-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Октябрь 2023, 20:42

"Күстәнәс"ле бала сағым

“Тәмәке тартҡан ҡыҙҙы үпкәнсе, төпсөк һауытын үп!” тигән мәғәнәле генә һүҙҙәр яңғырай ине “Күстәнәс”тә. Аҙағын әлеге лә баяғы Рөстәм ағайыбыҙҙың һаһылдап көлөүе биҙәп ҡуя. Хәтәр көлә ине ул, эйеме? Хәҙерге ваҡытта радионы “Теге өсәү” биҙәһә, беҙҙең быуын өсөн Рөстәм Ғиззәтуллиндың ап-асыҡ көлөүе яҡын һәм танһыҡ булғандыр ул.

Иҫләйһегеҙме, “Күстәнәс”ле шаршамбы кисен? Эй, күңелле була торған ине ул. Радионан көнө-төнө тиерлек йыр-моң ағылып торһа ла, был тапшырыу нисектер бигерәк ихлас ине. Алып барыусыһы [gizzarustam|Рөстәм ағай] шундай ихласлыҡ энергияһын биргәндер тием “Күстәнәскә”. Уның рәхәтләндереп көлөп ебәреүе генә лә күңелдәрҙе күтәрә ине бит.
Оҙон-оҙаҡ ҡышҡы төндәрҙә ғәҙәттә иртәрәк йоҡлау яғын ҡарайбыҙ. Ҡараңғы алты тулыр-тулмаҫ төшә. Шуға күрә туғыҙ тирәһендә әүен баҙарына китергә кәрәк тә бит. Әммә юҡ... Мин күҙҙәрем йәбешеп, бер аяғым менән йоҡо донъяһында булһам да, “Күстәнәс” башланғанын көтәм. Төнгө ун берҙән алып бергә тиклем бара ине ул. Көткән арала мотлаҡ кәрәкмәгән кассета әҙерләп ҡуям. Яратҡан йырҙарымды шунда яҙҙырып булашмаһам, күңелем булмай. Ул йырҙарҙы аҙаҡ тыңлап тороу ҙа юҡ. Сөнки радионан көнө-төнө моң ағыла, кассеталар ҙа етәрлек. Әммә ғәҙәт үҙенекен итә.
Ваҡытты саҡ-саҡ еткереп алғас инде, тапшырыуҙы радио ҡосаҡлап ултырып тиерлек тыңлайым. “Күстәнәс” аша берәйһе һиңә сәләм ебәрһә, түбәң күккә тейә. Хатыңды уҡыһалар инде бөтөнләй күктең етенсе ҡатына барып олғашҡандай булаһың.
“Тәмәке тартҡан ҡыҙҙы үпкәнсе, төпсөк һауытын үп” тигән мәғәнәле генә һүҙҙәр яңғырай ине “Күстәнәс”тә. Аҙағын әлеге лә баяғы Рөстәм ағайыбыҙҙың һаһылдап көлөүе биҙәп ҡуя. Хәтәр көлә ине ул, эйеме? Хәҙерге ваҡытта радионы “Теге өсәү” биҙәһә, беҙҙең быуын өсөн Рөстәм Ғиззәтуллиндың ап-асыҡ көлөүе яҡын һәм танһыҡ булғандыр ул.
Хәҙер инде радио менән бөтөнләй бәйләнеш юҡ тиерлек. Тыуған йортҡа ҡайтҡанда ғына осрашырға тура килә. Сөнки атайым әле лә урам яңғыратып радио тыңлай. Әммә ул күптән инде “Күстәнәс”һеҙ. Беҙ ҙә радио ҡосаҡлап ултырып алып тапшырыу тыңлау йәшенән үткәнбеҙ. Күңелдәрҙә генә яҡты хәтирәләр йәшәй. “Күстәнәс”ле бала сағымды бигерәк һағынам.
 
Ә һеҙ “Күстәнәс”те тыңлай инегеҙме? Күңелегеҙҙә ниндәй тапшырыуҙар уйылып ҡалған?
 
 
 
 
"Күстәнәс"ле бала сағым
"Күстәнәс"ле бала сағым
Автор:
Читайте нас в