+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Октябрь 2023, 16:15

Рәүилә Мәсәлимова

-

Бәләкәй генә Сирәш тигән йылға Димгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Сирәштамаҡ тигән ауылда үҫкәнмен. Күп балалы ғаиләлә үҫтем, 3 ҡыҙ, 3 малай инек. Оло ағайыбыҙ йәш кенә килеш китеп барҙы. Атай-әсәйем дә яҡты донъяла юҡ инде. Туғандарым менән бик татыу йәшәйбеҙ. Димдә һыу инеп, муйыл, балан, ҡомалаҡтар йыйып үҫкән ерҙәрҙе һағындыра, әлбиттә, ҡайтып торабыҙ.

Мәктәптә саҡта теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә торғайным. Унынсыны бөткәс, педагогия институтына барҙым. Эшем оҡшай ине, һағынып иҫкә алам. Һөйләй торған фәндәрҙе ярата һалып барманым. Белһәм дә, класс алдына сығып һөйләргә баҙнат итмәй торғайным, ҡыйыуһыҙыраҡ инем.

“Ваҡыт“ йырын халыҡ үҙ итте

Хәлисә Мөҙәрисова һүҙҙәренә Булат Йәнекәев ижад иткән “Ваҡыт“ йырының тарихына килгәндә… Бәләбәйҙә йәшәгән һеңлекәшем, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлегөл Ғизетдинова менән Булат ағай ижадташ дуҫтар ине. Бүлат ағай һеңлемә ул йырҙы өйрәткән булған. Ә мин туғандар менән байрамдарҙа осрашҡанда, һеңлемдән гел шул йырҙы һорап йырлата инем. Уларҙан рөхсәт алып яҙмаһын эшләп, 2003 йылда “Юлдаш” радиоһына биргәйнем, халыҡ бик яратты .

Ҙур концерттарҙа тере тауыш менән йырлау ауыр

Ҡыҫҡа ваҡытҡа сит өлкәләргә концерттар менән сығырға тура килә. Оҫта администратор, продюсер, ойоштороусы булһа, гастролдәргә ихлас сығыр инем. Мин бәләкәйерәк аудиторияла йырларға яратам, әлеге ваҡытта шифаханаларға йөрөйөм, шул ваҡытта тере тауыш менән баянға ҡушылып йырлайым.

Фонограммаға килгәндә, телевизион проекттарҙа, ҙур концерттарҙа тере тауыш менән йырлау бик ауыр. Һәр бер йырсының тауышы үҙенсәлекле, әйтәйек, минең тауыш бик түбән, үҙемә яраған микрофон кәрәк, ә юғары тауышлы йырсыға икенсерәк. Тауыш режиссерҙары бик белемле, тәжрибәле булырға тейеш. Шуға күрә йырсылар фонограммаға йырларға мәжбүр була. Йырлай ала торған йырсылар яңғыҙ концерттарында ихлас итеп тере тауыш менән йырлайҙар ул.

Ижадташ дуҫтарым

Беренсе йылдарҙа эшләгән альбомыма ингән үҙем генә башҡарған йырҙарымдың авторҙарын әйтеп үткем килә. Репертуарымда яҡташым, әле яҡты донъяла юҡ инде, Заһир Абайҙуллиндың йырҙары бар: “Балан ҡағы”, “Һандуғас”, “Гармунсы”. Әминә апай Бикташеваның ике йыры бар. 

 

Архив: https://bash.news/yuldash/samauyr-yanynda/12267-bildele-jyrsy-reuile-meselimova-menen-osrashyu-2254?ysclid=lo9s9nkacd475983212

 

Рәүилә Мәсәлимова
Рәүилә Мәсәлимова
Автор:
Читайте нас: