+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Ноябрь 2023, 16:39

Фәтхетдиновтар ғаиләһе тураһында 13 ҡыҙыҡлы факт:

-

Салауат тормош иптәшенә яратып «Ҡарсығым» тип өндәшә.

Салауат ҡатыны тураһында: «Аҡыллы уҫал кеше ул», - тип әйтә.

Ләйсән иренән 9 йәшкә кесерәк.

Салауат армиянан ҡайтканда Ләйсән өсөнсө синыфта уҡыған була.

Беренсе осрашыуҙары тураһында: «Мин уны хәтерләйем, ә бына Ләйсән юҡ. Ул ваҡытта әле ул өҫтәл аҫтынан башын күтәрмәй йөрөй ине».

Өс балалары, өс ейәндәре бар.

Ҡыҙҙары Алина Голливудта уҡыған, Николас Кейдж класын тамамлаған.

Улдары Рөстәм - автоуҙыштар буйынса үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы.

Салауаттың беренсе уҡытыусыһы – ҡатыны Ләйсәндең әсәһе.

Студент сағында Салауат - Йәүит, ә Ләйсән Зөлфиә Шакирова менән бер бүлмәлә йәшәгән.

Салауат артыҡ романтик кеше. Ҡасандыр ул Ләйсәнгә Ҙур Етегәндең бер йондоҙон бүләк иткән. Ә йылдар үткәс, шул йондоҙҙо бриллиант итеп яһатып, яратҡанын һөйөндөргән.

Фәтхетдиновтарҙың йорт хайуандары бик күп. Улар араһында төрлөһөнән ҡош-ҡорт, 3 эт, тейендәре... Һәм хатта һыйырҙары ла бар!

Ял өсөн яратҡан урындары - Төркиә. Унда кескенә фатирҙары ла бар.
 
 
Фәтхетдиновтар ғаиләһе тураһында 13 ҡыҙыҡлы факт:
Фәтхетдиновтар ғаиләһе тураһында 13 ҡыҙыҡлы факт:
Автор:
Читайте нас: