+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Октябрь 2023, 08:24

Белорусияға сәйәхәттән:

-

- Минскийҙа беҙ тағы ла бер хәтәр кеше менән таныштыҡ бит ул. Композитор Эдуард Семенович Ханок. Башта иһә уның кем икәнлеген белмәнек. Тора-тора әҙәби концерттан һуң туңып, дер ҡалтырай-ҡалтырай фуршет өҫтәлен йыпырған беҙҙең янда бер бабай. Йылмайып ҡына күҙәтә, тыңлай. Әҙәбиәт йортоноң берәй хеҙмәткәрелер микән тип уйланым. Унан, беҙ аҙыраҡ тамаҡ туйҙыра төшкәс, һүҙ алды.
--Һеҙ ниндәй йырҙар беләһегеҙ? – тип һораны башта.
--Ә ниндәй йырҙар кәрәк? – тинек.
--Мәҫәлән, “Я у бабушки живу, я у дедушки живу...” тигәнде ишеткәнегеҙ бармы?
--Уны кем белмәһен? – “Папа с мамой ходят в гости к нам...” тип дауам итеп йырлап та ебәрҙек.
--Ә “Потолок ледяной, дверь скрипучая..”?
Күтәреп алабыҙ:
— За шершавой стеной тьма колючая.
Как шагнёшь за порог — всюду иней,
А из окон парок синий-синий!

💥Баҡтиһәң, был ошо беҙ йырлап үҫкән һәм әле лә яратып тыңлаған әллә күпме билдәле йырҙарҙың көйөн яҙған бөйөк шәхес икән. “Червону руту”, “Верба”, Ты возьми меня с собой”, “Вы шумите, берёзы”, “Малиновка”, “Завируха”, “Исчезли солнечные дни”, “То ли ещё будет”, “Ты возьми меня с собой” “Журавли”, “Самурай” һәм башҡалар, вобщем. “Служить России” тигән йыры өсөн Рәсәй гражданлығы бирелгән.

💥Ханок Ҡаҙағстанда тыуған. Атаһы шунда хеҙмәт иткән булған. Аҙаҡ Минскийҙа музыка училищеһында, консерваторияла уҡый. Унан классик музыкант булып ҡына ҡалғыһы килмәгәнен аңлай һәм 1971 йылда “Песня года фестивалендә” “Ҡыш” композицияһында үҙ көйҙәрен тәҡдим итә, әлеге “Потолок ледяной...” инде. Шунан ул көйсө булып китә.

💥Эдуард Семенович ҡатыны Евлалия Ивановна менән бик йәшләй үк таныша һәм дуҫлаша. Евлалия ла музыкант була. Беренсе тапҡыр свиданиеға саҡырғанында уҡ үбешергә үрелә лә, сикәһенә алғас, үпкәләшеп айырылышалар. Ике йылдан шул ҡыҙҙы тағы ла эҙләп таба һәм инде ҡулынан ысҡындырмай өйләнеп ҡуя. Ҡыҙҙары тыуа. Тик уларға ла һынау килә: Эдуард икенсе ҡатынға әүрәп китә. Ғаиләлә ығы-зығы ҡуба һәм айырылышырға булалар. Хәл итәләр ҙә ул, тик тап шул мәлендә йүгереп барып ғариза тапшырыу өсөн госпошлина түләргә аҡсалары булмай. Бының өсөн ата-әсәләренән һорап торорға ҡурҡалар. Зарплата алғанды көтөргә тура килә. Ә инде уныһын алғансы йәш ир менән ҡатын ярашып та ҡуя. “Ярай әле аҡса булмаған” ти был хаҡта Ханок үҙе. Унан тағы ла ике бала тыуҙырып, бына инде 60 йылдан ашыу бергә бәхетле ғүмер итәләр. Композитор һаман да ижад кисәләре үткәрә, йырлай. 82 йәштә!

💥Бына шул кеше менән аралашыу һәм ҡултыҡлашыу фотоға төшөү бәхете тейҙе, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Миләүшә Ҡаһарманова

Белорусияға сәйәхәттән:
Белорусияға сәйәхәттән:
Автор:
Читайте нас: