тойола.
– Ниндәй темаға бөтөнләй тотонмаҫ инегеҙ?
– Үлем, ҡартлыҡ, ғәриплек... Мейе ғәриплеген йәлләргә ярамай. Ә бына сирле кешеләрҙе төшөрмәйем. Эйе ковид осоронда, кешеләр өйҙәрендә бикле ултырғанда, халыҡтың күңелен күтәрәйем тип төшөргән әйберҙәрем булды. Әммә ауырыу кешенән көлмәнем. Ә хәҙер, билдәләп үтеүемсә, тыйыуҙар артты инде...
– Аллаһы Тәғәләгә ышанаһығыҙмы?
– Мәсеткә йөрөмәйем. Аллаһы Тәғәләгә тип кенә булмайҙыр, әммә йыһани бер тәртипкә, беҙҙең менән идара итеүсе ниндәйҙер Юғары көс барлығына ышанам. Был тормошта бөтәһе лә ғәҙел... Хатта һиңә оҡшамаһа ла, ғәҙел түгел һымаҡ тойолһа ла... Ваҡыт үтеү менән, артҡа әйләнеп ҡараһаң, тап шул мәлдә тап шулай булырға тейешлеген аңлайһың.
– Һуңғы һорау: тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?
– Үҙеңде үҙең алдауҙан туҡтарға кәрәк... Тормоштоң мәғәнәһе бына шунда...
Гөлшат Ҡаһарманова, "Тамаша" журналы, №5-2023 й.