Таһир Дидар улы Хәмитов 1968 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Бала саҡтан башҡорт халыҡ музыка ҡоралы - ҡурайҙа уйнаған. Йәштән үк ул ҡурай моңон һеңдерә, унда уйнарға өйрәнеүҙән тыш, халыҡ йырҙарын башҡара, дәртле рәүештә бейеү көйҙәрен уйнай. Шул уҡ ваҡытта ул һәр саҡ боронғо йоланы дауам итә: һәр йыр - ул көйҙәрҙә сағылыш тапҡан тарих. Йәш музыкант бындай багаж менән Өфө сәнғәт училищеһына килә һәм уны тамамлағас, ҡурай класы буйынса уҡытыусы булып ҡала.
Таһир Дидар улы - Әстрхани ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй һирәк халыҡ ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы дипломанты, "Берҙәмлек" халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале лауреаты, Ғата Сөләймәнов исемендәге республика конкурстары лауреаты, Ишмулла Дилмөхәмәтов дипломанты, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған ҡурайсылар, бейеүселәр һәм сәсәндәр конкурсы лауреаты, Һигеҙенсе Республика йәш башҡарыусылар конкурсы лауреаты, БР Милли халыҡ оркестрына нигеҙ һалынғандан алып солист, артист булып эшләй.
Буранбай феномены нимәлә?
Таһир Хәмитов: Беҙҙең ауылдан 12 профессональ ҡурайсы сыҡҡан! Хайран ҡалмаҫлыҡ түгел. Был ниҙән килә? Бәләкәй саҡта бесәнгә йырлап барабыҙ, кис етһә был оста ла, теге оста ла ағайҙар берәм-берәм ҡурай тарта башлайҙар. Беҙ шуларҙы тыңлап, һеңдереп үҫтек. Шулай булғас, ҡурайсыларҙың күп булыуына бер ҙә аптырайһы түгел.