+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2023, 14:29

ТОРМОШ СЕНТЯБРЕ...

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү Миләүшә Ҡаһарманова һәм Зөһрә Бураҡаева... Бөгөнгө әҙәби һәм мәҙәни мөхиттә, ижтимағи тормошта, социаль селтәрҙәрҙә ошо ике исем айырыуса йыш яңғырай. Ижады менән генә түгел, үҙ һүҙе, рухы, төрлө мәсьәләләр буйынса үҙ ҡарашын белдергән был ике ханымдың, баҡтиһәң, уртаҡ һыҙаттары байтаҡ икән. Бөгөнгө көндә улар бер юлдарҙан йөрөй, бер пландар менән яна, уларҙы хәҙер дуҫлыҡ һәм теләктәшлек ептәре бәйләй. Миләүшә Хәбил ҡыҙы – билдәле яҙыусы, сценарист, билдәле йырҙар авторы һәм етәксе лә – Әҙәбиәт музейы директоры. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы – драматург, яҙыусы, шулай уҡ йырҙар авторы, сценарист, һәм ул да бөгөнгө көндә Башҡортостан кинематографистар союзын етәкләй. Һәм ошо сентябрь айында икеһенә лә илле йәш тула. Әммә бер тормош юлынан барғанға тиклем, уларҙың һуҡмаҡтары төрлө булды. Ниндәй уйҙар менән яндылар улар? Бөгөнгө ижади уңыштарға нисек өлгәштеләр? Үҙенсәлекле параллель интервью беҙгә ике әхирәттең эстәлеген асырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Әҙәби юлығыҙ нисек башланды?

МИЛӘҮШӘ. Бик оҙаҡ, оҙон, буталсыҡ юл аша алып килде мине яҙмыш әҙәбиәткә. Шиғриәт ишеге төбөндә тапана биреп тә киткәйнем инде йәшлектә. Тик һәр ҡыҙ хисле булалыр ҙа, һәр күңеле тулаған шиғыр яҙып ҡарайҙыр, тигән уй ғына ҡалды ул мәлдәрҙән. Һәм ҡыйыҡ аҫтындағы ике шиғри шәлкем ҡалды.

Артабан минән шиғыр китте. Яҙа алманым. Быны ауыр кисерҙем. Әммә һәләтһеҙлегемде, ысын шағирҙар һымаҡ булдыра алмағанымды таныным. Ә эсемдә һәр ваҡыт нимәлер йыйылып, үҫеп, ҙурайып килде. Тик ул ниндәй формала тышҡа сығырға тейеш булғанлығын аңламаным әле. Һәр хәлдә әҙәби әҫәр икән тип уйламаным. Күңелемдән әллә ниндәй тарихтарҙы теҙеп һалып, шуларҙың геройҙарын тере итеп күҙ алдына баҫтырып, ҡуша илап-көлөп йөрөйөм, тик бының ижад икәнлеген генә төшөнөп етмәйем...

Был ваҡытта минең тормош драмам да кульминацияһына етә. Ғаилә карабым кризис таштарына бәрелеп селпәрәмә килә. Был хәлдәр мине ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ҡырҡа боролоштар, көтөлмәгән аҙымдар яһарға мәжбүр итә. Тотошлайы менән стресс хәлендә үҙемдә әллә күпме көс булғанлығын аңлап ҡалам. Ер тетрәгәндә аҫта баҫылып ятҡан шишмәләргә юл асылған кеүек, был ауырлыҡтар минең дә бығаса тотонолмаған, ҡулланылмаған һәләттәремде, мөмкинлектәремде аса. Мине шул кризис уйларға, эшләргә, көрәшергә өйрәтә. Һәм бөгөн тап ана шул һынауҙарға рәхмәтлемен.

Шулай итеп, һәләт һәм хеҙмәт кенә түгел, ә башыма төшкән проблемалар минән яҙыусы яһаны.

ЗӨҺРӘ. Минең әсәйемде башҡорттар араһында белмәгән кеше юҡтыр. Ысын Ил инәһе дәрәжәһенә етте ул хәҙер. Яҙыусы һәм бик әүҙем, тәүәккәл һәм аҡыллы йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева ғаиләһендә үҫкәс, әлбиттә, яҙышыу, ижад итеү ул беҙҙең булмышыбыҙ булды. Әсәйем һәм донъянан бик иртә, 48 йәшендә генә киткән атайым – ғалим һәм журналист Диҡҡәт Бураҡаевтың биш балаһы ла мәктәптә лә, башҡа ерҙә лә бик әүҙем булдыҡ. Ул стена гәзитенә яҙышырға һәм һүрәтен дә әтмәләп ҡуйырғамы, ул концертта йырларға һәм бейергәме... Барыбыҙ ҙа ниндәй генә түңәрәктәргә йөрөмәнек, музыка мәктәбенә лә аҙмы-күпме йөрөнөк. Шуға ла беҙҙең ғаиләнән бөгөнгө көндә өсөһө – Яҙыусылар союзы ағзалары, мин һәм Таңсулпан һеңлем – Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзы ағзалары булыу беҙҙең өсөн тәбиғи хәл кеүек. Мәктәпте тамамлауға Әҙәбиәт институтына тәүге тапҡыр башҡорт тәржемә төркөмөн йыялар тигәнде ишеттек. Шуға ла абзыйым, яҙыусы Илгизәр Диҡҡәт йәки апайым, ул да хикәйәләр һәм йырҙар авторы Гөлнур Бураҡаева кеүек мин БДУ-ның филология факультетына юлланманым, ә тура Мәскәүгә киттем.

Яҙыусы балаһы булыу рәхәт түгел тип әйтер инем. Әҙәбиәт институтында минең кеүектәр байтаҡ ине. Сөнки һин атайыңдың йәки әсәйеңдең даны яҡтыһында тоноҡланмайынса, үҙ юлың менән китергә, айырым яҡты йондоҙға әйләнергә тейеш. Ә был рәхәт түгел – һине гел сағыштыралар. Йәғни минән һаман да, иллем тулырға торһа ла, әсәйем кеүек булырға, уның кеүек эштәр ҡыйратырға, уның кеүек фекерләргә кәрәклеген иҫкәртеп торалар, хатта уның кеүек һутлы, хисле һәм бай башҡорт телендә яҙышыуҙы талап итәләр. Бәлки, шуғалыр ҙа мин, үҙем дә аңғармаҫтан, кино һәм театр өлкәһенә өҫтөнлөк бирәмдер – унда мине әсәйем менән сағыштырыусылар юҡ.

 

Тәүге һөйөү, тәүге хистәр... Әҙәбиәт юлына йоғонтоһо булдымы?

МИЛӘҮШӘ. Бала сағымдан һағышланырға яратам. Хатта үҙемде ошо халәткә үҙем индерәм. Яңғыҙым урманға сығып китеп, берәү ҙә булмаған ерҙәргә барып сығып, оҙаҡ итеп бер урынға тексәйеп ултыра ала инем. Йыш ҡына өйҙә ололар «ниндәй ҡайғың бар ул?» тип шелтәләй торғайны. Үҫә бара бының һағыш һәм уның минең өсөн үтә лә татлы бер тойғо икәнлеген белеп алдым. Һәм ниндәйҙер сәбәптәр аша шул һағышҡа батыу яйҙарын эҙләп таптым. Китап уҡып та ғазаплы трансҡа инә торғайным. Мәҫәлән, «Кеше-амфибия» әҫәренән һуң, бер йәй шулай хыял диңгеҙендә йөҙҙөм. Хатта ысынбарлыҡтан айырылып китә яҙғандай булдым. Был әле төпкө эмоцияларым менән идара итә белмәгән саҡтарҙа ине.

Мөхәббәтте лә мин баштан уҡ үҙемә бер һағыш инеше итеп ҡабул иттем. Быны, әлбиттә, аңлы рәүештә эшләмәнем, әммә башҡа варианттарын эҙлмәнем дә. Шуға ла минең һөйөү уңышһыҙлыҡҡа дусар булды ла. Мин уның бәхетле йомғаҡлауға алып барырға тейешле юл икәнлеген белергә лә телмәнем, ахыры, миңә шул ҡайғырып, һағышланып йөрөү ҙә етә ине.

Яратам тип уйлаған кешемде юғалтҡас, ярты ғүмеремде шул травма эсендә йәшәнем. Һәүетемсә йәшәп, эшләп ятҡан ерҙән бер ултырып күкрәгемдәге яралы йәнлекте сығарып һыйпап-йәлләп алам да, уны ҡабаттан төпкә йәшереп, артабан йүгереп китә инем. Бының ваҡытлыса икәнлеген дә һиҙәм. Һәм был тиклем тәрән һағыштың ниндәйҙер бер трагедияға нигеҙ һалғанын да аңлайым. Ярай әле, бәхеткә ҡаршы, ижад болы булып сыҡты.

Яҙыша башлағас, башта шундай бер сәмле уй ҙа сиртте: минең турала ишетһен әле. Ишетте лә, ти – шунан? Шунан мин уны үҙем онотҡан булып сыҡтым. Йәғни мин уны түгел, ә үҙем уйлап сығарған образды яратҡанмын, һағынғанмын, шул булмаған кеше тураһында хыялланғанмын. Ысынбарлыҡ менән фантазия араһында ғазап сигеп йөрөгән халәтемде яратҡанмын хатта. Был асышты яһағас, ҡыйын булып китте әле. Нисектер бушап ҡалған һымаҡ булдым. Әммә ләкин шул хистәр эсендә әллә күпме әҫәрҙәр ижад иттем. Шулайтып та әйтергә була, шул татлы һағыш даръяһынан илһам алдым.

ЗӨҺРӘ. Мәктәптә, институтта тәүге һөйөү булманы, тип әйтер инем. Береһенә ғашиҡ булаһың, икенсеһенә, ә асылында – тере кешеләрҙә әҙәби йә экран геройҙарын эҙләйһең, уларҙы тапмағас, бошонаһың, тағы эҙләйһең... Ә ысын һөйөү ныҡ һуң килде, тиһәм дә була. Тормош теткеләп, ярлылыҡты ла, ғәҙелһеҙлекте лә тамам күрһәтеп, мин уның ыңғайына бирешмәҫ, эш һәм ижад менән үҙемде иҫбат итергә өйрәнгән көслө кешегә әйләнгән ваҡытта килде ул һөйөү. Әлбиттә, ҡанаттар үҫте, тормош сағыуланды, һә тигәнсе йырҙарын да, сценарийҙарын да, башҡаларын да илһамланып яҙҙым. Һөйөү – ул иң ҙур дәрт, көс, илһам бирә торған сығанаҡ. Ысын һөйөү йәки ваҡыты-ваҡыты менән, исмаһам, ғашиҡ булмаған кешегә йәлләп ҡарайым. Ҡанаттары булып та, оса алмаған ҡош кеүек улар.

Әммә икенсе яҡтан, ижад итер өсөн гел осоп йөрөү кәрәкмәйҙер ҙә. Бөгөнгө көндә минең өсөн ижад – ул төплө һәм сабырлыҡ, тәжрибә талап иткән ауыр эш. Ауыр, әммә юл аҙағында шул тиклем ләззәт килтергән эш. Ауыр булғанға күрә лә, һәр кеше, күпме генә хыялланмаһын, хатта ҡәләм тирбәтеп ҡарамаһын, яҙыусы булып китә алмай. Яҙыусылыҡ – ул, ысынлап та, асылыңа, булмышыңа, һулышыңа әйләнергә тейеш, ә был ауыр. Күҙ алдына килтерегеҙ – барыһы ла ял итә, ҡунаҡ саҡыра, күңел аса, сәйәхәт ҡыла – ә һин саҡ ҡына ваҡытыңды бар итеп, яңғыҙлыҡ эҙләп, яҙырға ултыраһың...

 

Башҡорт мөхите: ижади ҡатындарға мөнәсәбәт

МИЛӘҮШӘ. Башҡорт мөхитенән алда бөтөн кешелек мөхитен алып ҡарайыҡ. Унда ла ижади ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡараш түбән. Ул шулай булған һәм буласаҡ та. Сөнки беҙҙең йәшәйеш – патриархат. Мин быға ҡаршы түгел. Тик һәләтле, ҡомарлы, ижади рухлы ҡатындарҙы ҡайҙа итәбеҙ? Ә бит ирҙәр үҙҙәре лә тап ана шул илһамлы ҡатын-ҡыҙҙы ярата, шуларҙан көс-дәрт, батырлыҡтар яһауға этәреш ала. Ә шул уҡ ваҡытта шул ижади ҡатындарҙы мөмкин тиклем батыра ла. Ҡыҙыҡ ҡына күҙәтеүҙәр килеп сыға шунан.

Үҙемдең тормоштан да миҫалдар килтереп китәйем. Ғаиләлә йәшәгәндә минең ҡәләм тотоуым берәүгә лә кәрәк булманы. Хатта ки ҡамасауланы. Артыҡ ҡағыҙ йә китап алып уҡыуымдан йә яҙышыуымдан дымлы сепрәк тотоп өй йыйыштырыуымды артығыраҡ күрҙеләр. Мин үҙем дә ошоға күнеп, эргәмдәгеләрҙе көйһөҙләндермәҫкә тырышып ғүмер иттем дә. Унан, Өфөгә килеп, әҙәбиәттә үҙ урынымды булдырып маташыуым да күп ир-егеттәргә оҡшаманы. «Ҡайҙандыр төпкөлдән хасил булған яңғыҙ бисә» тигәнде лә ишеттерҙе ҡәләмдәштәр. Бер ағай «һин иҙән йыуған яҙыусы, иҙән йыуған яҙыусының халыҡҡа әйтер ниндәй һүҙе була ала?» тип тә «башыма баҫты». Әммә мин яҙыусы булыу өсөн инде күпте ашатлаған һәм ҙур уҡ ҡорбандар биргән инем. Кәмһетеп ҡарауҙарҙы ла, етди ҡабул итмәүҙе лә, көнләшеүҙе лә, шул нигеҙҙәге төрлө сикләүҙәрҙе лә кисерҙем. Үҙ аллы булыу, иркен яҙыша алыу өсөн иҙән дә йыуҙым, сәскә лә һаттым, дауаханала ятҡан ауырыуҙарҙы ла ҡараштым, буҙа ла ҡойҙом, йөҙ урынға сценарийҙар яҙҙым һәм башҡалар. Сөнки йәмғиәт ижади ҡатынды илһам ҡанаттарында осоп йөрөгән күбәләк итеп түгел, ә ауыр эштән йонсоған, арыған, күҙе тонған бер бисара итеп кенә ҡабул итә ине. Миҫал өсөн, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Тамара Ғәниеваларҙы ғына алайыҡ. Улар Марина Цветаева, Ҡәҙриә Тимербулатова, Анна Ахматовалар һымаҡ ил, донъя кимәленә күтәрелә торған әҙибәләр түгел инеме ни? Тегеләрҙең һәләттәре күберәк һымаҡмы? Юҡ. Бары кемдәрҙер һәләтле ҡатын-ҡыҙын күтәрә белгән, кемдәрҙер юҡ. Айырма ошонда ғына.

Аллаға шөкөр, мин был юлды үттем, йәмғиәттең баҫымын да күтәрә алдым. Бөгөн иһә үҙем йәмғиәт менән идара итә, фекер тыуҙыра алам. Йомғаҡлап әйткәндә, ижад юлы – көрәш.

ЗӨҺРӘ. Беҙҙә ижади ҡатын-ҡыҙҙарға яңы ғына мөнәсәбәт үҙгәрә башланы. Ирҙәр хәҙер шул тиклем рухи яҡтан көсһөҙләнде, рәхәт йәшәргә өйрәнде – шуға ҡатын-ҡыҙҙың маҡсатлы, яуаплы, көслө булыуын рәхәтләнеп танырға мәжбүр. Сөнки үҙҙәренән яуаплылыҡ төшә. Әммә башҡорт мөхитендә был күренеш бөтөнләй ҡыҙыҡ. Үҙҙәре ҡатын-ҡыҙҙың көсөн кеше алдында танымаған, күрәләтә кәмһеткән була, үҙҙәре шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың аҡсаһын да, данын да, абруйын да файҙаланырға ярата. Был ирҙәргә ҡарата. Ә бит бәғзе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла көнләшеүҙәнме, эске боҙоҡлоҡтанмы һине кеше алдында йөҙ йыртыуҙан баш тартмай...

Миңә ҡалһа, мин әлеге көндә бик бәхетлемен. Сөнки мине ихлас ихтирам иткән кешеләр менән генә аралашам, башҡаларынан баш тартам. Класташмы, туған кешеме, элекке әхирәтме – мине кәмһетергә ынтыла икән – аралашыу тамам. Дәүләт эшендә йөрөмәгәс, илле йәшемә ошонан да ҙурыраҡ бүләк юҡтыр.

 

Балалар һинең дауамыңмы?

МИЛӘҮШӘ. Һәр ата-әсә балаларының үҙенең дауамы булыуын теләй. Генетик яҡтан алып ҡарағанда ла, тәбиғәт яғынан да был – шулай. Хатта ки был шундай әсе хәҡиҡәт тә: нисек кенә итеп тәрбиәләргә тырышһаң да, балаң һинең үҙең кеүегерәк була. Шуға ла иң башта үҙеңде тәрбиәлә, тиҙәр бит.

Эске донъяға килгәндә иһә, балаларым минән күпкә аңлы һәм аҡыллыраҡ. Миңә, төпкөл ауыл балаһына, уҡыу, дөйөм үҫеш етешмәгән. Шулай уҡ, ҙур ғаилә балаһы булараҡ, ата-әсәнән иғтибар ҙа аҙ булған. Минең теләктәрем, хыялдарым менән берәү ҙә артыҡ ҡыҙыҡһынмаған һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлеш биргән әҙәм дә табылмаған. Мин бихисап кәртәләр, хаталар, үҙ тәжрибәм аша ғына юлымды тапҡанмын. Шуға ла бөгөнгө быуын, йәғни балаларыбыҙ менән сағыштырыу ҙа урынһыҙ.

Яҙыусылыҡ яғын телгә алғанда, балаларым минең дауамым түгел. Уларға, әлбиттә, миндәге, Аллаһы Тәғәлә тарафынан миссия итеп бирелгән ижади ҡомарҙың бер остоғо – фекерле булыу һалынған. Тик кемеһелер яҙышыр йәки әҙәбиәткә яҡын кешеләр булыр тигән өмөт юҡ. Шулай яҡшыраҡ та кеүек...

ЗӨҺРӘ. Мин балаларға гел айырым шәхестәргә кеүек ҡараным. Әлбиттә, ояһында ни күргән, осҡанында шул булыр: улар ижадҡа ныҡ ынтыла, ҡыҙҙарым кино сәнғәтенә, улым музыкаға тартыла. Балаларым бәләкәй саҡта, мин уларҙы төрлө спорт түңәрәктәренә йөрөтөргә ынтылдым, Айсулпан ҡыҙым спортта арыу ғына уңыштарға өлгәшә башланы. Әммә һәр тренер минең спорттан алыҫ булыуыма зарлана ине – ныҡлы уңыштар булһын өсөн, үҙеңдең дә спортсмен булыуың кәрәк, ул айырым ҙур донъя, бәйләнештәр, һәр йүнәлештә үҙенең спецификаһы, витамин, массаж, туҡланыу нескәлектәре һ.б., һ.б. Һәм мин ҡыҙыма был яҡтан бер нисек тә ярҙам ит алмаҫымды аңланым. Ә бына ижад яғынан, әҙәбиәт, сәнғәт яғынан белем бар, кәңәш һораһалар, кәңәш итә алам. Шуға ла балаларым дауам булмаһа ла, барыбер әлегә бер йүнәлештән барабыҙ, сөнки өләсәләре Мәрйәм Бураҡаева ла, инәй-апайҙары ла, минең дуҫтар ҙа ошо мөхиттән булғас, бөтөнләй икенсе яҡҡа китмәнеләр. Әммә китәм тиһәләр – әлбиттә, һәр кеменең үҙ башы, үҙ юлы, үҙ маҡсаты. Нимә эшләргә, ҡайҙа йәшәргә – үҙҙәре хәл итһен. Иң мөһиме – һау булһындар, бар ағзалары теүәл булһын.

 

«Мин бер кемгә бер нәмә тейеш түгел». Көслө ҡатын серҙәре.

МИЛӘҮШӘ. «Көслө ҡатын» тигән төшөнсә модаға инеп бара, ахыры. Комплимент һымаҡ итеп ҡабул ителә башланы. Кем ул көслө ҡатын? Ауырлыҡтарҙы сабыр күтәрә белеүсеме? Ундай ҡатындар беҙҙә быуа быуырлыҡ. Ҡайғыларын күрһәтмәй генә йылмайып йөрөгәндәр ҙә бихисап. Проблемаларын бер үҙе хәл итә алғанмы? Ундайҙар ҙа күп ул, әллә нисәшәр баланы яңғыҙ күтәргәндәр бар, йорт һалғандар, ауырыуҙарҙы еңеп, аяҡҡа баҫҡандар... Холоҡтары ныҡ булғандармы? Йәки етәкселек иткәндәрме? Ундайҙар ҙа аҙым һайын. Тимәк, бында көслө ҡатындарҙың шутына сығырлыҡ түгел, шунлыҡтан икенсе баштан, «көсһөҙ» ҡатындар сигенән ҡарарға кәрәктер. Кем ул көсһөҙ ҡатын? Ире артында иркәләнеп, наҙланып ҡына йәшәгәндәр тибеҙ, шулай бит? Йәғни дөрөҫ йәшәү бәхете татыған гүзәл зат. Бындай ҡатындар шундай уҡ һынауҙарҙы эргәһендәге рухташы була алған тормош иптәше менән бергә күтәрә, шуға ла уның көслө булыуы күренмәй. Әгәр ул ҡатын яңғыҙ тороп ҡалһа, ул да шундай уҡ көслөгә әйләнәсәк. Был, тимәк, ваҡыт һәм хәл-ваҡиға төшөнсәһе генә икән.

Мин үҙем дә йыш ҡына «Мин бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел» тип ҡабатларға яратам, әммә тейеш икәнлегемде лә беләм. Мәҫәлән, донъяға яралтҡан балаларымды ғүмер буйына ҡурсаларға, туғандарыма битараф булмаҫҡа, милләтемдең намыҫын яҡларға, исем сығарырын сығарғас, ошо уҡ әҙәбиәтемә хеҙмәт итергә һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, бурыстарым етәрлек кенә икән.

ЗӨҺРӘ. Алдан әйтеп үткәйнем инде – илле йәшкә иң ҙур бүләгем, ул минең бик күп ваҡытым менән нервыларымды алған кешеләрҙән ҡотолоуым. Мин, ысынлап та, үҙемдең мөмкинлектәремде, тәжрибә һәм белем кимәлен яҡшы белеп, һаулыҡ, ваҡыт тигән төшөнсәләрҙе иҫәпкә алып, үҙемә оҡшаған кешеләр менән генә аралашып йәшәү йәшенә еткәнмен. Ижадта бәхетлемен – кинола, театрҙа эштәрем сығып тора, бик төплө һәм аҡыллы ижадсылар – әҙиптәр, режиссерҙар, актерҙар, рәссамдар, музыкантар – менән янып-гөрләп, матур проекттар атҡарып йәшәйем. Көслө ҡатынға мине тормош әйләндерҙе – әммә еңмешлек, әрһеҙлек, ҡатылыҡ ул минең тәбиғи һыҙаттарым түгел. Тура һүҙлемен, тәүәккәлмен – эйе. Мин үтә хисле, наҙлы бала булғанға, һәр нәмәгә илай инем, бөтәһен дә йәлләй инем. Шуға ла мин бөгөнгө көндә берәй һынауғамы, ғәҙелһеҙлеккәме дусар булһам, рәнйетһәләр – тәүҙә ултырып илап алам, ике-өс көн төшөнкөлөккә биреләм, эсем боша, шунан инде үҙ-үҙемде ҡулға алам. Шул минең сер – күңел төшөнкөлөгө – ул ләмле, тоноҡ күл кеүек, ныҡлап батмаҫ элек, тиҙерәк үҙеңде ярға сығарырға, сылтыр-сылтыр саф шишмәнән һыу эсергә өйрәнеп алырға кәрәк. Минең шишмәләрем – ул сәнғәт өлгөләре һәм уйҙарым-маҡсаттарым. Ултырам да, тормошомдоң бар һәйбәт яҡтарын уйлай башлайым. Шунан бар кескәй бәлә бөтөнләй юҡҡа сыға, ҙурырағы ла юҡ бер нәмә кеүек күренә. Ә кешеләргә зарланырға яратмайым – дуҫтарым менән осрашһам, күберәк йә көлөшәбеҙ, йә киләсәккә пландар ҡорабыҙ, эш тураһында һөйләшәбеҙ. Туғандарыма ла көс төшөрөргә яратмайым. Ә балаларым, әлбиттә, минең илағанымды йыш күрә ине – шуныһы һаман күңелде өйкәй. Икенсе яҡтан – нисек бармын, шулай.

Ә инде мин бер кемгә лә тейеш түгелмен, тигәндәй... Ғәҙәти кешеләргә тейеш түгелмен. Үҙ белдегем менән үҙ тапҡан малым менән йәшәйем. Ә юғары төшөнсәләрҙе алғанда – тейешмен, әлбиттә. Әсәйемә, халҡыма, туғандарыма. Донъя ғәҙелерәк, яҡшыраҡ, миһырбанлыраҡ булһын өсөн дә өлөш индерергә тейешмен.

 

Рух. Рух. Рух.

МИЛӘҮШӘ. Рух менән «мәмерйә милләтселеген» бутап та ебәрәләр... Сикте һәм саманы белмәй. Бындайҙар милләтенә зыян ғына килтерә.

Рух – кешенең эске донъяһы, аңы, аҡылы, интеллектуаль кимәле. Аллаһы Тәғәлә биргәнгә ҡушылған тәрбиәһе. Һәм ул мотлаҡ рәүештә ниндәйҙер идеологияға хеҙмәт итә. Беҙҙә ул башлыса милли идеологияға ҡайтып ҡала һәм бер ҡоршауға инеп ултырып, үҫешмәй. Рух ауырыуға һабыштырыла. Сәләмәт рух шәхесен даими үҫеш өҫтөндә тота, шул арҡала (әгәр милли теманы ҡарайбыҙ икән) милләтен дә алға этәрә ала. Белемһеҙ һәм аңһыҙ рух бары деградацияға ғына алып килә. Шунлыҡтан, милли кейем кейеп сәхнәгә сығып бейеү йәки өйөр уртаһында ихтилалдарҙа йөрөү генә әле рух билгеһе түгел. Рух – ул формалашҡан камил шәхес, лидерлыҡ төшөнсәһе лә. Аңдың идеология яһарлыҡ кимәлгә күтәрелеү күренеше. Ҡоро батырлыҡ ҡына түгел...

ЗӨҺРӘ. Рух тураһында уйлай башлаһаң, уйылып китерлек. «Нишләп телегеҙ өсөн ул тиклем көрәшәһегеҙ? Бар ҙур булмаған халыҡтарҙың телдәре юҡҡа сығасаҡ!» – тип бәхәскә лә инеп маташалар. Аҡыллы һәм белемле кеше булһа, ул бәхәс тә түгел – ҡаршы әйтерлек бер аргументың ҡалмаҫлыҡ хәлгә еткерәләр. «Халҡың тип янаһың, бар бәләләрең шул башҡортоңдан бит!» – тип әйтеүселәр ҙә табыла. Әммә мин бөгөнгө көндә шуны аңланым. Рух – ул минең динем кеүек. Ышанам икән телебеҙ бөтмәҫенә, халҡыбыҙҙың заманса фекерләгән, әммә быуаттар буйы килгән асылына хыянат итмәгән улдарына һәм ҡыҙҙарына, уның киләсәгенә – ул минең нурлы, бер ниндәй ҙә ҡаршы һөйләүҙе ҡабул итергә теләмәгән ышанысым. Мин уға инде береһенән дә тап төшөртмәйем, кәрәкмәгән бәхәскә лә инеп, хәлемде бөтөрмәйем. Ошо нурлы ышанысым эстән шәмдәл кеүек янып тора, иң мөһиме – көн дә нимәлер эшләргә.

 

Сағыу көҙөм минең – сентябрь...

МИЛӘҮШӘ. Сентябрь ысынлап та иртә көҙ... Әле йылы ла, шул уҡ ваҡытта күңелгә бер һағыш та ятҡан... Сағыу, бай, уңышлы...

Әле яңы йәшәй башлаған, донъяның аңын-тоңон яңы белергә, айырырға өйрәнәм һымаҡмын. Бығаса үтелгән ғүмер бер репетиция булған да, бынан аръяғына ысынлап йәшәй башлармын кеүек. Бына шундай кисерештәр менән ҡаршылайым был көҙөмдө. Ә шулай ҙа шундай ҡәнәғәтмен. Яҙмышым менән, балаларым менән, туғандарым-дуҫтарым менән. Аллаһы Тәғәләмә шөкөр итеп кенә торам. Бәлки, үтә банально ла сығалыр инде, әммә әле, ысынлап та, ал-ял белмәй сабып йөрөгән йәйҙәремдең емештәрен тирәм. Иң мөһиме, күңелем, хатта бөтөн эске ағзаларым менән ҡәнәғәтлек кисереп йөрөйөм. Был донъяны ихлас ҡабул итәм, мине ҡабул иткәне өсөн иһә рәхмәтлемен.

ЗӨҺРӘ. Быйылғы иллем – ул тыуған айыма шул тиклем тап килә. Ҡырҡ биштән һуң август айым башланған кеүек ине. Хәҙер бына – бер аҙ һағышлы ла, ҡояшлы ла, емешле лә сентябрь йәшенә аяҡ баҫтым... Илленән минең тормош сентябрем башлана...

ТОРМОШ СЕНТЯБРЕ...
ТОРМОШ СЕНТЯБРЕ...
ТОРМОШ СЕНТЯБРЕ...
Автор:
Читайте нас: