+20 °С
Дождь
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Августа 2023, 05:58

Уның ижады - театр тарихында тотош бер дәүер

- “Сибай” йыры беҙҙең ғаиләнең гимны ул, ауырып ятҡан атайым ғүмеренең иң һуңғы сәғәттәрендә лә “Сибай” йырын һуҙып йырланы, - ти илле йылдан ашыу Арслан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына хеҙмәт иткән Риф Ғәли улы Сәйфуллин.

“Беҙҙең театрҙың ғорурлығы бит ул” тип кенә хөрмәтләп йөрөтәләр уны сибайҙар.

Архангел районының Муллаҡай ауылында, йыр-моң һөйгән ябай башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән Риф Ғәли улы ярты быуат  хеҙмәт дәүерендә тамашасы күңелендә ҡалырлыҡ әллә күп­ме роль уйнаған!  

Бала саҡтан сәхнәгә тартылып, мәктәптә һәм ауылда үт­кә­релгән барлыҡ кисәләрҙә ҡатнашып, спектаклдәрҙә уйнап йөрөһә лә, артист булырға хыялланмай ул. Сөнки бәләкәй ауылда тыуып үҫкәнгә ундай һөнәр барлығын да белмәй әле ул саҡта. Ә бына күңелендә рәссам йә хәрби кеше булыу теләген йөрөтә. Мәктәпте тамамлағас, бер туған ағаһы Ба­рый­ҙың саҡырыуы буйынса Себергә эшкә юллана егет. Бер йыл ябыҡ хәрби ҡалала токарь булып эшләгәс, Ленин­град­тағы юғары радио техник хәрби училищеға имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Тик ғүмер буйы офицер булған атаһы улының был юлдан китеүенә ҡырҡа ҡаршы була. Шуға күрә йәш егет Томск политехник институтының киске бүлегендә инженер-төҙөүсе һөнәренә белем ала башлай. Ауылдан сығып китеүенә йыл ярым тигәндә ул тыуған яғына юллана. Өфөнөң ни тиклем матурланып киткәнен күреп, ыңғай үҙгәрештәренә һоҡланып, Башҡорт­останын һағынған Рифтең тыуған яғына ашҡыныуы тағы ла көсәйә. 

Йәйге ялға ҡайтҡанында Өфөлә сәнғәт институтына ак­тер­лыҡҡа ҡабул итеүҙәре тураһында хәбәр ҡолағына салынғас, йәш кеше, апаһы Эльвира менән кәңәшләшеп, театр бүле­генең тәүге студенттары рәтенә баҫа. Шулай күп уйлап тормай, күңелендә быға тиклем бөрөләнә биреп ҡуйған уйҙарын тормошҡа ашыра Риф.

Халыҡ һөйөүен яулаған  артис Риф Сәйфуллин оло сәнғәткә ана шундай урау юлдар аша килә. Килә лә ғүмерлеккә тороп ҡала. Улай ғына ла түгел, сәнғәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый!

1973 йылда ҡулына “Кино һәм драма актёры” тигән диплом алғас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырып торһалар ҙа, йәш белгес кәләше Рәмилә Сәлимгәрәева эшләп йөрөгән Сибай театрына юллана. Шулай ҙа актерға ул йылды эшкә баш­көл­лө сумырға форсат булмай – армияға саҡырыла. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, 1974 йылда уға тәүге һәм үҙ ғүмерендә берҙән-бер эпизодик роль бирәләр – Имран Касумовтың “Шайтан тоҡомо”нда төрмәлә ултырып сыҡҡан бер бәндә образы. Ә унан һуң сәхнә оҫтаһына һәр саҡ төп геройҙарҙы ғына уйнарға насип була. 

“Режиссерҙарға ышаныстары өсөн рәхмәтлемен. Шундай яҡшы мөнәсәбәт кенә мине ғүмерем буйы ошо театрҙа эшләргә, яңынан-яңы ролдәр ижад итергә мәжбүр ит­кәндер”, – ти халыҡ артисы. Ысынлап та, баш ҡала театрҙары әллә күпме саҡырып торһа ла, Си­бай тамашасыһына тоғро ҡала ул. Актер Сибайға йәне-тәне ме­нән береккән. Хәҙер инде Риф Сәй­фул­линды – театрһыҙ, ә театрҙы унһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.

Тиҫтәләрсә йыл эсендә ул йөҙ­ҙән ашыу роль уйнаған, спек­такл­дәрҙең мәғәнәһенә ярашлы об­раздар тыуҙырыу өсөн күпме тын­ғыһыҙ көн генә түгел, төндәр үткәргән. Артист булыу – ул кешегә тәбиғәттән бирелгән булмыш, яҙ­мыш. Талант юҡ икән, бер теләк йә тырышлыҡ менән генә әллә ҡайҙа китеп булмай. Ә Риф Ғәли улында шуларҙың барыһы ла тупланған. Шулай булмаһа, биш кенә йыл эш­ләгәндән һуң йәш артисҡа “Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемде бирерҙәр инеме лә, театрҙа хеҙмәт итеүенә ун дүрт йыл үтеүгә, республиканың халыҡ артисы дәрәжәһенә күтә­релер инеме?! Ул ваҡытта халыҡ таныған, яратҡан артисҡа 38 генә йәш була. Был бары тик оло талант эйәләре өлөшөнә төшә торған көмөштөр. 

Риф Сәйфуллиндың  репертуарына күҙ һалғанда, театр тәнҡитселәре иң тәүҙә уның Алексей Дударевтың “Һуңғы аҙым” (“Порог”) драма­һындағы Андрей Буслай образын телгә ала. Драманы сәхнәгә сығарғас, хатта ки: “Риф Сәйфуллин үҙенең артислыҡ оҫталығының иң юғары нөктәһенә менде”, – тигән фекерҙәр була. Был әҫәр Сибай театры сәхнәһендә режиссер Рафаэль Әйүпов тарафынан ҡуйылғайны. Буслай образын асыу өсөн күпме тынғыһыҙ уйҙар өйөрмәһендә ҡалғанын оҫта үҙе генә белә. Һөҙөмтәлә сәхнәлә тыуҙырыл­ған был образ тамашасылар йөрәген тетрәтә. 

 Риф Сәйфуллин  А. Дударевтың “Һуңғы аҙым”ын эшлә­гәндә, эсеп юҡҡа сыҡкан, асарбаҡҡа әйләнгән ке­ше образын тыуҙырырға тура килгән сағында, яҡын аралашҡан кешеләре араһында эскеселәр булмағас, образды ижад итеү өсөн бер аҙна тирәһе хәйерсе һымаҡ кейенеп, шундай кешеләр менән аралаша. Уларҙың холоҡ-фи­ғелен өйрәнә. Хатта эске­селәр ояһына барып эләгеп, туҡмала яҙа. Уны хатта,үлтерә­беҙ, тип киҫә­теп тә бөтәләр. Бына шулай, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып тыуҙыра ул тормошсан образдарҙы.

Утыҙ йылдан һуң “Һуңғы аҙым” йәш режиссер Вадим Ғил­манов ҡуйылышында сәхнәгә ҡабаттан күтәрелгәс, Риф Сәй­фуллинға инде атай ролен башҡарыу ышанып тапшыры­ла. Талант эйәһенең ым-ишараһы, күҙ ҡараштары, тамаҡ ҡы­рыу­ҙары, атлап йөрөштәре – барыһы ла геройҙың улы Ан­дрей­ҙың бушҡа уҙған ғүмере өсөн әрнеүҙәрен, өмөттәре аҡлан­мауына рәнйеүҙәрен асып һала. Был юлы ла спектакл­дә артистар ансамбле тыуҙырыуға Риф Сәйфуллин тос өлөш индерҙе.

Театр репертуарының арҡа һөйәген тәшкил иткән “Ғүмерлек ғазап”тағы (авторы – Салауат Әбүзәр, режиссеры – Дамир Ғәлимов) Сәлмән образы – ижад ителгән ролдәрҙең иң сағыуҙары иҫәбендә тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ.

...Бөйөк Ватан һуғышын үткән, Бухенвальд концлагерының бар афәтен үҙ тәнендә татыған төп герой Сәлмәндең, һуғыш тамамланһа ла, кисерәһе ғазаптары бөтмәгән икән. Тыуған ауылында уны һатлыҡ йән, бандит тип ыҙалаталар. Был там­ға уның ғаиләһенә лә тынғы бирмәй. Төрлө ерҙән тикшереү менән килеп йөҙәтәләр. Етмешенсе йылдар ҡоролошо ҡор­ба­нына әйләнгән Сәлмәндең кисерештәрен тыныс ҡына ҡарап булмай...

Былары Риф Сәйфуллиндың тәжрибә туплағас сәхнәгә сығарған ролдәренең ҡайһы берҙәре генә. Ә театрҙа яңы ғына эш башлаған сағында, йәғни 1976 йылда, йәш артист Иван Лазутиндың “Кем ғәйепле?” әҫәрендә Валерий Снегирев ролен башҡарып, “Республи­каның иң яҡшы актеры” исемен яулай. Ул заманда йәш артистар өсөн бына шундай һөнәри бәйгеләр үтә торған булған. Был исем әле Башҡорт­остандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе йөгөн тартҡан Әхтәм Абушахманов менән икеһенә бирелә. Ике йәш актер Мәскәүгә ун биш көнлөк юллама менән бүләкләнә. Илебеҙҙең баш ҡалаһында театр тамашаларына, концерттарға йөрөү бәхете тәтей уларға. 

“Был минең өсөн ҙур мәктәп, ысын мәғәнәһендә оло бүләк булды. Владимир  Высоцкийҙың концертын ҡарау бәхете лә тейҙе. Бәйгелә еңеү үҙенә күрә киләсәк уңыштар өсөн трамплин ине”, – тип хәтерләй хәҙер ул ваҡиға тураһында актер.

Уңышлыларҙан тағы ла Володя Бусыгин (Александр Вампилов, “Өлкән улым”), мәктәп директоры (Туфан Миңнуллин, “Туҡтаров”), Фердинанд (Фридрих Шиллер, “Мәкер һәм мө­хәб­бәт”), Хәким (Ғәфүр Ҡәйүм, “Мираҫ”) һәм башҡа бихисап ролдәрен атарға була.

Риф Сәйфуллин менән һөйләшкәндә фекер­ҙәренең тәрәнлегенә, даирәһе киңлегенә инанаһың, сәхнә теорияһын һәм практикаһын яҡшы белеүе һоҡландыра. Репетициялар ба­рышында үҙ феке­реңде төплө итеп әйтеп биреү, йәш ар­тис­тарға кәңәштәрҙе ипле итеп еткерә белеү һәләтенә эйә ул.

“Роль бирелгәс, нисек итеп эш башлайһығыҙ? Ул мотлаҡ режиссер күҙаллағанса булырға тейешме, әллә актер үҙе уйлағанса килтереп сығарамы?” – тигән һорауға артист: “Ролде алғас, ул – һинеке. Бәләкәйме, ҙурмы – унан тормай. Бирелгән икән, артист уның өҫтөндә еренә еткереп эшләргә бурыслы. Спектаклде ҡарап ултырған тамашасы сәхнәлә шул ролдә бары тик артисты ғына күрә. Уны ышандыра алырлыҡ итеп образ тыуҙырыу иң тәүҙә артисҡа бәйле. Әлбиттә, режиссерҙың биргән йүнәлешен тотаһың. Спектаклдә артистар ансамбле барлыҡҡа килһә, тимәк, уны тыуҙырыуға һин дә үҙ өлөшөңдө индергәнһең. Ә роль өсөн иң төп яуаплылыҡ, әлбиттә, актерҙа”, – тип яуапланы.

Сибай театрын 30 йылға яҡын етәкл­әгән художество етәксеһе, Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Дамир Ғәлимов актер тураһында: “Бөгөн ул - ысын мәғәнәһендә театрҙың йөҙөк ҡашы. Театр тарихын байытыусы актер. Йәштәр өсөн остаз, абруйлы сәнғәт оҫтаһы. Театр уның ижадына мохтаж”, – тигән фекерҙә.

Коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙай­ғолова Риф Сәйфуллин тураһында: “Театрыбыҙҙа шундай артист булғанына ҡыуанам. Ул беҙгә мәртәбә, йәм өҫтәп тороусы артис­тар плеядаһынан. Партнер булараҡ та иҫ китмәле. Уның менән сәхнәлә бергә уйнауы еңел дә, яуаплы ла. Спектакль барған ваҡытта төрлө хәл булыуы ихтимал, мәҫәлән, онотоп, яңы­лышып китәһең. Ул бына шундай хәл­дәрҙән сығарып ебәрә ала. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”һен генә алайыҡ. Мин ул спектаклдә уйнарға бер генә көн репетиция яһап сыҡҡайным сәхнәгә, уға тиклем күҙәтеп кенә ултырырға тура килгәйне. Тамаша барышында Дәрүиш образындағы Риф Ғәли улының күҙҙәренең яныуҙары, яңылышып китмәһен инде, тип миңә ҡараш ташлап алыу­ҙары, көс-дәрт биреүҙәре шул тиклем ҙур ярҙам булды. Ә “Башмағым”дағы образында бармаҡ остары менән ҡул биреүҙәре генә лә ни тора! Уның хатта бармаҡ остарынан да нур ағыла бит! Ҡарашы нурлы уның. Ул спектаклгә йән өрөүгә һәләтле актерҙарҙан. Ана шундай ул беҙҙең Риф Сәйфуллин!”

Риф Сәйфуллиндың оло сәнғәткә юлы уңдырышлы ерҙә башлана: уның уҡытыусылары данлыҡлы шәхестәр Шәүрә Мортазина, Фәрдүнә Ҡасимова, Рафаэль Әйүпов, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова була. Һабаҡ­таштары ла хәҙер инде – танылған сәхнә оҫталары. Уларҙың исеме һәр кемебеҙгә таныш: Зифа Баязитова, Вәкил Йосопов, Олег Ханов, Рафиға Ғәлина, Зилә Сәлишева, Юнир Салауатов, Рәфил Нәбиуллин, Суфия Ҡорбанғәлиева, Анфиса Хафизова һәм башҡалар.

Ҡасандыр Константин Станиславский: “Һин ҡуйған спектаклдән һис юғында өс кеше уйланып сыға икән, тимәк, һин нимәгәлер өлгәшкәнһең”, – тигән.

Театр донъяһын һәр күҙәнәге менән тойоп йәшәгән Риф Ғәли улы Вампиловтың “Төбәктә булған мәҙәктәр” (“Провинциальные анекдоты”), В.Жеребцовтың “2‑се подъезд” (“Подъезд № 2”), М.Н.Задорновтың “Һуңғы ынтылыш” (“Последняя попытка”) пьесаларын башҡорт  теленә тәржемә итә.

Артисҡа әллә ҡайҙан саҡырып, үҙенә тартып торған ыҫпайлыҡ, әҙәплелек хас.  Был ир-уҙа­манға ҡарап һоҡ­ланмайса мөмкин түгел. Тәбиғи ыҫпай­лыҡ - тыумыштан бик һирәк кенә кешеләргә хас бер һыҙат ул.

Төҙ баҫып йөрөүҙәре, хәрби­ҙәрсә матур буй-һыны, мөләйем йөҙ һыҙаттары, ябайлыҡҡа төрөн­гән бөйөклөк, тирә-яғындағыларға ихтирамлы мөнәсәбәт, хеҙмәткә һаҡсыл, аяулы ҡараш... Бына шулар барыһы ла артисҡа мөһабәтлек өҫтәй.

Тиҫтә йылдар дауамында тамашасыға хеҙмәт итеп, театр сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», «БАССР-ҙың халыҡ артисы»,  «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ Риф Ғәли улы Сәйфуллин йөҙҙән артыҡ роль уйнаған.  Ғүмеренең 70 йәшлек үрен артылған, Арслан  Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына тоғро ҡалып, илле йылдан ашыу ошо сәхнәлә  халыҡ ихтирамын яулаған артистың киләсәктә лә тамашасыларҙы ҡыуандырып, уларҙы уйландырырылыҡ, илһамландырырлыҡ ролдәр уйнауын теләйбеҙ.

Миләүшә Ҡыҙрасова

Уның ижады - театр тарихында тотош бер дәүер
Уның ижады - театр тарихында тотош бер дәүер
Автор:
Читайте нас