Сибәрлек ул, моғайын, тышҡы ҡиәфәттән генә түгел, ә кешенең булмышынан да киләлер. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дикторы, экран йондоҙо Флүрә Мурзинаны тап шундайҙар иҫәбенә индерер инем. Уның менән танышҡандар башта Флүрә Ишбулат ҡыҙының сибәрлегенә хайран ҡала, һуңынан уның холоҡ-фиғеленә ғашиҡ була. Һәр ваҡыт кеше араһында, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә йөрөп тә, шулай ябай ҡалырға мөмкинме? Балаларса ихласлығын юғалтмаған, кәрәк саҡта абруйлы, ҡаты һүҙен әйтә белгән ханым ул. Тәү ҡарамаҡҡа ябайлығы күҙгә ташланһа ла, уның үҙе, эске донъяһы, кисерештәре, хатта аһ-зарҙары ла тирә-яғындағылар өсөн сер булып ҡала. Бер яҡтан асыҡ та, икенсе яҡтан бикле лә ул...
Атай-әсәй йорто – алтын бишегем
Экран йондоҙо Флүрә Мурзина – Балаҡатай ҡыҙы. Ғаиләлә ете бала улар. Флүрә алтынсыһы булғанға, әсәһе уны, алтыным, тип йөрөтә. Атаһы Ишбулат – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уның тураһында иҫтәлектәрҙе бәйән итеү өсөн һүҙҙе Флүрә Ишбулат ҡыҙының үҙенә бирәйек: «Әтейем Үтәш ауылында 1924 йылда тыуған, бала сағы ауыр йылдарҙа үтә. Уның атаһы, Жийәнғәле ҡартатайым, – ауылда тәүге колхоз рәйесе, 1937 йылғы золом ҡорбаны. Яҙмышы беҙгә билдәһеҙ. Әтейемде һәм тағы бер ҡыҙы – Шәһүрә апайҙы – ҡәртинәйем яңғыҙы ҡарап үҫтергән. Әтейем яҡты донъя менән хушлашҡанда өлкән ағайыма – 19, миңә ни бары – 9, иң кесе һеңлебеҙ Лизаға 6 йәш ине. Күпте хәтерләмәйем. Әле 2000 йылдарҙа телеүҙәккә мине эҙләп әтейемдең класташы, иҡтисад фәндәре кандидаты Мәүлитйән Хәкимов килде. Ул миңә, яҡын кешем тураһында матур иҫтәлектәрен һөйләп, 1942 йылда тимер юл вокзалынан әрме сафына киткән саҡта төшкән фотоһын да бүләк итте. Әтейем бик уҡымышлы, тәртипле, матур яҙған кеше булғанын да әйтте. Шуға ла ул, ауылда ололар ҡалмағас, мәктәптә уҡытыусы, ауыл советында секретарь булып эшләй. Һуғыш йылдарында хеҙмәткә алынғас, Тымыҡ океан флотына эләгә, һыу аҫты кәмәһендә һигеҙ йыл хеҙмәт итә. Уның хәрби юлы тураһында архив материалдарын юллап, өлкән ағайым Рәүеф бик күп мәғлүмәт тупланы. Мәҫәлән, бер нисә һыу аҫты кәмәһе экипажын төньяҡтан көнсығышҡа күсерәләр. Һуғыш осоро. Тәғәйенләнгән урынға кәмәнең икәүһе генә барып еткән, ҡалғандарын фашистар батырған. Шундай бер ваҡиға. Әтейем палубала толоп кейеп, ҡулына карабин тотоп һаҡта торған. Ҡапыл иҫкән көслө елдән ул боҙло палубанан диңгеҙгә тайып төшә. Ҡыуанысҡа, кәмәнең алғы өлөшөндәге рулдән аяҡтары менән этәренеп, кире һыу өҫтөнә ҡалҡып сыға. Толобон сисеп ырғыта, ләкин карабинды ҡулынан ысҡындырмай. Юҡһа, ул хәрби трибуналға эләгер ине.
Әтейем, беренсе дәрәжә старшинаға тиклем күтәрелеп, һигеҙ йыл хеҙмәт итә, япондарға ҡаршы алышта ҡатнаша, «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, тыныс көндәрҙә яңы ҡорал һынайҙар. Әйткәндәй, минең уртансы ағайым Ҡорбанғәле хәрби диңгеҙсе, Севастополдәге юғары хәрби диңгеҙ инженерҙар училищеһын тамамлап, Тымыҡ океан флотына юллама ала. Петропавловск-Камчатскийҙа уны әтейемдең хеҙмәттәше, Тымыҡ океан флоты командующийы урынбаҫары Эмиль Николаевич Спиридонов (һуңынан ул командующий була) атайҙарса йылы ҡабул итә һәм Палдискиға, юғары офицерҙар курсына ике йылға уҡырға ебәрә. Һыу аҫты кәмәһендә ер шарының бөтә океандарын гиҙеп, хеҙмәтен тултырып, хаҡлы ялға сыҡты ағайым. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Әтейем инәйем Минсафа Гөнсәр ҡыҙына, балаларҙы уҡыт, тигән васыят әйтеп ҡалдырғас, ғәзизебеҙ тырышып, беҙҙе юғары белемле итте.
Инәйемдең дә яҙмышы үҙенсәлекле. Ул да һуғышта булған, Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан. Уның хәрби юлын сағылдырған справкаларҙы юллау өсөн Рәсәй оборона министрлығының Үҙәк архивына хат ебәрҙек. Әле яуап көтәбеҙ».
Флүрә Мурзина медицина университетына инергә ҡарар итә. Махсус рәүештә шунда әҙерләнә. Ләкин медицина университеты эргәһендәге Мало-Павловский мәктәбенең анатомия кафедраһын барып күргәс, был уйынан кире ҡайта.
Яҡын туғандары, Өфөлә йәшәгән ағаһы Радик һәм еңгәһе Әлфирә уға, әйҙә химик бул, химзаводта эшләрһең, тип кәңәш бирә. Ҙур заводтарҙа инженер булырмын, тип Флүрә ошо юлды һайлай. Ул химия факультетына уҡырға инә һәм тамамлай ҙа. Заводта эшләй алмаясағын да аңлай ул. Сөнки практика үткән ваҡытта химик матдәләргә аллергияһы булыуы асыҡлана.
Флүрәнең бер туған һеңлеһе Лиза, ул ваҡытта пединститут студенткаһы, телеүҙәктә балалар өсөн тапшырыуҙар алып бара башлай. Бер ваҡыт туңдырма ашап, тамағы шешә, тауышы юғала. Программаларҙы уҡыу өсөн кеше кәрәк була. Телевидение режиссеры Әхмәт Яҡупов менән тиҙ генә Флүрәне әҙерләйҙәр ҙә эфирға сығаралар. Шунан башлап Флүрә эфирҙан балалар тапшырыуҙарын алып бара. Бишенсе курста белем алғанда телевидениела дикторҙар курсын асалар. Унда йәштәрҙе, һуңынан билдәле диктор булып танылған Камил Аҡсурин менән Флүрә Мурзинаны СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова уҡыта. Дикторлыҡ курсында белем алыу юғары уҡыу йортондағы диплом яҙыу менән тура килә. Йәш ҡыҙ бирешмәй, уны ла йырып сыға. Мин яҡшыраҡ булдырам, тигән сәм Флүрә Ишбулат ҡыҙын ғүмере буйы оҙатып йөрөй. Әйткәндәй, ул әле ошо ынтылышҡа тоғро.
Уҡып ҡына диктор булһаң икән. Телевидение экранына сығыу хәҙер генә бер ни тормай. Ул ваҡытта бөтә халыҡ исеменән сығыш яһаусы дикторҙарға талаптар үтә лә ҡаты булған шул. Флүрә Мурзинаны ҡапыл ғына экранға сығарып ултыртмайҙар, ә телевидениелағы иң бәләкәй вазифаға – режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә алалар. Ярты йылдан һуң ғына сығарылыш бүлегенә мөхәррир итеп күсерәләр. Бында ул данлы дикторҙар Рәсимә Сәғитова, Зөһрә Бәхтизина, Валерий Ермоленко, Камил Аҡсурин, Фәрит Бикбулатов, Наилә Ғәләүетдиновалар менән көн дә аралашыу бәхетенә ирешә. Унда ла Флүрә тик ултырмай, ә балалар өсөн музыкаль программалар, төрлө тапшырыуҙар алып барыусыһы булараҡ оҫталығын камиллаштыра. Ун йыл ваҡыт үтеп тә китә. Ниһайәт, республикабыҙ суверенитет яулаған мәлдәрҙә телевидениела дикторҙарға тағы конкурс иғлан итәләр. Күрәһең, экранға яңы йөҙҙәр кәрәк булғандыр, ти Флүрә Ишбулат ҡыҙы. Йомғаҡтар буйынса, башҡортса тапшырыуҙарға Флүрә Мурзина һәм Фәнүр Йәғәфәров диктор булып килә.