+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Октябрь 2023, 14:43

Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниев

-

- Минең тормош ябай түгел. Өс тапҡыр ғаилә ҡорҙом һәм өсөһөндә дә малды ҡалаҡтан башлап үҙебеҙгә йыйырға тура килде. Лилиә менән ауырлыҡтар кисерҙек: башта кеше фатирында йәшәнек. Ә бит беҙҙең йәш айырмаһы аҙ түгел. Йәп-йәш Лилиә шундай шарттарға риза булып йәшәгәс, унда миңә ҡарата матур хистәр булғандыр, тим, - тип һөйләй яратҡан йырсыбыҙ Фәдис Ғәниев. - Лилиә менән осрашҡандан һуң, ижад яңыса һулыш алды. Бер-береңде аңлап эшләгәндә, парлап ижад итеү күпкә еңел.

Бөгөн телевизорҙан күрһәтелгән барлыҡ фильмдарҙа ҡатын-ҡыҙҙың уйында байлыҡ, уға аҡса ғына кәрәк. Ә Лилиә өсөн йылы мөнәсәбәтте бер ниндәй аҡса ла алмаштыра алмай. “Бүләккә аҡса әрәм итмә”, - ти ул. Сәскәгә лә артыҡ иҫе китмәй. Тыныс, имен йәшәүебеҙ уға күпкә ҡәҙерле.

Аллаға шөкөр, уртаҡ емешебеҙ - Кәримебеҙ үҫеп килә. Илле йәшкә яҡынлашҡанда атай булыуҙы күптәр хупламай. Һанай башлайҙар: ул бала мәктәп бөткәндә, һиңә фәлән йәш була, йәнәһе. Әммә шәхсән үҙемдең хисапсы, иҡтисадсы булып, калькуляторҙа бер нимә лә һанап ултырғым килмәй. Хоҙай яҙмаһа, ғүмерең ҡыҫҡа булһа, егерме йәштә тапҡан балаңдың да киләсәген тәьмин итә алмаясаҡһың. Улай иҫәпләп ултырһаң, 25-тән һуң бала табаһы ла түгел булып сыға бит.

Сәләмәтлек булғанда, Кәрим улыбыҙ янына тағы берәй ҡыҙ алып ҡайтайыҡ әле, тип тә әйтәм Лилиәгә. Дәү атайҙың төпсөк балаһы тыуғанда уға - 53, дәү әсәйемә 43 йәш булған. Ул заманда берәү ҙә сәйерһенеп, кәрәкмәгән һорауҙар биреп йөҙәтмәгән, тейеш кеүек ҡабул ителгән.
 
 
Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниев
Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниев
Автор:
Читайте нас: