+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Ноябрь 2023, 21:45

Ғаилә башлығы, төп эшенән тыш, төрлө һөнәр белергә һәм уны балаларына ла өйрәтергә бурыслы

-

– Өфө малайы булһам да, атайым – Учалынан, әсәйем – Мәләүез ҡыҙы. Мәскәүҙә юғары белем алып йөрөгәндә танышып ҡауышҡан улар. Бәләкәй сағым Башҡорт дәүләт университе­тының 4-се ятағында үтте. Йәш математик булараҡ, атайыма унан бүлмә биргәндәр.
Балалыҡ йылдарым шундай йылы хәтирәләре менән иҫтә ҡалған. Телевизорҙан һирәкләп булһа ла башҡортса концерт күрһәтә торғайнылар. Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең сығышын керпек тә ҡаҡмай ҡарап ултырыр инем.

Атайым менән әсәйем йыш ҡына ҡунаҡ саҡыра торғайны. Табындар шул ҡәҙәр күңелле үтте, күмәкләп халыҡ йырҙарын башҡарырҙар ине. Ә мин, үҙ сиратымды көтөп, тыпырсынып торам: “Ҡасан мине бейетерҙәр?” Бер аҙҙан таҡмаҡ әйтеү башлана, уртаға сығып баҫам...
Бәләкәйҙән шулай бейергә яраттым. Атайымдан күскәндер: ул да оҫта баҫа торғайны. В. Комаров исемендәге Пионерҙар һарайында уҙғарылған бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, унан “Әкиәт” тигән ансамблдә шөғөлләндем. Уҡытыу­сыларым Эльза һәм Тәлғәт Урма­новтарға, Әлфирә менән Әхәт Фәсхетдиновтарға ғүмерлек рәх­мәтлемен.
Шулай ҙа, тормошомдо бейеү­һеҙ күҙ алдына килтерә алмауыма ҡарамаҫтан, уның менән математика араһында ҙур һайлау үтергә тура килде. Заманында икенсеһенә өҫтөнлөк биреп, БДУ-ны тамамла­ғаныма ла һис үкенмәйем. Физика-математика факультеты миңә күп нәмә бирҙе. Уҡыу йортоноң “Ирәндек” ансамблендә солист та булып йөрөнөм. Һөҙөмтәлә күңелемдә сәнғәткә һөйөү көслөрәк икәнен төшөнөп, урау юлдан булһа ла, уға килдем. Атайымдан фатиха алып, Сибайҙың яңы асылған филармонияһында өр-яңы тормош башланым. Унан, алда әйткәнемсә, Мәскәү дәүләт мә­ҙәниәт институтын тамамланым, аҙаҡ яҙмыш елдәре мине кире Өфөгә алып килде.
– Балаларығыҙҙы киләсәктә кем итеп күрергә теләр инегеҙ?
– Күңеле теләгән һөнәрҙе һайлаһындар. Шул саҡта яуап­лылыҡты ла нығыраҡ тоясаҡ улар. Әлбиттә, дөрөҫ йүнәлеш алһындар өсөн барлыҡ мөмкин­лекте тыуҙырырға бурыслымын.
“Ҡалала өс бала үҫтереүе ҡыйындыр бит”, – тип әйтеп ҡуя ҡайһы берәүҙәр. Һис тә ауыр түгел, киреһенсә, шәп! Бала күмәк булған һайын маҡсаттар ҙа, көс тә арта ғына бара ул. Был йәһәттән байтаҡ милләттәш­тәребеҙҙең ҡалала ишле ғаилә ҡороп йәшәүенә шатланам. Шулай кәрәк! Башҡорт балалары ауылда ғына түгел, ҡалала ла артып барырға тейеш. Тик уларға ваҡытында дөрөҫ тәрбиә, йүнә­леш биреү шарт.

Ғаиләлә тәү сиратта атай абруйы юғары булырға тейеш. Үҙем дә шундай мөхиттә үҫкәс, беләм: айырыуса малайҙар өсөн үткер аҡыл, ҡорос сыҙамлылыҡ өлгөһө кәрәк. Атайҙың һынаулы бер ҡарашы ғына ла тәнде уттай яндырып үтә бит ул.
Ғаилә башлығы, төп эшенән тыш, төрлө һөнәр белергә һәм уны балаларына ла өйрәтергә бурыслы. “Бер ни белмәйһегеҙ!” – тип әрләшкән атай тәү сиратта үҙенә дәғүә белдерергә тейеш. Малайҙарҙы көслө итеп үҫтереүгә лә ныҡлы иғтибар бүлеү мөһим, тип иҫәпләйем. Ишетеп беле­үемсә, борон ата-бабабыҙ улына 12-13 йәш тулһа, уға ҡолонсаҡ бүләк иткән. Малай йән эйәһен йөкмәп йөрөп үҫтергән. Күпме көс кәрәк бит бының өсөн! Ҡолонсаҡ хужаһына шул ҡәҙәр өйрәнгән, ҙурайғас та улар айырылмаҫ дуҫ, яуҙаш булған. Ошоно өлгө итеп алып, беҙгә малайҙарҙы көслө итеп үҫтереүҙең төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк.
Барлыҡ батырҙарыбыҙҙың иманлы булғанын да тәрбиәлә төп нигеҙ итеп ҡулланыу зарур. Йәш быуынды яҡшылыҡҡа, изгелеккә әйҙәйек. Ҡаныбыҙға һалынған яугирлекте, мәргән­лекте юғалтмау өсөн малайҙарҙы уҡ атырға өйрәтә башларға кәрәк тигән һүҙҙәр менән тулыһынса ризамын.

https://shonkar.com/articles/sh-khes/2021-10-06/ural-mortazin-altyn-yubileyyn-bild-l-y-2532138

 

Ғаилә башлығы, төп эшенән тыш, төрлө һөнәр белергә һәм уны балаларына ла өйрәтергә бурыслы
Ғаилә башлығы, төп эшенән тыш, төрлө һөнәр белергә һәм уны балаларына ла өйрәтергә бурыслы
Автор:
Читайте нас: