Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
БЕЙЕЙЕММЕ?
Бейейемме? Йә, баҫығыҙ.
Минме бейей белмәйем?
Бейей белмәй, тиһәләр ҙә,
Ҡолаҡҡа ла элмәйем.
Диңгеҙҙәрҙең тулҡынылай,
Йәйеләлер ҡулдарым.
Ҡоласымды кирәм, кирәм —
Етер микән,
Етмәҫ микән
Ҡосаҡларға Ер шарын?!
Өйөрөлөп йөрөүҙәрем
Түгел бер үҙем өсөн:
Өйөрөләм ҡайғығыҙҙан,
Сөйөрөләм бәхетегеҙҙән,
Кешеләр, һеҙҙең өсөн.
Шартлап китә бармаҡтарым,
Телдәрем шартлап китә,
Тыпырҙатып та аламын,
Бар донъяны һелкетә.
Эй, ҡулдарым — бер мөғжизә,
Эй, бейеүсе — ҡулдарым,
Һәр бармағым — дәртле ҡурай —
Түгә дәртле моңдарын.
Ә күҙҙәрем, һеҙҙән бәхет,
Һыйыша алмай ярына,
Керпегемде ҡаҡҡан һайын,
Сылтыр-сылтыр,
Сылтыр-сылтыр
Йөҙҙәремдән ағыла.
Ҡулдарымдың йыры һеҙгә,
Изге йәндәр — кешеләр!
Күҙҙәремдең нуры һеҙгә,
Изге йәндәр — кешеләр!
Мин килтереп һеҙгә баҫам,
Әйҙә, ҡаршы бейейбеҙ,
"Әпипә" ме, "Ҡарабай" мы,
Ни булһа ла ярамаймы--
Бейей торған көйөбөҙ.